Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамуҡ ҡапҡаһы төбөндә
Тамуҡ ҡапҡаһы төбөндә– Һеҙҙән алты йөҙ ҙә ҡырҡ һум, – тип йылмайып ҡараны миңә йәш кенә һатыусы ҡыҙ.
Мин ҡулымдағы бер меңлек ҡағыҙ аҡсаны уға һуҙҙым. Сыға­наҡ бармағында алтын балдаҡ ялтырап күренеп ҡалды. “Йәш кенә булһа ла кейәүҙә икән”, – тигәнерәк уй йүгереп үтте башымдан...
Бер ҡулыма һатып алған әйберҙәрҙе, икенсеһенә мең һумдан артып ҡалған ҡағыҙ аҡсаны тотоп урамға сыҡтым. Тышта яңы ҡыш башланып тора – бөтә донъяны ап-аҡҡа күмеп, ябалаҡлап ҡар яуа. Шуға кәйеф күтәренке. Таныштар, шулай уҡ таныш булмағандары менән дә һаулыҡ һораша-һораша ҡайтыу яғына ыңғай­ланым. Бара биргәс, бармаҡтар өшөй башланы. Туҡта, мин әйтәм, аҡсаны кеҫәм­дә ятҡан янсыҡҡа һалайым да бер ҡулым­ды булһа ла кеҫәмә тығып ҡайтайым тип, юлдың ситенәрәк сығып, пакетымды ергә ҡуйҙым да курткамдың түш төймәләрен ысҡындыра башланым. Бер ҡулым менән ысҡындырам, үҙем икенсе ҡулымдағы аҡсаға ҡара­йым.
“Туҡта, туҡта, мин магазиндан әйберҙе алты йөҙ ҙә ҡырҡ һумға һатып алғайным шикелле... Һатыусыға мең һум бирҙем... Ә минең ҡулымда биш йөҙ ҙә алтмыш һум... Ул миңә өс йөҙ ҙә алтмыш тәңкә ҡайтарып бирергә тейеш ине бит... Ике йөҙ һумға артыҡ биргән булып сыға инде... Эйе, ике йөҙ һумға артыҡ биргән шул... Ни эшләргә?” – Мин баҫҡан урынымда ҡулымдағы аҡсаны ҡат-ҡат һанайым. Үҙем юлымды дауам итергәме, әллә кире боролорғамы тигән һымаҡ бер алға, бер артҡа ҡарап алам. Ысынлап та, ни эшләргә? Шул ваҡыт һул яҡ ҡолағыма кемдер:
– Ниңә аптырап ҡалдың? Аҡсаңды кеҫәңә һал да, бер нимә лә уйламай, ҡайтыуыңда бул! – тип бойороҡ бирҙе.
Аптырап, һул яғыма боролоп ҡараным – берәү ҙә юҡ. Ҡыҙыҡ, кем өндәште ул миңә?
– Кем тип аптырайһыңмы әллә? Мин бында, һул ҡолағың тишегендә ултырам.
– Нисек инде һул ҡолағымда? Кем ул һин? – Әҙерәк ҡурҡып киттем.
– Кем булһын, һинең ғүмерлек юлдашың – шайтан.
Хәҙер инде аптырауымдан саҡ ултыра төшмәнем. Бәләкәй сағымда ҡәрсәйем, һул яҡ яурыныңда шайтан ултыра, ул һине һәр ваҡыт алама эштәргә ҡотортасаҡ, тип һөйләй торғайны. Шул ысын булып сыға түгелме?
– Дөрөҫ, дөрөҫ! Шулай булып сыға, – тине теге тауыш. – Тик ҡәрсәйең әҙерәк шыттырған. Кешеләргә һәр ваҡыт яҡшылыҡ ҡына теләйем мин.
– Ә ниңә яурында ултырмай­һың?
– Элек бит ул... Хәҙер беҙгә баһа артты – үрләттеләр.
Мин бөтөнләй телһеҙ ҡалдым. Ыша­нырғамы, әллә юҡмы? Тиҙ генә беләгемде семтеп ҡараным – ауырта... Өҫтән яйлап ҡына төшкән ҡар бөртөктәре аҫтына усымды ҡуям – ирей... Янымдан үтеп барған йәш ҡатындарға ҡарап йылмайҙым, улар ҙа миңә яуап итеп йылмайҙы... Шулай булғас, был төш түгел, бөтәһе лә өндә булып сыға бит һуң.
– Ха-ха-ха! – тип шайтан көлөп ебәрҙе. – Төш күрәм тип уйлағайныңмы әллә? Хәҙер ышандыңмы инде? Бар, бар, ҡайтыуыңда бул. Аптырама юҡ-барға!
Ни эшләйһең инде, ышанырға тура килде. Бына шулай, мин шайтан менән һөйләшә башланым. Кеше ышанмаҫлыҡ хәл бит!
– Ней, улай ярамаҫ ул, аҡсаны кире алып барып бирергә кәрәк, – тигән булдым тегегә.
– Нимә, һин ул аҡсаны урла­ныңмы әллә?
– Юҡ...
– Ҡулынан тартып алып ҡас­тыңмы?
– Юҡ, юҡ... Яңылыш биреп ебәрҙе бит ул. Тормошта була торған хәл. Йәш бит әле...
– Бына шул-шул. Йәш тигән булып йәлләйһегеҙ ҙә... Белә­һеңме, бер тапҡыр хужаһы кәрә­ген бирһә, башҡаса яңылыш­маясаҡ ул. Иҫләйһеңме, һин бер тапҡыр биш йөҙ һум аҡса юғалт­ҡайның. Береһе алып килеп бир­ҙеме? Шул, шул... Уның ҡарауы, ҡатыныңдан эләккәс, аҡылға ултырҙың. Хәҙер һәр тинеңде һанайһың. Шуға, әйҙә давай, өйөңә табан атла...
Былай хаҡ һүҙҙәр һөйләгән һымаҡ. Шайтан булһа ла, аҡыллы ғына күренә. Дөрөҫ әйтә ул: бөгөн миңә артыҡ биреп ебәрҙе, иртәгә – икенсе кешегә. Унан һуң кемгәлер еткермәй бирер... Ә бына магазин хужаһы ошо аҡса өсөн уны яуапҡа тарттырһа – эш хаҡын ҡырҡып, премияһын бирмәһә, башҡаса яңылышмаҫ. Ҡара әле, аҡсаны алып барып бирмәйем икән, һатыусыға изгелек ҡылам булып сыға түгелме ни? Шулай шул. Ә шайтан, минең фекеремде хуплап, ләпелдеге сыға:
– Дөрөҫ, брат, дөрөҫ! Хатаңа яуап бирмәй тороп, тәртипкә ултырып булмай ул. Шуға, әйтәм бит, борсолмай ғына атлауыңда бул. Юл ыңғайында “Магнит” магазинына инеп сыҡ. Ҡасандан бирле инде ҡатының менән бер тортҡа аҡса йәлләп йөрөйһөгөҙ. Бына хәҙер шуны һатып ал. Буштан килгән аҡса бит ул...
Шайтан шулай бер туҡтамай аҡыл һатты ла һатты. Мин уға артабан ҡаршылашып торманым. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тиҙәр беҙҙә. Шуға пакетымды күтәрҙем дә, йылмайған булып, эре-эре аҙымдар менән алға табан атланым. Ысынлап та, торт һатып алырға ла ҡатын менән рәхәт­ләнеп ултырып сәй эсергә. Шунан бөтәһе лә онотола ул. Ғөмүмән, мин юҡҡа баш ҡатырам ши­келле...
Тик шатлығым оҙаҡҡа барманы – ни өсөндөр кәйефем юғал­ды. Йөрәкте нимәлер өйкәгән һымаҡ. Көнө буйы миңә йылмайып ҡараған тәбиғәт ҡапыл төҫ­һөҙләнде. Бая ғына һауанан төш­кән эре-эре ҡар битемде иркәләй ине, ә хәҙер сәнсеп-сәнсеп ала. Юл буйындағы кешеләр ҙә миңә шикләнеп, асыуланып ҡарай төҫлө. Биргән сәләмде лә ишетмәгән кеүектәр. Ниндәйҙер һаҙлыҡҡа батып барған һымаҡ булып киттем. Әллә миңә шулай тойоламы икән? Ә шайтан һаман хәбәрен һөйләй ҙә һөйләй...
Ниһайәт, “Магнит”ҡа килеп еттем. Эш көнө бөтөп килгән ваҡыт булғанғалыр, ахыры, ишек төбөндә кешеләр ҡайнай: кемдер сыға, кемдер инә. Бер яҡтараҡ машиналарынан сығып, таксистар тәмәке төтәтә. Үҙ-ара көлөшөп-көлөшөп һөйләш­кән булалар, ә бөтәһенең дә күҙе ишектән сығыусыларҙа – һәр береһе буласаҡ пассажирҙы беренсе булып эләктергеһе киләлер инде...
Шул ваҡыт магазиндан бер ҡулына сумка тотҡан, икенсе ҡулы менән бәләкәй генә бала­ның артынан этә-этә йәш ҡатын сыҡты.
– Атла, тим бит! Һөйләнмәй генә атла, – тип ипле, ләкин ҡаты ғына өндәшә ине ул балаһына. Ә тегенеһе этелгән һайын кире боролоп:
– Әсәй, әсәй! Туңдырма ал инде! Алам тип әйткәйнең дә инде... – тип иларҙай булып үтенә.
– Мыжыма инде, ана ҡара, таксист ағайҙар һиңә “оят” ти, – тип әсәһе әҙерәк эйелә бирҙе лә, тауышын йомшарта төшөп – әлегә туңдырмаға аҡса етмәне, булғас та алырбыҙ, йәме, ҡыҙым...
...Шул ваҡыт күҙ алдыма баяғы һатыусы ҡыҙ килеп баҫты. Ул да кейәүҙә ине шикелле. Балаһы ла... Ләкин артабан уйымды дауам итә алманым. Уң яҡ ҡола­ғыма кемдер йоҡоло, ҡарлыҡҡан тауыш менән:
– Оят түгелме һиңә?! Ниңә шул һатыу­сыға аҡсаһын кире алып барманың? Уның да өйөндә ошондай йәш бала көтөп ултыралыр әле. Шул ике йөҙ һумға байып китермен тип уйланыңмы әллә?! – тип миңә бәйләнә башланы.
Мин инде был юлы кемдең тауышы икәнен аңланым – намыҫым уянды. Ҡыҙыҡ, ниңә кешеләрҙә намыҫ шулай һуң уяна икән? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һорауға яуап эҙләп, фәлсәфә һатып торорға ваҡытым юҡ ине. Мине эттән-эткә һалып һүккән намыҫҡа тиҙерәк яуап бирергә кәрәк.
– Шул ике йөҙ һум аҡса өсөн кире ба­рып йөрөмәйем инде. Быныһы, берен­сенән. Икенсенән, ул ҡыҙ ошонан һуң аҡылға тиҙерәк ултырасаҡ. Өсөнсөнән... – тип үҙемде юғары белемле һәм аҡыллы кеше итеп күрһәтергә тырышып, яйлап ҡына һөйләй башланым. Ни тиһәң дә, намыҫ шайтан түгел – дәрәжәһе юғары­раҡ, ләкин ул артабан тыңлап та торманы:
– Нимә, һине шайтан ҡоторт­томо әллә? Беренсенән, икенсе­нән... Имеш, уҡы­мышлы кеше... Кире алып барып бирһәң, хата­һын аңламаҫ тип уйлайһыңмы? Бынауындай кәүҙәң менән, оялмай, сибек кенә, яңы тормош көтә башлаған ҡыҙҙың аҡсаһына торт алып ашап ултырырға нисек йөрәгең етә?! Илап ултырған ас балаһын күҙ алдына килтер әле... – тип кәрәкте генә бирә бит әй.
Һүҙенең ошо урынына еткәс, башыма ҡапыл күҫәк менән һуҡҡандай булдылар... Шул тиклем оят булып китте, хатта ер тишеге булһа, бер-ике көнгә шунда инеп юғалыр инем. Ысынлап та, йәш әсә шул аҡсаға балаһын әллә күпме тәмлекәс менән һыйлай ала бит. Ә мин уларҙың ауыҙынан тартып алырға йө­рөйөм. Оят, мең тапҡыр оят! Кеше аҡсаһын урлаусылар нисек йәшәй икән?
Ә был ваҡыт үҙенең исемен ишеткән шайтан һул ҡолаҡтан уң яҡҡа:
– Һин нимә унда, намыҫ, минең исемде хурлайһың? Ҡоторта, имеш. Белгең килһә, мин һинең һымаҡ йоҡлап ятмайым, кеше­ләргә көнө-төнө хеҙмәт итәм, – тип ҡыс­ҡырҙы ла ипләп кенә миңә өндәште:
– Тыңлама һин уны. Бар, бар, магазинға ин.
– Юҡ! Аҙымыңды ла баҫмай­һың! Аҡсаны хәҙер үк кире алып барып бир! – тип бойороҡ бирҙе миңә бөтәһен дә ишетеп торған намыҫ. – Ә һиңә, шайтан, етәр кешеләрҙе боҙоҡ юлға этәрергә!
– Мин кешеләрҙе боҙаммы? Белгең килһә, мине тыңлағандар­ҙың бөтәһе лә бай йәшәй! – тип бирешергә теләмәне теге ҡой­роҡло йөнтәҫ. – Ә бына һиңә табынғандар урамда хәйер һорап йөрөй...
– Кем хәйер һорай? Ишеткә­нем дә юҡ. Белеүемсә, һинең ҡотҡоңа бирелгәндәр, ғәҙәттә, төрмәлә ултыра.
– Кем ултыра? Ха-ха... Береһе лә ултырмай. Бөтәһе лә һин дә мин йәшәп ята...
Былар мине бөтөнләй онотто. Үҙ-ара шулай бәхәсләшеп алдылар ҙа киттеләр. Башта үҙҙәрен әҙәпле генә тотҡан һы­маҡтар ине. Тора-бара ҡысҡырыша башланылар. Кемеһелер үҙенең хис-тойғоһон һүгенеү һүҙҙәре менән дә биҙәргә онотманы. Артабан ана шул һүҙҙәргә ҡушып, бер-береһенә нимәлер елләшә башланылар. Ҡолағымда бәрешер­лек нимә бар икән, тип аптырап та ҡуйҙым... Шунан нимә бул­ғандыр, кемеһе ниндәй һүҙ әйт­кәндер, белмәйем, ишетмәй ҡалдым, был икәү тас та тос һуғыша башламаһынмы! Улар­ҙың шул тиклем дөмбәҫләшеүенә ныҡ итеп башым ауырта башланы. Ике яҡҡа ярылып киләме ни! Шунан йөрәгем һулҡылдап, ҡан баҫымы күтәрелеп китте. Күҙ алдым ҡараңғыланды. Үҙемде ниндәй­ҙер упҡынға төшөп барған һымаҡ тойҙом...
Артабан түҙерлек түгел ине. Шуға башымдағы ығы-зығынан тиҙерәк ҡотолоу өсөн кире боролдом да баяғы магазинға йүгерҙем... Мин барып ингәндә, магазинда баяғы йәш һатыусы ҡыҙҙан башҡа берәү ҙә юҡ ине. Ахыры, эш көнө бөтөп тора, сөнки ул тырышып-тырышып аҡса һанай ине. Үҙе борсолған һымаҡ. Бәлки, шуғалыр ишеген эстән бикләргә лә онотҡан. Мин ҡыҙ янына осоп тигәндәй килдем дә:
– Бына, һылыу, бая миңә ар­тыҡ биреп ебәргәнһең... – тип уға ике йөҙ һум аҡсаны һуҙҙым.
Ҡыҙ шул тиклем ҡыуанды, һөй­ләп бөтөрлөк түгел ине. Шатлы­ғынан:
– Уй, ағай, ҙур рәхмәт, хатта ҡурҡып бөткәйнем, – тип миңә ҡараған күҙҙәрен мәңге онота алмаҫмын, моғайын. Улар шундай саф, таҙа, бер ниндәй болот киҫәге булмаған зәңгәр күкте хәтерләтә ине. Ә әйткән рәхмәте йөрәгемә май булып яғылды...
Магазиндан сыҡтым. Башым­дағы шау-шыу ҡапыл туҡтаны: шайтан ҡайҙалыр юҡ булды; намыҫтың да тауышы тынды, ахыры, кире йоҡларға ятты. Күңелемдә тыныслыҡ урынлашты. Сәләмәт кешегә әйләндем. Донъя яҡтырып, кәйефем күтәре­леп китте. Ошо мәлдә үҙемде шул тиклем бәхетле итеп тойҙом. Бөтә донъяны ҡосаҡлағым, бар кешеләргә үҙем кисергән бәхе­темде өләшеп биргем килде. Ни өсөн икәнен дә белмәйем, әллә һатыусы ҡыҙҙы ҡыуандырғанға, әллә башҡа ғәмәлгә...
Мин ошондай күтәренке кәйеф менән ҡайтыу яғына ыңғайланым. Кәләш өйҙә мундир картуф бешереп ҡалғайны. Шуға ҡайта һалып, сәй эсә-эсә бөгөн күргән мажараларҙы уға тиҙерәк һөйләгем килә ине...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507