Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таланттарға ҡанат ҡуйып...
Таланттарға ҡанат ҡуйып...Ғәҙәттә, кеше ни тиклем юғары мәҙәниәтле, белемле, данлыҡлы булһа, үҙен шул тиклем ябай тота... Ундай кешеләр өлгәшкән уңыштары, дәрәжәләре менән маҡтанып-шапырынып йөрөмәй, алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итә, туҡтауһыҙ ижади эҙләнә, тауҙай эштәр башҡара. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы педагогика һәм психология факультеты деканы Лилиә Абдуллина — тап шундай замандаштарыбыҙҙың береһе.
Күптәр Лилиә Бәкер ҡыҙын абруйлы педагог, алдынғы ҡарашлы етәксе, тәжрибәле ойоштороусы, рухлы милләттәшебеҙ булараҡ белә. Уҡытыусы иңенә йөкмәтелгән йәш быуынды тәрбиәләү кеүек изге лә, яуаплы ла бурысты нисәмә йыл дауамында намыҫ менән башҡара.
Замандашыбыҙ гүзәл тәбиғәтле Мәләүез районының Муллағол ауылында тыуып үҫкән. Аптыраҡ ауылындағы мәктәпте тамамлағандан һуң, Салауат педагогия училищеһында белем ала, аҙаҡ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый.
Фән юлына ҡыйыуһыҙ ғына баҫҡан тәүге аҙымдарын әле лә ҙур кинәнес менән иҫкә ала ул. М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия университетында алыҫ тарафтарҙан килгән ябай ауыл ҡыҙын ҡолас йәйеп ҡаршы алмағандарҙыр, әлбиттә.
— Аспирантураға инергә теләгәндәр етәрлек. Тик бөтәһен дә алыу мөмкин түгел. Бының өсөн һәләтегеҙҙе тикшереп ҡарарға тейешмен. Әйҙәгеҙ, һылыу, былайтайыҡ. Билдәләнгән темаға доклад яҙып килтерегеҙ. Әгәр яҙғаның оҡшаһа, уҡырға алам, — тигән шарт ҡуя педагогия фәндәре докторы, профессор Елена Леванова.
— Бер төн йоҡламай һигеҙ битлек док­лад әҙерләнем. Компьютер тигән нәмә юҡ бит инде, шуға ҡулдан яҙырға тура килде, — тип хәтерләй замандашыбыҙ. – Иртәнсәк ҡулъяҙмамды алып барып тотторҙом.
Леванова ентекләп уҡып сыға ла йылмайып ҡуя:
— Абдуллина, һеҙҙе үҙемә алам! Ә был докладығыҙҙы ғилми журналға баҫтырырға бирербеҙ!..
Шулай итеп, Лилиә Бәкер ҡыҙы үҙенең ныҡышмалылығы, тырышлығы, кешелеклелеге менән тиҙ арала ғилми етәксеһе, талапсан профессор Елена Леванованың ихтирамын яулай. Ваҡыт үтеү менән ғилми етәксеһе фәндә лә, тормошта ла алмаштырғыһыҙ кәңәшсегә, оло остазға әүерелә.
Һис шикһеҙ, тормош иптәше Рәфис Риф улының ярҙамсыллығы ла көс бирә Лилиәгә. Әлбиттә, ике бала әсәһенә бер үк ваҡытта ғилми хеҙмәт яҙыу еңелдән бирелмәгәндер. Әммә эргәңдә терәк-таяныс булғанда, барлыҡ кәртәләр ҙә йырып сығыла. Иренең ял алып, Мәскәүгә үҙенә ярҙамға килеүе хаҡында Лилиә ханым кинәнес менән һөйләй:
— Ғилми китапханала бер кешегә көнөнә өс кенә баҫма бирәләр. Ә миңә диссертацияны тиҙерәк тамамлау өсөн күберәк хеҙмәттәр менән эш итергә кәрәк. Ваҡыт ҡыҫа. Шуға ирем менән икебеҙ килһәк, алты китапты ҡулға алабыҙ.
Тырышҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, Лилиә Абдуллина Мәскәүҙә “Һөнәри әҙерлек процесында башланғыс класс уҡытыусыларының танып-белеү һәләтен үҫтереү” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауға өлгәшә.
Ғилми дәрәжә алыу йәш ғалимәгә ҡолас ташлап фән донъяһына сумырға мөмкинлек бирә. Лилиә Бәкер ҡыҙы – өс йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, киң профилле ғалим. Ул яҙған уҡыу ҡул­ланмалары, монографиялар, юғары баһаланған баҫмаларҙа сыҡҡан мәҡәләләр педагогия өлкәһендә ҙур урын алып тора. Ғилми хеҙмәтеңдең йәмғиәткә файҙалы булыуы ла бик мөһим. Был йәһәттән Лилиә Бәкер ҡыҙы сикһеҙ бәхетле. Мәҫәлән, “Развитие познавательных умений студентов в педагогическом вузе” исемле монографияһы Рәсәй юғары уҡыу йорттарында киң ҡулланыла. Бынан тыш, байтаҡ китаптары Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланып, мәктәптәрҙә уҡытыу барышында файҙаланыла. Ул әсбап­тарҙың күп тиражлы булыуы ла уның педагогикала ни тиклем әһәмиәтле урын биләгәнен күрһәтә. Бынан тыш, күп кенә ғилми хеҙмәттәре немец, инглиз, төрөк телдәрендә донъя күргән.
Лилиә Бәкер ҡыҙы Абдуллина утыҙ йылдан ашыу юғары уҡыу йортонда арымай-талмай хеҙмәт итә. Педагогия учи­лищеһында, институтта, аспирантурала белем алыу уны теоретик яҡтан байытһа, мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләү, пионервожатый йөгөн тартыу, өҫтәүенә йәмәғәт эштәрен башҡарыу – ғәмәли йәһәттән нығындырғандыр. “Уҡытыусы үҙе уҡымаһа, уҡытыусы булыу­ҙан туҡтай” тигән тәғлимәткә тоғро ҡалып, дәрестә заман технологияларын ҡуллана, проектлау һәм үҫтереү нигеҙенә таяна. Яңынан-яңы программалар төҙөй, методик ҡулланмалар сығара, фәнни-ғәмәли конференциялар ойоштора, унда докладтар менән сығыш яһай, уның көнүҙәк тема­ларҙы яҡтыртҡан курс һәм диплом эштәре йыл һайын юғары баһалана. Уның етәк­селегендә бер төркөм студенттар Төр­киәнең Гази университетына стажировкаға барып ҡайталар, һөҙөмтәлә студенттар менән бер рәттән Лилиә Абдуллина ла, төрөк телен яҡшы өйрәнеп, танытма ала.
Лилиә Бәкер ҡыҙы, педагогика һәм психология факультетын етәкләү менән бер рәттән, кафедра мөдире вазифаһын да уңышлы башҡарып килә. Был йәһәттән ул үҙҙәренең бурысын мәктәптәрҙе инициатив, ижади ҡарашлы, һәләтле уҡытыусылар менән тәьмин итеүҙә күрә. Был фекерҙең хаҡлығы бәхәсһеҙ, сөнки баланың һәләтен асыҡлау, үҫтереү өсөн уҡытыусы үҙе һәләтле булырға тейеш. Ул етәкселек иткән факультеттың һәр саҡ алдынғылар рәтендә булыуы, уҡыу-уҡытыу, ғилми һәм тәрбиәүи эштең юғары кимәлдә ойошторолоуы, заман талаптарын ваҡытында һәм сифатлы башҡара алыуы, заманса фекер йөрөтөүе – барыһы ла етәксенең алдынғы ҡарашлы булыуы хаҡында һөйләй. Уның етәкселегендәге факультет студенттарының төрлө фестиваль, ярыштарҙа беренселекте яулауы һис тә ғәжәп түгел, сөнки таланттарға нисек ҡанат ҡуйырға икәнлеген ғалимә яҡшы белә. Мәҫәлән, ул етәкләгән кафедра Рәсәй Фәндәр академияһы тарафынан ойошторолған конкурста “Алтын кафедра” исеменә лайыҡ була.
Йәштәрҙең һәләтен асыуҙы, уларҙа киләсәккә ышаныс тыуҙырыуҙы Лилиә Бәкер ҡыҙы төп бурыстарының береһе тип билдәләй.
— Йыш ҡына йәштәр ялҡау, эшләргә яратмай тип һөйләйҙәр, — ти Лилиә ханым. — Асылда иһә был — хата фекер. Һәр бала тыумыштан нимәгәлер һәләтле. Ана шул талантты асыр өсөн уҡытыусы көс һалырға тейеш. Әгәр һин балаға көн дә “иҫәр” тип тылҡып торһаң, ул әллә ни уңышҡа өлгәшә алмаясаҡ. Ана шул һәләтте асыу – үҙе ҙур ғилем.
Замандашыбыҙҙың ни тиклем кешелекле, кеселекле булыуы тураһында бер миҫал килтереү урынлылыр, моғайын. Бер студент уҡыуын ташлай. Сәбәбе — берҙән-бер терәге булған әсәһе яҡты донъянан китә, ярҙамһыҙ уҡыуы ҡыйын. Ҡайғылы мәлендә студентты Лилиә Бәкер ҡыҙы яңғыҙ ҡалдырмай. Артынан кеше ебәреп, ауыл балаһын Стәрлетамаҡҡа кире алып килә. Пенсия юллау мәсьәләһен дә хәстәрләй. Шулай итеп, абруйлы педагог студентҡа ысын мәғәнәһендә терәк була. Бөгөн шул шәкерте яҡшы тормошта йәшәй, ярайһы уҡ абруйлы вазифала эшләй. Бына шундай студенттарының ихлас рәхмәтен ишетеү – педагог өсөн үҙе ҙур бәхет. Тимәк, барлыҡ хеҙмәтең, түккән көсөң юҡҡа түгел. Тормоштоң мәғәнәһе лә күберәк изгелек сәсеүҙә бит!
Ғаиләһендә лә бәхетле замандашыбыҙ. Йортонда — иренә ныҡлы таяныс, балаларына — изгелек сәскән оло йөрәкле, иғтибарлы, яғымлы әсәй. Ғүмерен именлек хеҙмәтенә бағышлаған йәмәғәте Рәфис Риф улы менән тормоштоң ауырлығын да, шатлығын да бергә үткәреп, ҡулға-ҡул тотоношоп атлайҙар. Балалары ла атай юлынан бара. Улдары Рәсим, юрист һөнәрен үҙләштереп, Стәрлетамаҡта тәфтишсе булып эшләй, ә ҡыҙҙары Ләйсән Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында уҡып йөрөй.
Лилиә Бәкер ҡыҙының һәр йәһәттән уңыуын, бәлки, яҙмыш бүләге тип кенә уйлағандар ҙа барҙыр. Әммә яҙмыш йылмайһын өсөн уның миһырбанлығын яуларлыҡ фиҙакәр хеҙмәт тә, рух көсө лә кәрәк. Ә ундағы ошо күркәм сифаттар тәбиғәттән, шулай уҡ ата-әсәһе тарафынан бала сағында уҡ тәрбиәләнгәндер, моғайын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507