Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған ерҙә табылған бәхет
Тыуған ерҙә табылған бәхет Һөнәрленең ҡулы алтын, ти халыҡ мәҡәле. Йылым ауылында тыуып үҫеп, әле Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Денис Фәхретдинов хаҡында ла тап шулай әйтергә мөмкин. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, оҫтаның ҡулында ҡорал уйнап тора, ағастан һырлап-юнып эшләгән әйберҙәре күҙҙең яуын ала. Ул — бәхетен үҙ төйәгендә булдырған йәш, тырыш ир-егеттәрҙең береһе.
Денис Ғәли улы тәбиғәттең матур ҡосағында урынлашҡан Йылым ауылынан. Тап ошо төбәктә ағастарҙың бөтә төрө үҫә: ҡарағас, ҡарағай, йүкә, имән, ҡайын, ерек... Бала саҡтан ошо ағастарҙан үҙенсә төрлө һындар, артабан юнып әйберҙәр яһарға яратҡан үҫмер, мәктәпте тамам­лағас, белемен Сибай педагогия колледжында дауам итә. Технология бүлегендә уҡыған сту­денттың ағас-һырлау ҡорол­ма­һында йыш булышыуын күргән уҡытыусыһы уға әйберҙәр яһау серҙәрен өйрәтә, төрлөсә кескәй генә йыһаздар эшләп ҡарау мөмкинлеге бирә. Ҡулына диплом алғас, артабан юғары белем эстәү ниәтендә Денис Сибай инс­титутына уҡырға керә. Ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, бер аҙ аҡса эшләп алыу теләге менән Себер тарафтарына юл ала. Шулай ҙа егеттең күңеленә үҙ эшен асыу уйы тынғылыҡ бирмәй. Баймаҡ ҡалаһы янынан ер алып, бәләкәй йорт ултыртып, янына бынамын тигән оҫтахана эшләп ҡуя. Себер­ҙәге аҡсаһына үҙенә кәрәкле станоктар һатып ала. Башҡортос­танда билдәле эш­ҡыуар, “Бай­маҡ” милли-һөнәр­селек үҙәге етәксеһе Вилүр Рәхимғоловта бер аҙ эшләп алыу мөмкинлеге була. Бында ул ҡурай яһау серҙәренә төшөнә. Яңы йорт төҙөүселәргә тышҡы биҙәлешен эшләргә ярҙам итешеп, тәҙрә биҙәктәре яһай.
Туғандары Денистың был хеҙмәтен хуплап ҡына ҡалмай, уға артабан шөғөлләнергә тәҡдим итә. Оҫта ҡуллы егет күңеленә яҡын эшенә тотона. Артабан Интернет аша заманса йыһаз эшләү серҙәре менән ҡыҙыҡһынып, махсус программалар аша үҙ оҫталығын арттыра. Уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом ала.
Алда әйтеүемсә, ағасты ул тыуған яҡтарынан алып килә. Күбеһенсә кем нимә һорай, шуны эшләй. Ҡайһы ваҡыт һандыҡҡа ихтыяж күбәйә, икенсе осраҡта — йорт йыһаздарына. “Ҡурайҙы һораусылар бармы?” тигәнемә оҫта: “Һирәк”, — тип яуапланы. Баҡтиһәң, ситтә йәшәгәндәрҙең милли музыка ҡоралына ҡарата ҡыҙыҡһыныуы көслөрәк. Мәскәүҙә вахта ысулы менән эшләгән танышы, татар дуҫым һорай тип, унан һәр саҡ ҡурай алып китә икән. “Ҡурайҙы эшләү мәшәҡәтле, шуға уның менән һирәк ултырам, әммә заказ биреүсенең теләген яуапһыҙ ҡалдырмайым”, – ти оҫта.
Миҙгелгә ҡарап, заказдар төр­ләнә. Мәҫәлән, яҙ тәҙрә һәм ишек йөҙлөктәренә, беседкаға ихтыяж күбәйһә, көҙөн семәрле һандыҡ­тарға заказ биреүселәр арта. Эшләп өлгөр генә! “Һәр мебелде кешенең теләге буйынса һәм модаға яраҡлаштырып эшләргә тырышам. Хәҙер бит халыҡ заманса йәшәргә, йортон, ихатаһын нисек тә зауыҡлы итергә тырыша. Бигерәк тә аш-һыу, балалар бүлмәһе гарни­турҙары, компьютер, журнал өҫтәлдәре, һандыҡ, шкаф-купе кеүек йыһазды һорау­сылар күп”, — ти Денис Фәхрет­динов.
Бер яҡ ситтәрәк бойоғобораҡ торған һунар саңғыһына күҙем төштө. Уны ла оҫта үҙе яһаған. “Һунарға йөрөргә яратам, таныҡ­лығым да бар, күптән түгел мылтыҡлы ла булдым, шуға күрә үҙемә үлсәп, һунар саңғыһын эшләп алдым. Ҡышын йөрөнөм, оҡшай”, — ти ул.
Әйткәндәй, оҫта үҙ эшен йәйелдереү өсөн бер ниндәй дәүләт ярҙамы алмаған. Барыһы ла — үҙенең аҡсаһына һатып алынған станоктар, мебель эшләү өсөн кәрәк-яраҡ. Һуңғы ваҡытта йорт өсөн баҫҡыс эшләү отошло, хаҡы ла юғары, заказ биреүселәр ҙә байтаҡ, шуға күрә бер үк деталде күпләп сығара торған станок һатып алырға теләк ҙур, ти ул. “Ни өсөн субсидия юлла­майһығыҙ?” тигән һорауыма ул: “Белешкәйнем, бигерәк ҡағыҙ эше күп, әллә күпме документ юлларға кәрәк”, — тип яуапланы. Һаман беҙ рәсми ҡағыҙ тултырыуҙан, документ йыйыуҙан ары китә алмайбыҙ. Күп осраҡта үҙ эшен асырға теләгәндәрҙе тап ошо мәсьәлә туҡтата ла инде.
Бөгөн уңған, оҫта ҡуллы Денис кәләше Мәҙинә менән ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә үҙҙәренең йортон төҙөргә хыяллана. “Өйөм­дө лә заманға ярашлы итеп һа­лып, мебелде лә үҙем эшләйә­сәкмен. Эшеңдән ҡәнәғәтлек ки­се­реү – үҙе бәхет”, – ти ул.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509