Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ниндәй көйһөҙ май булды һуң...
Ниндәй көйһөҙ май булды һуң... Ниһайәт, яҙҙы май байрамында ҡыуандырған ҡояш менән оҙатып ебәрәбеҙ тиһәк тә, булмаҫ, ахыры. Килер көндәрҙә аяҙлы-болотло һауа торошон фаразлай синоптиктар: майҙың икенсе яртыһы тотошлайы менән ямғырлы булмаҡ­сы. Был аҙнаның аҙағында тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Ай аҙағынаса һауа температураһы көндөҙ уртаса 15-17 градус йылы, төндә ярайһы уҡ һалҡын – 5-10 градус кимәлендә һаҡланасаҡ. Баҡса, ер эштәрен башҡарып өлгөрмәгәндәргә һанаулы ғына аяҙлы-болотло көндәрҙә таҙартыуҙы, сәсеүҙе тамамларға мөмкинлек булыр, тип ышанайыҡ.
Быйыл тәбиғәт үткән йылдағы йылы яҙҙың һәм ҡоро килгән йәйҙең үсен алырға булғандыр. Ҡояш бер ҙә генә йылмайырға теләмәй, июнь айында аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, яуым-төшөм күрһәткестәре, йәйҙең башҡа айҙары менән сағыштырғанда, юғары буласаҡ. Июндең тәүге көндәре сағыштырмаса йылы торһа ла, 10-ынан тағы ла ямғырҙар башланасаҡ һәм бындай һауа торошо ай аҙағынаса тотороҡло һаҡланасаҡ, ти синоптиктар. Көндөҙ һауа температураһы плюс 15-20 градус күрһәткестәрендә тирбәлә, ә төндәр сағыштырмаса һалҡынса торасаҡ.
Ҡояшлы көндәр тотош бер айҙан – июль-августа ғына көтөлә, ти синоптиктар. Һауа температураһы плюс 20-23 градусҡаса күтәреләсәк, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Тимәк, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, быйыл йәй ямғырлы киләсәк һәм эҫе селлә июль уртаһына тиклем булмаясаҡ. Көндәрҙең болоҡһоу тороуы изге Рамаҙан айына аяҡ баҫып, ураҙа тотҡан мосолмандар өсөн уңайлы, әлбиттә.
Шулай ҙа көн яманы китер, тиҙәр бит әле. Һәр тыуған яҡты таң үҙенсә матур. Аяҙлы-болотло майға, июндә көтөләсәк ел-ямғырына ла риза булып, маҡсаттарыбыҙҙы, уйҙарыбыҙҙы ыңғай хистәргә, күңелдәребеҙҙе яҡшы кәйефкә көйләйек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509