Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыл батырҙары араһында үҫтем
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бөтә ир-ат илде һаҡларға ашыҡты. Тылда иһә ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға көнө-төнө ал-ял белмәй эшләне. Йылдар үтеү менән уларҙың сафы ла һирәгәйҙе, иҫәндәре һаулыҡҡа туймай интекте.
Әсәйем, Мәнәүәрә Миһранова, Маныштынан өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Түбәнге Төлмәйгә үҙенең ауылдаштары Шәрифә Көлсабаева, Тәнзилә Ғүмәрова, Хәбирә Фәтҡуллина, Сәрбиямал Сәлимова, Рәхилә Миһранова, Мәүлиха Сәлимова, Факиһа Ҡолсобаева, Мәрзиә Фәтҡуллина, Зәбирә Аҡкүбәкова, Сәбилә Ҡолсобаева һәм күрше ауылдарҙан Камила Яҙданова, Сәфәрбикә һәм Мөслимә Билаловалар, Бибиямал һәм Хәбибъямал Асҡаровалар, Сабира һәм Нәбирә Хәсәновалар менән бергә йөрөп эшләне. Улар, мейестә утын яғып, Белорет металлургия комбинатына күмер әҙерләне. Эшкә саҡ ҡына һуңлаһаң да судҡа эләгеүең бар. Бына шундай шарттарҙа эшләне әсәйҙәр, апайҙар һәм тылда “бронь” менән ҡалған атай-олатайҙар. Барыһы ла балалары, туғандары янына ҡараңғы төшөүгә генә арып-талып ҡайтып йығыла торғайны.
Апайымдар тәүҙә әсәйемә ярҙамлашты, ә һуңынан үҙаллы эшләй башланы. Йәш ҡыҙҙарға был эш бик ауыр булған өсөн, ҡайҙалыр урын бушау менән шунда күстеләр, әммә норманы үтәргә кәрәк ине.
Тыл батырҙарының береһе Хөснийыһан Янышева хәҙер унынсы тиҫтәне ҡыуалай. Ул сығышы менән Йәрмәкәй районынан, бында “халыҡ дошманы” тип һөргөнгә ебәрелгән. Ауыр булһа ла, ҡыҙ уҡырға тырышҡан, Урта Төлмәйҙән Белорет педучилищеһына йәйәүләп йөрөгән. Үҙҙәре менән аҙналыҡ аҙыҡ та алып барғандар. Х.Ғ. Янышева – уҡытыусы, аҙаҡтан Инйәр мәктәбенең дөйөм ятағында тәрбиәсе булып эшләй. Тормош иптәше Әсҡәт Даян улы һуғышта булып ҡайтҡас, аҙаҡ инде мәктәптә балаларҙы төрлө һөнәрҙәргә өйрәтә. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Уларҙың береһе — инженер, икенсеһе — уҡытыусы, өсөнсөһө — табип.
Нисек кенә ауыр булмаһын, тылдағылар өсөн ил ҡайғыһы бөтәһенән дә көслө, Ватан именлеге бөтә нәмәнән дә ҡәҙерлерәк булды. Бер кем дә фашистарға ҡол булып, иҙелеп йәшәгеһе килмәне. Һәр кем көсөнән килгәнде эшләргә, Еңеү көнөн яҡынайтырға тырышты. “Ил кисергәнде беҙ ҙә күрҙек”, — ти тыл михнәттәрен үҙ елкәһендә татыған апайҙар, инәйҙәр, ағайҙар, бабайҙар һәм бала-саға.
Мин ана шул инәйҙәр, апайҙар, ағай-бабайҙар араһында йөрөп үҫтем. Уларҙың һыҡтау ҡатыш ҡайғыларын, йөҙҙәренә һирәк-мирәк ҡунған шатлыҡтарын күрҙем. Апайҙарҙың төртмәле таҡмаҡ әйтеп, сабаталары туҙғансы осоп-ҡунып бейеүенә лә шаһитмын. Бала күңелендә мәңге юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы улар.
Ара-тирә Ҡыҙыл Армияның еңеү хәбәрҙәре ишетелеп ҡала. Меңдәрсә ҡорбан булыуы хафаға һала. Һирәк килгән хаттарҙан ирҙәренең исеме сыҡмаҫмы тип борсолдо ҡатын-ҡыҙ. Донъя-фронт хәлдәрен унда-бында килеп киткән кешеләрҙән белдек.
Еңеүҙе көтөп ала алдыҡ. Ниндәй шатлыҡ кисергәнебеҙҙе күрһәгеҙ шул дәүерҙә!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840