Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еңеү килгән йылда – мәктәпкә
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары көндән-көн алыҫлаша, ләкин дәһшәтле осор, яу ҡырҙарындағы ҡан ҡойош, ул килтергән яфалар һис кенә лә хәтерҙән сыҡмай, ас-яланғас йөрөгән саҡтар күҙ алдынан китмәй. Һуғыш миллиондарса совет кешеһе менән бергә бихисап ауылдашымды ла алып китте. Улар араһында – Зыятхан Абдрахманов, Төхвәтулла Арыҫланов, Абдрахман Әүбәкиров, Әйүп Ғәббәсов, Миһран Ғилманов, Мөхәмәтғәле Дәүләтов, Сәфәрғәле Дәүләтов, Мөхәмәтулла Язданов, Исмәғил Ильясов, Ғәйнетдин Ишмөхәмәтов, Сәфәрғәле Мөхәмәтғәлин, Әхтәм Ситдиҡов, Сәфәрғәле Таһиуллин, Һарун Фәтҡуллин һәм башҡалар. Байтағы яраланып ҡайтты.
Һуғыш ялҡыны 1926-1927 йылдарҙа тыуғандарҙы ла урап үтмәне. Маныштынан һуңғылар булып һуғышҡа Мансур Әхмәҙиев, Мәһәҙи Ғәлин, Мырҙагилде Байрамғәлин һәм Исмәғил Ильясовтарҙы оҙаталар. Тәүгеләре иҫән ҡала, ә Исмәғил яу ҡырында башын һала. Батыр үлһә лә, даны үлмәй: уның һуғыштағы батырлығы өсөн миҙалы 1992 йылда уның туғандарына тапшырыла.
Исмәғил Ильясов 1926 йылда Манышты ауылында Кәрим менән Мөхәббәнең ғаиләһендә донъяға килә. Ауыл мәктәбендә башланғыс белемде ала. Әрме сафында 128-се уҡсылар дивизияһының 533-сө полкында хеҙмәт итә. 1945 йылдың 12 февралендә һәләк була. Польшаның Врошлав воеводаһының Вангерин ҡалаһында ерләнә. Әсәһе һәм туғандары уның үлеменә ышанмайынса һаман көттө, ләкин был хәбәр дөрөҫ булып сыҡты.
Мансур Әхмәҙиев 1926 йылда Манышты ауылында Бибиғәйшә менән Юлмөхәмәттең ғаиләһендә донъяға килә. Ауылда башланғыс белемде ала. 1944 йылдың 5 февралендә фронтҡа оҙатыла. Бөйөк Ватан һуғышында 1945 йылдың майынаса, һуғыш тамамланғансы, ҡатнаша. Орден-миҙалдар тағып, тыуған ауылына ҡайта. Инйәр леспромхозына шофер булып эшкә урынлаша. Ауылдашына өйләнеп, ғаиләһе менән Силәбе өлкәһенә күсеп китә. Унда ла шофер булып ал-ял белмәй эшләй. Һәр саҡ алдынғылар сафында була. Йыл һайын әсәһе Бибиғәйшә, һеңлеһе Әсмә янына ҡайтып, ярҙамлашып йөрөй.
Мәһәҙи Ғәлин 1926 йылда Манышты ауылында Ғәле менән Гөлйөҙөмдөң ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы заманына күрә белемле кеше була. Башҡа ауылдаштары кеүек башланғыс белемде ауылда, ә тулы булмағанын Инйәрҙә ала. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Арышпар мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Әрмегә алынғас, Свердловск ҡалаһында танкистар мәктәбен тамамлай. Һуңынан 1-се Белоруссия фронтында үҙйөрөшлө артиллерия полкында танк экипажы командиры булараҡ һуғышта ҡатнаша. Үҙе командалыҡ иткән танк экипажы менән дошманды эҙәрлекләп Польшаға тиклем барып етә. 1945 йылдың 12 апрелендә Берлин йүнәлешендә уның экипажы фашистарҙың ике танкыһын юҡҡа сығара. Ошо батырлығы өсөн Мәһәҙи Ғәли улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Оҙаҡламай Мәһәҙи ҡаты яралана. Польшала алты ай госпиталдә дауалана. Унда ул ауылдашы Мәсәлим Солтанов менән осраша. Мәһәҙи Ғәлин “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” тигән ике миҙал, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм башҡа күп наградалар менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң Мәһәҙи Рязань артиллерия училищеһын, разведка мәктәбен тамамлап, взвод командиры ярҙамсыһы, батарея командиры урынбаҫары, батарея командиры, дивизияның комсомол ойошмаһы секретары, дивизия командиры, бригаданың политбүлек начальнигы ярҙамсыһы вазифаларын башҡара. Мәскәүҙә милиция мәктәбен, Бөтә Союз юридик институтын тамамлап, Мәскәү милиция мәктәбендә күп йылдар уҡытыусы булып эшләй. Мәскәү ҡалаһы эске эштәр идаралығында инспектор вазифаһын да үтәй. Хаҡлы ялға ла ошонан сыға.
Әле запастағы подполковник Мәһәҙи Ғәлин Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Үҙ районында Ветерандар советы ағзаһы вазифаһын башҡара. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә көсөн йәлләмәй. Мәктәптәрҙә булып, уҡыусыларға һуғыш осоро тураһында әңгәмәләр ойоштора. Тыуған яғы Башҡортостанға ла һәр саҡ ҡайтып йөрөй, туғандарында ҡунаҡ булып китә.
Ә Мырҙагилде Байрамғәлин 1926 йылда Маныштыла Хөсниямал менән урман эшсеһе Байрамғәленең ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылында башланғыс белем ала, кесе йәштән атаһына ярҙамға йөрөй. Йәше етер-етмәҫтән үҙаллы эшләй башлай. 1944 йылдың февралендә Байрамғәлингә лә фронтҡа китергә ваҡыт етә. Фашист илбаҫарҙарын еңгәндән һуң япон милитаристарына ҡаршы ла алышырға тура килә уға. Рядовой Мырҙагилде Байрамғәле улы һуғыш тамамланғандан һуң, һуғыш яландарын емерек техниканан, мәйеттәрҙән таҙартыуҙа ҡатнаша һәм шунан һуң ғына, 1950 йылда, тыуған ауылына ҡайта.
Һуғышта күп кенә юғалтыуҙар булһа ла, совет халҡы бөгөлөп төшмәне. Еңеүҙән һуң емереклектәрҙе тәртипкә килтереү өсөн тырышты. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауылдар, ҡалалар, завод-фабрикалар төҙөкләндерелде.
Мин үҙем 1945 йылда мәктәпкә юл тоттом. Еңеү булһа ла, аяҡта – сабата, ә кейем-һалым, яҙыу кәрәк-ярағы юҡ. Һәр нәмәне үҙебеҙ хәстәрләнек. Яҙырға ҡауырһын (перо) тапһаҡ, уны һепертке сыбығына бәйләп алдыҡ. Ҡараны бәшмәктән йәки ҡоромдан яһаныҡ. Дәфтәр-китап юҡ. Яҙышыр өсөн иҫке китапты файҙаландыҡ. Юлдар араһындағы аҡ һыҙыҡ, яҙылмай ҡалған урын беҙгә дәфтәр хеҙмәтен үтәне. Шулай ҙа дүрт-биш йыл эсендә бындай етешһеҙлектәр бөтөрөлөп, халыҡ бер аҙ иркен тын алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840