Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тотҡонда ла көрәшеп булғанлығын аңланым...”
“Тотҡонда ла көрәшеп булғанлығын аңланым...”Вәли БИКТАШЕВ, Дахау концлагеры подпольеһы етәкселәренең береһе, “Мы старше своей смерти” (1966 йылда баҫыла) китабы авторы. Ауырғазы районы Иҫке Төрөмбәт (Дүртөйлө) ауылында хәләл ефете Ғәлиә менән олоғайғансы йәшәйҙәр, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
– 1942 йылдың 27 майында үҙ көсөбөҙ менән ҡамауҙы йырып сығырға ҡушылды. Беҙҙең дивизия, барлыҡ ғәскәргә юл ярып, алдан барырға тейеш ине. Северо-Донецкиға ҡарай юл тоттоҡ. Ут һыҙығы аша ике тәүлектән ашыу барғас, ҡыуаҡлыҡҡа еттек. Эргәләге йылғаны аша сыҡһаҡ, үҙебеҙ­ҙекеләргә лә күп ҡалмаҫ ине, ләкин яҡтырҙы, барыр әмәл юҡ. Шунда ҡаҙынып урын яһарға ла күренмәйенсә төндө көтөргә ҡарар иттек. Тик фашист бомба яуҙырырға тотондо. Ҡыуаҡлыҡтан һөрөлгән ер генә ҡалды. Тере ҡалғандар бер соҡор төбөнә төштөк. Самолеттар геүләүе тынғас, пехота һөжүмгә күсте. Беҙҙе үлеп бөткән тигәндәрҙер инде. Шулай ҙа бер атаканы кире ҡаға алдыҡ. Ҡабат бомбаға тоттолар. Шунда мине ҡапыл ниҙер күтәрҙе лә эҫе нәмә ҡыҫып алды...
Шулай әсирлеккә эләктем. Үҙемдең комиссар икәнде әйтмәҫкә, исемемде Алексей тиергә булдым. Тауар вагонына тейәп, Германия яғына алып киттеләр. Украинала саҡта нисек тә төшөп ҡалырға кәрәк, Польшаға сыҡһаҡ, һуң булыуы бар, тинек. Яңы танышым лейтенант Нестеренко, полк­ташым Николай Ищенко менән вагон башындағы люктан сығырға булдыҡ. Николайҙың сылғауын люк ырғағына бәйләп, аяҡтарҙы алдан сығарып, ошо сылғауға тотоноп, вагондың уң яҡ стенаһындағы планкаға тотонорға кәрәк. Аҙаҡ – ергә һикерергә. Төшөп ҡалдыҡ. Өс көн бер әбей менән бабайҙа йәшеренеп ятҡас, артабан киттек, ләкин беҙҙе урманда бер егет күреп ҡалды ла йәнә тотторҙо...
Икенсе ҡасыуым Рур ҡалаһына барып еткәс булды. Бында ҡорал күпләп етештерелә ине, шуға күрә тимер юл тулы состав. Барыһы ла СССР яғына китә. Хемер ҡалаһы эргәһендәге лагерҙабыҙ. Мин йөк бушатыусы командаға эләктем. Бер мәл ниндәйҙер көс этәрепме, шәп килгән поездың алдынан ғына икенсе яҡҡа һикерҙем дә бер эшелондағы танк аҫтына йәшеренеп яттым. Тик “Дортмунд” станцияһында тағы ҡулға алдылар...
Хәҙер инде мине штрафлагерь көтә ине. Дортмундтан йыраҡ түгел шахтаға ебәрҙеләр. Ундағы 28 шахтаны СС подразделениеһы һаҡлай. Мине Фридрих исемле нимескә беркеттеләр. Ике көндән һуң һөйләшә башланыҡ. Был ваҡытҡа мин дә апаруҡ нимессә һупалай инем. Шуныһына иғтибар иттем: 55 йәштәге был кеше ҡырына башҡалар йыш йыйыла. Баҡһаң, ул коммунист икән. Аҙаҡ миңә ашарға ла килтерә башланылар.
Бер көндө Фридрих бик бойоҡ килде. Гитлер армияһы Сталинградта еңелгәс, ун биш көн бушлай эшләргә ҡушҡандар икән. Был саҡта совет большевиктары берәй зыян ҡылыр ине, тим. Үҙ-ара кәңәшләшкәс, ниместәр генә эшләгән төнгө сменала “стволға” (шахта ауыҙы) паровоз төшөрөргә булдылар. Ул былай эшләнә: стрелкаға килеп еткәндә генә юлды тейешле йүнәлешкә бороп ҡуяһың да паровоз шәп тиҙлектә “клетка”ға оса. Пландарын антифашистар тормошҡа ашырҙы. Тик гестапо эҙгә төшә башланы. Ул миңә табан да алып килә ине. Ниместәр менән әсирҙәр сменаһы алмашынған саҡтан файҙаланып, былар мине ҡотҡарырға булды. Алдан әҙерләнгән костюмды кейҙем дә нимес эшсеһе “номерогын” ингән ерҙә ҡалдырып сыҡтым. Мине оҙатып килгән егет сумка бирҙе. Унда аҙыҡ һәм финка-бысаҡ һалынғайны. Тағы эшелон. Был юлы уларҙы йыш алмаштырам. Поезд станцияға яҡынлашһа, һикереп төшәм. Аҙаҡ икенсеһенә эләгәм. Шулай Польшаны сыҡтым, ләкин бер поляк тотторҙо...
“Тотҡонда ла көрәшеп булғанлығын аңланым...”Мин ниндәй лагерҙан ҡасыуымды әйтмәнем, поездан төшөп ҡалдым, тинем. Аңды юғалтҡан саҡта кемлегемде әйтеп ҡуйырмын, тип тә уйлайым, шулай ҙа түҙҙем. Эс-бауырҙы иҙеп бөттөләр, ете тапҡыр үлтергәнсе тигәндәй туҡмап ташланылар. Язалау ултырғысына ултырттылар. Тырнаҡ араһына энә ҡаҙанылар, ишеккә бармаҡтарҙы ҡыҫып һындырҙылар... Ҡайһы саҡ атһындар өсөн коми­с­сарлығымды ла асып һалғы килде, әммә, үлеү бер ҡасан да һуң түгел, тип үҙемде ныҡ тоторға тырыштым. Һуңынан дөйөм камераға кереттеләр. Бәләкәй генә бүлмәлә ҡырҡлап кеше, “параша” тулған, тиҙәк аға. Бетте һыпырып ырғыталар, һаҫый башлаған ике мәйет ята...
Һуңынан – Дахауҙың филиалы Коттерн концлагеры. Бында яңы завод төҙөлөшөнә эшкә алып баралар. Шунда ҡулға тимер бысҡы эләкте. Уны өс өлөш­кә һындырып, ботинка табаны­ның ҡатлы-ҡатлы йәбештерелгән араһына тығып алып ҡайттыҡ. Өсәү­беҙ. Беҙ лазареттың өҫкө ҡатында инек, ә аҫта – поляк ғаиләләре. Бәҙрәф ҡасыр өсөн бик уңайлы. Шуның тәҙрәһен һаҡ ҡына киҫәбеҙ. Тик рәшәткәне өҙөп үк төшөрмәйбеҙ. Ҡасыр төндә йәрәбә һалдыҡ. Тәүҙә Рященко сығырға тейеш ине, ул китеп 60-ҡа тиклем һанағас – мин, аҙаҡ Гусев. Мәле лә иҫәпле: һаҡсылар алмашынғансы өс-биш минут ваҡыт үтә. Мин барғанда Рященко аяғын тыҡҡан да бау буйлап төшөргә икеләнеп ултыра. Тиҙерәк, тим. Ул төшөп юғалыуы булды, атыу тауышы яңғыраны... Аҙаҡ ни, тағы туҡмалыу­ҙар, бөтә теште ҡойоп бөттөләр. Иртәгәһенә яралы Рященко менән мине Дахауға алып киттеләр...
Һуңынан белеүемсә, 1933–1945 йылдарҙа бында 238 мең 756 тотҡон үлтерелеп яндырылған. Мин эләккән 27-се блок крематорийға “утын” әҙерләй ине, йәғни шунда язалағандан, медицина йә башҡа тәжрибә яһағандан һуң әсирҙәрҙе крематорийға оҙаталар. Миңә нимес антифашистары ярҙам итеп, подполковник Илларион Панков менән таныштырҙылар. “Таныш булайыҡ. Мин дә Башҡортос­тан­да дивизия төҙөшкән кеше бит”, – тине ул. Панков Дахауҙағы антифа­шис­тарҙың йәшерен ойошмаһы етәк­сеһе булып сыҡты. Шул уҡ кистә мине санитар лазаретҡа алып килделәр. Бында урыҫ табибы Федор Врублевский эшләй икән. Ул миңә: “Беҙ һине “үлтерәбеҙ”. Һинең “номер”лы барлыҡ кейемеңде әле генә үлгән кешегә кейҙерәбеҙ. Һиңә – уныҡын. Бынан ары исемең Әнүәр Сынташев түгел (элек ҡасҡандан һуң шул исемде алғайным), ә Александр Крапивный буласаҡ. Эҙ юғалтҡансы лазареттың моргында эшләп торорһоң”, – ти. Бына шунан мин йәшерен ойошма эшендә әүҙем ҡатнаштым, тотҡонда ла фашистарға ҡаршы көрәшеп булғанлығын аңланым.
1945 йылдың 26 апрелендә беҙҙе аппельпласҡа теҙҙеләр. Милләттәргә бүлделәр: урыҫтар айырым, ниместәр, йәһүдтәр, башҡалар айырым. Һуғыш яҡынлашҡаны беленә, ишетелеп тора. Беренсе этапта ун мең кешенән торған колонна ҡуҙғалды. Һәр йөҙ кеше һайын унар автоматсы, икешәр эт йөрөтөүсе һаҡлап бара. Хәле бөткәндәрҙе, яралыларҙы шунда уҡ аталар, ҡасырға маташҡандарҙы эттән талаталар. Түҙер әмәл ҡалмағас, былай яйлап бөтөрәсәктәр, тинек тә һәр биш кешегә берәр конвой бүлештек. “Бей!” тигән команданан һуң ташланырға тейеш­беҙ. Һүҙҙе бөтә колоннаға ебәрҙек. Бына команда яңғыраны – “бей!”
Генерал Вишневский ун кешенән разведка ебәрҙе. Ун кеше араһында мин дә бар инем. Бер ауылға етәрәк биш танк күренде. Ипләберәк ҡараһаҡ, башняларында аҡ йондоҙ төшөрөлгән. Союздаштар! Уларға ҡаршы йүгерҙек. Танктарҙан ҡап-ҡара негрҙар килеп сыҡты. Ҡосаҡлашабыҙ, илашабыҙ...

(Һөйләшеү 1998 йылдың апрелендә яҙып алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840