Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Олатайҙар батырлығына лайыҡ булайыҡ
Олатайҙар батырлығына лайыҡ булайыҡ“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш үтте. Мәҙәниәт һарайының фойеһында республиканың Милли музей хеҙмәткәрҙәре ойошторған бай күргәҙмә ғәрәсәтле йылдар, бөгөнгө тантананың ни тиклем ҙур юғалтыу, ҡорбан, ҡаһарманлыҡ аша бирелеүе хаҡында һөйләй. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы, уның етәксеһе, легендар батырыбыҙ Шайморатовтың Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ҡытай телен өйрәнгән һүҙлеге... Йәнә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең шәхси әйберҙәре… Музейға күптән түгел Рәсәйҙең Үҙәк архивынан үтә ҡиммәтле ҡомартҡыларҙың тапшырылыуы уның фондын тағы байытҡан.
Бер урында һалдат кәрәк-яраҡ­тары, каскалар, төрлө ҡорал өлгө­ләре урын алған. Ике яҡтан да үтәнән-үтә тишелгән каска Ленинград өлкәһендә табылған. “Тере хәтер” эҙәрмәндәр ойошмаһы илебеҙ азат­лығы өсөн баш һалғандарҙы асыҡ­лау, улар тураһындағы мәғ­лүмәтте йәш быуынға еткереү йәһәтенән ҙур эш алып бара.
Тантанаға олатайҙары менән балалар ҙа килгән. Ана, бер малай һәр әйберҙе тотоп-тотоп ҡарай, аяҡ кейеменә оҡшаған кескәй генә быяла һауыттың нимә булыуы менән ҡыҙыҡһына.
– Ҡара һауыты, улым. Һуғышта ошоға шыйыҡса һалып, ҡауырһынды шуға манып, хат яҙа торғайныҡ, – тип яуапланы олатаһы уға.
Ветерандарҙы ҡотларға республика Башлығы Рөстәм Хәмитов килгәйне:
Олатайҙар батырлығына лайыҡ булайыҡ– 9 Май – барлыҡ Рәсәй халҡы өсөн милли берҙәмлек һәм ғорурлыҡ көнө, – тине ул. – Ул беҙҙе олатай­ҙарыбыҙҙың һәм атайҙары­быҙҙың батырлығына, ныҡлығына лайыҡлы булырға саҡыра. Бөтә донъя, ил, беҙҙең ты­ныс­лыҡ өсөн йәнен аяма­ған хөрмәтле ветерандар, һеҙгә барлыҡ Башҡортостан халҡы исе­менән тәрән рәхмәтемде белдерәм.
Рөстәм Зәки улы был йылдарҙа Башҡорт­останда төҙөлгән хәрби час­тар, берләшмә­ләрҙең Мәскәү янында, Ленинград, Сталинград йүнәле­шендә, Курск дуғаһында һәм Днепр­ҙа, Белоруссияны, Балтик буйы, Европа илдәрен дошмандан азат итеүҙә ҡаһарманлыҡ күрһәткәнен хәтергә төшөрҙө. Яу яланында һәр икенсе һалдат башын һалған.
Тарихты оноторға ярамай. Әйт­кәндәй, Баш­ҡортостан илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, йәмәғәтселек эштәре һәм ирекмән берекмә­ләре күләме буйынса илдә иң алдынғы төбәк­тәрҙән иҫәпләнә. Шулай ҙа был йәһәттән республика Башлығы әүҙемерәк булырға, шулай уҡ ветерандар, ирекмәндәр отрядтарына, һуғыш булған урындарҙа, архивтарҙа эҙләнеү эше алып барған кешеләргә аныҡ ярҙам итергә саҡырҙы.
Тантана сәнғәт эшмәкәрҙәренең сағыу концерты менән тамамланды.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518