Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын ҡуллы хирург, баҡсасы һәм… шағир
Алтын ҡуллы хирург, баҡсасы һәм… шағир– Мәктәптә уҡып йөрөгәндә һеңлемдең аяғының быуыны сыҡты. Һыҙлауына түҙә алмай илай. Ул саҡта ауылда билдәле имсе Тайып бабай бар ине. Уға кем менән, нисек барғанды аныҡ ҡына хәтерләмәһәм дә, аяғын бер аҙ һыпырып, ыуып алғандан һуң, һеңлемдең илауынан туҡтап, аҙаҡтан әкрен генә үҙ аяғы менән атлап ҡайтҡанын асыҡ иҫләйем. Икенсе көнөнә инде һин дә мин йүгереп уйнап йөрөй ине. Ана шул саҡта уҡ миндә Тайып бабай кеүек кешеләрҙең хәлен еңеләйткән табип булырға ине тигән хыял бөрөләнде шикелле. Атайымдың 45 йәшендә генә яҡты донъянан китеүе йәнә уйға һалды. Яҡшы табип-хирург булһа, ул үлмәҫ ине тип уйлай торғайным. Мәктәптә һәр саҡ “хирург булырға теләйем” тип инша яҙҙым…
Тырыштар, ныҡышмалдар ғына маҡсатына өлгәшә, хыялын тормошҡа ашыра ала. 45 йыл ғүмерен кешеләрҙең ғүмерен һаҡлауға, уны оҙайтыуға арнаған Винер Йәһүҙә улы Ишмөхәмәтов – тап шундайҙарҙан.

Үтәк урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлаған Винер бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында документтарын медицина институтына тапшыра. Конкурс бик ҙур. Миҙалсы булараҡ, бер фәндән, йәғни физиканан ғына, имтихан тапшыра Винер һәм “Дауалау эше” факультеты студенты булып китә.
Көсөргәнешле, шул уҡ ваҡытта күңелле һәм дәртле студент йылдары бер-бер артлы артта ҡалып, интернатура үтер ваҡыт етә. Был ваҡытҡа инде Винер ғаиләле булырға ла өлгөрә: бишенсе курста бергә уҡыған Краснокама ҡыҙы Сәлимә менән ғаилә ҡора. Ҡыҙҙары Светлана донъяға килә.
– Ҡайҙа яҡшы хирург бар, шунда ебәрегеҙ, тип һорағас, мине үҙебеҙҙең район үҙәге Красноусолға Рәшит Монасипов ҡарамағына ебәрҙеләр, – тип ул йылдарҙы иҫкә ала Винер Йәһүҙә улы. – Дүртенсе курсты тамамлағас, район дауаханаһында медбрат булып эшләп алғайным. Шул саҡта уҡ ҡулыма скальпель тоттороп, һуҡыр эсәккә операция эшләткәйне. Бик күп нәмәгә өйрәндем унан, шуға ла Рәшит Мәжит улына рәхмәтем сикһеҙ.
Артабан Винер Йәһүҙә улы Өфөлә травматология, ә уның йәмәғәте, терапевт һөнәрен үҙләштергән Сәлимә Ғаян ҡыҙы кардиология буйынса махсус курс үтә. Институтты уңышлы тамамлап, ҡулдарына диплом алған йәш табиптарҙы 1972 йылда йүнәлтмә буйынса Дыуан районының Мәсәғүт дауаханаһына эшкә ебәрәләр.
– Килеү менән өс йыл буйы отпускыһыҙ эшләгән хирург ялға китте. Шулай итеп, тәүге көндәрҙән үҙаллы эшләй башланым. Операция бүлегенә инеп, ҡулыма скальпель алған һайын иң башта Рәшит Мәжит улының кәңәштәрен иҫкә төшөрә инем. Ул саҡта әлегеләй телефон юҡ ине бит, хат аша кәңәш һораған саҡтар ҙа булды, – ти Винер Йәһүҙә улы.
Алты йылдан ашыу эшләй Ишмөхәмәтовтар Мәсәғүттә. Был ваҡытҡа инде улар, үҙ эштәрен төплө белгән һәйбәт табип булараҡ, танылыу яулап өлгөрә. Винер Йәһүҙә улы райондың баш табибы урынбаҫары, хирургия бүлеге мөдире була. Шулай ҙа тыуған яҡ үҙенә нығыраҡ тарта – 1979 йылда Стәрлетамаҡҡа ҡайтырға ҡарар итәләр. Был йылдар арауығында ҙур тәжрибә туп­лап, иҫәпһеҙ-һанһыҙ төрлө ҡатмарлы операциялар үткәргән хирургты ҡуш ҡуллап “СК” заводы дауаханаһына эшкә алалар. 1990 йылға тиклем ортопедия-травматология бүлеге мөдире була ул.
Һаулыҡ һағы ул шундай тармаҡ, һәр ваҡыт белемде камиллаштырыуҙы, үҙ өҫтөңдә даими эшләүҙе талап итә. Медицина алға киткән һайын заманса технологияларҙы, дауалауҙың яңы алымдарын үҙләштерергә кәрәк. Винер Йәһүҙә улы – тап ана шундай заман менән бер ҡатарҙан атлаған табип. Травматология-ортопедия буйынса Ҡазан, Харьков, Минск, Ҡурған, Мәскәүҙә махсус курстар үтә, яңы технологиялар, алымдар менән эшләгән коллегаларының эш тәжрибәһен өйрәнә. Йәне ҡыл өҫтөндә булған кешене аяҡҡа баҫтырған алтын ҡуллы хирург тигән даны әллә ҡайҙарға тарала.
1990 йылда Стәрлетамаҡтағы “Машзавод”тың яңы төҙөлгән дауаханаһында травматология бүлеге асырға кәрәк булғас, тап уны эшкә саҡыралар. Сирек быуат ғүмерен ошо дауаханала үткәреп, травматология бүлеге мөдире, баш табиптың хирургия буйынса урынбаҫары була. 13 йыл үҙе лә баш табип булып эшләй. Был йылдарҙа дауахананың матди-техник базаһы байытыла. 100 урынлыҡ бала табыу йорто, аҙыҡ блогы, хужалыҡ корпусы һ.б. ярҙамсы биналар төҙөлә. Дауахана тулыһынса заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла.
Кешенең булмышы Хоҙайҙан, ти ололар. Винер Йәһүҙә улына ла табиплыҡ, хәле ҡыл өҫтөндә булған кешенең ғүмерен оҙайтыу, уны аяҡҡа баҫтырыу Күктәрҙән бирелгән ҡөҙрәттер. Хаҡлы ялға сығыр ваҡыт еткәс тә яратҡан эшенән айырылмай ул. 63 йәшен тултырғас, баш табиплыҡ вазифаһынан баш тартып, операция бүлеге мөдире булып күсә һәм әле лә эшләүен дауам итә. Ул килеү менән был бүлек тә ҙур үҙгәрештәр кисерә, хирургик, травматологик һәм гинекологик ауырыуҙар өсөн генә түгел, хәл өҫтөндәге сирлеләргә ашығыс ярҙам өсөн айырым операция бүлмәләре асылған, һәр береһендә табиптарға эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, заманса медицина ҡорамалдары алынған. Винер Йәһүҙә улы етәкселек иткән операция блогында йылына алты меңдән ашыу төрлө ҡатмарлыҡтағы ауыр операциялар яһала. (Был юлдарҙы мин Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө ҡала дауаха­наһының баш табибы Ришат Абдуллиндың Винер Ишмөхәмәтовҡа биргән характеристикаһынан алдым). Иң мөһиме – улар уңышлы булып, күпме сирленең ғүмере һаҡланып ҡала.
– Теге йәки был операцияның уңышы хирургтың оҫталығынан бигерәк, сирлегә диагноздың ваҡытында һәм дөрөҫ ҡуйылыуына бәйле. Артабан инде – сирленең кәйефе, һауығырына ышанысына, – ти Винер Йәһүҙә улы. – Кешене өмөт, ышаныс йәшәтә бит. Ниндәй ҙә булһа операция алдынан ауырыу менән һөйләшәм, уның күңел торошон белешәм. Бына, мәҫәлән, палатала ике ҡатын ята, береһе 80-де үткән, икенсеһенә ни бары 60 йәш. Тәүгеһе онотолоп китеп мөхәббәт тураһында роман уҡый, икенсеһе бер туҡтауһыҙ сире хаҡында һөйләй, зарланыуҙан туҡтамай. Мөхәббәт хаҡында китап уҡығаны, әлбиттә, тиҙерәк һауығасаҡ, сөнки ул шуға ышана, өмөт итә, ә бына икенсеһен аяҡҡа баҫтырғансы байтаҡ көс түгергә кәрәк буласаҡ. Ундайҙарҙа башта һауығырына ышаныс уятырға кәрәк. Һөйләшеү-аңлашыуҙы ошондайыраҡ юҫыҡта башлайым: беҙ өсәүбеҙ – һин, һинең сирең һәм мин. Һин һәм мин, йәғни һине дауалаған табип, сиргә ҡаршы көрәшәбеҙ. Әгәр һин үҙең йомшаҡлыҡ күрһәтеп, сиргә бирешәһең икән, минең һеҙҙең икегеҙгә ҡаршы тора алыуым икеле. Ә инде һин үҙең дә сирҙе еңергә теләһәң, һауығырыңа ышанһаң, өҫтөнлөк беҙҙең яҡта буласаҡ. Беҙ бергәләп сирҙе мотлаҡ еңәсәкбеҙ һәм һин аяғыңа баҫасаҡһың. Шуның өсөн төшөнкөлөккә бирелмә, сирҙе еңеп, һауығырыңа, минең һинең ғүмереңде оҙайтырға теләүемә ышан, тим. Ярҙам итә. Операция өҫтәленә өмөт, ышаныс менән ятҡан сирлеләр, ысынлап та, тиҙерәк һауыға.
Винер Йәһүҙә улының ихлас итеп һөйләшеүенән үк уның үҙ эшенә бирелгәнлеге, һөнәрен яратыуы ярылып ята. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен дә йылылыҡ, ихтирам менән телгә ала ул.
Винер Йәһүҙә улы мөғжизәләр тыуҙырған алтын ҡуллы хирург ҡына түгел, ысын баҡсасы ла булып сыҡты. “Икенсе Мичурин инде ул”, – тиҙәр уның хаҡында туғандары, таныштары. Эштән буш ваҡытын, ялын тотош ғаиләһе менән Үтәк ауылындағы йортонда – хужалығында үткәрергә ярата икән. Зәңгәр шыршылар менән уратып алынған был ихатала ниндәй генә ағас үҫмәй: төрлө сортлы алмағас, груша, слива, виноградтан тыш, туя ағасы, барбарис, Маньчжурия сәтләүеге лә бар. Был баҡсаны үҙенсәлекле тәжрибә участкаһы тип әйтергә лә була: онталған һөйәктәрҙе ялғап, кеше ғүмерен оҙайтҡан шикелле, ағастарға ла икенсе йән өрә ул. Сирле, ҡартайғандарына башҡа сортлы ботаҡтарҙы ялғап, уларҙың да ғүмерен оҙайта. Бында ағастың бер ботағында иртә, икенсеһендә һуңыраҡ өлгөргән грушаларҙы, алмаларҙы, сливаларҙы, хатта бер ағаста үҫкән груша менән алманы ла күрергә була. Был тәңгәлдә Сәлимә Ғаян ҡыҙы ла ҡалышмай: күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр, түтәлдәрҙә гөрләп үҫкән йәшелсәләр – уның хеҙмәт емеше. Әйткәндәй, Сәлимә Ғаян ҡыҙы ла – дүрт тиҫтә йыл кешеләр һаулығы һағында торған яҡшы табип. Оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡтағы “Төҙөүсе” шифахана-профилакторийында баш табип булып эшләгән ханым бөгөн сирлеләрҙе энә менән дауалай.
– Төп эшегеҙгә лә, ошо тиклем баҡсаны тәрбиәләргә лә, өҫтәүенә төрлө тәжрибә үткәрергә нисек өлгөрәһегеҙ? – тип ҡыҙыҡһынам Винер Йәһүҙә улынан.
– Баҡсамда мин, киреһенсә, ял итәм, көс-ҡеүәт алам. Бындағы мәшәҡәттәрҙе эш тип иҫәпләмәйем, күңелгә, булмышыма ләззәт, кинәнес биргән яратҡан шөғөлөм бит ул. Тәпәй баҫҡан тыуған ер, туған тупраҡ көс-ҡеүәт бирә тигәндәре бик дөрөҫ. Бында ҡайтып, баҡсалағы эштәр менән булышһам, йөрәккә дәрт, беләккә көс өҫтәлеп, зиһен яҡтырып киткәндәй була. Сәлимә апайығыҙ кеүек ҡатын менән бөтәһенә лә өлгөрөргә була, – ти ул.
Табиптарҙы, бигерәк тә хирургтарҙы, ғәҙәттә, эске кисерештәрен тышҡа сығарып бармаған, әҙ һүҙле, йомоғораҡ кеше тип күҙаллай инем. Ә бы­на Винер Йәһүҙә улы менән аралашҡас, был уйым бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ихлас, алсаҡ, ябай булыу өҫтөнә бик хисле, шиғри күңелле кеше ул. Шиғри күңелле тип әйтеүем дә юҡтан түгел: йәшәйешебеҙ, тыуған ауыл, мөхәббәт тураһында тәрән мәғәнәле, хисле шиғырҙар ҙа ижад итә. Кеше ғүмере һағында торған табиптарға, операция блогы шәфҡәт туташтарына арнаған шиғырҙары ла бихисап. Сәлимә апай хөрмәтенә яҙылғандары ла байтаҡ ҡына.
Бөтә ғүмерен кеше ғүмерен һаҡлауға һәм оҙайтыуға арнаған Рәсәйҙең, республиканың атҡаҙанған, юғары категориялы табибы, мөғжи­зәләр тыуҙырған алтын ҡуллы хирург Винер Йәһүҙә улы – һөйөклө атай һәм олатай ҙа. Ҡыҙҙары Светлана Винер ҡыҙы – БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалында рус теле кафедраһы мөдире. Ә ейәнсәрҙәре, урта мәктәпте уңышлы тамамлап, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан.
– Йәшлегегеҙгә кире ҡайтып, бөтәһен дә яңынан башлау мөмкинлеге булһа, тормошоғоҙҙо үҙгәртер инегеҙме? Ғөмүмән, үҙ-үҙегеҙҙән ҡәнәғәтһегеҙме? – тип һорайым Винер Йәһүҙә улынан.
– Мөғжизә булып, ғүмер ҡуласаһын кирегә биш тапҡыр әйләндерһәләр ҙә, әлеге юлды һайлар инем. Бар булмышымды арнаған яратҡан эшем, күңел биреп башҡарған шөғөлөм, терәк-таяныс булырлыҡ парым, бәхет утрауым – ғаиләм, балаларым, миңә ышанған, мине ихтирам иткән кешеләр, дуҫтарым бар. Шуның менән бәхетлемен. Миңә башҡа бер нимә лә кәрәкмәй, – ти ул.
Бындай һүҙҙе, ысынлап та, яҙмышынан уңған, тормошонан ҡәнәғәт кеше генә әйтә алалыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518