Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙең дә сүпләмә, башҡаларҙы ла тый
Үҙең дә сүпләмә, башҡаларҙы ла тый Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙала­ныу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты көньяҡ-көнсығыш райондарҙың төп экологик мәсьәләләрен хәл итеү юлдары менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнә. Комитеттың төп маҡсаты – урындарҙа экологик хәл-торошто яҡшыртыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәттән файҙаланыу һәм халыҡта экологик мәҙәнилекте күтәреү. Быйыл Рәсәйҙә “Экология йылы”, ә республикабыҙҙа “Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы” тип иғлан ителгәс, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ниндәй эш башҡарылыуы, төбәккә хас экологик проблемаларҙы асыҡлау маҡсатында Сибай территориаль комитеты рәйесе Гөлнара НОҒОМАНОВАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Гөлнара Фазылйән ҡыҙы, һеҙ етәкселек иткән бүлектең эше тура­һын­да бер кәлимә һүҙ...
– Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай филиалына ҡарайбыҙ. Беҙҙең ҡарамаҡҡа Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары инә. Комитетта юғары квалификациялы туғыҙ белгес эшләй. Хеҙмәтебеҙ күпселек осраҡта төрлө рейдтарға бәйле, шуға күрә командировкаларҙа йыш булабыҙ.
– Йылдан-йыл тәбиғәтте һаҡлау, уны тәләф­ләмәй киләсәк быуынға еткереү, эсәр һыуы­быҙ, һулар һауабыҙ таҙа булһын өсөн төрлө саралар күрелә. Быйыл планда ҡаралған иң мөһимдәренән тәү нәүбәттә ниндәйҙәрҙе атар инегеҙ?
– Халыҡта экологик аң кимәлен күтәреү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, тирә-яғыбыҙҙың үҙенсә­лекле тәбиғәт байлығын һаҡлау, ҡурсалау һәм арттырыу. Әгәр ҙә кешелә бала саҡтан тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнмәһә, заман талаптарына яуап биргән бер ниндәй технология ла экологик проблемаларҙы хәл итә алмаясаҡ. Ябай ғына ҡағиҙәне һәр кем иҫтә тотһон ине: таҙартҡан ерҙә түгел, бысратмаған ерҙә таҙа.
– Һәр райондың үҙенә генә хас экологик проблемалары барҙыр. Уларға ҡыҫҡаса туҡталып киткәндә, нимәләр әйтергә була?
– Ысынлап та, шулай. Барыһын да бер епкә теҙеү дөрөҫ тә булмаҫ ине. Мәҫәлән, Сибай һәм Хәйбулла районында сәнәғәт предприятиелары үҫеш алһа, Баймаҡ районы аграр төбәккә ҡарай. Әммә элек-электән Баймаҡ ере файҙалы ҡаҙыл­маларға бай булыуын да оноторға ярамай. Бөгөн район иҡтисады алтын эшкәртеүҙән файҙа күрмәһә лә, ҡасандыр карьерҙа ҡалған руда ятҡылыҡта­рынан, асылған тау өйөмдәренән килгән зыян ҙур. Шуларҙың береһенә Семенов алтын йыуыу фабри­каһын индерергә була. Фабриканың эшмәкәрлеге Советтар Союзы осорона тура килһә лә, эҙемтәләре әле булһа тәбиғәткә һәм кешелеккә ҙур хәүеф менән янай. Был проблема ла әле хәл ителә.
Һуңғы йылдарҙа Темәс биләмәһенә ҡараған урындарҙа файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу арта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, лицензия нигеҙендә рәсми рөхсәт алып эш иткәндәр менән бер рәттән рөхсәтһеҙ таш сығарғандар көндән-көн күбәйә. Законһыҙ эшләгәндәр арҡаһында урман фондында күпләп карьерҙар барлыҡҡа килә, тәбиғәткә зыян килтерелә. Темәс биләмәһендә генә бөгөн 31 лицензия алынған, әммә уларҙың күбеһе ҡайҙалыр ситтә теркәү үткән, хужаларын бер кем дә күргәне юҡ. Районға һалымдың кереүе тураһында һүҙ ҡуҙғатып та булмай, икенсенән, таш сығарыуға рөхсәте булған ойошмаларҙа производство контроле юҡ, хеҙмәт мөнәсәбәттәре боҙола. Кемделер яллап, уға эш хаҡы түләнмәгән осраҡтар ҙа бар. Шулай уҡ бер үк кешеләр һәм бер үк техника бер нисә карьерҙа эшләй, юридик берәмектәр ҙә һалымды еткерә түләүҙән ҡаса. Быныһы, әлбиттә, беҙгә ҡағылмай, әммә “ҡара ер йыртыусы­лар”ҙың эшмәкәрлегенән райондың минераль сеймал базаһы, ер аҫтын файҙаланыу торошо зыян күрә.
Тау сәнәғәте булған урында һулар һауабыҙға зыян килтерерлек мәсьәләләргә йыш юлығырға тура килә. Предприятие­ларҙың һауаға углерод оксиды менән көкөрт диоксидын саманан күп ташлауы күҙәтелә. Былтыр Хәйбулла районының Таналыҡ йылғаһында балыҡтарҙың күпләп үлеүе хаҡында хәбәр алғас та, рейдҡа сыҡтыҡ. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, уларҙың тонсоғоуы асыҡланды.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: тирә-яҡ мөхиткә ҡарата һаҡсыл ҡараш етәкселәрҙән дә тора. Мәҫәлән, Йылайыр һәм Ейәнсура район хакимиәте башлыҡ­тарын был тәңгәлдә өлгө итеп ҡуйыр инем. Улар тәбиғәтте һаҡлауға, ҡурсалауға ҙур өлөш индерә, предприятие, ойошма етәкселәренән дә шуны талап итә. Йылайыр урмансылыҡ тармағы үҫеш алған төбәк булараҡ билдәле. Бында оҙаҡ йылдар ағас эшкәртеүҙә экологик проблемалар буйынса байтаҡ хилафлыҡҡа юл ҡуйылды, һөҙөмтәлә ағас ҡалдыҡтары яндырылыуы арҡаһында һауаға зыян килде, тирә-яҡ мөхит бысранды. 2014 йылда ағас ҡалдыҡтарын эшкәртеү башланғас, был мәсьәлә тулыһынса хәл ителде. Ейәнсура районы, ауыл хужалығы тармағын үҫтереү менән бер рәттән, туризмға ла өҫтөнлөк бирә. Ҡайҙа туристар – унда сүп-сар. Шунлыҡтан был тәңгәлдә район хакимиәте тарафынан шаҡтай ҙур эш башҡарыла. Йыл һайын йылға, күл буйҙары таҙартыла, сүп-сар сығарыла, ял урындарына махсус урналар ултыртыла. Һәр өмәлә хакимиәт башлығы үҙе шәхсән ҡатнаша, төрлө акциялар ойошторола.
– Акциялар тигәндәй, быйыл тәбиғәтте яҡлау, һаҡлау һәм ҡурсалау буйынса ниндәй акциялар үтәсәк?
– Билдәле булыуынса, экологик өмәләр башланды. Һыу буйҙарын бөгөндән үк сүп-сарҙан таҙартыу кәрәк. Урал аръяғы башҡорттары ҡоролтайы һәм Сибай ҡалаһының “Атайсал” гәзите редакцияһы менән берлектә “Таҙа Һаҡмар” акцияһы иғлан ителде. Уның сиктәрендә Һаҡмар йылғаһы баш алған урындан, йәғни Әбйәлил районы Әхмәт ауылынан старт алынып, эстафета йылға буйында урынлашҡан ауыл биләмәләренә тапшырыласаҡ. Билдәле булыуынса, Һаҡмар – Көньяҡ Уралдағы йылға, ул Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһе аша ағып, Яйыҡҡа ҡушыла. Акцияны дәррәү күтәреп алырҙар тигән ышаныста ҡалам. Шулай уҡ һәр райондың үҙенең тәғәйен эш пландарына ярашлы, үҙҙәре ҡабул иткән акциялар бар. Иң мөһиме – уларҙың барыһы ла тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм яҡлауға ҡоролған.
– Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл һайын республикала 37 тонна сәнәғәт ҡалдығы барлыҡҡа килә. Ә көнкүреш ҡалдыҡтары йән башына көн һайын 1,3-1,5 кубометр иҫәпләнә. Был һанды тотош республикала йәшәгәндәр һанына ҡабатлағанда, сәстәр үрә торорлоҡ. Ҡалдыҡтар йылдар, хатта быуаттар буйына тарҡалмай: ҡағыҙ ярты йылдан алып ике йылға тиклем, консерва банкаһы – 90 йыл, полиэтилен пакет биш йылдан алып ике быуатҡаса, пластик һауыт – дүрт быуат буйына, быяла мең йылдан алып миллион йылға тиклем тарҡалмай ятырға мөмкин. Сүп-сар һәм көнкүреш ҡалдыҡтары проблемаһы ҡасан хәл ителер икән?
– Уларҙы һәр урында осратырға мөмкин. Кемдер махсус урынлаштырыл­ған сүп-сар түгеү урынына алып барып еткермәй, икенселәре юлда машина тәҙрәһенән ташлай йәки урман-күл буйҙарында ҡалдыра. Был – беҙҙең иң ауыр һәм хәл итеп өлгөрә алмаған проблемаларҙың береһе. Әгәр ҙә ғәйепле табылһа, уға штраф һалына.
Сүп-сар һәм көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында тәртип булмай тороп, алға китеш булмаясаҡ. Ауыл биләмәләрендә рөхсәтһеҙ сүплектәр барлыҡҡа килә, уларҙы яҙҙан таҙартыу ҡаралмай, шунлыҡтан сүп-сар йәйелеп ята, пакет, ҡағыҙҙар осоп тарала, шунда ауыл малы йөрөй, бала-саға уйнай. Кешелектең һаулығы йылдан-йыл ҡаҡшай, тип яр һалабыҙ, ә үҙебеҙ ябай ғына ҡағиҙәләрҙе хәл итеүҙән ҡасабыҙ. Киләсәктә сүп-сарҙы ҡыйлыҡтарға сығарып түгеү, яндырыу урынына икенсе сеймал етештереү маҡсатында уларҙы артабан эшкәртеү өсөн яңы технологиялар индереү – заман талабы.
– Гәзит уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ...
– 2013 йылда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы иғлан ителгәйне, быйыл Рәсәйҙә – “Экология йылы”, ә республикабыҙҙа – “Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы”. Был юҡҡа түгел, тимәк, беҙҙе йәшәткән, ашатҡан тәбиғәтебеҙгә һәр кешенең иғтибары һәм ихтирамы талап ителә. Уны яратырға, бысратмаҫҡа, һаҡларға кәрәк. Эсәр һыуыңа төкөрмә, ти халыҡ та. Әйҙәгеҙ, һыуҙары­быҙҙы, урмандарыбыҙҙы, еребеҙҙе киләсәк быуынға ҡалдырыу өсөн һәр кем үҙенең кескәй генә өлөшөн индерһен, үҙе сүпләгән ерҙе үҙе таҙартырға өйрәнһен, хозур тирә-яғыбыҙға бер аҙға ғына күҙ һирпеп, уның ни тиклем матур булыуына инанһын, шул сағында уны ҡәҙерләй, тоя һәм ҡурсалай алыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518