Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ һанында хаҡлыҡ бар
Рәсәйҙе картала ҡараһаң, көнсығыш өлөшөндә ҡоро ер сигенең яртыһы тиерлек Амур йылғаһы буйлап үтеүен күрербеҙ. Ошо йылғанан төньяҡта, йәғни Себерҙә, 20 миллиондан ашыу кеше йәшәһә, көньяҡта бер миллиард ярым кеше көн иткән ерҙәр башлана – ул, нигеҙҙә, Ҡытай дәүләте. Йылға аша ғына, ә ниндәй ҙур айырма... Халыҡ һаны, уның урынлашыу тығыҙлығы, күсенеп йөрөүе барлыҡ илдәрҙең тышҡы һәм эске сәйәсәтенә торған һайын нығыраҡ йоғонто яһай.
Быйыл 1 ғинуарға Рәсәй халҡы 146 миллион 838 мең кеше тәшкил итте, ә бит һигеҙ йыл элек кенә был күрһәткес 141 миллион 900 мең ине. Һуңғы осорҙа илебеҙ йыл һайын ярты миллиондан алып бер мил­лионға саҡлы кешегә кәмей барҙы. Ғәҙәттән тыш хәлде сағылдырған был насар күрһәткес буйынса Рәсәй оҙаҡ ҡына донъяла беренсе урында килде. Ниһайәт, 2013 йылдан алып тыуым арта, ә үлем кәмей башланы, илебеҙ халҡы 1991 йылдан алып тәүге тапҡыр аҡрынлап артыуға табан китте.
Башҡортостанда ла тәбиғи артым күҙәтелә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Хөкүмәттең 2016 йылға отчеты буйынса күптән түгелге сығышында әйтелгәнсә, тиҙҙән тыуымды арттырыу һәм үлемде кәме­теүҙе маҡсат итеп ҡуйған комплекслы план ҡабул ителәсәк. Тимәк, демографик сәйәсәт юҡҡа ғына үткәрел­мәй, яҡын киләсәктә ул үҙенең ыңғай һөҙөмтәһен күрһәтер тип өмөтлә­нәйек.
Демографик хәлдең насарайыуы ниндәй кире эҙемтәләргә килтерергә мөмкин? Мәскәүҙәге Ғилми сәйәси фекер һәм идеология үҙәге уларҙы түбәндәге шарттарҙа күрә.
Беренсенән, хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙең кәмеүе һәм бер үк ваҡытта пенсионерҙар менән бала-сағаның артыуы демографик көсөргәнешлекте көсәйтә. Һуңғы тиҫтә йылда белгестәр “демографик дивиденд” тигән күренештең барлыҡҡа килеүен билдәләне: халыҡтың дөйөм һаны кәмеү менән бергә, уның хеҙмәт йәшендәгеләр өлөшө арта төшкән. Ләкин, улар үҙҙәре аңлатыуынса, был – ваҡытлы күренеш, сөнки дөйөм һан артынан хеҙмәткә һәләтлеләр күләме лә кәмей башлаясаҡ.
Икенсенән, бала тыуҙырырға һәләтле халыҡ өлөшөнөң кәмеүе тыуымды, никахтар һанын да аҙайтасаҡ, ә был инде демографияны тамам көрсөккә килтереп терәй.
Өсөнсөнән, эшсе көскә ҡытлыҡ та артасаҡ. Уға яраҡлашыу механизмын белгестәр көнэлгәре әҙер­ләргә тәҡдим итә.
Дүртенсенән, башҡа илдәрҙән миграция ағымының арта барыуы һөҙөмтәһендә илдең үҙ халҡының өлөшө кәмей, Рәсәй цивилизация­һының киләсәге хәүеф аҫтына ҡуйылыуы ихтимал.
Бишенсенән, йәштәрҙең өлөшө аҙайыуы һөнәри белем биреүҙә, артабан хеҙмәт ресурстары туплауҙа проблемалар тыуҙырасаҡ, илдең һөнәри һәм интеллектуаль ҡеүәтен яңыртып тороуҙы ҡатмарлашты­расаҡ.
Алтынсынан, Көнбайышҡа эйә­реп, Рәсәйҙә лә ювеналь юстиция, мәктәптә гендер мәғарифы проекттарын тормошҡа ашырыу беҙҙең илдәге традицион ғаилә моделен емерәсәк, был да үҙ сиратында демографик көрсөктө тәрәнәйтәсәк.
Етенсенән, мәктәптә һәм ғаиләлә балалар һанының үтә аҙ булыуын күреп үҫкән быуындың аңында ошондай шарттар тәбиғи тип ҡабул ителә башлаясаҡ, ә был инде ил халҡының кәмей барыуын туҡтатыу мөмкин­леген ҡалдырмаясаҡ.
Демографик темаға фекер йө­рөткәндә, ғәҙәттә, Ҡытайҙы миҫал итеп килтерәләр. Был илдең демографик ресурстарының донъяла тиңе юҡ. Бынан ун йыл самаһы элегерәк беҙҙең республиканың ошо илдең Ляонин провинцияһына барып ҡайт­ҡан делегация ағзалары шулай тип һөйләгәйне: “Утыҙ ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлөшөндә күккә олғашҡан ике баҫҡыс ҡуйғандар, шуларҙың береһе буйлап арҡаһына кирбес, иҙмәле биҙрә һәм башҡа төҙөлөш материалдары йөкмәгән эшселәр теҙелешеп менә бара, икенсеһенән төшөп торалар. Бер ниндәй кран да юҡ...” Тәбиғи, бөтә был халыҡ ташҡынына йәшәргә лә, эшләргә лә урын кәрәк. Шуға күрә Нью-Йорк, Сингапур кеүек мегаполистарҙа ҡытайҙарҙың тотош биҫтәләр булып урынлашыуы ғәжәп түгел.
Аҙаҡҡы халыҡ иҫәбен алыуҙан һуң үткән 10 йыл эсендә Ҡытай халҡының 94 миллион кешегә күбәйеүе асыҡланды. Сағыштырыу өсөн: донъялағы иң ҙур илдәрҙең береһе булған Францияның халҡы бөгөн миллион кеше тәшкил итә. Ә бында тиҫтә йыл эсендәге артым ғына шул хәтлем... Ҡытай барлыҡ тарихы осоронда, айырыуса һуңғы тиҫтәләрсә йылдарҙа, үҙ биләмә­һендәге демографик шарттарҙың социаль-иҡтисади үҫешкә йоғонтоһон ныҡ кисерҙе, был шарттар бөтә донъя иҡтисады өсөн әһәмиәткә эйә. Ҡытайға ул тәүге сиратта етештереү көстәрен үҫтереү өсөн ҙур өҫтөнлөк бирә. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың үтә күп булыуы йәшәү кимәлен дә тейе­шенсә күтәрә барыуға ҡамасау­лай.
Был дәүләттәге хәл Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышының нисек үҫеүендә лә сағыласаҡ, тип һанайҙар. Мат­буғатта яҙыуҙарынса, төбәккә әлеге Амур аша ваҡытлыса эшләргә тип килгән ҡытайҙар бик күп һәм уларҙың аныҡ һанын белеүҙәре лә икеле. Бер эштән дә ҡурҡмаған, аҙ ғына хеҙмәт хаҡына ла риза булған был боронғо ил вәкилдәре урындағы халыҡҡа конкурент та була ала.
Белгестәр аңлатыуынса, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау һәм яңы тыуған бала өсөн әсәлек капиталы биреү генә демографик хәлде ҡырҡа яҡшыртырға һәләтле түгел, был йүнәлештә комплекслы эш алып барыу талап ителә. Ул ошо мәҡәләлә әйтеп кителгән сәбәптәрҙең бары­һына ла ҡағыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518