Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урам яҡтырҙы, клубты ағартаһы ҡалды
Урам яҡтырҙы, клубты ағартаһы ҡалдыИшембай районында биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса төрлө программалар уңышлы эшләп килә. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау”ҙың да телгә алырлыҡ һөҙөмтәләре күп. Мәҫәлән, йәнырыҫтар уның ярҙамында һыу линияһын нығытһа, Яңы Әптек ауылы халҡы совхоздан ҡалған ашхана-магазин бинаһын клуб итеп үҙгәртте, әрметтәр иһә программаны спортты үҫтереүҙә ҡулланмаҡсы. Ғөмүмән, халыҡтың әүҙемлеге бушҡа китмәй, урындағы мәсьәләләрҙе үҙе билдәләй, уларҙы хәл итеүҙә мөмкин тиклем булыша.
Петровский ауылы биләмәһе – районда иң ҙурҙарҙың береһе. Уға 11 ауыл-утар ҡарай, 6 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бында халыҡ­ты хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү ҙә насар кимәлдә түгел – бер нисә ауыл хужалығы пред­прия­тиеһы, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, учреждениелар эш­ләп килә. Шуныһы бигерәк тә иғтибарға лайыҡ: район власы тарафынан ауылдарҙағы социаль хәлгә ентекле иғтибар бирелә. Мәҫәлән, ҡайһы бер урында финанс ҡыҫҡартылыу сәбәпле медицина ҡыҫымға алынған мәлдә, Ишем ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы – был күренешкә урындағы халыҡ ҡыуанып бөтә алмай, ҡан баҫымы күтәрелһә лә, теш һыҙ­лаһа ла, участка дауаха­наһына йүгерәһе түгел бит, һәр хәлдә, яныңда табип булыуға етмәй ин­де ул. Ишемдә медицина үҫешһә, Бәрҙешлелә йәш ғаиләләргә яр­ҙам күрһәтелде – ауылда былтыр мәктәпкәсә төркөм асылды. Бил­дәле, йәштәрҙең ауыл еренә бе­рекмәүе хеҙмәт урыны менән генә бәйле түгел, балаңды ҡа­рашыусы булмаһа, әсәй кеше эшкә сыға алмай. Шуға был яңылыҡҡа ла ҡыуанырға ғына ҡала. Әйткәндәй, ошондай уҡ шатлыҡты яҡын киләсәктә ғүмәрҙәр ҙә кисерәсәк.
Урам яҡтырҙы, клубты ағартаһы ҡалдыӘлбиттә, биләмәлә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ әле: юл торошо, һыу линиялары, хеҙмәт урыны һәм башҡалар. Иң мөһиме – улар яйлап сиселә килә. Биге­рәк тә шуныһы ҡыуандыра: урындағы халыҡ проблемаларҙы хәл итеүҙә “дәүләт бабайҙан” ғына көтөп ятмай, үҙе лә әүҙемлек күрһәтә, эштәр башҡара. Был йәһәттән Петровскийҙың үҙендә үткән эштәр – асыҡ дәлил. Былтыр улар “Урындағы башлан­ғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, 248 урам бағанаһына диодлы ут лампаһы ҡуйҙырыуға өлгәшкән.
– Әлбиттә, 3 мең кеше йәшәгән ауылды лампалар менән тәьмин итеү үҙәк мәсьәләләрҙең береһе ине, сөнки яҡтыртылмаған урам туранан-тура кешеләрҙең хәүеф­һеҙ­легенә ҡамасаулай, – тип аңлата хәлде ауыл биләмәһе башлығы Ольга Морозова. – Шуға 2011 йылда урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эштәр баш­ҡарҙыҡ, әммә был ғына лампалар аҙ булып сыҡты. Былтыр йәнә 21 урамда өҫтәлмә лампалар ҡуйылды. Әлдә ошондай проекттар бар әле.
Модернизацияға үткән йәй ауыл йыйынында нигеҙ һалына. Халыҡ бихисап һорау араһында берҙәм рәүештә урамдарҙы яҡ­тыр­тыуға тауыш бирә. Иртәгәһенә үк инициатив төркөм ойоштороп, ең һыҙғанып эшкә тотоналар.
Программа шарты буйынса проект сығымдарының бер өлөшөн – республика, бер өлө­шөн урындағы бюджет күтәрә, ҡалғанын ауыл халҡы менән эшҡыуарҙар тәьмин итергә тейеш. Улай ғына ла түгел, эштең башы йәнә шул ауыл кешеләренә барып төртөлә, сөнки башта уларҙан аҡса йыйырға кәрәк. Был тәңгәлдән инициатив төркөмгә, ҡайһы бер мәлдәрҙе урап үткәндә, әллә ни ҡыйынлыҡ тура килмәй тиерлек – петровскийҙар башланғысты тиҙ арала тәьмин итә: 200 мең һум аҡса йыйыла (дөйөм проекттың хаҡы 1 400 меңгә барып төшә).
Башланған эш – бөткән эш. Дәррәү ҡуҙғалған инициатив төр­көм башланғыс капитал да туплай ала, документтарҙы ла әҙерләй. Проект ҙур баһаға эйә булып, тейешле балдар ҡуйыла һәм петровскийҙар яҡтыртылған урам­дарҙа Яңы йыл салютын бирә.
Быйыл сират – Ғүмәргә. Хозур тәбиғәткә һыйынып ултырған был башҡорт ауылында мәҙәниәт йорто тамаша ҡылыу урыны ғына түгел. Халыҡ талантын үҫтереүсе түңәрәктәр эшләй, кешеләр йыйылып бер-береһенең шатлыҡ-ҡайғыһын уртаҡлаша, ошонда уҡ киләсәккә төрлө маҡсаттар ҡуйыла. Тик шуныһы… социаль объектҡа ремонт талап ителә. Хәйер, был йәһәттән әлеге клубҡа халыҡ йыйылып, уны “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” програм­маһы ярҙамында нығытырға-матурларға тигән ҡарарға килгән. Әммә бер һорау борсой хәбәр­сене: проекттың хаҡы – 1 450 мең һум, халыҡтан 150 мең һум йыйылырға тейеш, ә Ғүмәрҙә 500 кеше йәшәй. Был тиклемде күтәрергә ризамы улар?
– Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, был ремонт – ауылда көтөп алынған ваҡиға, шуға проектта ҡатнашыу тигән яңылыҡты дәррәү күтәреп алдылар. Берҙәм булараҡ, ғүмәр­ҙәр, киреһенсә, был эште ҡул­дарынан килгәнсә дауам итергә әҙер, – тип өмөттәрен бағлай Ольга Николаевна.
Был проекттың да тормошҡа ашырын көтөргә ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840