Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илдә таңдар тыныс атһын
Илдә таңдар тыныс атһын 1986 йылдың 26 апрелендә Чернобылдә булған фажиғәнән һуң, Башҡортостандан ғына 12 меңгә яҡын (Рәсәй буйынса 600 мең) кеше йәлеп ителгән, әлеге мәлдә уларҙың 300-гә яҡыны ғына иҫән. Шул иҫәндәре менән аралашҡанда иһә әле лә күңел һыҙыла... Тән-йән күтәрмәҫ ауырлыҡты оло яуаплылыҡ һәм сабырлыҡ менән үткәргәндәрҙең йәшләнгән күҙҙәренә ҡарап, заман ыуы булып ил йәненә, кеше яҙмыштарына, тереклеккә яғылған ауырлыҡтың ҡурҡыныс көсөн аңлағандай булаһың...
Альмир Хафизов 1951 йылда Бөрө районының Мансур ауылында тыуған.
– Дүрт ул һәм дүрт ҡыҙ үҫкән ҙур ғаиләбеҙҙә, Аллаға шөкөр, бөтә туған­дарым да иҫән, – ти Чернобыль атом электрстан­цияһы һәләкәте эҙемтәләрен юҡ итеүҙә ҡатнашҡан Альмир ағай.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Альмир ағай әрме сафына алына, Һарытау өлкәһенең Балашов ҡалаһындағы авиация часында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, “Баш­ҡортостан” нәшриәте типография­һында хеҙмәт юлын башлай. 1986 йылдың йәйендә уға повестка килә. Аҙна-ун көндән һуң Өфө ҡалаһының Совет һәм Октябрь райондарында йәшәгән, хәрби хеҙмәт үткән, 35 йәше тулған ир-егеттәрҙе Ырымбур өлкәһенең Тоцкий хәрби полигонына ебәрәләр. Бер ай хәрби әҙерлек үтәләр. Тәүҙә ҡайҙа һәм нимәгә әҙерләгәндәрен дә асыҡ ҡына аңлатмайҙар. Хатта Ағиҙел ҡалаһы янында төҙөлә башлаған Башҡорт АЭС-ына тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй... Әҙерлек үткәндәрҙе тура Киев ҡалаһына, унан хәрби машиналарҙа Чернобылгә ебә­рә­ләр. Ырымбур, Һамар өлкә­ләренән, Татарстандан төркөм­дәр була. Егеттәрҙе хәрби дә­рәжәһе, белеме, һөнәре буйынса төрлө бригадаларға йыялар. Сентябрь башында бригадалар һәләкәт урынында эш башлай...
Ә Чернобыль янында хәл ҡот осҡос була. Бушап ҡалған Чернобыль, Припять, Славутич ҡалалары, һанһыҙ ауылдар, ташландыҡ ерҙәр... Бары күп тиҫтә йылдар үткәс кенә, был ерҙәрҙә (эпицентрҙан 30 саҡрым ҡала) үҫемлектәр баш ҡалҡыта һәм хайуандар донъяһы тергеҙелә башлай. Әммә әлеге урындар йөҙәр йылдар дауамында кеше һаулығы өсөн хәүефле булып һаналасаҡ әле...
– Мәскәү хәрби округының 1000 кешелек бригадаһы. Беҙ эшкә лә, ял ваҡытында ашарға ла машиналарға тейәлеп барабыҙ. Юлда саҡта ҡайһы бер урындарҙы машиналар бик ҙур тиҙлектә үткәне һиҙелә. Юл ситендә тотошлай һарғайған шыршылар ултыра... Ошо ергә етһәң, баш ҡыҫа башлай. Өҫтөбөҙҙә – обмундирование. Аяҡта – дозиметр, ул нурланыш кимәлен билдәләй. Көнөнә 0, 25 микрорентгендан арттырғансы эшләргә ярамай. Ә хәрби командировкаға тәғәйенләнгән норма – 25 рентген. Па­лат­каларҙа йәшәнек, ашау яҡшы булды, һыуҙы күп эсергә ҡуштылар, йәнәһе һыу организмдан радиация нурланышын тиҙерәк сығара. Беҙҙең бригада дүртенсе блокта эшләне. Шул майҙанды авария ҡалдыҡ­тарынан таҙарттыҡ, ағыуланған ер ҡатла­мын сығарып, уны таҙаһына алмаштырҙыҡ. Командирҙар радиация көсөнә ҡарап 5, 10, 15 минут йә бер сәғәт эшләй алыу мөмкинлеген иҫәпләп сығара торғайны, – тип хәтер ептәрен һүтте әңгәмәсем.
Ярты йылдан һуң, 1987 йылдың ҡышын­да, Альмир Әнүәр улы Өфөгә ғаиләһе янына әйләнеп ҡайта. Кире нәшриәткә урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй.
– Бөгөн баш ҡаланың Совет районы буйынса Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен яйға һалыуҙа ҡатнашҡан 120 кешенең яҡынса 80-е иҫән. Баш ҡалала “Чернобыль союзы” ойошма­һында төрлө саралар үткә­релә, Чернобылдә булғандар менән осра­шып торабыҙ. Йәшәйбеҙ... Йыл һайын һау­лыҡты тикшер­тәбеҙ. Шулай ҙа ил Хөкүмәте заманында илде оло һәләкәттән ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан кешеләргә иғти­барлыраҡ булһа ине тигән теләктәмен. Йәшерәһе түгел, күптәр төрлө ауырыуҙар менән 14 меңлек пенсияға дарыу алырға ла, йәшәргә лә мәжбүр, – ти Альмир ағай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512