Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иләүгә тығылған таяҡ, йәки санкциялар кемгә ҡулай?
Нисек кенә сәйер булмаһын, эксперттарҙың күпселеге, уны-быны уйлап тормай, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар рәсми рәүештә иғлан ителгән маҡсаттарҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән, тип иҫәпләй.
Шулай, Иран миҫалында ғына ҡара­ғанда ла, санкциялар менән Рәсәйҙең эс­ке хәлен ҡаҡшатырға самалайҙар. Мәҫә­лән, илебеҙҙең тауарын ситкә сығарыуҙы тыйыу фермерҙар араһында ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырасаҡ, ҡайһы бер корпорацияларҙың халыҡ-ара эшмәкәрлеген сикләү эшҡыуар­ҙарҙың бәкәленә һуғасаҡ тип көтөлдө. Бер һүҙ менән әйткәндә, санкцияларҙың төп маҡсаты – ил халҡының йәшәү кимә­лен төшөрөү, йәғни йәмғиәттә ҡаршылыҡ тыуҙырыу. Ябай ғына итеп әйткәндә, “кәмәне” һелкетеү тип атарға ла була. Был йәһәттән байтаҡ миҫал килтереп булыр ине. Әйтәйек, Ҡырымда eBay, Steam сервистары эшләмәй. Был үҙ сиратында кешеләрҙә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра.
Бынан тыш, эксперттар билдәләүенсә, тағы бер аҫтыртын маҡсат бар – Европа илдәрендә “уйынсы” булараҡ Рәсәйҙең абруйын ҡаҡшатыу һәм ҡыҫырыҡлап сығарыу. Был йәһәттән бер нисә миҫал килтерергә була – “Көньяҡ ағым” (“Южный поток”) төҙөлөшөндә ҡаршылыҡтар тыу­ҙырыу, иҡтисади бәйләнештәрҙе өҙөү һәм башҡалар.
Рәсәйҙе ҡаҡшатыу йәһәтенән тағы ла бер алым – уны союздаштарҙан мәхрүм ҡылыу. Миҫалдар етерлек: Югославияның тар-мар ителеүе, Грузияла, Украинала, Белоруссияла барған ваҡиғалар.
Шулай уҡ Рәсәйҙе Европанан ҡыҫырыҡ­лап сығарыу өсөн уны ҡайһы бер йоғон­толо көс рычагтарынан ҡолаҡ ҡаҡтырырға кәрәк ине. Әйтәйек, Рәсәй ПАСЕ ултырышында тауыш биреүҙән мәхрүм булды, Рәсәй – ЕС саммитынан баш тартылды, илебеҙ менән хәрби хеҙмәттәшлек тулыһынса туҡтатылды. Байтаҡ эксперттар әйтеүенсә, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар нәҡ ошо маҡсаттарҙы күҙ уңында тота. Ләкин бының менән тулыһынса килешеп тә булмай.
Әйтергә кәрәк, илебеҙгә ҡаршы иғлан ителгән санкциялар Европала күптән әҙерләнгән реформаларға, үҙгәртеп ҡороу­ҙарға бер сәбәп кенә. Әлбиттә, сәйәсәттә “теш” ҡайрап өйрәнгән “аҡыллы” баштар бер ниндәй маҡсатһыҙ уйламай аҙым яһамаҫ ине. Шулай ҙа, уларҙың эшмәкәр­леген иғтибар менән күҙәткәндә, санкция­ларҙың төп “сәбәбе” Рәсәй булмауы аңлашыла.
Ошо урында саҡ ҡына сигенеү яһап, “маҡсат” һәм “мәсьәлә” төшөнсәләрен аңлатҡы килә. Маҡсат – ул глобаль программаны бойомға ашырыу һөҙөмтәһе, ә мәсьәлә – тиҙ арала, йәғни өс-дүрт йыл эсендә башҡарыла торған бурыс. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн иһә ундарса йыл китергә мөмкин.
Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән санкция­ларҙың маҡсатын һәм мәсьәләһен АҠШ, НАТО, Европа союзы кеүек хәрәкәт итеүсе төп “фигураларға” ярашлы, бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин. Уларҙың “маҡсат­тары” һәм “мәсьәләләре” бер-береһен тулыландыра ла, үҙаллы ла йәшәй ала.
НАТО-нан башлайыҡ. Уның төп маҡсаты – шәхсән көс туплау. НАТО үҙ ағзаларын төрлө хәүефтән ҡурсалау, дошманға тупланып ҡаршы тороу маҡсатынан барлыҡҡа килгән. Элек иң ҡурҡыныс дошман Советтар Союзы булһа, бөгөн Рәсәй менән Ҡытай шом һала уларҙың йөрәгенә.
Шуны иғтибарға алырға кәрәк, НАТО-ға ингән 28 ил араһынан бер нисә дәүләт кенә сәйәси һәм иҡтисади йәһәттән әһәмиәткә эйә. Тимәк, “маҡсатҡа” өлгәшеү өсөн НАТО эре “уйынсыларҙың” ғына мәнфәғәтен ҡайғырта.
Шулай итеп, НАТО блогын көсәйтергә Рәсәйгә ҡаршы санкциялар иғлан итеү “битлеге”, хәрби хәүеф янауы тураһында мәғлүмәт “шарының” шартлар сиккә етеп тулыуы кәрәк булды.
Беренсенән, НАТО-ның хәрби бюджеты артты. Мәҫәлән, 2017 йылдың февраленән башлап НАТО ағзаһы булған илдәр хәрби бюджетын 2 процентҡа арттырҙы, ләкин сығымдарҙы арттырыу ғына блокты көсәйтмәгәне аңлашыла, шуға күрә икенсе аҙым яһарға – Европала НАТО контингентын үҫтерергә кәрәк. Ошо маҡсаттан сығып Польшала, Балтик буйында НАТО ғәскәрҙәре барлыҡҡа килде. Аңы камил кеше аңлайҙыр, моғайын, ул төбәктәргә урынлаштырылған бер нисә батальон Рәсәйгә ҡаршы тора алмай. Һорау тыуа: улар нимәгә кәрәк һуң? Яуап ябай ғына: был батальондарҙың маҡсаты – сит “дошмандан” һаҡлау түгел, ә полиция ролен үтәү. Мәҫәлән, яңыраҡ Римда бөтә Европа саммиты тамамланды. Унда шундай ҡарар ҡабул ителде: кем Европа союзына күбе­рәк түләй, шуның хоҡуҡтары ла киңерәк. Күп илдәр ризаһыҙлыҡ белдерҙе, ләкин бер ни ҙә эшләй алманылар. Күрәһең, үрҙә телгә алынған НАТО ғәскәрҙәренең йоғонтоһо булмай ҡалмағандыр.
Әлбиттә, бюджетты һәм контингентты үҫтереүҙән тыш, Европаны теҙгендә тотоу өсөн НАТО-ға яңы ағзалар кәрәк. Шулай итеп, НАТО-ла “Һөйләшеүҙә ҡатнашыусы” статусын уйлап таптылар. Унда Украина, Грузия инә. Тағы ла Черногория, Македония, Босния һәм Герцеговина кеүек илдәрҙе үҙ эсенә алған “Ағзалыҡ буйынса хәрәкәт планы” тигән ойошма барлыҡҡа килде.
Европа союзы, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар иғлан итеп, һис шикһеҙ үҙенең эске маҡсаттарына ирешергә теләй. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа сәйәсмәндәрҙең, Европа союзы тарҡаласаҡ, тигән һүҙе ҡуйыра. Шуға ла Европа союзы алдында торған төп маҡсаттарҙың береһе – берләшеү. Уйлап ҡарайыҡ, кешеләрҙе нимә берләштерә һуң? Борондан иҫбатланып килгән “Ҡамалған ҡәлғә теорияһы”. Ябай ғына итеп әйткәндә, берләшеү өсөн ситтән дошман табырға кәрәк. Һөҙөмтәлә Европа бөгөн Рәсәйҙе һәм Ислам дәүләтен (Рәсәйҙә тыйылған ойошма) дошман тип иҫәпләй.
Европа союзын берҙәм тип әйтеп булмаһа ла, Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы бер тауыштан ҡабул итте.
“Берләштереү” буйынса башҡарылған тағы бер мәсьәләне ҡарағанда, Европа союзының йәшәү һәләтен һынауҙы атарға мөмкин. Был йәһәттән мигранттарҙы, санкцияларҙы, террор акттарын, иҡтисади ауырлыҡтарҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. Быларҙың бөтәһе лә Европа союзының йәшәү мөмкинлеген һынап ҡараны. Нисек кенә сәйер булмаһын, ошондай шарттарҙа ла Союз йәшәүен дауам итә.
Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән санкция­ларҙың тағы бер маҡсаты – Европа илдәренә етәксе итеп АҠШ мәнфәғәттәрен яҡлаған кешеләрҙе ҡуйыу. Мәҫәлән, Австрия, Германия, Голландия, сиратта – Франция.
Рәсәйгә энергетик “бәйлелек”тән ҡотолоу – Европа союзы өсөн иң мөһим маҡсаттарҙың береһе. Әйтәйек, 2014 йылда улар “Көньяҡ ағым” төҙөлөшөн “туңдырыу” буйынса саралар күрҙе, Рәсәй менән энергетик саммитта ҡатнашманы, “Роснефть”, “Транснефть”, “Газпромнефть” кеүек компанияларға ҡаршы санкциялар индерҙе.
Һуңғы ваҡытта шундай имеш-мимештәр ҙә йөрөй: Рәсәй тарафынан хәүефһеҙлек янауын һылтау итеп, Европа союзы дөйөм армия төҙөү тураһында һүҙ алып бара.
Хәҙер санкцияларҙың төп сәбәпсеһе – АҠШ-ҡа күсәйек. Улар санкциялар индереп, беренсе сиратта үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғырта. Шуларҙың береһе – Рәсәй менән Германия араһында дуҫлыҡ булдырмау. Америка Ҡушма штаттары Европа союзы менән Рәсәй “һөҙөшһөн” өсөн Украинала дәүләт түңкәрелеше ойоштороуы ла юҡҡа түгел. Әлбиттә, Европа союзындағы иҡтисади ауырлыҡтар АҠШ-ты тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.
Шуны ла әйтергә кәрәк, АҠШ өсөн ҡорал баҙары өсөн көрәш мөһим урын биләй. Билдәле булыуынса, бөгөн Рәсәй ҡоралы донъяла ҙур һорау менән файҙалана, ә инде санкция шарттарында АҠШ-тың Рәсәйҙе ҡорал баҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарыу мөмкинлеге тыуа.
Шулай итеп, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар – төп “уйынсы”ларҙың тыныс шарттарҙа мөмкин булмаған үҙ проекттарын бойомға ашырыу сараһы, ләкин санкцияларҙың Рәсәй иҡтисадына ғына түгел, үҙ “кеҫәләренә” һуғыуын да яҡшы аңлай улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512