Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Иманы әҙәбиәт ине”
“Иманы әҙәбиәт ине”Яҙманы Рәшит Солтангәрәевтең “Яҙмыш” исемле китабындағы түбәндәге юлдарҙан башлайым: “Совет Башҡортостаны” гәзитенең ул ваҡыттағы баш мөхәррире Вәли Нафиҡов Рәмиҙе ни бары корректор итеп алды эшкә. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтын тамамлап, ауылда сиҙәм күтәрешеп килгән шағир корректор булып ултыра. Күренгәнерәк шағирға, яҙыусыға – ә Рәмигә бигерәк тә – редакцияларҙа шикләнеберәк ҡарайҙар ине. Рәми корректор булып оҙаҡ ултырманы: баш мөхәррир өйҙә юҡлыҡтан файҙаланып, урынбаҫары Зиннур Нурғәлин уны бүлеккә әҙәби хеҙмәткәр итеп күсереп ҡуйҙы...” Мәҡәлә 1989 йылда яҙылып, авторҙың 1991 йылда донъя күргән китабына индерелгән.
Яҙыусының был баҫмаһы, нигеҙҙә, иҫтәлектәрҙән тора. Рәми Ғариповҡа арналған “Иманы әҙәбиәт ине” исемле мәҡәләнән алынған үрҙәге юлдар “Башҡортостан”дың ошо йылдың 28 март һанында донъя күргән яҙма – күренекле ике шәхестең әҙәбиәт, уның тормоштағы урыны, әҙиптең заман алдындағы яуаплылығы хаҡында тәрән һәм күп яҡлы фекер алышыуы – менән танышҡан саҡта үҙенән-үҙе иҫкә килеп төштө. Рауил Бикбаев менән Гөлфиә Юнысова башҡорт әҙәбиәтенең тотош бер осорон тулыһынса күҙ алдына баҫтырып, гәзит уҡыусыны күп нәмә хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Ҡулыма ҡәләм алыуға шул сәбәпсе булды, тип әйтергә мөмкин.
Һөйләшеү барышында Рәми Ғариповҡа бәйле әйтелгән “Бөгөн уҡыусыларыбыҙ күңелендә ул ҡасандыр ҡыйырһытылған шағир образынан бигерәк бөйөк шәхес булып йәшәй” тигән һүҙҙәр әлеге мәҡәлә башында килтерелгән юлдарҙы хәтерҙә ирекһеҙҙән яңыртып ебәргәндәй булды. Шунда уҡ “Ниңә күмәкләшеп яҡлаша алманылар икән Рәми Ғариповты?” тигән һорау ҡуйылыуы иһә уйҙарҙы тәрәнәйтә, киңәйтә төштө. Ә инде Рәшит Солтангәрәевтең баяғы “Рәми корректор булып оҙаҡ ултырманы, мөхәррир өйҙә юҡлыҡтан файҙаланып, урынбаҫары Зиннур Нурғәлин уны бүлеккә әҙәби хеҙмәткәр итеп күсереп ҡуйҙы” тигән юлдары артында минең шәхси яҙмышҡа ла ҡағылған ваҡиға ятыуы ҡулға ҡәләм алырға кәрәклегенә тағы бер ҡат инандырҙы.
Унан да бигерәк, Рәшит Солтангәрәев үҙе лә башҡаларға юҡҡа ғына: “Беҙ был заманды, шағирҙы күрә белгән кешеләр, бөтәһен дә яҙып ҡалдырырға тейеш, тип уйлайым. Киләсәк быуындар өсөн”, – тип мөрәжәғәт итмәгән. Аңлашылыуынса, ул Рәми Ғариповты, ижад кешеһе булараҡ, үҙ заманына тығыҙ бәйләнештә күҙаллай, бүтәндәрҙе лә шуға саҡыра.
Ысынлап та, Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтын тамамлап, илдә барған сиҙәм күтәреү осоронда тыуған районында йәштәрҙе ойоштороп, шул эште башлап йөрөгән талантлы йәш шағирҙың редакцияла хәреф сүпләп, өтөр-нөктәне теүәлләп ултырыуын бөгөн дә күҙ алдына килтереү ҡыйын. Уның ғаиләһе менән Өфөгә ни өсөн күсеп килгәнен әйтеүе лә ауыр. Рәшит Солтангәрәев китабында был хаҡта, 1963 йылдың майында Рәми Ғарипов менән осрашыуын иҫкә алып, “...үткән көҙ ауылдан ғаиләһе менән күсеп килеп, торор урын тапмай интегеп йөрөгән саҡтары. Әле “Ағиҙел” ҡунаҡханаһына күсенгәндәр ҙә, шуға кәйефләнеп йөрөп ята икән. Беҙ Маяковский баҡсаһында йөрөнөк, унан Рәми, әйҙә, беҙҙең донъяны күреп сыҡ, тип мәрәкәләне ләҡунаҡханаға инеп сәй эстек. Ике кеше ҡунып сығырлыҡ урында тотош ғаилә — дүрт кеше – йәшәп ята. Ҡалғанын һөйләп тораһы ла түгел. Аҙаҡ “Башкирия”ла ла тороп алдылар шикелле”, — тип яҙа.
Был ваҡиға Рәми Ғариповтың “Совет Башҡортостаны” гәзитендә корректор булып эшләгән сағына тура килә. Күреүебеҙсә, өҫтәүенә йәшәргә урыны булмай. Ҡунаҡхана өсөн түләүҙе корректорҙың эш хаҡынан сығып күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Әлбиттә, әҙәбиәт бүлегенә күсерелгәс, был эш, бәлки, бер ни ҡәҙәр еңеләйә төшкәндер, әммә шағир өсөн икенсе бер шарт үтә мөһим булғандыр. Был хаҡта Рәшит Солтангәрәев: “Шиғриәт, әҙәби ижад уның өсөн иман ине”, – тип өҙөп кенә яҙа. Бәлки, мин дә Рәми Ғариповты әҙәбиәт бүлегенә күсергәндә иң элек шуны күҙ уңында тотҡанмындыр. Ваҡыт быға үҙе хакимдыр.
Баш мөхәррир ял итеп ҡайтҡас та (беҙ уға Нафиҡов ағай тип өндәшергә күнеккәйнек), минең, ул юҡлыҡтан файҙаланып, вазифамды кәрәгенән артыҡ файҙаланыуым асыҡланды. Рәми Ғариповты корректорлыҡтан бүлеккә күсереү тәртип боҙоуға тиң ине.
Баш мөхәррир эшкә сыҡҡандың икенсе көнөндә үк партия өлкә комитетынан кәйефе ныҡ боҙолоп килеп инде. Унда шулай ныҡ һуғылыуҙарын мин дә ҡапыл ғына аңлап етә алманым. Етәксебеҙ бит гәзиттең бер һанын ғына үҙ имзаһы менән сығарып өлгөрҙө. Айҙан ашыу инде был яуаплылыҡ минең өҫтә булды. Әле ялдан ҡайта һалып, ниндәй эш боҙоп өлгөрҙө икән, тип уйланым. Кабинетына инеп, өҫтәл артына ултырғас та әйтелгән тәүге һүҙе бөгөн дә ҡолаҡ төбөндә яңғырап киткәндәй.
– Тяжела шапка Мономаха, – тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы ла көтмәгәндә һорау бирҙе:
– Рәмиҙе ҡасан бүлеккә күсерҙең?
Унан мине тыңлап та тормаҫтан:
– Әле шуның өсөн саҡырғандар, – тине. – Был мин ялда саҡта эшләнгән, тип аңлаттым. Корректор итеп кенә алғайным, тинем. Хәҙер ни эшләйбеҙ?
Әлбиттә, был һорауға яуап биреү еңел түгел ине. Шул уҡ ваҡытта хәҙер бөтә яуаплылыҡтың баш мөхәррир өҫтөнә төшәсәген дә аңланым. Был йәһәттән уның алдында иң элек мин ғәйепле булып сыҡтым. Бер нисә көндән партия өлкә комитетына (ул саҡта телдә йөрөгәнсә, обкомға) саҡыртып алып, ситләтеп кенә һүҙ башланғас, Рәми Ғариповты корректорлыҡтан әҙәбиәт бүлегенә үҙ белдегем менән күсереүемде, баш мөхәррирҙең быға һис ниндәй ҡыҫылышы булмауын раҫланым. Шуның менән етәксебеҙҙең хәлен еңеләйткәндәй булһам да, күңелдә ниндәйҙер төйөр тороп ҡалды: миңә, партия өлкә комитеты аппаратынан “Совет Башҡортостаны” гәзитенә беренсе урынбаҫар итеп күсерелгән кешегә, Рәми Ғариповҡа бәйле хәлдең шундай төҫ алыуының ябайҙан булмаған мәсьәлә икәнлеге аңлашыла ине.
Редакцияға кире ҡайтыуым хәл ителгән саҡта партияның үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһына уҡырға ебәреләсәгем хаҡында әйткәйнеләр. Һөҙөмтәлә ул йылда, исемлектән төшөп ҡалмаһам да, Мәскәүгә барып йөрөүем бушҡа булды. Бер аҙҙан партия өлкә комитетында, шуға бәйле республикала ҙур үҙгәрештәр булып алғандан һуң ғына миңә баш ҡалаға уҡырға китеүгә ныҡлы юл асылды. Нисек кенә тимә, үҙ ваҡытында Рәми Ғариповты хәреф төҙәтеп ултырыуҙан ижади эшкә, тотош әҙәбиәт менән көндәлек бәйләнеш­тә торған һәм уға йоғонто яһау мөмкин­леге ҙур булған мөхиткә ҡайтарыуға ҡыйыу­лыҡ итеүем – үҙ ғүмеремдә аңлы рәүештә башҡарған эштәремдең береһелер, тип уйлап ҡуям.
Шул көндәрҙән һуң сирек быуат үткәс, Рәшит Солтангәрәев “Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтын тамамлап ҡайтҡан шағир корректор булып ултыра” тип ғәжәпләнеп яҙған икән, был ваҡиғаны яҡындан күреп, үҙенең аң-зиһене, йөрәге аша үткәргән кешенең ни кисергәнен тойоу ауыр түгелдер. Бәлки, корректорҙар араһында юғары белемлеләрҙең булмауында заман үҙе лә күпмелер дәрәжәлә ғәйеплелер. Биш кешенең (Иҙрисов ағай тип йөрөткән берәүҙән башҡаларының) башҡорт мәктәбендә уҡымағанлығын иҫкә төшөрөп китеү ҙә артыҡ булмаҫ.
Шул уҡ ваҡытта Өфөгә ғаиләһе менән күсеп килеп, урамда тороп ҡалған кешене баш мөхәррир Вәли Нафиҡовтың корректор итеп булһа ла алыуы ул ваҡыт өсөн хуплауға лайыҡтыр. Әммә беҙҙең күңелдә ул саҡта, быны үҙ ирке менән эшләмәгәндер, тигән уй бар ине, сөнки Рәми Ғарипов шунан артығын башҡармаҫҡа тейеш булғандыр. Ялдан һуң партия өлкә комитетынан янып-бешеп ҡайтыуы, минең менән тәүге һүҙен шунан башлауы әлеге фекерҙе тағы ла нығыта. Әйткәнемсә, билдәһеҙ сәбәп менән, ҙур үҙгәрештәр булғас ҡына, партияның үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһына уҡырға инеүем дә уйға һала.
Шулай итеп, миңә Рәми Ғарипов менән “Совет Башҡортостаны” гәзите редакция­һында күпмелер ваҡыт тығыҙ аралашып эшләргә насип булды. Бер-беребеҙгә яҡшы мөнәсәбәт күрһәттек. Артабан иһә шағирҙың тормошонда үҙгәрештәр булды. Был хаҡта Рәшит Солтангәрәев “Яҙмыш” китабында: “Етмешенсе йылдар башында “Башҡортостан ҡыҙы” журналы нәшерлә­нә башланы, Рәми унда яуаплы секретарь булып урынлашты”, – тип яҙа.
Хәҙер инде Рауил Бикбаевтың башҡорт һәм урыҫ телдәрендә сыҡҡан “Рәми” исемле китабы аша Рәми Ғариповтың яҙмышын тулыһынса һәм күп яҡлы итеп күҙ алдына баҫтырыу мөмкинлеге бар. Шулай ҙа Рәшит Солтангәрәевтең “Яҙмыш”ындағы “Иманы әҙәбиәт ине” тигән мәҡәләне лә йәнә бер ҡат битләп сыҡһаҡ ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511