Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бергә ижад иткән “Башҡортостан”
Бергә ижад иткән “Башҡортостан”“Башҡортостан” гәзитенә эшкә килгәнсе үк ишетә белә инем күренекле драматург Рәлиф Кинйәбаевты. Бер мәл Башҡортостан яҙыусылары съезында, өлкән ағай булараҡ, беҙгә, көлөшөп, юҡтан сәбәп табып, мәрәкәләшеп ултырған йәштәргә, ул еңелсә иҫкәрмә лә яһаны. Ҡырыҫ, үтә лә талапсан етәксе шикелле, тип уйланым шул саҡта. Шағир Ғилман Ишкинин мине төҙәтте: “Аптырама, үҙебеҙҙең кеше ул, теләһә ҡайһы ваҡыт ярҙам һорап кереп була”, – тине.
Йылдар үтеү менән “һылыуым” тип өҙөлөп торған ағайым һүҙҙәренең хаҡлығына республикабыҙҙың төп баҫмаһында эшләй башлағас инандым. Ситтән ҡарап торғанда бик ҡоро ла, шаян да, мәрәкәсел дә күренгән Рәлиф Мөстәҡим улы бик нескә күңелле шәхес икән дә. Атаһын, әсәһен генә түгел, ғөмүмән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары хаҡында өлкәндәрҙең һөйләгәнен, башҡорт әҙәбиәтенә эркелешеп килеп, бөгөн һәр береһе ер ҡуйынында ятҡан бер быуын шағирҙарҙы иҫкә алғанда, күңеле тулып күҙҙәре йәшләнеүен бер мин генә күрмәгәнмендер. Гәзит редакцияһының һәр оперативкаһын да ул эшлекле һөйләшеү формаһында ғына түгел, ә әҙип булараҡ, яҙыусылар тормошонан хәтирәләр, ҡыҙыҡлы, фәһемле, мәңгелек темалар хаҡында һөйләшеү рәүешендә ойоштора торғайны.
Һәр яҙыусы менән дә уртаҡ тел таба белде. Шиғырҙары, бәлки, уҡырлыҡ та булмаған авторҙарҙың Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы икәнен иҫәпкә алып: “Уларҙы ижади ойошмаға беҙ алманыҡ, әйҙә, хөкөм сығармайынса ғына яҙғандарын баҫайыҡ. Уҡыусы барыбер алтынды айыра белер ул”, – тип гәзит битендә һәр ҡулъяҙмаға урын тапты, ижади бәйләнеш тә урынлаштырҙы.
Үткән дәүер, матбуғат хаҡында ниндәйерәк фекерҙә икән “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире булып ун ике йыл эшләгән, бөгөн “Ағиҙел”гә етәкселек иткән абруйлы замандашыбыҙ? Баҫмабыҙҙың 100 йыллығы, үҙенең 60 йәше уңайынан уның менән ҡорған әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.


Беҙ – яугир балалары

– Әңгәмәне бала сағығыҙ хаҡында хәтирәләрҙән башла­йыҡ әле, Рәлиф ағай! Һеҙ опера­тивкаларҙа ла иҫкә төшөрөп, беҙҙе ҡыҙыҡлы ғүмер сәхи­фәләре менән һоҡландыра торғай­нығыҙ...
– Атайҙар һуғыштан беҙҙе үҫтерер өсөн генә иҫән-һау йөрөп ҡайтҡан, тип уйлайым. Беҙҙең үрге урам тотош яугир балаларынан ғына тора ине: Барый, Минәхмәт, Фәррәх, Солтан, Фәсхетдин, Рәжәп, Муллаяр, Абдрахман, Хәйбрахман, Кинйә­булат, Таштүрә, Миңлебулат, Таштимер, Нәҙерша бабайҙар әле лә күҙ алдымда. Ҡайһы берҙәре һуғыштың үҙендә ҡатнашмаған, сөнки өлкәнерәк йәштә инеләр, әммә тылда ла уларҙың хеҙмәте ҙур булған. Ана шул бабайҙарҙың үҙ баһаһын белеп, мәртәбә менән донъя көтөргә тырышып ятыуҙарын һис оноторлоҡ түгел, улар миңә һәр саҡ өлгө, мәңге буй етмәҫлек маяҡ булды. Хәҙер кешеләр зарланыусан булып китте, йәшәүе ауыр, тип тә ебәрәләр. Ә һеҙ шул ваҡытта көн итеп, тын алып ҡарағыҙ ине.
Әсәйем бәйән иткән бер күренеште мәңге онотасағым юҡ. Уны тыныс ҡына иҫкә төшөрә лә алмайым. Һуғыштан һуң яҙ бик һуң килә. Халыҡ аслыҡтан йонсоған, йәшелгә аяҡ баҫа алмай интегә. Әсәйҙәр балаларына нимә ашатырға белмәй, шул саҡ кемдер әйтә инде, Ҡарсығабүләк туғайында үлән тирткән икән тип. Шунан барһалар, унда юҡ, сөнки ул урын төньяҡҡа ҡарап тора, ҡояш әле уның ҡарын иретә лә башламаған икән. Кемдер “Сатра башында үлән барҙыр” тип әйтә, һәм улар шунда юллана. Халыҡ ашарға көтә, өмөт итә. Был үҙе бер драма һымаҡ. Үлән тапҡас, әсәйҙәребеҙ йырлашып ҡайтып киләләр икән. Күҙ алдына килтерәһеңме? Ирҙәрен, балаларын ашатырлыҡ үлән тап­ҡандар. Шунан да ҙурыраҡ шатлыҡ­тың булыуы мөмкинме?! Хәҙерге мул сауҙа кәштәләрен күреп өйрәнгән халыҡҡа был хаҡта һөйләһәң дә ышанмаҫ. Ә бит ул замандар әллә ҡайҙа алыҫта түгел. Иртә яҙ менән беҙҙе иң тәүҙә йыуаға, шунан һуң күл йыуаһына, ул арала балтырған, ҡаҡы, ҡуян тубығы, һарына, ҡуҙғалаҡ йыйырға сығарып ебәрәләр, торараҡ еләктәр өлгөрә башлай. Әсәйҙәр беҙҙе шул рәүешле үлән танырға, бынан да яманыраҡ аслыҡ була ҡалһа, үҙебеҙҙе ҡарарлыҡ ризыҡ табырға өйрәтергә тырышҡандыр тип тә уйлайым. Уҙған йыл шул туғайҙарға инеп, тауға менеп йөрөп ҡараным, ашарлыҡ үлән тапманым. Йыуа ла юҡ, ҡаҡы ла. Бәлки, ҡурпылаһын өсөн сүпләп ашай торорға кәрәктер, кем белә. Бөтә халыҡты туйындыра торған туғайҙарҙа – бушлыҡ.
Атай – өсөнсө төркөм һуғыш инвалиды. Белемгә ынтылышы ҙур ине, беҙҙе уҡытырға тырышты. Ауылда колхоз рәйесе, көслө кеше. Беҙҙең өй әллә ни ҙур түгел, атай төкәтмә төҙөп ҡуйҙы. Колхоздың бөтә тормошо беҙҙең күҙ алдында, ниндәйҙер кимәлдә үҙебеҙҙең йортта барҙы. Ете бала үҫтек. Әсәйем бик сабыр, егәрле һәм яғымлы. Атай биштән-алтынан тороп эшкә китә. Һәр хәлдә таң менән өйгә кемдер килеп кереп, ошонда уҡ колхоз мәсьәләләре хәл ителә башлай. Икенсе берәү килеп, башҡаларҙы ошаҡларға тотона, имеш, кемдер бесән тейәп ҡайтҡан, икенселәр төндә шунда барған, тегене ҡылған, эскән, быны емергән һәм башҡалар.
Миңә ошо килгән кешеләрҙең холҡон өйрәнеү, уларҙың асылын күҙәтеү ҡы­ҙыҡлы була торғайны. Тауыш күтәреп, кем­делер ҡулға алғандарын хәтерләмә­йем, атайым ҙурға ебәрмәй торғайны ул хәл­дәрҙе. Әммә бер туған ҡустыһын, ҡасандыр ярҙам иткән күршеһен һат­ҡандарҙы, ошаҡлауҙарына ғә­жәпләнә ине. Артыҡ йонсот­ҡандарҙы аҙаҡ тыңламай ҙа башланы. Кешеләрҙең асылы төрлө, әммә донъяны барыбер яҡшы күңеллеләр алға этәрә. Ижадҡа ынтылыш ана шул мәлдәрҙе, кешеләрҙе, хәлдәрҙе күҙәтеүҙән килгәндер, тип уйлайым.
– Уҡытыусыларығыҙ һәләте­геҙ­ҙе күрә инеме?
– Уҡытыусыларым бик һәйбәт булды. Әле лә хәтерләйем, тормош юлдарын барлайым һәм уларҙы шундай тәрән рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алам. Икенсе класта уҡығанда Сәүиә апай Мөхәмәтшина ҡырға алып сыҡты ла нимәләр күреүебеҙ, нимә уйлауыбыҙ хаҡында яҙырға ҡушты. Берәр йомортҡа, икмәк һынығы, шешәлә шәкәрле сәй менән һыйландыҡ яланда. Уйнаныҡ, ашаныҡ, шаярҙыҡ – бик ҡыҙыҡлы була торғайны ундай мәлдәр. “Малайҙар, ҡыҙҙар баҫтырышып уйнаныҡ”, – тип яҙҙым иншамда. Шунан Сәүиә апай: ”Рәлиф, “баҫтырышып” тип яҙыу дөрөҫ түгел, “йүгерешеп уйнаныҡ” тип яҙ”, – тип төҙәтте. Уны ғүмеремдәге иң тәүге мөхәррирем тип иҫәпләйем. Бала саҡта ана шундай бәләкәй генә деталдәр ҙә киләсәгеңә ишара булып тора икән.
Элек уҡытыусылар шул тиклем эшенә мөкиббән бирелгән, фиҙакәр кешеләр ине. Дәрестән һуң алып ҡалып, хаталар өҫтөндә эшләп, гәзиттәр сығарып мәж килә инек. Хәҙер хәлдәр нисектер, бик үк белеп бөтмәүем дә ихтимал, сөнки мәғариф өлкәһе үҙгәреп тора. Беҙҙең ваҡытта белем биреү иң төп талап ине.
Йүнәлеш биргән уҡытыусыларым – Әнисә апай менән Әнүр ағай Байғужин­дарҙы йыш иҫкә алам. Зәкиә, Әнисә апайҙар бик тәжрибәле уҡытыусылар ине. Шул тиклем дәртләндереп, маҡсат ҡуйып уҡыта торғайнылар. Беҙҙең класс бик көс­лө булды. Осрашыуҙар ваҡытында ла һәр саҡ был хаҡта билдәләп китәләр. Класташтарым араһында Рәсәй Федерация­һының Юғары суды судьяһы Рәмил Әхмәтов, райондың баш агрономы Наил Ибраһимов, хакимиәт башлығы Ринат Әхмәтов бар, башҡалар ҙа үҙ урынын тапты, лайыҡлы ғүмер кисерәләр. Күрешкәндә бер-беребеҙгә һөйләрлек, һағынырлыҡ мәлдәребеҙ етәрлек. Ғүмер юлында был да бик мөһим икән.

Көтөүсе булып башланым

– Хеҙмәт кенәгәгеҙҙәге иң тәүге яҙма менән танышырға мөмкинме?
– Хеҙмәт кенәгәм 1969 йылда 12 йә­шемдә көтөүсе булып башланған, ике ай буйы алты саҡрымда ятҡан Күндерәк ауылына йөрөп, һарыҡ көттөм. Иң ауыры – йәйгелеккә эш табыу. Атай ул ваҡытта парторг ине, шуға миңә был эш танышлыҡ буйынса табылды, тип әйтергә лә була. Фәүәз менән икебеҙгә ошо эште йөкмәтеп ҡуйҙылар. Иң мөһиме шул – ул ваҡытта һәр кемдең ғаилә тормошонда әүҙем ҡатнашыу, аҡса эшләү теләге ҙур. Эшлекһеҙ, ялҡау булғыһы килмәй берәүҙең дә. Миндә мал ҡыуыу теләге юҡ, әммә әсәй үҙ һүҙен әйтте: “Көтөү көт, эшләп үҫ, бәлки, Ғүмәр һымаҡ шағир булып китерһең”. Ғүмәр ағай Сөйәрем­бәтов бала саҡтан көтөүсе булған, ауыл шағиры тип тирә-йүндә яҡшы беләләр ине. Торараҡ ул Стәр­летамаҡта техникум тамамлаған, мал табибы булып эшләне. Бына шул ағай ауылдағы һәр байрамға матур итеп кейенеп килә, сәхнәнән шиғыр һөйләй. Яҙғандары район гәзитендә сыға, ауылда уны халыҡ бик хөрмәт итә, шағир тип иҫәпләй ине. Көтөү көтөп йөрөп, шағир булған кеше. Миңә лә уның шөғөлө бик үҙ тойолдо. Яныма дәфтәр алып йөрөтәм, күргән-белгәндәремде теркәй башланым.
Көтөү көтөү еңел эш түгел, сөнки малдарҙы ҡарарға кәрәк, һин улар өсөн яуаплыһың. Шул уҡ ваҡытта тиңдәштәр бесән эшләй. Улар күмәкләшеп килеп төшәләр ҙә йырлай-йырлай эш башлайҙар. Раевка яланында (беҙҙең яҡта шундай урын бар, ожмахҡа тиң төбәк инде!) бесән эшләйҙәр, мин уларға көнләшеп тә ҡуям. Ошондағы кисерештәремде, күргәндә­ремде хикәйә итеп яҙҙым, район гәзитендә сыҡты ул. Төбәк баҫмаһы мине, йәш авторҙы, үҙ итте, ҡеүәтләп ебәрҙе.
– Һеҙҙең эшкә мөнәсәбә­те­геҙҙе, яҙыусылар, хәбәрселәр, етәкселәр менән нисек ара­ла­шы­уығыҙҙы ишетеп түгел, күреп беләм. Фекеремде башҡа­лар ҙа ҡеүәтләр: һеҙ – үҙ баһаһын бел­гән кеше, тиһәм, ни әйтерһегеҙ?
– Ғөмүмән, һәр яҙыу­сы үҙ баһаһын белергә тейеш. Лә­кин һүҙем остаздарым хаҡында. Миңә бик аҡыллы заман­даштарыбыҙ менән эшләргә насип итте. Үткән­дәрҙе иҫкә төшөрөп китәйек. 1985 йылда “Совет Башҡортостаны”ның үҙ хәбәрсеһе булып эш башланым. Ауылдан яңы сыҡҡан малай хәбәрсе булырға йөрөй, халыҡ бик һынап ҡабул итә, үҙем бала саҡтан аралашыусан кешемен. Таныша­һың, арала­шаһың, фекер алыша­һың – был һиңә дәрт бирә. Был үҙе бер бәхетле мәктәп бит ул!
Мәҫәлән, эшкә килгәндә Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев: “Ҡустым, хикәйә яҙаһың икән, яҙ. Ләкин беҙгә хикәйәсе түгел, журналист кәрәк!” – тип тәүге көндән үк ҡайҙа килеп эләгеүемде аңлатып ҡуйҙы. Тәүге көндәрҙә үк бер-бер артлы ике очеркымды сығарҙы. Бына хәҙер һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, Ҡазан ҡалаһында “журналис­тика” бүлеген бөтөрөп ҡайтҡан белгес урынына, дүрт егет дәғүә иткән урынға эшкә алды ул мине. Уның менән ярты йыл ғына хеҙмәттәшлек итеп ҡалдыҡ, Мансур Әнүәр улы килде. Икеһе ике төрлө кеше. Абдулла Ғиниәт улы менән улар – ҡапма-ҡаршылыҡлы, холоҡ-фиғелдәре оҡшаш түгел, эш стилдәре бөтөнләй тап килмәгән шәхестәр. Мансур Әнүәр улы килеү менән редакцияны баштүбән әйләндерҙе, һәм яңы традицияларҙы индерҙе. Байтаҡ ҡына кешегә эштән китергә лә, ҡайһы берәүҙәргә кире ҡайтырға ла тура килде.
Уның Германияға барып ҡайтҡан сәфәре хаҡындағы хәбәрен бөтә коллектив менән иҫебеҙ китеп тыңланыҡ. “Улар беҙҙең һымаҡ интегеп тормай, ә компьютерҙа эшләй. Бына ошо бер махсус битте биш минут эсендә ултыртып, ҡағыҙға сығарып та бирәләр. Төймәгә баҫып ҡына ваҡытлы матбуғатты нәшер итәләр”, – тигәнен шыпа аңла­май­быҙ бит инде. Ул көндәр ҙә килде.
Гәзиткә иң хәл иткес, ҡатмарлы йылдарҙа Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов етәкселек итте. Фекерле, көслө, аҡыллы һәм кешелекле етәксе. Үткән дәүерҙең иң шәп баш мөхәррирҙәренең береһе тип Тәлғәт Сәғитовты иҫәпләйем, сөнки баҫма тотошлайы менән ҙур үҙгәреш кисерҙе, ул кешеләр менән бик яҡшы мөғәмәләлә булды. Кешегә ҡаты бәрелгәнен, йөҙөн йыртҡанын хәтерләмәйем, был хаҡта мин генә түгел, башҡалар ҙа әйтер. Йәнә лә ул беҙҙе эште ойошторорға, һөйләшергә, йәғни менеджер һөнәренә өйрәтте.

Матбуғат мәңгелек

– Бөгөн матбуғат кәрәкме, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
– Матбуғат һәр ваҡыт буласаҡ. Кешеләр Интернетҡа ғына табынып ултырыуҙан да туҡтар, сөнки социологик һорау алыу мәғлүмәт­тәренә ҡарағанда, унда кеше­ләрҙең 90 проценты негатив хәбәр уҡый, баҡтиһәң. Мәҫәлән, “фәлән кешене ҡотҡарғандар” тигән мәғлү­мәт берәүгә лә ҡыҙыҡ түгел. Ә “фәлән кеше фәләнде туҡмап киткән” тиһәң, бөтәһе лә уҡыясаҡ. Ни өсөн кешеләр кире хәбәргә йәбешеп ята, уныһын аңлата алмайым. Ләкин ауыҙ-тел ижады борондан булған кеүек, матбуғат һәр саҡ буласаҡ. Кешелек йәшәй икән, мәғлүмәт алмашыу, мәғлүмәт таратыу йәшәйә­сәк. Телефон, Интернет ҡына ҡәнә­ғәт­ләндереүе лә ихтимал, тип әйтеү­селәр табылыр, әммә улай түгел. Ни өсөн тиһеңме? Сөнки мәғлүмәт саралары – дәүләт менән халыҡты бәйләп тороусы көс. Һәр дәүләттең үҙ сәйәсәте була, матбуғат саралары ана шуны ха­лыҡҡа еткерергә бурыслы. Ыңғай­мы, киреме – уны­һы мөһим түгел саҡтар ҙа бар. Әммә, мәҫәлән, пенсия, социаль проб­лемалар, мәға­рифтағы үҙгә­реш­тәр – былар барыһы ла мат­буғатта яҡтырты­лырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта мәғлүмәт саралары халыҡ тауышы, дәүләт рупоры ролен дә үтәргә бурыслы, сөнки дәү­ләттең үҙ граждандарын яҡлауы зарур. Етешһеҙ­лектәр бар икән, матбуғат уларын да фашлап сығыр­ға тейеш. Тәнҡит тип әйтмәйем, беҙ өҙә һуғырға яратабыҙ, әммә улай ярамай, ә анализ кәрәк. Тормошто, йәшәйеште, халыҡтың көнкүрешен аңлап яҙылған мәҡәләләр етмәй беҙгә.
Эйе, тираждар төшә, бөгөн заман шулайыраҡ, йүнәлеш шундай. Телевидение көсәйҙе, Интернет баҫып алды, тип аҡланыуҙар ҙа эҙләргә була. Ләкин бында икенсе мәсьәлә лә бар бит әле: алтынға манылған, уҡып туйғыһыҙ гәзит сығарайыҡ, әммә уның менән генә тиражды арттырып булмай бөгөн. Йәнә лә халыҡтың мәғлүмәт сараларына ҡыҙыҡһыныуы кәмей төштө. Беҙҙе баҫмалар мил­лионлаған тираж ме­нән сыға торғайны, бөгөн шундай­ҙарҙың ҡайһы берҙәре бөтөнләй юҡ. Ундайҙар менән сағыш­тырған­да, беҙҙең хәлдәр ул тиклем үк на­сар түгел, булғанын һаҡлап ҡалырға кәрәк.
– Ә беҙ яңыса эшләй беләбеҙме һуң?
– Хәҙер аңлатырға тырышам: беҙгә яңыса уйларға өйрәнегеҙ, тип ваҡыт бирәләр, ә беҙ быға әҙер түгел, минеңсә, сөнки һаман һәүе­темсә генә ағым ыңғайына китеп барған һымаҡбыҙ. Әллә яңыса эшләргә өйрәнергә теләмәйбеҙ, әллә белмәйбеҙ. Кешене тиҙ генә үҙгәртеп ҡуйып булмай бит инде. Бәлки, бөтөнләй булмайҙыр ҙа, кем белә, әммә беҙгә заманға яраҡлашырға кәрәк. Эйе, киләсәктә лә беҙҙең гәзиттәр сығыуын дауам итер ул, бәлки, социаль күренеш булараҡ. Тираждарҙың да артыуы ихтимал, бәлки, ваҡытлыса электрон вариантта йәшәп торорҙар. Баҫмаларҙың сайтына, мәҫәлән, көнөнә ун меңдән ашыу кеше инә икән, был да бит тираж күрһәткесе, улар тап ошо матбуғат баҫмаһының электрон вариантын эҙләй, тимәк, гәзит, журнал килеп еткәнен көтөп тормай, ә тота ла алдан уҡый башлай. Киләсәктә улар ҙа дөйөм тираж иҫәбенә инергә тейеш.
А. Исмәғилев, М. Әйүпов, Т. Сә­ғитов кеүек күренекле шәхестәрҙән ҡалған традицияларҙы дауам итер­гә, һаҡларға тырыштым. Әлбиттә, улар ваҡытында башҡа талаптар ине, хәҙер донъя икенсе төрлө.
Үткәндәргә әйләнеп ҡарайым да, беҙ насар эшләмәгәнбеҙ икән, тим. Гәзит – беҙҙең уртаҡ яҙмышыбыҙ ҙа. “Башҡортос­тан” гәзите һуңғы осорҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Уҡымлы мәҡәләләр сыға, дизайны отошло.

Яҙыусы яҡлауға мохтаж

– “Башҡортостан” гәзитенә эшкә килгәс, үҙегеҙгә ҡуйған иң төп маҡсат?
– Ижадсыларға, бигерәк тә яҙыусыларға иғтибарлы булырға тейешмен, тигән эске инанысым булды. Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ошонда эшләп китеүе, уға тынғылыҡ бирмәүҙәре йәнемде әрнетте, шул хатаны төҙәтергә тейешле кеүек хис иттем үҙемде. Айырыуса Рәшит Солтангәрәевтең иҫтәлектәрен уҡығас, был уй миңә тынғылыҡ бирмәне. Яҙыусылар, шағирҙар – Хоҙай тарафынан инселәнгән заттар, һайландыҡ кешеләр. Уларҙы һаҡларға кәрәк! Шуға күрә ниндәй генә хәлдә лә ҡул аҫтымда эшләгән әҙиптәрҙе эштән ебәрмәҫкә тигән маҡсат ҡуйҙым. Улар тиражды арттырыу, баҫманы уҡымлы итеү буйынса бөтәһенән дә күберәк көс түгә. Был минең принцип­тарымдың береһе – яҙыусыны ниндәй сүрәттә лә эштән ебәрмәҫкә! Уларҙың ижады китапҡа инерлек.
Рәйес Түләктең яҙғандарын халыҡ көтөп ала торғайны. Уны Өфөгә килгәс тә эшкә алырға кәрәк булған. Әгәр иртәрәк аралашһаҡ, хәлдәр башҡасараҡ булмаҫ инеме икән, тип уйлайым. Эшкә алғас та, беҙ уның менән Темәскә коман­дировкаға киттек. Тыуған яғында Рәйестең абруйы шул тиклем ҙур ине, уны күтәреп кенә алманылар инде. Фото ла һаҡланған: сәскәләргә күмелеп ултырған Темәс мәктәбе, Рәйесте уратып алған халыҡ, шундай матур көн. Прозаны ла шиғыр һымаҡ итеп яҙған Рәйес был мәктәп тураһында ла иҫ киткес һүрәтләмә яҙып ебәрҙе – уҡып туйғыһыҙ! “Егеттәр алға атлай, тик атайһыҙ ғына” тигән яҙмаһы иң һуңғыһы булды. Хәрби комиссариат мәғлү­мәт­тәре менән ҡыҙыҡһынған да был, һораша башлаған. Баҡтиһәң, әрмегә киткән егеттәрҙең икеһенең береһе атайһыҙ икән! Мәҡәлә сығып күп тә үтмәне, Рәйес менән хуш­лаштыҡ. Буранбай Рәфҡәтович Күсәбаев шылтыратып: “Атайһыҙ­лыҡ проблемаһын тәрән өйрәнеп яҙылған мәҡәлә, брошюра итеп сығарып булыр, бәлки, ҡырҡып һалып ҡуйҙым”, – тине.
Ун ике йыл эшләү дәүеремдә бер хеҙмәткәргә лә шелтә иғлан иткәнем булманы. Ижад кешеләрен аңлап эшләргә тырыштым. Уларҙың төрлө көйһөҙлөктәрен дә ғәфү итә белергә кәрәк, мотлаҡ кәрәк. Ярамай! Ваҡлыҡтарға күмелеп, хата сүпләп, коллективты аямай ултыр­һаң, иртәнән алып кискә тиклем мөнәсәбәт асыҡларға тура килер ине.

“Ағиҙел”дә хәҙер сират

– Гәзит менән журнал айырмаһы хаҡында һөйләшһәк?
– Борсолмағыҙ, һеҙҙең тира­жығыҙ тотороҡло, тип иҫәпләйем. Гәзит һуңғы осор үҙ уҡыусыһын тап­ты, яңыларын өҫтәне. Әгәр баҫ­маңды мәжбүри тағып, яҙылығыҙ, уҡығыҙ, тип ҡурҡытып, өгөтләп йөрөйһөң икән, уға берәү ҙә яҙылмаясаҡ. Беҙҙең халыҡтың менталитеты шулай. Бөгөн уҡыусының һайлау мөмкинлеге сикһеҙ ҙур, шуға күрә әллә ниндәй маҡтау һүҙҙәре менән үҙеңде пропагандалаһаң да, баҫманы яраттырып булмай. Тираж өсөн көрәште тиражға ҡаршы көрәшкә әйләндереү ҡурҡынысы бар. Уҡыусы менән бәхәскә кереү ҙә урынһыҙ.
“Ағиҙел”дә эшләй башлағас, ҡәләмдәштәр шундай тәҡдим индер­ҙе: әҙиптәр аҙ яҙа, шуға журналдың күләмен 20 – 25 процентҡа ҡыҫҡартайыҡ, тинеләр. Күҙ алдына килтерәһеңме? Бик оҙаҡ уйлағандан һуң килгән улар был фекергә, сөнки редакция папкаһында Фәрзәнә Аҡбулатованың романынан башҡа бер нәмә лә юҡ. Ҡабаланыу был осраҡта дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки беҙ булған нәмәне юҡ итергә тейеш кеүек килеп сыға. Май һанын әҙерләгәндә Исмәғил Аҡъюловтың мәҡәләһен ҡуйҙыҡ, әммә уны нәшерләп кенә биргәйнек, “Башҡортостан”да ул ҙур булып килеп сыҡты. Фәрзәнә Аҡбулатованың бер нисә йыл ятҡан романын әҙерләнек. Шәп әҫәр! З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте магазинына барып керһәм, роман китап булып сығып ята, имеш. Әлбиттә, әҫәрҙәр юҡ саҡта, журналды йоҡартырға була ул, бик теләп ҡыҫҡартасаҡтар беҙҙе, әммә улай эшләү дөрөҫ булмаҫ ине. Күренекле ағайҙарыбыҙ уны бар итеүгә күпме көсөн һалған, бөгөн килеп беҙ уның бит һанын бер нисек тә кәметергә тейеш түгел. Яҙыусыларыбыҙ күҙ терәп торған, милли әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөн билдәләгән баҫма бит ул “Ағиҙел”! Битенән түгел, бер юлынан да баш тарта алмайбыҙ.
Хәлдең бик киҫкен икәнлеген аңлағас, яҙыусыларға шылтырата, әҫәрҙәрен алып килеүҙәрен һорай башланым. Р. Камал повесть, Ғ. Хи­самов роман бирҙе. Икенсе көнөнә Р. Шәкүр мемуарҙарын кил­терҙе. Р. Бикбаев көндәлектәренең өсөнсө томын, Ҡ. Аралбай, Т. Ғә­ниева шиғырҙарын, Т. Ғарипова хикәйәһе менән ҡыуандырҙы. Юбилярҙар ҙа бар бит инде, улар хаҡында мәҡәләләр тупланыҡ. Бына ошо рәүешле журналды ижад итә башланыҡ һәм хәҙер баҫмабыҙҙа сират барлыҡҡа килде. Әйтергә кәрәк, ул ҙур ғына! Бына был күренеш үҙе генә лә әҙәби процестың йәнлелеге хаҡында һөйләй. Рауил ағай Бикбаев шылтыратып, хәлде белешеп кенә ҡалмай, яҙыусыларҙың әүҙемлеге менән ҡыҙыҡһынып, беҙгә килеп тора. М. Ямалетдинов, С. Әбүзәров, Х. Юлдашев тураһында мәҡәләләре менән бик һөйөндөрҙө беҙҙе Рауил ағай. Йәнә лә авторҙарға үҙең мөрәжәғәт итеүгә етмәй. Яҙыусылар һәр береһе ижади шәхес, һәр береһенә айырым мөнәсәбәт кәрәк. Баш мөхәррир һәр береһенең күңеленә юл табырға бурыслы, ул эшләтә лә белергә тейеш әҙиптәрҙе, дәртләндереү ҙә мөһим. Хикәйәләр булмағанлыҡтан, Р. Солтангәрәев исемендәге конкурс иғлан иттек, әйтә алмайым, был ярыш үҙен аҡлармы-юҡмы, әммә мин күберәкте көткәйнем. Яҙыусылар яҙабыҙ, алып килербеҙ, тиҙәр. Шуныһына ҡыуанам, бөгөн әҫәрҙәрҙән оҙон сират күңелде йыуата, 2018 йыл аҙағына тиклем йөкмәтке билдәләнде, тиергә лә була.
Башҡортостандың 100 йыллығына ла әҫәрҙәр йыйыла башланы. Ғәлим Хисамовтың быйыл донъя күрәсәк “19 март” романы ошо хаҡта. Ринат Камалдың “Башҡорт армияһы” романы ла ошо темаға арналған. Мәхмүт Хужиндың “Әруахтар ауазы” романын бирә башланыҡ. Редакция папкаһында тулы күләмле өс романдың ятыуы – бик ыңғай күренеш. Йөкмәткеле журнал сығарыу – беренсе маҡсат. Икенсеһе – сифатлы журнал.
– “Башҡортостан” гәзитендә эшләгән йылдарығыҙға ҡайтып йәнә бер һорау: был баҫма башҡаларҙан нимәһе менән айырыла?
– Алда әйтеүемсә, гәзит – ошо властың рупоры, уның сәйәсәтен халыҡҡа еткереүсе орган. Бер дәүләт тә, әгәр үҙенең ниәтен халыҡҡа аңлата алмай икән, йәшәй алмай. Бойондороҡһоҙ матбуғат саралары тип һөйләргә яраталар, ә мин ундайҙарҙың булыуына бер ваҡытта ла ышанманым.
– Сәбәбе?
– Юҡ улар. Миҫал өсөн мин һиңә Американы килтерәм. АҠШ-та былтыр ғына һайлау булды. Мәғлүмәт сығанаҡтарының 90 проценты Х. Клинтонды яҡлап сыҡты. Үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлау, көрәш Трамп менән икеһе араһында дауам итә, сөнки бойондороҡһоҙ тип аталған мәғлүмәт саралары Клинтондың аҡсаһына һатылып, Трампҡа ҡаршы көрәш асты. Халыҡ уға ҡаранымы? Юҡ. Тоттолар ҙа Трамп өсөн тауыш бирҙеләр. Беҙҙә лә ундай бойон­дороҡһоҙ сығанаҡтар юҡ. Уны сығарыр өсөн аҡса кәрәк бит, ә инде матди яҡтан тәьмин иткән кеше үҙ сәйәсәтен тылҡый.
– Нимә ул бойондо­роҡ­һоҙлоҡ?
– Тимәк, нимә бар, шуны һөйләү, ә нимә теләйем, нимә күңелемә, башыма килә, шул түгел. Беҙҙә лә бөтә бойондороҡһоҙ тип иҫәпләнгән баҫмалар миллиардерҙар ҡулында, уларҙың фекерен еткерә. Үҙе бер шоу, театр һымаҡ була инде.

Сәхнәлә характер эҙләйем

– Театр тигәндән, бөгөнгө драматур­гия­ның хәле тура­һында ни тиерһегеҙ?
– Н. Нәжми, М. Кәрим, Р. Сафин, Н. Асанбаев, Ф. Бүләков кеүек драматургтар китеп бөткәс, бөгөн сәхнәләр бушап ҡалған кеүек булды хатта. Уларҙы кем алмаштырыр икән? Әлбиттә, берәү ҙә алмаштыра алмаясаҡ, сөнки үҙ һүҙҙәрен әйтеп киттеләр. Драматургия – сәнғәттең, әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры. Уның шулай икәнен хәҙер генә төшөнә башланым. “Нисек яҙаһың?” тип йыш һорайҙар. Беренсе хикәйәләр китабым сыҡҡас ҡына, хикәйәнең нимә икәнен белдем. Икенсеһе баҫылғас, повестың ни икәненә төшөндөм һәм, ғөмүмән, проза минең өсөн ҡыҙығын юғалтты, шулай эҙләнә башланым.
Һәр дәүерҙең үҙ драматургтары булған. 1919 йыл, граждандар һуғышы бара, бер туғандар бер-береһен юҡ итә, шул ваҡытта хөкүмәт һәр губернала, һәр ҡалала театрҙар ойоштороу хаҡында ҡарар ҡабул иткән. Халыҡ аслыҡтан ҡырыла, шул ваҡытта сәнғәт тураһында һүҙ бара. Ни өсөн? Сөнки йәмғиәткә яңы властың тәғәйенләнешен еткерергә кәрәк!
Үрҙә һанап үтелгән ағайҙарҙы алмаштырырлыҡ драматургтар юҡ, бының булыуы мөмкин дә түгел. Әммә шул уҡ ваҡытта иң күп ҡуйылған авторҙарыбыҙ бар – Мөҙәрис Бағаев менән Салауат Әбүзәров. Улар араһына Мөнир Ҡунафин да баҫыуы ихтимал. Йәш ваҡытта ғашиҡ булмаған, шиғыр яҙмаған кеше булмаған һымаҡ, драма яҙып ҡарамаған яҙыусы юҡ. Хатта Рәми Ғарипов көндәлектәрендә Переделкиноға Рафаэль Сафиндар менән бергә пьеса яҙырға тип барыуҙары хаҡында теркәп ҡуя. Рауил Бикбаев та көндәлектәрендә был хаҡта яҙып үтә. Әммә жанр ифрат ҡатмарлы. Был хаҡта китап та бар, әммә уны уҡып ҡына драматург тыуамы икән? Юҡ тип иҫәпләйем. Ҡатмарлы жанр. Үҙем ауыр, оҙаҡ яҙам. Ярай ғаиләм ярҙам итә. Ҡатыным Филүзә Шәриф ҡыҙы Ишбирҙина ныҡлы таяныс булып тора. Тормош юлдашым иң тәүҙә уҡып сығып баһаһын бирһә, әҫәр уңыш яулай.
– Халыҡ араһында “Ағиҙел”гә ҡарата мөнәсәбәт нисек, һеҙҙеңсә?
– Эшкә килеү менән Көньяҡ Урал райондарына сәфәрҙәр ойош­торҙоҡ, халыҡ менән аралаштыҡ. Нимәһе ҡыҙыҡлы: беҙҙең халыҡ бик әҙәпле, баҫалҡы, янға килеп фекерҙәрен әйтеп китте. Хаталар тураһында ла белдерҙеләр. Беҙҙе уҡығандар күп, алдырғандар аҙыраҡ, әммә ана шул ун-ун биш кеше баҫмаға рухи ҡәғбәгә ҡараған кеүек баға. Өлкән апайҙарҙың, абруйлы ағайҙарҙың ҡараштарын әйтеүе, беҙҙе ҡеүәтләргә әҙер тороуы күп нәмә хаҡында һөйләй. Беҙ йөкмәткеле, сифатлы, тиражлы баҫма сығарырға бурыслыбыҙ ошо кешеләр алдында. Беҙҙең өсөн иң анһаты тираж булып сыҡты. Ә бына бер хатаһыҙ, грамоталы, тәрән йөкмәткеле журнал сығарыу – ул ваҡыт эше. Урындарҙа әҙәби ойошмалар күп, хатта ҡайһы бер төбәктәрҙә бер нисә түңәрәк эшләй, бына улар беҙҙең журналда үҙҙәренең әҫәрҙәрен күрергә теләй. Беҙ ҡәләмдәштәребеҙ менән аралашыуға, хәбәрләшеүгә асыҡ. Бөгөн беҙ һәр яҙыусынан әҫәр көтәбеҙ.
Әҙәбиәттә элегерәк традициялар бар ине. Мәҫәлән, авторҙың әҫәре Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзында тикшерелеү менән бүлгеләп-бүлгеләп кенә гәзит-журналдарҙа баҫҡандар. Был үҙенә күрә уҡыусыны йәлеп итә торған ысул. Бер көн Әхмәр менән Дамир элекке төпләмдән Динис Исламовтың “Мәскәү юлы” романын егерме-егерме биш бит баҫтырғандарын табып күрһәтте. Был өҙөктәр аша журналға пропаганда бара, халыҡ китап булып сыҡҡанын көтөп йөрөй. “Башҡортостан” гәзите, “Ағиҙел” журналы, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә бурыслы.
– Һеҙҙең быйыл юбилей йылы ла бит әле...
– Яҡындарымды, ҡәләмдәш­тәрҙе, һабаҡташтарымды бер премьераға йыйып алыу теләге бар. Юбилей уңайынан быйыл шуны тормошҡа ашырырмын, тим. Ниһа­йәт, китабымды әҙерләйем, был аҙнала 1-се томдың корректураһын уҡыйым. 2-сеһе лә әҙерләнгән, уныһы ла донъя күрер. Театрҙар ижадым менән ҡыҙыҡһына, әлегә ашыҡмайым, яйлап барыһы ла тормошҡа ашыр. Аллаға шөкөр, китабын да сығарҙыҡ, премьераларын да күрҙек. Тыуған яҡҡа ҡайтып килергә кәрәк булыр. Әммә мин юбиляр тип күкрәк киреп йөрөргә теләк юҡ. “Баш­ҡортостан” гәзитендә эшләгәндә лә төрлө юбилейҙар, төрлө саралар күрҙек, уртаһында ҡайнаныҡ, оҡшағандары ла, фәһем алырлыҡ саралар ҙа үтеп китә, нишләмәк кәрәк, ижадсылар төрлө, уларҙың талаптары ла асылына бәйле. Әйттем бит, һәр яҙыусы үҙ баһаһын белһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840