Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матурлыҡты күрә беләйек!
Матурлыҡты күрә беләйек!Бөйөк Ватан һуғышы башланған 1941 йылдың көҙөндә Әбйәлилдең хәҙер инде тарихта исеме генә ҡалған Буҙыҡай тигән ауылында донъяға килгәнмен. Мин тыуғанда атайым Шакирйән Фәйзуллин һуғышҡа алынған булған. Әсирлеккә эләгеүе менән бәйле, яуҙан имен ҡайтһа ла, төрлө ҡыҫымдарға түҙә алмайынса, ғүмеренең күп өлөшөн ситтә үткәреүгә мәжбүр ителде ул. Әсәйем Яңылбикә иһә сараһыҙҙан күрше ауылда яңы тормош ҡорҙо.
Ә мин өләсәйем тәрбиәһендә үҫтем. Ул мине бәләкәйҙән бөтөн эшкә, өлкәндәр аҡылына, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, хеҙмәттән йәм табып йәшәргә, әҙерҙе көтөп ултырмаҫҡа өйрәтте. Ҡәҙерлемә ошондай тәрбиәһе өсөн ғүмер буйы рәхмәтлемен.
Белем алыуға килгәндә, тәүҙә Буҙыҡайҙа уҡыным, унан ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡырҙастағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамланым. Артабан, үкенескә ҡаршы, ғилем тупларға яҙманы. Матур йырлайһың, үҫергә тейешһең, тип Өфөгә уҡырға ебәрергә лә әҙер инеләр ҙә... Насип итмәне.
Шулай ҙа яҙмышыма һис үкенмәйем. Ун һигеҙ йәштән яратып кейәүгә сыҡтым. Ирем Дауыт Искәнйәр улы шул ҡәҙәр изге күңелле, уңған, талантлы кеше булды. Ғүмер буйы Ҡырҙас мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытты ул. Егерме биш йәшендә генә фалиж һуғып, ғәрипләнеүенә ҡарамаҫтан, яҙмы­шына зарланып, өмөтһөҙлөккә бирелеп ултырманы, өҙлөкһөҙ эшләне. Татыу ғаилә­беҙҙә ике ул һәм ике ҡыҙ үҫтереп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙыҡ. Балаларыбыҙ хәҙер инде, олатай-өләсәйҙәр ҡорона инеп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп йәшәй.
Мин үҙем ғүмер буйы һауынсы булдым. Эшемде ихлас яратып башҡарҙым. Шул уҡ ваҡытта күңелемдән гел йыр урғылып торор, бармаҡтарым ҡәләмгә үрелер ине. Беренсе шиғырымды алтынсы класта уҡыған саҡта яҙғаным иҫемдә. Атайым һуғышҡа киткәнендә тамға һуҡҡан ағас тураһында ине ул.
Хаҡлы ялға сығып, буш ваҡытым күбәйгәс, яйлап бала саҡ, йәшлек хәтирәләрен барлап, аҡ ҡағыҙға төшөрә башланым. Күңелемдә яңы шиғырҙар ҙа яралды. Һөҙөмтәлә яңыраҡ ҡына “Ағиҙел” журналы редакцияһы ярҙамы менән “Йөрәктән юйылмаҫ эҙҙәр” тигән китабымды баҫтырып сығарыуға өлгәштем. Унда үҙемдең бөтөн тормошом, күңел кисерештәрем сағыла.
Илһам килеүе, һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенән. “Хаҡлы ялға сығыу менән намаҙға баҫам”, – тип үҙемә һүҙ биргәйнем. Үтәнем. Бәләкәйҙән дин юлына тартылып, олоғайғас булһа ла ошо теләгемдең тормошҡа ашыуына сикһеҙ һөйөнәм. Тыуған яғымдың һауаһын һулап, аһәңен тойоп, яҡындарымдың, ауылдаштарымдың, яҡташтарымдың хәстәрлеген күреп йәшәү, әл-хәмдү лил-ләһ, күңелемде тағы ла бөтөнөрәк итә.
Тормошобоҙ ниндәй генә булмаһын, зарланмайыҡ, яҡшылыҡты, матурлыҡты күреп йәшәйек, тип кәңәш итәм замандаштарыма. Бер-беребеҙгә йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәйек. Донъябыҙ шундай матур, уның ҡәҙерен беләйек!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840