Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда
Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулдаТәртиптең һәм таҙалыҡтың тупһанан башланыуын кем инҡар итер? Әлбиттә, берәү ҙә ҡаршы һүҙ әйтә алмаҫ. Ошоға хәтлем матур йәшәүҙе тыйғандары юҡ әле. Тыуған йортобоҙға ҡот ҡундырыу, ихатабыҙҙы гөл баҡсаһына әйләндереү, хатта эргә-тирәбеҙҙе йыйыштырып ҡуйыу һәм берәй бинаны ремонтлау өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй. Әгәр ҙә барыһын да күктән көтөп ултырһаҡ, иманым камил, тормош бер ҡасан да алға бармаясаҡ. Йәшәү, Хоҙай тигәндән, ауылдағы берәүҙең тупһаһында өйөлөп ятҡан ҡарҙы күреп, ниңә ситкә алып ташламауы, йөрөр юлды таҙартмауы тураһында ҡыҙыҡһынғас, Хоҙай Тәғәлә биргәнде үҙе кире ала ул, тип бошмай ғына яуап биреүенә ныҡ аптырағайным.

Ғөмүмән, күркәмлекте үҙ ҡул­дарыбыҙ менән булдырыу, ожмахҡа тиң тормошта гөрләп ғүмер итеү өсөн ишектәр һәр кемгә асыҡ. Бары тик үҙебеҙҙән ныҡышмаллыҡ талап ителә. Нисек тиһегеҙме? Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына ти­гәндәй, илебеҙҙә “Урындағы баш­ланғыстарҙы яҡлау” програм­маһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Был тәңгәлдә Башҡортостан – алдынғы. Дәүләт ярҙам итәм тип торғанда, ниңә мөмкинлекте ҡулдан ысҡын­дырырға? Ябай итеп әйткәндә, эш шунда: ауылдағы һыу алыу ҡорол­маһын ремонтларға, урам колонкаларын төҙөкләндерергә, хатта һыу торбаларын алмаштырырға уйла­ғандар хөкүмәткә таяна ала. Күп­мелер аҡсаны республика ҡаҙна­һынан алырға мөмкин, шуға халыҡ та өҫтәһә, ниәтләгән уй-пландар тиҙ арала бойомға ашыр. Программаның өҫтөнлөгө шунда: ул урындағы социаль проблеманы тиҙ арала асыҡларға һәм хәл итергә булышлыҡ итә. Мәҙәниәт усаҡтарын ремонтлау, юлдарҙы тәртипкә килтереү, ауылды һыу менән тәьмин итеү, төндә урамдарҙы яҡтыртыуҙы ойоштороу, шулай уҡ йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү – шуға асыҡ миҫал.
Шул иғтибарға лайыҡ: халыҡ бөтә эштең дә уртаһында ҡайнай – проблеманы билдәләүҙән алып аҡса­лата өлөш индереү һәм уны күҙә­теүгә тиклем. Ысынлап та, програм­маның социаль инфраструктура объекттарын үҫтереүгә көслө булышлыҡ итеүен телгә алыу артыҡ.
Хәйер, Волга буйы федераль округының муниципаль берәмек­тәрҙе үҫтереү мәсьәләләрен тик­шергән советы йыйынында Баш­ҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов урындағы үҙидара органдарының ролен айырыуса билдәләне.
– Беҙҙә 900-гә яҡын муниципаль берәмек иҫәпләнә, – тине республика етәксеһе. – Шуға күрә әле тик­ше­релгән мәсьәләләр бик әһәмиәтле. Уҙған йыл урындағы баш­ланғыс­тарҙы тормошҡа ашырыуға халыҡ 60 миллион һум аҡса йыйҙы. Дөйөм кимәлдә был ҙур сумма түгел, ләкин шуныһы мөһим: кешеләр үҙҙәре теләп йәшәгән урындағы пробле­маларҙы хәл итеүҙә аҡсалата ярҙам күрһәтә. Уларға бер ниндәй ҙә баҫым яһалмай һәм һис ниндәй күрһәтмә бирелмәй.
Әйткәндәй, Башҡортостандың был тәжрибәһе БРИКС илдәренең былтыр ноябрҙә Һиндостанда үткән форумында ыңғай өлгө итеп күрһәтелде.
Мәҫәлән, Ейәнсура районының Яңы Петровка ауыл Советында был тәңгәлдә эштәр шәп көйләнгән, бигерәк тә хакимиәт башлығы итеп Илфат Аҡсурин һайланғас.
– Беҙҙәге халыҡтың әүҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ, – тип һөйләй Илфат Лотфулла улы. – Ошо ысул ярҙамында Башҡорт Үргене ауылы уртаһында спорт майҙансығы төҙөнөк. Буш ятҡан урын булғаны түгел, ә үҙәктә урынлашҡаны өсөн. Хоккей уйнайым тигәндәргә ҡайҙа­лыр алыҫҡа йәки осҡа ыҙаланып барырға кәрәкмәй, һәр кемгә лә яҡын. Быйыл уны рәхәтләнеп файҙаландыҡ.
Бер нәмәнең тәмен белеү тағы ла сәмләндерә, иңдәргә ҡанат ҡуя. Үргендәр ҙә бының менән генә туҡталмаған. Ауыл клубына капиталь ремонт эшләгәндәр. Заманса газ ҡаҙанлығы алып ҡуйғандар, бинаның тәҙрәләрен тотош алмаштырғандар, ишектәрен яңыртҡандар.
Илфат Аҡсуриндың һүҙҙәренә ҡарағанда, ауыл хакимиәте тиҙҙән “Беларусь” тракторы аласаҡ. Эйе, дәүләт күпмелер сумманы биргән, халыҡтың йыйған аҡсаһы һаҡлыҡта ята, етмәһә, бағыусылар ҙа ярайһы ҙур өлөш индергән.
Бынан бер нисә йыл элек Яңы Петровкала һыу торбаларын алмаштырыу башланған булған, ошо эште лә аҙағына тиклем еткергәндәр. Ә бит быларҙың барыһы ла “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы нигеҙендә бойомға ашырылған.
Ауыл ҡапҡаһы тигән төшөнсә бар. Ысынлап та, ҡайһы бер яҡтарҙа уның менән осрашыуға һәм эскә үтеүгә әкиәттән кәм булмаған хозурлыҡ күҙгә ташлана. Стела әллә ҡайҙан балҡып күренә, өйҙәр күркәм, улар уңайлы итеп кәртәләп алынған, хатта күпергә тротуар эшләнгән, юлдар торошо яҡшы. Бынан тыш клуб, мәсет, магазиндар тирә-яҡҡа матурлыҡ өҫтәй. Әлбиттә, быларҙың барыһын да халыҡ үҙ ҡулдары менән булдырған. Шунан сығып, теләк тирәк йыҡтыра, тип әйтмәй ҡара!



– Нәҡ урындағы үҙидара органдары халыҡ өсөн мөһим мәсьәләләрҙең төп өлөшөн хәл итә, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Урындағы үҙидара көнө уңайынан үткәрелгән тантанала сығыш яһап. – Мәшғүллек булһынмы, эшҡыуарлыҡты яҡлау тиһеңме, коммуналь хужалыҡ эштәре, юлдарҙы ремонтлау һәм башҡалар. Үҙеңдең биләмәңдәге ундарса, йөҙҙәрсә эре һәм бәләкәй йүнәлештәрҙе үҫтереү өсөн уларҙы алдан күрә белергә кәрәк.
Ғөмүмән, ауылдарҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү – өҫтөнлөклө йүнәлеш. Ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһы буйынса ғына 1,7 миллиард һум аҡса үҙләштерелгән. Өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары, спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килеүенә барыбыҙ ҙа шаһит. Ауылдарға газ һәм һыу үткәрелә, юлдар һалына, 430-ҙан ашыу ғаилә, ә уларҙың күбеһе йәш ғаилә, торлаҡ сертификаттары алып шатлыҡлы көндәрен кисергән. Республика ауылдарға финанс ярҙамы күрһәтеүҙе дауам итә. Йыл һайын был маҡсатта 400 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә, финанслау киләсәктә лә дауам итәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512