Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һабаҡ алынмаған әсе тарих
Һабаҡ алынмаған әсе тарихБөйөк Октябрь социалистик революцияһының 100 йыллығын билдәләү мәсьәләһенә бәйле, электрон һәм ваҡытлы матбуғат сараларында төрлө, хатта ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр әйтелә. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Марат Ямалов менән “Башҡортостан” гәзитендәге әңгәмә лә (Рәшит Кәлимуллин, “Уяндымы “ләғнәт ителгән астар һәм ҡолдар донъяһы?”, 2017 йыл,
4 апрель, № 38) бер яҡлы ғына ҡабул ителмәй. Тарих фәндәре докторының совет осоронда белем алып, ҡарашы ла шул нигеҙҙә формалашыуы күҙгә ташланып тора.

“Октябрь ваҡиғалары төрлөсә баһа­лана. Уларҙы Рәсәйҙә генә түгел, донъя тарихында боролошло ваҡиға, тигән ҡараш белдереүселәр ҙә бар, ти Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Анатолий Торкунов. Октябрь ваҡиға­лары Рәсәй инҡилабының йүнәлешен тамыр­ҙан үҙгәртте... Октябрь револю­цияһы һәм унан һуңғы Граждандар һуғышы ерлегендә властың нигеҙе итеп көс ҡулланыу һайлап алынды, илдә хосуси милекселек институты бөтөрөлдө”.
Уларҙың тәнҡит күҙлегенән баһала­ныуы йәки үҙенсәлекле тарихи үҫеш эҙемтәһе булараҡ ҡабул ителеүе тәбиғи, сөнки һәр кем “үҙ манараһы” бейекле­генән тороп фекерләй. Берәүҙәр аңын­дағын донъя цивилизацияһының уртаҡ ҡанундары аша үткәреп еткерһә, икен­селәр “урыҫ цивилизацияһының ҡабат­ланмаҫлығы”на һуҡтырып, ҡайһы саҡ нигеҙһеҙ һығымталар яһай.
“Аҡ генералдар диктатураһы менән большевистик совет власы араһында һайлау” тигән фекер, бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, уңышһыҙ килеп сыҡҡан. Генералдар түгел, ә большевиктар “пролетариат диктатураһы” урынлаш­тырыр­ға ынтылған һәм быны асыҡтан-асыҡ һөйләгән. Был – бер.
Икенсенән, “һайлау” күп халыҡтарҙан торған империяла төрлө сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, башҡорттар революция уларҙың ерле автономияға хоҡуҡ­тарын ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирә тип иҫәпләгән һәм Рәсәйҙе Ойоштороу йыйылышына был хоҡуҡтарҙы яҡларлыҡ ышаныслы делегаттарын ебәргән. Большевиктар илдең киләсәген халыҡтарҙың законлы ихтыяры нигеҙен­дә билдәләйәсәк был форумды ҡыуып таратмаһа, бәлки, Граждандар һуғышы ла булмаҫ ине тигән ҡараш, моғайын, урынһыҙ түгелдер. Әгәр ҙә 90-сы йылдарҙа “социалистик” ҡоролош Советтар Союзы менән бергә тарихҡа китеп бармаһа, авторҙың фекере, бәлки, ваҡыт һынауын үткән тип һаналыр ине.
Шул уҡ ваҡытта тарихсы үҙе лә “87 процент халҡы ауылда йәшәгән илдә ниндәй социализм тураһында һүҙ йөрө­төргә мөмкин?” тигән шик белдерә. Бөгөн Октябрь ваҡиғаларының йәмғиәт аңының эволюцион үҫешенә кире йоғон­то яһауы иҫбатлауға мохтаж түгел кеүек. Эйе, һүҙ социаль-иҡтисади үҫеш түгел, аң даирәһе тураһында. 1945 йылда ғы­на әле 26 миллион ҡорбан биреп һаҡлап ҡалынған дәүләтте ни бары 45 йыл үтеүгә ҡорал тотоп яҡларға кеше табылмаһын әле!
Яңыраҡ сәйәси ҡараштары менән айырылып торған иҡтисадсы Михаил Хазин “Рәсәйгә 2017 йылға сәйәси фараз” тип аталған хеҙмәтендә илебеҙҙә монархияны тергеҙергә маташыусы көстәр эш итеүе тураһында яҙҙы. Һүҙ, ысынлап та, ХХ быуаттың төп ҡаҙанышы – демократия түгел, ә ХIХ быуатта тарихҡа оҙатылған монархия хаҡында бара, һәм быны һис кенә лә аҡылға һыя торған күренеш тип баһалап булмай. Тимәк, һуңғы бер быуат эсендә Рәсәй йәмәғәтселегенең ижтимағи аңы үҫеш кисермәгән! Тимәк, Рәсәйҙә монархия тураһында һүҙ ҡуҙғатырлыҡ сәбәптәр барлыҡҡа килгән.
Профессорҙың, “Интервенттарға буйһонған аҡ ғәскәрҙән айырмалы илдең бойондороҡһоҙлоғон һәм бөтөн­лөгөн яҡлаған” большевиктарҙың халыҡ яғынан яҡлау табыуы тураһындағы фекере ҡаршылыҡлы. Ә бит интервенттар, совет дәреслектәрендә раҫланыуынса, батша монархияһын тергеҙеүҙән бигерәк Рәсәй империяһы иҡтисадына һалынған, большевиктар тарафынан дәүләтләште­релгән капиталын ҡайтарыу өсөн һуғыш башларға мәжбүр булған, сөнки хосуси милек уларҙа әле лә изге. Дөрөҫ, улар маҡсатына өлгәшә биреп ҡуйған, мәҫә­лән, Себер киңлектәренән генә 1000 вагон байлыҡ сығарғандар.
Әйтелгән фекер башҡорт халҡының ҡарашы менән дә тап килмәй. Дөрөҫ, был тема үҙе айырым һөйләшеүгә торошло, ләкин бер-ике хәл-күренеште телгә алыу ҡамасауламаҫ кеүек. Баш­ҡорт хөкүмәтенең фарманына яраш­лы, бер бөтөндө тәшкил иткән баш­ҡорттар араһында аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа булмаған. Әммә большевиктарҙың ҡанһыҙ сәйәсәте башҡорт йәмғиәтен ҡапма-ҡаршы ике төркөмгә бүлеп, бер-береһенә ҡаршы һуғыштырыуға өлгәшә. Аҫаба башҡорттарҙың ер биләүгә һәм эске идараға хоҡуҡтарын юҡҡа сығарған Совет власын яҡлауы, әлбиттә, мөмкин булмаған күренеш. Мәрхүм журналист Рәүеф Насировтың, әйткәндәй, ул “Совет Башҡортостаны” гәзите редак­цияһында партия бюроһы секретары ла булды, 2000 йылдар башында һөйләгән бер хәбәре иҫтә ҡалған. Архив материалдары араһында ҡыҙылдар яғында йөрөгән ауылдаштарымды таба алманым, тине ул. Ҡайҙа булғандар? Тимәк, аҡтар яғында йөрөгәндәр.
Журналист Рәшит Кәлимуллиндың, “Ни өсөн башҡа илдәрҙә шундай түң­кәрелешкә юл ҡуйылмаған йәки ундай тәрән эҙемтәләргә алып килмәгән?” тигән һорауы яуапһыҙ ҡалған. Тарихсы “илебеҙ халҡының фекерләү ҡеүәһендә большевизм элементтары элек тә өҫтөнлөк алған” тигән фекер менән сикләнгән. Һорау, ысынлап та, бик ҡатмарлы. Мәҫәлән, большевиктар йыш һылтанырға яратҡан Француз рево­люцияһы хатта XVIII быуатта ла хосуси милекселек институтын юҡ итеүгә барып етмәгән. Хикмәт, моғайын, Рәсәй фәҡир­ҙәре араһында хосуси милекселеккә мөнәсәбәттең һуң дәрәжәлә кире булыуындалыр. Күренекле урыҫ философы Николай Бердяев “Истоки и смысл русского коммунизма” тип аталған хеҙмәтендә, мәҫәлән, урыҫ йәмғиәтенең татыу булмауы, бер өлөшөнөң, әлбиттә, ярлыларҙың XVI, ә байҙарҙың ХХ быуатта көн итеүе, тимәк, аңдары­ның да шул рәүешле булыуы тураһында тик­тәҫкә телгә алмаған. Хосуси милеккә мөнәсәбәтте алпауыт имениеларын яндырыу аша ла күҙ алдына баҫтырып була торғандыр, һәм унда XIX быуат урталарына саҡлы йәшәп килгән крепостной хоҡуҡтың йоғонтоһо көслө булғандыр. Көнбайыш илдәрендә етеш тормошҡа юл асҡан, көслө социаль сәйәсәт үткәрергә булышлыҡ иткән либерализм Рәсәйҙә әле лә яҡлау таба алмай бит.
Ниндәй генә синфи ҡаршылыҡтарға дусар ителмәһен, француз йәмғиәте бөтөнлөгөн юғалтмаған, аҡылын юймаған. Бында, әлбиттә, Францияның бер нигеҙҙә ойошоуы ла ниндәйҙер роль уйнағандыр. Ләкин “юғары”нан, йәғни варягтар тарафынан ойошторол­ған урыҫ дәүләтендә был ҡағиҙә эш итмәй. Беҙҙә кеше ни тиклем фәҡирерәк, уның властарға нәфрәте лә шул дәрәжәлә көслөрәк. Был – бер. Икенсенән, борон-борондан ғәҙеллек тураһында хыялланған, күптән түгел генә император указы менән крепостной хоҡуҡтан азат ителгән халыҡ, моғайын, ғәҙеллек урынлаштыра алыуҙарына ышанғандыр. Көнкүреш кимәлендә булһа ла. Әммә Карл Маркстың, идара ҡолдар ҡулына бер көнгә генә бирел­гәндә лә, ул көндә ҡырағай ҡылыҡтар эш итәсәк, тигән һүҙҙәре Октябрь инҡилабынан һуң аҙым һайын күҙәтел­гән хәлдәргә ишара яһай.
“Әсәһе хаҡында Ленин күп һөйләй, тип дауам итә профессор. Әсәһенең Рәсәйҙе һәм уның халҡын яратмауы билдәле. Ә ул (Ленин) яратҡанмы илен?” Миҫалға В.И. Лениндың 1914 йылдың көҙөндә яҙылған “Һуғыш һәм Рәсәй социал-демократияһы” тигән Ватанға ҡарата ғәҙелһеҙлек һәм нәфрәт менән һуғарылған манифесынан өҙөк килтерелә. “... Эшселәр синыфы һәм Рәсәйҙең барлыҡ халыҡтарының хеҙ­мәт­сән ҡатламы күҙлегенән ҡараған­да, батша монархияһының, Европа менән Азияның иң күп милләттәрен һәм күпселек халҡын иҙеп йәшәгән иң реакцион һәм ҡырағай хөкүмәттең еңелеүе бөтә яуызлыҡтарҙың да иң бәләкәйе булыр ине”.
Батша монархияһы әлбиттә, тотош Рәсәй түгел, сөнки хеҙмәттәге фекерҙәр туранан-тура батша власына төбәлгән. Рәсәй империяһын “халыҡтар төрмәһе” тип атаған Владимир Ильич “инородецтар” күҙлегенән ҡарағанда йөҙ тапҡыр хаҡлы. XVI быуатта Мәскәү батшалығына ике төп шарт: ер биләүгә аҫабалыҡ һәм эске идара хоҡуҡтарын ҡуйып ҡушылған башҡорт халҡын был хоҡуҡтарҙан мәхрүм итеү, ерҙәрен баҫып алыу өсөн ниҙәр генә ҡылын­маған. Тотош XVIII быуат буйына халҡыбыҙ ошо хоҡуҡтарын даулап, бер-бер артлы көрәшкә күтәрелергә мәжбүр булған. Был иҙеү түгелме ни? Ә поляк конфедераттары? Император Александр I хатта “Европа жандармы” исеме күтәрә. Крәҫтиәндәрен ҡол итеп тотҡан император!
“Уның (Лениндың) ризаһыҙлыҡ күр­һәткән крәҫтиәндәргә йәки ҡала халҡына ҡарата аяуһыҙлығына, киң репрессияны, хатта вәхшилек алымдарын файҙаланырға ныҡышыуына таң ҡалаһың”, ти тарихсы. Ә Петр I? Иван Грозный? Екатерина II һ.б.? Тәүгеһе кеүек, мәйеттәр өҫтөнә ҡала һалдырып, уға үҙ исемен ҡуштырған башҡа “бөйөк” шәхес бармы икән? Лев Толстой иң яман һүҙҙәр менән ҡылыҡ­һырлаған һәм бар эшмәкәрлеген ерҙәр баҫып алыуға арнаған тәүге император Совет осоронда ла “бөйөк” булып йөрөнө.
Тарихты хөкөм итмәйҙәр, унан һабаҡ алыу фарыз. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең илдә ундай һабаҡ алынғаны күҙәтелмәй. Европаға ҡарағыҙ: 2008 йылда донъя финанс көрсөгө башланғас, Германия­ның алты тиҫтә самаһы хәлле гражданы, үҙҙәренә һалымды арттырыуҙы һорап, хөкүмәткә мөрәжәғәт итте. Рәсәй олигархтары иһә көнләшерлек “тынлыҡ” һаҡланы. Бөгөн улар, бар көсөн һалып, килемгә прогрессив һалым индереүгә ҡаршы төшә һәм теләгенә ирешә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510