Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырын ятып аҡса һанау кемгә оҡшамаһын!
Ҡырын ятып аҡса һанау кемгә оҡшамаһын!Күршем әйтмешләй, “алма, беш, ауыҙыма төш” тип урындыҡта тик кенә ятырға ине лә бит, әммә ундай ғәмһеҙ тормош алып барыу мөмкин түгел. Донъя көткәс, арҡырыны буй алып һалырға ла тейешһең.
Ышанаһығыҙмы-юҡмы, баҡтиһәң, ҡыл да ҡыбырлатмайынса тереклек итергә мөмкин. Нисек тиһегеҙме? Миҫал эҙләп йыраҡ йөрөйһө түгел, яҡташыбыҙ Анна Черданцева шикелле.
Мебель компанияһының “Диван һынап ҡараусыларҙы эшкә саҡырам!” тигән сәйер иғланы менән таныштыра уйламағанда уны ире. Ҡатын оҙаҡ уйлап тормай, тота ла ҡатнашыу теләген еткерә, әлбиттә, бер нисә фәһемле тәҡдимен дә өҫтәп яҙырға онотмай. Ҡыҫҡаһы, илебеҙҙәге биш мең тирәһе конкурсант араһынан тик уны ғына һайлап алалар. Ошо бәхет түгелме ни?! Өҫтөнлөк ни өсөн Өфө ҡыҙына бирелгән? Мәсьәләгә ижади ҡарағаны һәм конкурс мәлендәге әүҙемлеге өсөн.
Биреп ҡуйылған диван Анна Черданцеваға оҡшаған. Улай ғына түгел, яңы һөнәренән ул тулыһынса ҡәнәғәт. Йомшаҡ диванда ултырып китап уҡыу, рәхәтләнеп йоҡлау, ҡырын ятып телевизор ҡарау кемгә оҡшамаһын, ти?! Мебель компанияһы ҡатын менән өс айға хеҙмәт килешеүе төҙөп, хеҙмәткәргә айына 56 мең һум эш хаҡы түләргә вәғәҙә иткән. Иң мәрәкәһе – аҙаҡтан диван Аннаға бүләк ителәсәк.
Мажара артынан ҡыуыусылар танауын төшөрмәһен. Страховкалаусы, бар буйынса гид, диңгеҙ йәнлектәре менән эш итеүсе тренер, офис менеджеры, водитель кеүек вакансияларға ла конкурс иғлан ителгән. Әммә, кем әйтмешләй, быларҙың бурыстары тик кенә ятып аҡса эшләүҙән әҙме-күпме айырыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509