Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ат урлаған да, киловатт урлаған да – ҡараҡ
“Күршемдең ихатаһында төн буйы прожектор янып тора – тимәк, электр уты өсөн ул түләмәй. Тик күрше-күләнде ошаҡлау уңайһыҙ бит әле”. Бер ағай яңыраҡ шулай тип әйткәйне. Күрәһең, бындай күренеш һәр урында күҙәтелә, шуға күрә депутаттарҙың электр энергияһын урлаған өсөн ҡаты яуаплылыҡҡа тарттырырға тәҡдим итеүҙәре ғәжәп түгел.
Бындай тәҡдим менән ил парламентына “Берҙәм Рәсәй” партияһынан һайланған депутаттар сығыш яһаны. Улар билдәләгәнсә, Енәйәт кодексының 158-се статьяһында нефть һәм газ үткәргестәрҙән сеймал урлаған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған, хәҙер тап ошо статьяға электр уғрылары өсөн пункт өҫтәү ҙә зарур.
Тәҡдим ителгән төҙәтмә электр энрегияһы бурҙарына 100 меңдән алып 500 мең һумға саҡлы штраф һалыуҙы күҙ уңында тота. Был сумманы ғәйепленең эш хаҡынан бер йылдан алып өс йылға саҡлы арауыҡта тотоп барыуҙары ла ихтимал. Суд ҡарары нигеҙендә алты йылға иректән мәхрүм итеүҙәре лә бар.
“Энерговопрос” мәғлүмәт сайты хәбәр итеүенсә, йылына Рәсәйҙә 10 процент электр энергияһын урлайҙар. Уларҙың күпселек осрағы шәхси йорттарға һәм йортта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәргә тура килә.

***
Ил парламентына тикшереүгә тәҡдим ителгән тағы бер закон проекты палаткаларҙа, киосктарҙа һәм авто­маттарҙа спирт ҡушылған парфюмерия, көнкүреш таҙартыу саралары һатыуҙы тыя.
Ошо башланғыс менән сығыш яһаған Вологда өлкәһе төбәк парламенты вәкилдәре белдереүенсә, был сикләү халыҡтың эскелеккә бирелеүен кәметергә ярҙам итәсәк. Тыйыу составында спирт миҡдары 25 процент һәм унан күберәк булған тауарҙарға ҡағыла. Белгестәрҙең аңлатыуына ҡарағанда, халыҡтың айырым ҡатламының ошо “ике тәғәйенләнештәге” химик продукцияны – хушбуй, еҫле май, тәҙрә таҙартҡыс, боҙ иреткес шыйыҡлыҡ һәм башҡаларҙы ҡулланыуҙан үлемгә дусар булыуы осраҡтары киң таралған. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған спиртлы әйберҙәрҙең 70 процентынан алып 90 процентына саҡлыһын эскеселәр һатып ала икән.

***
Рәсәй Йәмәғәтселек палатаһының милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса комиссияһы милли, дини һәм патриотик әһәмиәттәге объекттарҙа йәмәғәт тәртибен боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйтергә тәҡдим итте.
– Был милли һәм дини ҡиммәттәрҙе үҙе өсөн мөһим тип иҫәпләгән кешеләргә бик кәрәк, – ти комиссия рәйесе Иосиф Дискин.
Рәсәйҙә дини яҡтан мыҫҡыл иткән өсөн административ, ә 2013 йылдан алып хатта енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Комиссия рәйесе аңлатыуынса, башҡа тойғоларҙы мыҫҡыллау ҙа язаға тарттырылырға тейеш. Мәҫәлән, күптән түгел сиркәүҙә покемондар аулауҙы күрһәткән видеояҙманы Интернетҡа ҡуйған өсөн бер блогерҙы ҡулға алдылар.

***
Ерҙән тороп лазер таяҡтары менән самолет пилоттарының күҙен сағылдырған һәм һәләкәт ихтималлығы тыуҙырған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһындағы ҡануниәт 2011 йылда уҡ булдырылғайны. Әле Дәүләт Думаһы уны аныҡлау һәм киңәйтеү буйынса проект әҙерләне.
Енәйәт кодексында был яуаплылыҡ хәҙер “хулиганлыҡ ҡылыу маҡсатында транспорт сараларын хәүефһеҙ файҙаланыуға янаған хәрәкәт өсөн” тип аталасаҡ, йәғни киңерәк мәғәнәлә алына. Бының өсөн 100 меңдән алып 300 мең һумға саҡлы штраф түләтеүҙәре йәки ике йылғаса төрмәгә ултыртыуҙары мөмкин.
Парламенттың Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников был осраҡта транспорттан ситтә яһалған ҡылыҡтар хаҡында һүҙ барыуы тураһында аңлатты. Тимәк, һәр төрлө транспорттың хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс тыуҙырған теләһә ҡайһы хулиганлыҡ күҙ уңында тотола. 2015 – 2016 йылдарҙа, мәҫәлән, тимер юлда 1,3 мең хулиганлыҡ осрағы теркәлгән, һәм һөҙөмәлә ошо тармаҡҡа 17 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518