Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Минең полициям мине һаҡлай
Минең полициям мине һаҡлайЙыл башында дәүләт власы органдарының һәр тармағы үҙенең үткән йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай. Был Эске эштәр министрлығына ла ҡағыла. Енәйәтселек кәмейме, әллә артамы? Ошо үҙгәрештәрҙең сәбәбе нимәлә? Полиция хеҙмәткәрҙәренә ихтирам һәм уларҙың эшенә баһа ниндәй кимәлдә? Ҡануниәт һағында торғандарҙың үҙҙәренең хәле нисек?
– Эске эштәр министрлығы – енәйәт­селеккә ҡаршы көрәшеүҙә һәм илдә тәртипте һаҡлауҙа төп орган. Был уға йөкмәтелгән бурыс күләменә ҡарағанда ла, башҡарылған эштең күплеге буйынса ла асыҡ күренә, – тине Рәсәй Президенты Владимир Путин, ошо министрлыҡ коллегияһының уҙған йыл һөҙөмтәләренә арналған ултырышында сығыш яһап.
Ил етәксеһенең әйтеүенә ҡарағанда, былтыр ауыр һәм үтә ауыр енәйәттәр һанының кәмеүе дауам итте, юл-транспорт ваҡиғалары ла аҙайҙы, бәлиғ булмағандар менән иҫкәртеү эше алып барыуҙа ла ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Был күрһәткестәргә енәйәт тәфтише хеҙмәткәрҙәренең, юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеге инспекцияһының һәм башҡа ойошмаларҙың етди шөғөлләнеүе, шулай уҡ министрлыҡтың хоҡуҡ һаҡлау структуралары һәм власть органдары менән килешеп эшләүе һөҙөмтәһендә өлгәшелгән.
Шул уҡ ваҡытта Владимир Путин енәйәттәрҙең яртыһының асылмай тороп ҡалыуын да билдәләне. Тимәк, министр­лыҡтың мөмкинлектәре тулы­һынса файҙаланылмай. Шул иҫәптән корруп­цияға ҡаршы көрәш, граждандарҙы яҡлау, уларҙың милкен енәйәтселәрҙән ҡурсалау кеүек өлкәләргә ҡарата ошоно әйтергә була.
– Йәмәғәт урындарында ҡылынған енәйәттәр һаны кәмеүен ыңғай күренеш тип баһалаһаҡ та, был тынысланыу өсөн нигеҙ була алмай, – тине Президент. – Киреһенсә, өлгә­шелгән һөҙөмтәне эҙмә-эҙлекле нығыта барыу талап ителә. Кешеләр урамда ла, шәхси йортонда ла үҙен тыныс һәм хәүефһеҙ шарттарҙа тойорға тейеш, кәрәк саҡта полицияның кисекмәҫтән килеп етәсәгенә ышаныс юғалмаһын.
Йәмәғәтселек тәртибен нығытыу өсөн Владимир Владимирович Рәсәй гвар­дияһы менән тығыҙ бәйләнеш урынлаш­тырырға ҡушты. Үткән йыл аҙағында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүҙе еңелләш­тереүҙе маҡсат итеп ҡуйған Федераль закон да ҡабул ителгәйне, сиратта – ошондай иҫкәртеү сараларына мониторингты камиллаштырыу, мәғлүмәт йыйыу һәм эшкәртеүҙең тармаҡ-ара киле­шелгән механизмын булдырыу.
Тағы бер мөһим мәсьәлә – экстре­мизмға ҡаршы тороу. Башҡа хоҡуҡ һаҡлау һәм көс структуралары менән берлектә эске эштәр хеҙмәткәрҙәренә лә заманса йоғонтоло эш алымдарын әүҙемерәк үҙләштереү, теләһә ниндәй экстремистик ысул ҡулланырға маташ­ҡандарҙы алдан күреү һәм туҡтатыу талаптарын ҡуя. Ә бындай алымдар байтаҡ: ҡанһыҙлыҡ һәм вәхшилекте пропагандалау, ксенофобия, милләтселек, йәштәрҙе төрлө деструктив төркөмдәргә йәлеп итеү, халыҡ-ара тер­рор­сылыҡ ойошмаларҙың эшмәкәр­леге... Ил етәкселеге полиция хеҙмәтенә бындай осраҡтарҙа аяуһыҙ булырға ҡуша.
Бик йыш экстремистар һәм радикалдар үҙҙәренең емерткес эшен алып барыу өсөн Интернеттағы социаль сел­тәрҙе файҙалана. Ә был майҙанда күптән түгел балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яңы хәүеф барлыҡҡа килде: суицидҡа саҡырған сайттар эш башланы. Улар тормошонда ауыр мәл кисергән бала-сағаның әле нығынып та өлгөрмәгән психи­каһына йоғонто яһарға иҫәп тота. Үҙ-үҙеңә ҡул һалырға саҡырған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырырға мөмкин булған ғәмәлдәрҙең исемлеге бар. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы яңыраҡ ошо ҡануниәтте тағы ла киңәйтеү – суицидҡа саҡырған өсөн дә хөкөмгә тарттырыу хоҡуғы биргән проект әҙерләй башланы.
Миграция хәрәкәттәрен конт­ролдә тотоу өлкәһендә лә Эске эштәр министр­лығына етди вәкәләттәр тапшырылған. Ҡануниәт Рәсәйгә килеп эшләргә теләгән сит ил кешеләренә аңлайышлы һәм ғәҙел шарттар тыуҙырған, әммә рөхсәт ител­мәгән юлдарҙы файҙала­нырға маташҡандарҙың был ынтылышы ҡырҡа туҡтатылырға тейешле. Ошо йәһәттән дә Эске эштәр министрлығына мәғлүмәт ресурстарын киң файҙаланыу, башҡа илдәр менән һәм, тәүге сиратта Европа Союзы ағзалары менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыу бурысы ҡуйыла.
Башҡортостанда ла енәйәт­селәрҙең әүҙемлеге һүрелә төшкән. Юлбаҫарлыҡ осраҡтары былтыр алдағы йыл менән сағыштырғанда – 1,1 процентҡа, талау – 2,7, кеше үлтереү һәм үлтерергә мата­шыуҙар – 9,9, күрәләтә ауыр тән йәрәхәте һалыу – 11,9, көсләүҙәр – 10,4, төрлө ми­леккә ҡараған урлашыуҙар 14 про­цент­ҡа аҙайған. Мутлашыу­ҙар былтыр хатта 24,8 процентҡа кәмегән, шул уҡ ва­ҡытта Рәсәй буйынса алғанда, ошо уҡ төр енәйәт һаны 4,2 процентҡа арта төшкән.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, полицейский һөнәре әлегә халыҡта бик ҙур абруй ҡаҙанған тип булмай. Былтыр Баш­ҡортостан буйынса ул саҡтағы эске эштәр министры Михаил Закомалдин үҙенең бер сығышында әйтеп үткәнсә, бының сәбәбе ике-өс тиҫтә йыл элегерәк хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәт­кәрҙә­ренең дәүләт биргән вәкәләттәрҙе йыш ҡына шәхси мәнфәғәттәрендә файҙала­ны­уына һәм шул арҡала тыуған насар тәьҫоратҡа ҡайтып ҡала.
– Мин был системала 30 йыл эшләйем һәм шуға ышандыра алам: ул саҡтағы хеҙмәткәрҙәр менән бөгөнгө полицияның эшмәкәрлеге бер-береһенән ныҡ айырыла, – тине Михаил Иванович. – Дөрөҫ, погонлы кеше образын ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн күпмелер ваҡыт талап ителәсәк әле. Шуныһын да онотмайыҡ: беҙҙең полицейскийҙар административ хоҡуҡ боҙоусыларҙы һәм енәйәтселәрҙе ошо насар ҡылыҡ өҫтөндә тота, тимәк, законды һанға һуҡмағандарҙың уларҙы күрә алмауы ла тәбиғи.
Әйткәндәй, намыҫһыҙ полицейскийҙар Эске эштәр министрлығының үҙ хәүеф­һеҙлек хеҙмәтенең тырышлығы һөҙөмтәһендә енәйәт яуаплылығына тарттырыла һәм суд эскәмйәһенә барып эләгә. Хеҙмәттәштәреңде фашлауҙы бик уңайлы эш тип булмай, әлбиттә, шулай ҙа үҙ хәүефһеҙлек хеҙмәте әүҙемлеген һәм һиҙгерлеген юғалтмай. Былтыр, мәҫәлән, республикала ике тиҫтәгә яҡын полицейскийға ҡарата енәйәт эше асылған. Рәсәй буйынса ла хоҡуҡ һаҡ­лау­сылар араһында кадрҙарҙың эшен контролдә тотоу әүҙемләшә. Уҙған йыл эске эштәр органдарының бер нисә юғары дәрәжәле түрәһен етди хоҡуҡ боҙоуҙарҙа ғәйепләп ҡулға алыу шуға миҫал булып тора. Ил Президенты был хәлдең сәбәбен ентекләп асыҡларға күрһәтмә бирҙе.
Енәйәт осраҡтарына социаль күҙ­лектән ҡарағанда, уларҙың ҙур өлөшөнөң иҫерек килеш яһалғанын күрербеҙ – үткән йыл республикалағы барлыҡ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 52 проценты ошондай ке­ше­ләргә тура килгән. Былтыр эскеселәр 18 501 енәйәт ҡылған, ошонан алдағы йыл менән сағыштырғанда, ул 22,9 процентҡа артҡан (Рәсәй буйынса – 9,8 процентҡа күберәк). Наркотик тәьҫире аҫтында ҡылын­ғандары ла 20,4 про­центҡа күберәк булған (Рәсәйҙә 14,9 процентҡа кәмегән). Беҙҙең төбәктә наркотик таратыуға ҡаршы көрәш һүлпәнәйә төш­кәндер тип уйларға мәжбүр булаһың, сөнки наркотиктарҙың законһыҙ әйләне­шенә бәйле енәйәттәр республикала былтыр хатта 35,9 процентҡа артҡан. Рәсәйҙә, киреһенсә, 12,6 процентҡа кәмегән.
Уҙған йылда республикала террор акттарына, йәмәғәт тәртибен күмәкләп боҙоуҙарға юл ҡуйылмаған. Ойошҡан енәйәт­селек төркөмдәре һәм экстремис­тик ниәттәр ҙә алдан иҫкәр­телгән.
Эске эштәр министрлығына һәм уның урындарҙағы күп һанлы коллективтарына ил етәкселеге тарафынан яңы хәүефһеҙлек технологияларын индереү, хоҡуҡ боҙоуҙы теркәүҙең заманса сараларын ҡулланыу, шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Һаулыҡ һаҡлау министр­лыҡтары, башҡа ойошмалар менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыу бурысы ҡуйылған. Юлдағы тәртипһеҙлек, кеше­ләр ғүмеренең именлегенә янау закон менән генә түгел, ә барлыҡ йәмғиәттең уяулығы аша ла туҡтатылырға тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путин Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә ирекмәндәр, ижтимағи ойошмалар, әүҙем граждандар менән партнерлыҡ мөнәсә­бәт­тәрен юғарыраҡ кимәлгә күтәрергә кәңәш итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840