Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уяндымы “ләғнәт ителгән астар һәм ҡолдар донъяһы”?
Быйыл көҙ Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына 100 йыл тула. “Бөйөк Октябрь” атамаһы әле лә көнүҙәк тип иҫәпләйем, сөнки уны кешелек тарихындағы иң ҙур иҫтәлекле ваҡиғалар исемлегенән һис алып ташлап булмай. “Тор, уян, ләғнәт ителгән астар һәм ҡолдар донъяһы!” – революцияның гимны булған ошо “Интернационал” йырын һәр совет мәктәбендә беләләр һәм башҡаралар ине. Ысынлап ышана инекме был саҡырыуға? Рәсәй шундай ҡыйырһытылғандар йәмғиәте булғанмы ни? Нисек ошо ваҡиғанан бер нисә йыл алда ғына подпольела булған большевиктар Ер шарындағы иң ҙур дәүләтте үҙ артынан эйәртеп алып киткән? Бөйөк Октябрь революцияһы – ул ҡаҙанышмы, фетнәме, социаль тәжрибәме, фажиғәме? Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, тарих фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Марат Барый улы ЯМАЛОВ менән әңгәмә шул йүнәлештәге һорауҙарға яуап табыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.

– 1917 йылғы революцияға ҡарата һуңғы ике тиҫтә йылда фәҡәт кире ҡараш өҫтөнлөк итте. Солженицын был ваҡиғаны хатта Ватан тарихының тамамланыуы тип тә атағайны. Марат Барый улы, нисек уйлайһығыҙ: донъя тарихында күрел­мәгәнсә ҙур әһәмиәткә эйә булған ошо революция буйынса йәмәғәтселек фекере үҙгәрәме, уға нимәләр сәбәпсе булырға мөмкин?

– Үткән быуатта беҙҙең илгә Көнбайыш, Рәсәйҙең ошо ҡитғаға йөҙ тотҡан эске көстәрен яҡлап, ике тапҡыр һөжүм яһаны. Икеһендә лә был уның өсөн сағыштырмаса уңышлы булды. Икеһе лә идеологик һәм тарихи яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә ине. Тап шуға күрә лә йәмғиәтебеҙҙә революцияға ҡараш бер нисә тапҡыр үҙгәрҙе. Тәүге осраҡта ошо ваҡиғаға туҡтауһыҙ дан йырланды, уны идеал итеп күтәрҙеләр, романтикаға сорнанылар. Бының алдан уйланылған сәйәсәт булыуы, сит көстәрҙең ҡыҫылыуы хаҡында ләм-мим. Икенсе һөжүм мәлендә, йәғни ХХ быуаттың 80 – 90-сы йылдарында, революция һәм ул тыуҙырған совет ҡоролошо көслө тәнҡит утына тотолдо. Йәнә килеп, беҙҙең илдең эске үҫеш ҡанундарына һәм ҡаршылыҡтарына һылтандылар. Был – ҙур хата.

Хәҙер килеп, илдең донъяла тотҡан алдынғы урынын ҡабат аяҡҡа баҫтырған заманда, уның милли һәм геосәйәси мәнфәғәттәрен төшөнә башлағанда, беҙ үткән быуаттың барлыҡ ваҡиғаларына төрлө яҡлап объектив баһа бирә алабыҙ. Октябрь революцияһы – тарихтың аҙағы түгел, ә ХХ быуаттың шанлы тарихының башы.

1917 йылға саҡлы большевиктарҙың власҡа килеү ихтималлығы булмаған да тиерлек. Ләкин ваҡиғалар ҡатмарлана төшкәс, байтаҡ тарихи һәм сәйәси форсаттар ҡулдан ысҡынғас, аҡ генералдар диктатураһы менән большевистик Советтар власы араһында ғына һайлау мөмкинлеге ҡалған. Ҡалғаны аңла­шылалыр: большевиктар, интервенттарға буйһонған аҡ ғәскәрҙән айырмалы рәүештә, илдең бойондороҡһоҙлоғон һәм бөтөнлөгөн яҡлаған. Халыҡ көс һәм ғәҙеллек яғына ауған. Иҡтисади бөлгөнлөк һәм граждандар һуғышы шарттарында фәҡәт большевиктарҙың илде берләштерергә һәм аяҡҡа баҫтырырға, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә көсөнән килгән. Улар эшлекле программа тәҡдим иткән. Илде яңыртыу, заманса үҙгәртеп ҡороу, индустриялаштырыу, урбанизация, ауыл хужалығын йылдам үҫтереү төп йүнәлештәргә әүерелә. Былар барыһы ла бик тиҙ ваҡыт эсендә, дәүләт идараһы һәм иҡтисады нигеҙендә, аяу белмәгән ысулдар һәм ҙур ҡорбандар аша тормошҡа ашырыла.

Ләкин заман талап иткән технологик революция башланғас та, беҙ башҡаларҙан ныҡ артта ҡалыуыбыҙҙы күрҙек. Фән эшләнеше буйынса етештерелгән продукцияла ғына түгел, ә электән булған тауарҙарҙың сифаты, тормош кимәле йәһәтенән дә. Быны һиҙеү өсөн кибеттәргә инеп сығыу ҙа етә ине. Тышҡы донъя менән бәйләнеш киңәйә барған һайын был артталыҡ күберәк халыҡҡа аңлашыла барҙы. Шартлы рәүештә әйткәндә, ракеталар һәм йыһан аппараттарына эйә булһаҡ та, “хрущевка”ларҙа йәшәнек, ҡалала тотош ихатаға бер-ике “Жигули” була торғайны, бөтә биҫтәгә бер фәҡир кибет тура килде. Ауыл ере тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Икенсе төрлө әйткәндә, быуат башында алға табан ҙур аҙым эшләһәк тә, аҙағында йәнә артта ҡалдыҡ.

Шулай ҙа 1917 йылғы революция тотош Ер шарында ҙур үҙгәрештәргә алып килде, донъяны Көнбайыш менән Көнсығышҡа бүлде, йөҙләгән яңы дәүләттең барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булды, социаль-иҡтисади һәм фәнни-техник прогресты тиҙләтте. Фашистик блокты тар-мар итеүҙе, биполяр донъя хасил ителеүен, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы төҙөлөүен дә онотмайыҡ. Эйе, Советтар Союзы, тарихи яҡтан ҡарағанда, әллә ни оҙаҡ йәшәмәне. Әммә ғәйәт ҙур эҙ ҡалдырҙы. Һәм, иң мөһиме, хәҙерге Рәсәйҙе үҙенең төп вариҫы итеп һаҡлап ҡалыуға өлгәште.

– Быйылғы юбилей йылында Октябрь революцияһына арналған күҙгә күренерлек мәҡәләләр, сығыштар юҡ, хатта тарихсы ғалимдар яғынан да, ләкин был ваҡиғаның асылын сағыштырма-тарихи күҙлектән аңла­тып булмаймы ни: большевиктар партияһын ниндәй шарттар барлыҡҡа килтергән? Революция уларға ниңә кәрәк булған? Ни өсөн башҡа илдәрҙә ундай түңкәрелешкә юл ҡуйылмаған йәки ундай тәрән эҙемтәләргә алып килмәгән?

– Большевиктар – Рәсәйҙәге революцион хәрәкәттең төп сылбыры. Илебеҙ халҡының фекерләү ҡеүәһендә большевизм элементтары элек тә өҫтөнлөк иткән. Декабристарҙан алып “народник”тарға хәтлем. Уларҙың барыһын да Ленин, марксизмды нигеҙ итеп алып, бер бөтөн иткән. Уға хәтлем марксизм социал-демократияға, Маркс менән Энгельс нигеҙ һалған Интернационалға ғына ҡайтып ҡала ине. Көнбайыш өсөн был – күнегелгән хәл, халыҡ өсөн ғәҙәти күренеш, киләсәге ҡурҡыныс булған сәйәсәт иҫәпләнмәй.

Әммә Ленин икенсе юлды һайлаған. Ул хәрбиҙәрсә ҡаты тәртипле һәм йәшертен эш иткән, революцион алышта власты баҫып алыу маҡсатын ҡуйған партия ойошторған. Был фирҡә Европала булғандарынан ныҡ айырыла. Тегеләре демократик яҡтан үҫешкән илдәрҙә йәшәй. Ә беҙҙә, халҡының 87 проценты ауылда йәшәгән дәүләттә, ниндәй социализм тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин? Фабрика-завод эшселәре өс миллион кешенән дә ашмағандыр, моғайын. Ялланып эшләгәндәр һәм көнлөксөләр менән бергә 10 миллиондан да ашмаған. Әле үҫешкән капитализмға ла етмәҫ борон, ауыл урта быуаттар кимәлендә тиерлек йәшәгән хәлдә ниндәй социализм булһын?!

Ленин, эшселәр ойошҡан һәм яуға барырға әҙер, тимәк, власты алырға мөмкин, тип иҫәпләгән. Артабан донъя революцияһы башланасаҡ, үҫешкән илдәр ярҙамға киләсәк. Бының шулай булырына ул үҙе лә ышанған, туҡтауһыҙ өгөтләгән һәм иҫбат иткән. Күрәһең, Ленин Маркстың сәйәси теорияһының йомшаҡ урындарын шәйләмәгән. Эйе, капитализмды был теория һәйбәт аңлата. Ләкин унан һуң вәғәҙә ителгән ҡоролош өсөн уның һығымталары ашығыс эшләнгән, Рәсәй өсөн – бигерәк тә. Шулай ҙа был эксперимент тап беҙҙең илдә һынап ҡарала.

Маркс теорияһының йомшаҡ урындары нимәлә? Беренсенән, донъя революцияһы яҡынлашып килә тигән фекер дөрөҫлөккә тап килмәй. Төрлө илдәрҙең иҡтисади үҫеше төрлө баҫҡыста булған шарттарҙа был – тормошҡа ашмаҫлыҡ утопия. Нисек инде ул бөтә донъяла революция бер юлы атҡарылһын?! Ул бит бер үк симфонияны уйнаған оркестр түгел. Һау һәм сирле кешеләрҙең температураһы уртаҡ буламы ни?! Һәр дәүләт үҙенсә йәшәй һәм үҫешә.

Икенсенән, пролетариат үҙ Ватанына хужа түгел, уның сиптәренән башҡа юғалтаһы әйбере юҡ тип әйтеү аңлашылмай. Ҡайҙан алынғандыр был һүҙҙәр... Кешенең ҡайҙа һәм кем булып эшләүе

Ватанды билдәләйме ни? Әгәр ҙә һин крәҫтиән, табип йәки инженер икәнһең, тимәк – Ватаның бар, заводта эшләһәң – Тыуған илең юҡ, тимәк? Юғалтаһы нәмәһе юҡ тип ышандырырға тырышыуҙары ла сәйер яңғырай. Теләһә ҡайһы кешенең, ҡайҙа ғына тир түкһә лә, ғүмере, иле, мөхәббәте, ғаиләһе, балалары һәм атай-олатайҙары бар. Былар береһе лә әһәмиәткә эйә түгел, тимәк?

Өсөнсөнән, Марксҡа ышанһаҡ, бөтә илдәрҙең пролетарийҙары берләшә, бер тауыштан “Интернационал” йырлай, революцияны ла күмәк көс менән алып бара. Ҡасан, ҡайҙа, нисек итеп? Ни сәбәпле пролетариат зыялылар синыфынан да, крәҫтиәндәрҙән дә яҡшыраҡ тип һаналған, ни өсөн ул ғына кешелекте азат итергә һәләтле?

Хәтерләйем, 1968 йылда мине Брежневтың Чехословакия етәкселеге менән осрашыуындағы һүҙҙәре таң ҡалдырғайны: “Һеҙ юҡҡа ғына Көнбайышҡа йөҙ тотаһығыҙ, ул ярҙам итмәйәсәк. Донъяның коммунистик хәрәкәтенә лә юҡҡа өмөт бағлайһығыҙ, ул ярты быуат инде юҡ хәлендә”, – тигәйне ул. Төп коммунист аңғартыуынса, коммунистик хәрәкәт баштан алып, йәғни 1918 йылдан, “иҫәпкә бар һанға юҡ” булып килә!

Бының шулай булыуы ике донъя һуғышында ла асыҡ күренде: донъя һуғышы бара, ә донъя революцияһының еҫе-еле лә юҡ... Бәрелештәрҙә ҡатнашҡан армияларҙа ниндәй генә милләт вәкилдәре һәм һөнәр эйәләре юҡ... Әгәр ҙә Беренсе бөтә донъя һуғышында халҡы дөйөм алғанда бер миллиард булған 36 ил, йәғни кешелектең 62 проценты ҡатнашһа, Икенсе бөтә донъя һуғышына 61 дәүләт йәлеп ителә, улар 1,7 миллиард кешене, йәғни донъяның 80 процентын берләштерә. Хәрби хәрәкәт өс ҡитғала 40 ил биләмәһендә йәйелдерелә. Тәүге донъя һуғышында 17 ил нейтраль хәлде һаҡлаһа, икенсеһендә ундайҙар алты ғына дәүләт булып сыға. Пролетариат бер ҡайҙа ла үҙ һүҙен әйтмәй... Дөрөҫөн әйткәндә, был осорҙа элекке мәғәнәһендәге пролетариат булмай ҙа...

– Владимир Лениндың шәхесенә бөгөнгө күҙлектән ҡарау был кешенең ҡараштарын тулыраҡ аңларға ярҙам итәлер, моғайын. Ул асылда кем булған? Большевистик пропаганда уның тормошонан нимәләрҙе йәшереп ҡалдырған, ә ниндәй урындарын, ки­ре­һенсә, ҡабартып күрһәтергә тырышҡан?

– Пропаганда, ысынлап та, бер ҡасан да яңылышмаған юлбашсы, пәйғәмбәр образын тыуҙырҙы. Күп нәмәләр шик аҫтына алынһа ла, был образ ғына тейелгеһеҙ ине. Беҙҙең өсөн ул ғәмәлдә изге әүлиә булыуын дауам итте. Быға ысын күңелдән ышандыҡ. Мин үҙем аралашҡан кешеләр араһында Лениндың 50 томын да ике тапҡыр иғтибар менән уҡып сыҡҡан берҙән-бер тарихсылыр, моғайын. Ләкин, йылдар уҙа тора, элегерәк билдәле булмаған яңы сығанаҡтар табылып, был кешенең беҙҙең аңға һеңдерелгән шәхес булыуына шик тә нығый барҙы. Эйе, ул үҙенең революцион тәғлимәтенә мөкиббән киткән теоретик һәм сәйәсмән булған, ләкин беҙҙең өсөн ошолар мөһимме ни? Беҙҙе уның кешелек сифаттары ҡыҙыҡһындыра.

Володя Ульянов ниндәй шәхес булараҡ формалашҡан? Үҫмер сағында ул бер саҡ муйынындағы тәрене ергә атып бәрә һәм аяҡтары менән тапай. Ниңә? Ләкин Крупская менән никахлашҡанда тыныс ҡына сиркәүгә юл тоталар. Бала сағында яҡшы уҡый, һәләтле, ләкин ҡыҙыу ҡанлы, башҡалар әйткәнде яратмаҫ була. Ағаһы Сашанан “Йә, Володя нисек йөрөнө?” тип һораһалар, тегеһе уның холҡон бик үк аңламауы тураһында әйтә. Володя үҫмер сағында дворяндар тоҡомонан булыуы менән ғорурланған, ә артабан быны йәшерергә тырышҡан. Уның бер сәйер яғын мин күп йылдар үткәс кенә төшөндөм: Владимир Ильич 50 томдың береһендә лә атаһын бер һүҙ менән дә иҫкә алмай, ә әсәһе хаҡында йыш һөйләй. Әсәһенең Рәсәйҙе һәм уның халҡын яратмауы билдәле. Ә ул үҙе яратҡанмы илен? Крәҫтиәндәрҙе? Руханиҙарҙы? Армияны һәм һалдаттарҙы? Юҡ! Ә кемде яратҡан һуң ул? Революциянымы? Ниндәй маҡсат менән һәм нимә хаҡына?

Ирен ерләгәндә Крупская уның йөрәге донъяның барлыҡ иҙелгән халыҡтарына ҡарата һөйөү менән тибеүе тураһында әйтә. Ә үҙебеҙҙең халыҡ, үҙ тарихыбыҙ? Сәйер мөхәббәт. Молотовтан Сталиндың ҡанһыҙлығы тураһында һорағас, ул Лениндың тағы ла аяуһыҙыраҡ булғанлығы тураһында әйтә. Революция хаҡына ул бер кемде лә йәлләмәгән. Мин Вячеслав Михайловичтың ошо һүҙҙәре тураһында байтаҡ уйланғаным булды.

Бына, мәҫәлән, Лениндың 1914 йылдың көҙөндә яҙған “Һуғыш һәм Рәсәй социал-демократияһы” тигән манифесы. Ул Ватанға ҡарата ғәҙелһеҙлек һәм нәфрәт менән һуғарылған. Иҫбатлау өсөн бер нисә юлын килтереү ҙә етә: “... Эшселәр синыфы һәм Рәсәйҙең барлыҡ халыҡ­тарының хеҙмәтсән ҡатламы күҙлегенән ҡарағанда, батша монархияһының, Европа менән Азияның иң күп милләттәрен һәм күпселек халҡын иҙеп йәшәгән иң реакцион һәм ҡырағай хөкүмәттең еңелеүе бөтә яуызлыҡтарҙың да иң бәләкәйе булыр ине”. (Яҙмаларҙың тулы йыйынтығы, 26-сы том, 2-се бит); “ Хәҙерге империалистик һуғышты граждандар һуғышына әйләндереү – берҙән-бер дөрөҫ пролетар лозунг... Теге йәки был минутта ошо әйләндерештең ауырлыҡтары нисек кенә ҙур булып күренмәһен, ошо һуғыш ысынбарлыҡҡа әйләнгән икән, социалис­тар бер ҡасан да ошо йүнәлештә системалы, ныҡышмал һәм тайпылышһыҙ эш итеүҙән баш тартмаясаҡ”. (Ошо уҡ том, 22-се бит).

1918 йылдың 20 авгусында “Америка эшселәренә хат”та Ленин шулай тип иғлан итә: “Буржуазияны еңеү, власты эшселәргә тапшырыу, халыҡ-ара пролетар революцияны башлап ебәреү хаҡына бер ниндәй ҡорбандар, шул иҫәптән илдең бер өлөшөн ҡорбан итеү, империализмдан ауыр еңелеү ҡорбандары алдында туҡтап ҡалырға ярамағанлығын аңламаған кеше социалист түгел...” (Яҙмаларҙың тулы йыйынтығы, 37-се том, 54-се бит).

Власҡа килеү Ленинды үҙгәртмәгән. Уның ризаһыҙлыҡ күрһәткән крәҫтиәндәргә йәки ҡала халҡына ҡарата аяуһыҙлығына, киң репрессияны, хатта вәхшилек алымдарын файҙаланырға ныҡышыуына таң ҡалаһың. Ул революцияға хеҙмәт иткән нәмә генә әхлаҡҡа тура килә тип иҫәпләгән.

– ХХ быуат башында Ленин Европа илдәре буйлап күп йөрөгән. Төрлө сәйәси сараларҙа ҡатнашыу өсөн генә түгел, ә хатта ял итеү маҡсатында ла. Мәҫәлән, уның Италиялағы Капри утрауында ялда булыуы билдәле. Был ҡиммәтле сәйәхәттәр өсөн кем түләгән һуң? Лениндың батша Рәсәйендә йәки башҡа илдәрҙә бер ниндәй ҙә вазифала эшләмәгәнен беләбеҙ бит...

– Ул, журналист, публицист һәм партия етәксеһе булараҡ, күпмелер аҡса эшләгән. Оҙаҡ ҡына ваҡыт уға әсәһе лә ярҙам иткән – пособиеһының бер өлөшөн ебәреп торған. Ғөмүмән, бер генә фирҡә лә финанслауҙан тыш йәшәй алмай. Был партияның да кассаһы булған, ул төрлө сығанаҡтарҙан тулыландырылған: нәшриәт эшмәкәрлегенән килем, төрлө хәйриә аҡсаһы (хатта васыят итеп ҡалдырылған аҡса ла!), тартып һәм талап алыуҙар. Ниндәйҙер мәлдә Көнбайыш бағыусылары, үҙ-ара дошманлашҡан Антанта менән Өс ил килешеүе блоктары ла ярҙам иткеләгән. Улар шулай дошманлашһа ла, стратегик һәм геосәйәси йәһәттән барыһы ла бер теләк менән янған – Рәсәйҙе нисек тә булһа көсһөҙләндерергә һәм бүлгеләргә.

Ленин бындай хәйриә ярҙамын сәйәси көрәштә әхлаҡһыҙлыҡ тип һанамаған. Шуға күрә лә 1917 йылдың көҙөндә большевиктарҙың идара штатын ҙурайтыу, нәшриәттәрҙе аҫрау, өгөт-нәсихәт эшмәкәрлеге алып барыу өсөн аҡсаһы бик күп булып сыға.

– 1917 йылдағы Февраль һәм Октябрь революциялары осоронда большевистик фирҡә нимәнән ғибәрәт булған? Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский бер саҡ шулай тигәйне: “Был ваҡиғалар – аҡыллы һәм һәләтле кешеләрҙең, төрлө сәйәси көстәрҙең шәхси тәкәббер­лекте дөйөм ил мәнфәғәттәренә буйһондорорға теләмәүе һөҙөмтәһе”. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

– Ленин үҙенең партияһын киңәйтергә ашыҡмай, ул профессиональ, хәрби һәм партияға тоғро революционерҙар тупланмаһына ғына өмөт тота. Улар Рәсәй дәүләтселеген күрә алмаған һәм

төрлө милләт вәкилдәренән торған үҙенә күрә бер Интернационалды тәшкил иткән. Ысынлап та, Рәсәй империяһының төп зыялылары араһында тартҡылаш шул ҡәҙәре көслө булған, үҙ-ара килешергә теләк тә булмаған, һөҙөмтәлә дәүләт тә тарҡалған. Уны ҡабаттан тергеҙеү тик граждандар һуғышы, ҙур ҡан ҡойош аша ғына мөмкин булған. Власты эләктерергә яҡшы әҙерләнгән большевиктар шунан файҙаланған да инде. Уларҙың күптәре һәләтле эшмәкәр булараҡ танылһа ла, илгә идара итеү тәжрибәһе тупланмаған була әле. Хатта Лениндың үҙенең дә яңы эшкә һәм вазифаға түҙемлеге бер нисә йылға ғына етә, ул сағыштырмаса йәш булһа ла, ауырыу ҡарт хәлендә үлә.

– “Заводтар – эшселәргә, ер – крәҫтиәндәргә!” тигән лозунг больше­виктарға ниңә кәрәк булған? Рәсәй халҡының быуаттар буйы килгән хыялын файҙаланырға теләү аңлашыла, ләкин улар ерҙе һәм предприя­тиеларҙы шулай таратып биреүҙән ҙур иҡтисади йоғонто аласаҡтарына ысынлап ышандылармы икән? Әллә был ваҡытты отоуға иҫәпләнгән тактик алым булғанмы?

– Ленин иҫке Рәсәйгә бәйле һәр нәмәнән эҙмә-эҙлекле рәүештә ҡотолорға тырышҡан. Хатта учреждениеларҙың исемдәре, наградалар, йолалар ҙа үҙгәртелгән. “Социализм – хосуси милекте юҡ итеү ул” тигән һүҙҙәрҙе юлбашсы йыш ҡабатлаған. Иҡтисадты ла, социаль өлкәне лә дәүләтләштереүҙе төп йүнәлеш итеп һайлағандар. Ә бит күпмелер ваҡытҡа был ғәйәт ҙур ыңғай һөҙөмтә биргән – иҡтисади һәм социаль йүнәлештәр тиҙ алға китә башлай, фән һәм сәнғәт йәнләнә. Ләкин уның оҙайлы ваҡыт шулай дауам итеүе мөмкин түгел, сөнки системаның эске ҡоролошо серек була.

Сәбәбе нимәлә? Ысынбарлыҡта алып ҡараһаҡ, тауар-аҡса мөнәсәбәттәренән, банктарҙан, финанс өлкәһенән, предприятиеларҙың табышлы эшләргә тейешлегенән, тышҡы сауҙанан баш тартыу бер нисек тә мөмкин түгел. Беҙҙең илдәге барлыҡ реформалар ҙа – НЭП-тан алып Хрущев, Косыгин, Брежнев реформаларына саҡлы – бөтәһе лә баҙар иҡтисады механизмын файҙаланыу тирәһендә әйләнде. Шул иҫәптән Горбачевтың барыһын да емергән үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте лә. “Күләгәләге баҙар” тип йөрөтөлгән үтә киң таралған күренеш дәүләт иҡтисадының көсһөҙ булыуын күрһәтте: аҡсаның һатып алыу һәләтенең түбән булыуы, даими ҡытлыҡ, сираттар, йыш ҡына карточка системаһы индерелеүе, халыҡтың йәшәү кимәленең артта ҡалыуы. Хәҙерге шарттарҙа, әгәр ҙә иҡтисад дәүләт милкендә ҡала икән, уға бюрократик аппарат идара итәсәк, тимәк, һәр мәсьәлә уның теләге һәм ҡыҫылыуы менән генә хәл ителә. Бындай система конкуренцияға һәләтле түгел.

– Беҙҙең заманда ғына Ҡышҡы һарайҙы штурмлауҙың ғәмәлдә булмағанлығы асыҡланды. Ә бит ошо турала күпме фильмдар төшөрөлгән, картиналар ижад ителгән... Тағы ла нимәләрҙең, тикшереп ҡарағас, ялған икәнлеге беленде? Шуныһы ҡыҙыҡ: был хәлдәрҙең фәҡәт пропаганда маҡсатындағы “трюк” булыуын нисек билдәләй алғандар? Ул замандың шаһиттары күптән юҡ бит инде...

– Ҡайһы бер сәйәсмәндәр “был осорҙа власть урамда аунап ятҡан” тип иҫәпләй. Кемдәргәлер большевиктар власты хулигандарса баҫып алһа ла, уны һанаулы аҙналар йәки айҙар эсендә юғалтыр, идара итергә көстәре етмәҫ кеүек тойолған. Эш шунда: 1917 йылдың авгусында генерал Корниловтың фетнәһен баҫтырғас та, йүнһеҙ Ваҡытлы хөкүмәтте яҡларлыҡ бер көс тә ҡалмай. Әйткәндәй, Горбачевтың 1991 йылда ГКЧП-ны таратҡандан һуң властан китергә мәжбүр булыуы ошо ваҡиғаға ике тамсы һыу кеүек оҡшаш.

Большевиктар “Учредительный йыйылыш” саҡырырға, ерҙе крәҫтиәндәргә тапшырырға, Германия менән сепарат килешеү төҙөмәҫкә һ.б. вәғәҙә итә. Артабан улар һис кем көтмәгән аҙымдар яһай: һул эсерҙар менән союз төҙөлә, ҡыйыу декреттар ҡабул ителә, Советтар Совет дәүләте итеп үҙгәртелә, “Учредительный йыйылыш” ҡыуып таратыла, Германия менән Брест килешеүенә ҡул ҡуйыла, баш ҡала Питерҙан Мәскәүгә күсерелә, Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы һәм Ҡыҙыл армия ойошторола һәм башҡалар. Былар барыһы ла ахыр сиктә еңеүгә алып килә.

Ләкин был еңеү донъя революцияһы теорияһының да тантана итеүен аңлатмай. Брежнев мәрхүм булып ҡалғас та яңы генераль секретарь Андропов шулай тип әйткәйне: “Нимә төҙөгәнебеҙҙе асыҡлайһы бар әле, социалистик тип һанағаныбыҙ ниндәй дәрәжәлә социалистик икән?” Был үҙе үк күп нәмәне аңғарта. Бөтә нәмә, нигеҙҙә, дәүләттеке булған илде социалистик тип атарға мөмкинме? Бәхәскә урын бар, әлбиттә. Һәр хәлдә Польшала, Германияла, Венгрияла, Чехословакияла, Болгарияла һәм башҡа ҡайһы бер дәүләттәрҙә беҙҙәге һымаҡ социализм төҙөргә маташыу барып сыҡманы.

– Марат Барый улы, һеҙ оҙаҡ йылдар КПСС ағзаһы булдығыҙ. Компартия тарҡатылған көндө хә­тер­ләй­һе­геҙ-­­ ме? Был мәлдә ниндәй тойғолар кисер­ҙегеҙ? Бөгөнгө күҙлектән ҡарап нисек баһалайһығыҙ?

– Мин үҙ илемдең ихлас патриоты булдым һәм әле лә шулай. Тарих факультетында уҡығанда Ленин стипендиаты иттеләр. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ комитеты секретары итеп һайландым. Партияға инергә йыйынмай ҙа инем, ләкин парткомда был вазифаның партияға ҡарауы һәм миңә КПСС ағзаһы булырға ғариза яҙырға кәрәклеген әйттеләр. Әле лә хәтерләйем: ғаризала “Партияға ҡабул итеүегеҙҙе үтенәм, сөнки коммунизм төҙөүселәрҙең алғы сафында булырға теләйем” тип яҙылырға тейеш ине, ләкин мин ошолай тип яҙҙым: “Партияға ҡабул итеүегеҙҙе үтенәм, сөнки совет йәмғиәтенең алғы сафында булырға теләйем”. Был һүҙҙәргә парткомда аптырап ҡалдылар, шулай ҙа артыҡ бәйләнмәҫкә булдылар һәм бөтәһен дә тейешенсә тип күрһәтергә тырыштылар. Кандидатлыҡтан партияға ҡабул ителгәндә Мәскәү дәүләт университетында уҡый инем инде. Партияға инеү ҡараштарымды үҙгәртмәне, мин совет ҡоролошона һәм партияға ихлас ышаныуымды дауам иттем. Шулай ҙа утопист булманым тип уйлайым. Иҡтисади һәм социаль реформаларҙы, айырыуса Косыгиндың тырышлығын ҡайнар яҡлай инем.

Шуға инанғанмын: партия тәүҙә көслө дәүләт секторы булған ҡатнаш иҡтисадҡа күсеү йүнәлешендә реформалар үткәрә, шунан ике йәки өс партиялы система булдырған демократик аҙымдар яһай алыр ине. Республикаларға күберәк иҡтисади үҙаллылыҡ биреү маҡсатҡа ярашлыраҡ. Ҡытайҙағы кеүек. Ләкин Горбачев Дэн-Сяопин түгел ине шул. Һөҙөмтәлә уның партияһының элекке рәүештә йәшәү форсаты бөттө. Был фирҡә милли республикалар фирҡәләренә тарҡалды, артабан инде уны бер ҡайҙа ла һаҡлап ҡала алманылар!

– Быйыл 18 февралдә Мәскәүҙәге Христос-Ҡотҡарыусы ҡорамында үткәрелгән “Февраль. Фажиғә. Тарих һабаҡтары. 1917” тигән ғилми конференцияла билдәләнгәнсә, тарихсылар революцион процесты ғәҙел рәүештә – асыҡтан-асыҡ һәм шул уҡ ваҡытта һаҡсыллыҡ менән – күрһәтергә бурыслы. Һеҙ шәхсән быны нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

– Миңә ҡалһа, үткән тарихыбыҙ тураһында ихтирам менән һөйләргә кәрәк. Нәфрәтһеҙ һәм артыҡ тойғоларһыҙ ғына. Әлбиттә, революцияны туҡтауһыҙ данлау кәрәкмәй икәнлеге былай ҙа аңлашыла. Хирургик операцияға, мәҫәлән, дан йырлап булмай бит инде. Уны дауалау ғына талап ителә. Кешеләрҙе йәлләргә кәрәк, бер кемгә лә ике ғүмер бирелмәгән бит. Ленин нимә әйтергә белгән: “Мәсьәләне реформа юлы менән хәл итеп була икән, ниндәй иҫәр революцияға барһын...” Ул хатта 1917 йылдың көҙөндә Питерҙа мин һәм Троцкий булмаһаҡ, ошондай революция ла яһалмаҫ ине тип иҫәпләгән. Тимәк, ул ил яҙмышында башҡа юлдарҙы ла һайларға мөмкин икәнлеген таныған. Тикшеренеүселәр ошондай тәүбә һүҙҙәрен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға тейеш түгел. Беҙҙең тарихыбыҙ шулай яҙылған, бүтәне юҡ.

Ә, ғөмүмән, үткәндәрҙә артыҡ ҡаҙынырға, ыҙғышырға кәрәкмәй. Мәҫәлән, мавзолей мәсьәләһе. Уны ҡуҙғытыу нимәгә хәжәт инде? Киләсәк быуындар үҙҙәре хәл итер. Ә беҙгә бөгөнгө проблемаларҙы хәл итеү менән шөғөлләнеү зарур. Черчилль әйткәнсә, милләт йә үҙ традицияларын күҙәтә, йә юҡҡа сыға. Беҙгә лә йолаларыбыҙҙы күҙәтергә, тормошобоҙҙо даими яҡшырта барырға кәрәк.

Йомғаҡлау урынында шуны әйтергә теләр инем: тарихи тәжрибә күрһәтеүенсә, теләһә ниндәй халыҡ өсөн иҫән ҡалыуҙың төп шарты – дәүләт, көслө һәм ғәҙел власть. Дәүләтселеген нығытһа ғына Рәсәйҙең киләсәге буласаҡ. 1917 һәм 1991 йылдарҙағы ваҡиғалар быны асыҡ күрһәтте. Шул нигеҙҙә тупланырға кәрәк тә инде тип иҫәпләйем. Ғүмерен Тыуған иленә ҡорбан иткән Петр Аркадьевич Столыпин шәп һүҙҙәр әйткән: “Уларға – бөйөк тетрәнеүҙәр, ә беҙгә бөйөк Рәсәй кәрәк!” Һуңынан Владимир Владимирович Путин ошо фекерҙе тағы ла үҙенсәлеклерәк яңғыратты: “Рәсәй йә көслө була, йә ул бөтөнләй булмай”. Шунан да тапҡырыраҡ әйтеү мөмкин түгел!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840