Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шакшаның яҡшы мәктәбе
Дөрөҫөн әйткәндә, Башҡортостан ауылдарының бик күп башҡорт мәктәптәрен беҙ яҡшы беләбеҙ, әммә баш ҡалалағы милли уҡыу йорттарынан тыш, байтаҡ белем усаҡтарын күргәнебеҙ ҙә юҡ. Ә бит уларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте нисек уҡытылыуы хаҡында һәр яҙыусы, һәр шәхес ҡыҙыҡһынырға бурыслы. Тел уҡытылмай, балалар башҡортса аралашмай, тип яр һалыр алдынан, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаларына уҡыу йорттарына барып, уҡытыу сифатының шаһиты булыу маҡсатынан ижади бәйләнештәр урынлаштырырға тәҡдим итәм. Бик күп яҙыусыларыбыҙ Өфөлә, республиканың башҡа ҡалаларында йәшәй. Ә ни өсөн әле беҙ уларҙа милли әҙәбиәт, мәҙәниәт ни рәүешле уҡытылыуы менән ҡыҙыҡһынмаҫҡа тейеш? Ауылдарҙа йәшәгәндәр ҙә төбәк мәктәптәрен үҙ ҡурсыуы аҫтына алһа, файҙалы булыр ине. Уҡыусылар тере әҙиптәрҙең һүҙен тыңлап үҫһә, тел әһәмиәте хаҡында улар ауыҙынан ишетһә, был күренеш бала күңеленә тәьҫир итмәй ҡалмаҫ ине.

Шакша биҫтәһенең 78-се мәктәбенә тәүгә барыуым. Дөрөҫөн әйткәндә, саҡ эҙләп таптым. Баҡтиһәң, ул Өфөнөң иң боронғо мәктәптәренең береһе икән дә: үҙенә Кенәз ауылы эргәһендә 1904 йылда уҡ нигеҙ һалынған. Ике класс бүлмәләрендә I – IV класс уҡыу­сы­ла­ры бүленешеп уҡыған. Дүрт йыллыҡ белем биргән мәктәп 1970 йылға тиклем эшләгән. Тора-бара ауыл тимер юлға тиклем үҫеп, халыҡ һаны артып, яңы белем усағы һалыу ихтыяжы килеп тыуған. Күмәк көс менән уҡыу йорто һалынып та ҡуйылған. Ҡасим, Кириллово, Базелеевка һәм Шакша ауылдарынан килеп уҡырға теләгәндәр ҙә күбәйгәс, уҡыусыларҙың һаны бермә-бер артҡан. Башта бер нисә йәш төркөмөн бергә туплаһалар, аҙаҡ һәр класс айырым белем ала башлаған.
Мәктәптә дәрестәрҙән тыш саралар, физика, химия буйынса кисәләр, үҙешмәкәр түңәрәктәр ойошторолған. Һәр дәүерҙә уҡыу йортон етәкләүселәр табылған, әммә 78-се мәктәптең үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләрҙең береһе Иван Демидко булған. Ауыр йылдарҙа уҡытыусылар коллективы балаларға белем биреү эшен генә түгел, дөйөм мәктәп усағын аяҡҡа баҫтырыу менән дә мәшғүл булған. Яков Герасимов етәксе итеп тәғәйенләнгәс, урта мәктәп булдырыла. 1948 йылда 12 уҡыусы аттестат алып сыға.
Әлбиттә, балалар һаны артҡан һайын мәктәп өсөн яңы бинаға ихтыяж арта. Тик ҡайҙа һалырға һуң? Протез заводы эргәһендәге буш урын һайлана. 1956 йылда нигеҙ һалынған мәктәпте сафҡа индереүҙә уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Элегерәк шулайыраҡ ине шул: мәҫәлән, беҙ ҙә туған мәктәбебеҙҙе төҙөү эшендә ҡатнаштыҡ һәм ошо рәүешле хеҙмәт тәмен татып үҫтек.
1957 йылда сафҡа ингән уҡыу йортонда яңы тәртип урынлаштырыла: сменалап уҡыған балалар линейкаға йыйыла башлай, дежурҙар кластарҙа, коридорҙа тәртип һағына баҫа. Штакетник менән уратып алынған мәктәптең спорт майҙан­сығы, баҡсаһы ла була. География уҡытыусыһы Ә. Бикташева үҙ фәне майҙансығын эшләп, тирә-яҡты йәшеллеккә күмә. Уға йәш белгес Г. Параскевас та ярҙам­ға килә. Ҡыҙҙарға тегеү сер­ҙәре менән уртаҡ­лашҡан В. Ведерни­ко­ваға ла айырым сәғәттәр өсөн оҫта­хана булдырыла. Коллективта хор, драма түңә­рәге, Ғ. Ғәллә­мов етәксе­легендә тынлы оркестр ҙа эш­ләй.
Шуныһы ҡыҙыҡ­лы, был мәктәптә балалар һаны, баш­ҡалар менән сағыш­тырғанда, һәр саҡ бик күп. 1960 – 1962 йылдарҙа йәнә лә уҡыу­сылар һаны артыу сәбәпле, уҡыу йортона өс ҡатлы төкәтмә төҙөлә башлай. Ул 1964 йылда сафҡа инә, ә инде 1980-дә Калинин районының 78-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелә.
Бөгөн дә бында балалар һаны байтаҡ: 592 уҡыусы белем ала, шуларҙың 351-е – урыҫтар, 149-ы – татарҙар, 59-ы – башҡорттар. Уларҙан тыш, бында мари, сыуаш, украин, белорус, грек, азербайжан, тажик, литва, корей, үзбәк, езид милләте вәкилдәре лә уҡый. Урыҫ телле булһа ла, мәктәптә башҡорт теле туған тел булараҡ III – VII кластарҙа өйрәнелә, ә дәүләт теле булараҡ, II – XI кластарҙа уҡытыла.
Бында ҡурайсылар түңәрәге лә эшләй. Балаларға – Данил Мезинцев, Әмир Гулов, Данил Ғәлләмов, Данил Зөбәйеровҡа – милли музыка ҡоралы серҙәрен билдәле ҡурайсы Руслан Кирамов өйрәтә. Төрлө милләт балалары уҡыуына ҡарамаҫтан, бында туғанлыҡ мөхите һаҡланған, йәнә лә уҡыусылар дәүләт имтихандарын уңышлы тапшыра, юғары уҡыу йортона юлланыусылар ҙа етерлек. Шакшаның яҡшы мәктәбе
Уҡыу йортонда мине иң тетрәндергәне – ул 467-се Львов гвардия Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы миномет полкына арналған музей. Баҡтиһәң, Курск дуғаһында дан ҡаҙанған, Берлинғаса барып еткән, Праганы азат итеүҙә ҡатнашҡан полк тап Шакшала ойошторолған булған. 112-се Башҡорт кавалери­я дивизияһы менән бергә, беҙгә йәш быуынды тап ошондай тарихи миҫалдарҙа тәрбиәләргә кәрәк тә.
1980 йылда булдырылған музейға инеү менән “Үлемһеҙ полк” булып теҙелеп торған яугирҙәрҙең портреттары ҡаршы алды. Дөрөҫөн әйткәндә, ирекһеҙҙән күҙҙән йәш эркелде. Ошо ерҙән илен һаҡларға тип Бөйөк Ватан һуғышына юлланған йәш кенә ағайҙар (ҡайһы берҙәре малайҙар ғына кеүек) уларҙан баға. Мәктәп директоры Жанна Ращепкинаның әйтеүенә ҡарағанда, заманында музей булдырыу ниәте лә беренсе полк командиры Иван Копиндан сыҡҡан. Музей экспозицияһында полктың үткән юлы сағыу картала күрһәтелгән. Унда шулай уҡ яугирҙәрҙең наградалары, рәхмәт хаттары, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы пулемет таҫмаһы, китаптар урынлаш­тырылған. Һуғыш яланынан килгән хаттарҙы, совет офицеры план­шетының ҡайышын, иҫтәлекле миҙалдарҙы бында бик ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Музейҙа даими рәүештә уҡыусылар, башҡа мәктәп балалары, килгән ҡунаҡтар өсөн экскурсия яһайҙар. Һуғыш яланы картинаһын һүрәтләгән диорама нимәһе менәндер шул осор хаҡындағы кинофильмдарҙың кадрын да хәтерләтә.
Беҙ мәктәпкә барған көндә уҡыусыларға милли рух, туған тел әһәмиәте хаҡында уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар ғына һөйләп ҡалманы, ә балаларҙың биргән һорауҙарына яуап биреп, улар тарафынан әҙерләнгән сығыштарҙың да шаһиты булдыҡ. Радмила Ғәлиәхмәтова, Ирина Голубцова, Эвелина Турсумәтова, Ильвина Исхаҡова, Аделина Әхмәрова, Алина Рәхмәтуллина башҡортса матур йырҙары менән ҡыуандырһа, ҡурайсылар ансамбле моңло көй менән арбаны. Балаларҙың һәр сығышы сағыу ине: эскерһеҙлек, ихласлыҡ әллә ниндәй туңған күңелдәрҙе лә иретер!
Эвелина Турсумәтова, Маргарита Әҙиәтуллина, Алһыу Мусина, Данил Ғәлләмов башҡортса шиғырҙар уҡыны. Рәхмәт уларға туған телгә, әҙәбиәткә булған яҡты мөнәсәбәт­тәре өсөн! Радмир Миңлеғәлиев, Аделина Әхмәрова, Ильвина Исха­ҡова, Екатерина Урманова, Наҙгөл Мусина беҙгә әкиәт тә сәхнәләш­тереп күрһәтте. Милли бейеүҙәр башҡарған Мәҙинә Ғәлиуллина менән Камила Сабирйәнованың сығыштары ла сараны йәмләне.
Был көндә Өфө ҡалаһы Калинин районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусыларын 78-се мәктәптә мәғариф бүлеге йыйғайны. Методист Миләүшә Хәбирова балаларҙы ҡала шарттарында ла милли рухта тәрбиәләү маҡсатынан даими рәүештә ошондай саралар ойоштороу яҡлы. Сараны мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Айгөл Бикмәтова, Гүзәлиә Ғәниева, Айгөл Ғабдрах­манова әҙерләгән.
Балаларҙың сығышын ҡарап ултырыу бик күңелле, әлбиттә, ә бит уларҙы ла ошондай сараларға әҙерләргә, башҡортса йырҙарҙы, шиғырҙарҙы өйрәтергә кәрәк. Туған телгә һөйөү тәрбиәләү ул бер көндә генә башҡарыла торған эш түгел. Әммә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иңенә бөгөн тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ ятты: ата-әсәләр менән бергә уҡыусы­ларҙы милли рухта, туған мөхиттә тәрбиәләү, тамырҙар ҡото хаҡында һөйләү, шәжәрәләр барлау.
Мәктәп музейына ингәндә “Үлемһеҙ полк” сафында беҙҙе танкист Шакирйән Хәйҙәр улы Ҡәйүмов ҡаршы алғайны. Кемдең ғәзиз олатаһы икән ул? Моғайын, был һорауыма яуапты эҙәрмән уҡыу­сылар аша таба алырмын. Уларға уҡытыусылар ҙа ярҙамға килергә тора бит!







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 496

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 515

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 602

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 775

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 624

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 610

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 853

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 108

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 197

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 165

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 175