Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матур ерҙә матур йәшәйҙәр
Матур ерҙә матур йәшәйҙәрДүртөйлө ҡалаһы йырҙарҙа йырланған йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан. Ҡалаға килгән һәр кем тирә-йүндәге йәшеллеккә, бөхтәлеккә, урамдарҙың һәм йорт эргәләренең таҙалығына иғтибар итмәйенсә ҡалмайҙыр, моғайын. Төбәкте шулай күркәмләү, йәшәүгә уңайлы итеү өсөн “Коммунальник” муниципаль унитар предприятиеһы ҙур тырышлыҡ һала. Предприятие хәстәрлеген халыҡ һәр саҡ тойоп йәшәй.
“Коммунальник”, исеменән үк аңла­шылыуынса, ҡаланы төҙөкләндереү, санитар таҙартыу һәм йәшелләндереү менән шөғөлләнә, предприятиеларҙан һәм шәхси ихаталарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығара. Ҡала биләмәһендә юл һәм тротуарҙарҙы ҡарау һәм төҙөкләндереүҙе үҙ яуаплылығына алғандар. Иң мөһиме, коллектив үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп башҡара.
Уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәләре лә ҡыуа­ныслы. Һандар теле менән әйтһәк, муниципаль контракттар буйынса төҙөк­лән­дереү, йәшелләндереү һәм ҡала билә­мәһен санитар таҙартыу буйынса барлығы 18 051 528 һумлыҡ эш башҡарылған. Ҡа­лалағы юлдарҙы ҡарау һәм төҙөкләндереү буйынса ла ырамлы ғына эшләйҙәр. Әйткәндәй, юлдар – ҡаланың йөҙө. Шуға ла предприятие улар һәр саҡ төҙөк һәм ҡараулы булһын өсөн ҙур көс һала. Үткән йылда, мәҫәлән, 5,5 километр оҙонлоҡтағы юлдарҙы ремонтлағандар, ямғыр һәм ҡар һыуҙары үткәреү торбаларын һалғандар, юл билдәләрен һәм уларҙың нығытма­ларын яңыртҡандар, юл ситтәрен буя­ғандар. Йәйәүлеләр өсөн юл киҫелеш­тәрендә шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандуслы тротуарҙар уңайлаштырғандар.
Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, быйылғы ҡыш бик яуын-төшөмлө булды. Предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡала халҡына уңайлы булһын өсөн юл һәм тротуарҙарҙы ваҡытында ҡарҙан таҙартыу өсөн ҙур көс һалды, боҙлауыҡ булған урындарға тоҙло ҡом ҡатнашмаһы һибеп торҙо.
“Коммунальник” үҙ мөмкинлектәрен тулыраҡ файҙаланыу һәм финанс хәлен тағы ла яҡшыртыу өсөн хеҙмәтләндереү даирәһен киңәйтә. Әйтәйек, ауыл биләмәләре менән килешеү төҙөп, юлдарҙы ремонтлайҙар, ямғыр һәм ҡар һыуҙарын ағыҙыу өсөн торбалар һуҙалар. Үткән йылда килешеү буйынса башҡарған эштәрҙән предприятиеға өҫтәмә килем килгән.
Матур ерҙә матур йәшәйҙәрКоллектив һәр эште алдан төҙөлгән план буйынса һәм ҡала хакимиәте менән килешеп-кәңәшләшеп башҡарырға күнеккән. Уларҙың һәр хеҙмәт көнө халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлтелгән. Халыҡ тигәндән, предприятие коллективы ҡала биләмәһен һәр саҡ тәртиптә һәм таҙа тотоу өсөн яҙғы-йәйге осорҙа өмәләр ойоштороу хәстәрлеген күрә. Быйылғы Экология йылында был эште тағы ла әүҙемләштерергә уйлайҙар. Ғөмүмән, дүртөйлөләр – тырыш, уңған халыҡ. Тиҙҙән республикала баш­ланасаҡ экологик өмәләргә ең һыҙғанып әҙерләнәләр. Ҡала биләмәһен ҡышҡы сүп-сарҙан таҙартыуға, йәшеллән­дереүгә, газондарға сәскәләр ултыртыуға төп көс йүнәлтеләсәк.
Әлбиттә, һәр эштең нәтижәһе уның нисек ойошторолоуына бәйле. Предприятие директоры Марат Ғәлиев оҙаҡ йылдар идара итеү осоронда үҙен оҫта ойоштороусы, тәжрибәле етәксе итеп танытты. Нәҡ уның һөнәри оҫталығы, заманса эшләй белеү һөҙөмтәһендә предприятиеның финанс ҡеүәте үҫә, коллектив иртәгәгә ышаныслы атлай. Бында, ысынлап та, уңғандар, тырыштар эшләй. Баш инженер Айҙар Хәлиуллин, участка начальнигы Энгел Ҡазыханов, водителдәр Ришат Раянов, Олег Алексеев, Самат Әхмәҙуллин, сәскә үҫтереүселәр Эльвира Ғәзизова, Рәүилә Кәримова, эшселәр Әлфиә Ғәллә­мова, Гөлназ Басирова, Лариса Бакаева, Евдокия Ахряпинаны коллективта маҡтап телгә алалар.
Предприятие ҡарамағында 62 урынлыҡ ҡунаҡхана эшләй. Ҡунаҡтарҙы сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн директор Розалия Вәлиәхмәтова етәкселек иткән коллектив ҙур тырышлыҡ һала.
“Коммунальник” предприятиеһы республика күләмендәге бәйгеләрҙә лә ҡатнаша. 2014 йылда юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереүҙәге уңыштары өсөн диплом менән бүләкләнгән. Был йөҙгә яҡын кеше эшләгән берҙәм, булдыҡлы коллективтың фиҙакәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа булып тора. Киләсәктә лә һынатмаясаҡ улар.
– Беҙ ҡалабыҙҙың матурлығы менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Матур ерҙә йәшәү ҙә матур булһын тип тырышабыҙ. Көндәлек хеҙмәтебеҙ ошоға йүнәлтелгән, – тине Марат Төхвәт улы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518