Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тормош аяу белмәй, белмәйем мин етерменме был тау үренә?..”
“Тормош аяу белмәй, белмәйем мин етерменме был тау үренә?..” 2016 йылдың октябрендә Шаран районынан 37 йәшлек ир һәм 30 йәшлек ҡатын ике йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Ни өсөнмө? Яңғыҙ ҡалдырып киткән өс бәләкәй балаһының янғында һәләк булғаны өсөн. Тимәк, бала тәрбиәләүҙә битарафлыҡ, яуапһыҙлыҡ күрһәткән беҙҙең граждандарға ла, сит илдәге кеүек, яза бирә башлағандар...
Былтыр моңһоу көҙҙә Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылында өс йәше лә тулмаған баланың күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сығыуы тотош төбәкте аяҡҡа баҫтырғайны. Һәр ваҡыт иркәләнеп, әсәһенең итәгенә йәбешеп тигәндәй йөрөгән Илсиәне ҡайҙан ғына эҙләп ҡарама­нылар. Бәхеткә күрә, бала табылды.
Әле яҙ килеүен белдереп, беренсе тамсылар супылдашып тама башлағанда Сыңғыҙҙа тағы бер үкенесле хәлде ишетеп сәс үрә торҙо.

Мәктәптән ҡайтып, өйгә һыу индереү, ҡар көрәү, һарай таҙартыу, утын ташыу кеүек көндәлек мәшәҡәттәрҙән ҡотолғас, Йәүҙәт, Азамат һәм Тимур тау шыуырға ашыға. “Балалар хәҙер урамда күренмәй ҙә инде!” – тип ғәжәпләнмәгеҙ. Ҡайһы берәүҙәр компьютерҙан айырыла алма­ғанда, икенселәр дәрес әҙерләр алдынан саф һауала йөрөүҙе өҫтөн күрә. Һис кенә лә өйгә терәлеп тиерлек торған һөҙәк урын­ға түгел, ә Һаҡмар аръяғындағы мәғрур Алсынбай тауына күҙе ҡыҙа “өс таған”дың, мөғжизәгә тиң был урын гел генә үҙенә саҡырғандай тойола шуҡ малайҙарға. “Яҡында күп уйнаныҡ, әйҙә, тегенеһен яулайыҡ”, тигәндәрҙер инде.
Текә тауҙан бер тапҡыр шыуып төшөп рәхәтләнәләр, ике, өс... Әммә сираттағы­һында ҡая ташҡа саҡ эленеп торған, былай ҙа “ана төшәм, бына айырылам” тигән мунсалай ҙур ҡар киҫәге көтмәгәндә балалар өҫтөнә ябырыла. Ул шундай шәп тиҙлек менән төшә – Тимур менән Аза­маттың икеһен ике яҡҡа алып ташлай. Күкрәктән көрт аҫтында ҡалған малайҙар мәкерле тоҙаҡтан көскә ҡотола. Тәүҙә береһе ҡар һаҙлығынан һурылып сыға ла йәһәт кенә иптәшен ҡаҙып сығара. “Йәүҙәт ҡайҙа?” Әммә тирә-яҡты нисек кенә яңғы­ратып ҡысҡырмаһындар, тауыш ҡына тү­гел, өн дә ишетелмәй, күпме генә эҙлә­мәһендәр, дуҫтарын таба алмайҙар. Ахыры, ярҙам һорап ауылға табан йән-фарман йүгерәләр. Бик ҡыҙғаныс, ун йәшлек малайҙы ҡар баҫып үлтерә. Тәбиғәт ҡайһы саҡ аяуһыҙ шул...
Оло фажиғәне ишетеп шаңҡыған бүтән ата-әсәләр бынан ары ҡошсоҡтарына нығыраҡ күҙ-ҡолаҡ булырға тырыша, ғәзиздәрен һәр саҡ күҙәтеү аҫтына ала. Айырыуса ситкә йөрөп эшләүселәр, йөрәктәрен устарына йомоп, кеҫә телефонын ҡулынан ысҡындырмай. Бәлә тигәнең бер ҡасан да алдан ҡысҡырып иҫкәртмәй шул, иң насары, арттан килеп көтмәгәндә күҫәк менән башҡа тондороу­сан. Аяныслы хәл-ваҡиға тураһында күп һүҙ сурыттылар, “ниңә генә унда барҙылар икән?” тигән һорау борсоно барыһын да. Хатта әсәһе менән апаһына өймәләмә ғәйеп ташланылар. Имеш, төпсөктәрен ҡарамағандар, күҙ яҙлыҡтырғандар. Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек ирен юғалтҡан Айгөлдөң түккән күҙ йәшенән диңгеҙ хасил булыр ине, Йәүҙәт өс ҡыҙы араһында берҙән-бер малай ине бит – хужалыҡтағы төп ярҙамсы.
Шулай ҙа кем ғәйепле? Битарафлыҡмы, әллә бүтән сәбәп ятамы уның төбөндә? Ирекһеҙҙән шағир Рәшит Зәйнуллиндың бер шиғыры иҫкә төштө:

Тормош аяу белмәй, белмәйем мин
Етерменме был тау үренә?
Ҡанатланып алға ынтыламын –
Алда яңы ҡая күренә...


Ошо илатҡыс ваҡиға тураһында уйлан­ғанда, онотолмаҫ мәктәп йылдарын күҙ алдынан үткәрҙем. Ысынлап та, беҙ бәлә­кәй саҡта нисек ине һуң? Кем беҙҙе ҡурса­ланы ла эргәһенән бер тотам ебәрмәне? Үргендәрҙең яратҡан урыны – Ҡаҙырбай тауынан кәритә менән дә, бәләкәй сана менән дә, автомобиль баллоны менән дә эйгән күңелле ваҡыттар бөгөнгөләй иҫем­дә. Өшөүҙән ҡурҡмайһың, асығыу онотола, “ҡыҙыл танауҙар” артҡандан-арта, тубыҡ­ҡа, бейәләйгә боҙ уҡмашҡан, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡайтырға уйламай­һың. Тиҫтерҙәрең араһында иң отҡоро, иң шәбе булып күренеү өсөн нимә генә уйлап тапмайһың, һыр бирмәү өсөн ниндәй генә хәйләгә бармайһың! Баҫҡысҡа оҡшаған һикәлтәле таштарҙы трамплин итеп һикереүме, тау башынан елдәй елеп төшкәндә ағасҡа тейер-теймәҫ һуғылып үтеүме, сутырмаҡтар өҫтөнән аунай-түнә аҫҡа тәгәрәүме... Бөтәһе лә сәмсел, ныҡышмал, тәүәккәл. Әммә аяҡ-ҡулды ауырттырыуҙы йәки быуынды сығарыуҙы, имгәнеүҙе хәтерләмәйем, ә инде уйындың ҡаза менән тамамланыры хаҡында уйлау ҙа юҡ. Иң мөһиме – барыһы ла шат, һәммәһенең дә күңеле көр, һәр кем ата-әсәһе янына имен-аман ҡайтып тәгәрәй. Моғайын да, бары тик ныҡлыҡ һәм һаҡ ҡыланыу арҡаһында бер ниндәй ҙә бәләгә тарымағанбыҙҙыр. Хоҙай Тәғәлә үҙе аралағандыр, бәлки. Әлеге шикелле ике-өс кенә үҫмер йәки тырам-тырағай түгел, ә өйкөлөшөп уйнай торғайныҡ, кәмендә 15 кеше!
Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, илебеҙҙә ата-әсәнең битарафлығы (документта нәҡ ошолай тиелгән) арҡаһында тәүлек һайын 100 баланың бишәүһенең юлы бәхетһеҙлек осрағы менән киҫешә. Өйҙә эҫе һыуға бешеү, осло әйбергә, айырыуса бысаҡҡа ҡырҡылыу, ишеккә ҡыҫы­лып бармаҡты ҡаймыҡтырыу кеүек, ихатала һыйыр малынан һөҙөлөп имгәнеү, тәҙрәнән һәм лапаҫ башынан ҡолап төшөп, аяҡ-ҡулды һындырыу, тупһанан йәки баҫ­ҡыстан тайып йығылып, һеңер тартылыу, шулай уҡ бер-берең менән ҡаты шаярып быуын сығыу, йылға, туғай, тау ише тәбиғәт ҡосағында фажиғәгә тарыу һәм башҡа борсоулы хәлдәр – шуға асыҡ миҫал.
Класташым менән булған ғибрәтле хәлде бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Был ғаиләнең етеш йәшәүен йорттарының иркенлеге, ялан кәртәһендәге малдарҙың ишле булыуы, еңел автомобилдә елде­реүе һөйләй ине. Тырыш булмай ҡара! Итәк тулы сабый, һәр береһен кейендереү һәм ашатыу – ата-әсәнең мөҡәддәс бурысы. Туғыҙ йәшлек тиҫтеребеҙ әсәһе күршеләргә сығып киткән арала ғына яңы ғына ҡайнап сыҡҡас, һыуытырға көлдөк­сәгә ҡуйылған, боҫ бөркөп торған өс күнәк һөттөң береһен өҫтөнә ауҙарған. Һөттөң эҫелеге 100 градус уҡ булмаһа ла, 90 ти­рәһе булғандыр. Ҡулсырлыҡ бәләһеме, әллә өлкәндәрҙең битарафлығымы? Район үҙәгендәге дауаханала оҙаҡ ятты ул, унан өйҙә...
Тағы ла бер рәсми мәғлүмәт. Баҡтиһәң, ҡыҙ һәм малайҙарҙың бәләгә тарыуы һәр төрлө балалар сире кимәлен дә уҙып киткән. Үҫмерҙәрҙең көнкүреш шарт­тарының һәм көндәлек тормоштоң ҡор­банына әйләнә барыуы, һүҙ ҙә юҡ, бик аяныслы. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының ошо тәңгәлдә саң ҡағыуы тиккә түгел.
Балалар психологы Надежда Цыркундың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡайһы берәүҙәрҙең тамсы ла әҙер булмай тороп, ата-әсә тигән ауыр йөктө үҙ иңенә алырға йөрьәт итеүе һис кенә лә аңлашылмай. Принцип шундай – башта етди әҙерлән, унан ғына бала баҡ! Элегерәк уҡыу йорттарында махсус курстар үткәрелһә, әле бындай әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ аңлатыу эше бөтөнләй туҡтап ҡалған, шуны күҙ уңында тотоп, был юҫыҡта үҙаллы тырышыу кәрәктер. Психолог иң беренсе бәләкәстәрҙең күңел торошон төшөнөүҙе мөһим тип һанай.
Сит илдәрҙең күбеһендә өлкәндәргә балаларҙы яңғыҙ ҡалдырыу ҡәтғи тыйыла, был йәһәттән ул закон менән нығытылған. Мәҫәлән, АҠШ-та 14 йәшкә тиклемге малай йәки ҡыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырып китеү һәм бер үҙен тышҡа сығарып ебәреү енәйәткә тиң, унда балаларҙың именлеген тәьмин итеү институты көйләнгән. Шулай уҡ Италия менән Швецияла – 12, Финляндияла – 10, Польшала 7 йәшкә хәт­лемге баланы бер үҙен йортта ла, урамда ла ҡалдырыр һәм ҡайҙалыр оҙатыр алдынан ҡырҡ тапҡыр уйлайҙар, юҡһа яуапҡа тарттырасаҡтар. Бөйөк Британияла Ба­лаларҙы яҡлау буйынса дәүләт агентлығы төҙөлгән.
Балаға иғтибарлы ҡараш булдырған Көнбайыш Европа илдәренең береһе Германияла ҡыҙын фатирына бикләп, 17 минут эсендә магазинға йүгереп барып әйләнгән 30 йәшлек Эммаға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғанын ишетеп хайран ҡал­ғайныҡ. Хатта 10 минутҡа ла ҡалдырырға ярамай уларҙа. “Уның нимәһе насар инде, беҙҙеке көндәр буйы яңғыҙы өйҙә ултыра йәки һыу буйынан ҡайтып инмәй”. Кем ошоноң ише фекер йөрөтмәй?! “Өҫтәлдә – бысаҡ, кәштәлә – ҡайсы, энә һәм бүтән осло әйберҙәр ятыр ине, нисек бер-береһенең күҙенә төртмәгәндәрҙер йәки берәй ерен йәрәхәтләмәгәндәрҙер, бер Хоҙай ғына белә. Беҙ ни, көноҙоно колхоз эшенә егелдек”, – тип биш бала үҫтергән әсәйемдең һөйләгәне хәтергә төшә.
Битарафлыҡта ғәйепләнгән теге бисара ҡатын. Әлбиттә, был осраҡта суд әсәй кешегә мәрхәмәтлек күрһәткән. Хөкөм ителеүсенең Ильзаны (Элизабет) яңғыҙ тәрбиәләүен һәм, ғөмүмән, уға бик яҡшы мөнәсәбәтен иҫәпкә алып, язаны йомшарт­ҡандар. Ҡыҫҡаһы, уны шартлы рәүештә ике йылға иркенән мәхрүм иткәндәр. Әгәр ҙә аҙып-туҙып йөрөгән берәү булһа, бала – приютҡа, ҡатын туп-тура төрмәгә оҙатыласаҡ ине. Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, ул бит кәйеф-сафа ҡорорға түгел, ә ҡыҙының тамағын хәстәрләү маҡсатында йомошҡа сыҡҡан.
“Ситтә йәшәмәйбеҙ бит, беҙҙә нисек?” – тип һорар гәзит уҡыусы. Илебеҙҙә был тәңгәлдә бойомға ашыраһы мәсьәләләр бихисап. Ҡайҙалыр ҡалдырып китеү арҡаһында яман уйлылар ҡулына эләгеп, балалар имгәнә-яралана, хатта енәйәт ҡорбанына әүерелә. Һүҙ ҙә юҡ, был ҡы­йылған йәндәр – битараф өлкәндәрҙең намыҫында. Рәсәй Енәйәт кодексында бала тәрбиәләүҙә бурыстарҙы үтәмәгән өсөн (әгәр бәлиғ булмағандарға ҡаты мөғәмәлә итеү күҙәтелһә) ата-әсәләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Юрис­тар әйтеүенсә, асылда ғәйепте иҫбат итеү бик ауыр, күп осраҡта иҫкәртеү менән ҡотола ата-әсә.
Бала бағыу – ата-әсәнең төп бурысы. Тыуғандан алып үҙаллы йәшәй башла­ғансы ғына түгел, аҙаҡтан да уны ҡур­салайбыҙ, һаҡлайбыҙ, яҡлайбыҙ. Һәр беребеҙ бәләкәстәребеҙҙе яҡшылыҡҡа һәм яҡтылыҡҡа әйҙәй. Иғтибарлы ҡараш, һөйөү менән тәрбиәләйбеҙ.
Ата-әсәләр йыйылышында мөғәл­ли­мәнең “балаларығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ” тигәненә күптәрҙән “улай итеү ҡайҙа инде, муйындан бурысҡа баттыҡ, көн-төн эшләйбеҙ” тигән яуапты ишетергә тура килә. Оло йәштәгеләр үҙ улдарының һәм ҡыҙҙарының яндарына килеп китмәүенә, хатта шылтыратып та хәл белешмәүенә, матди ярҙам күрһәтмәүгә йыш ҡына зарлана. Билдәле, төпкәрәк төшөп, төпсөнөргә тотонаһың. Баҡтиһәң, үҙҙәре йәш саҡта ғәзиздәренә бик иғтибарлы булмаған, күңел кисерештәрен аңламаған, нимә менән ҡыҙыҡһыныуын һорашмаған, ата-әсәләр йыйылышына йөрөмәгән, түңәрәктәргә бармаған. Быға аңлатма биреп тороу кәрәкмәйҙер.
Бала саҡтан ингән ғәҙәт ғүмергә ҡалыр, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Шул уҡ ваҡытта өлгө күрһәтеү хаҡында ла онотмайыҡ. Хәйер, ҡайһы саҡта үҙебеҙ шуның киреһен эшләп ҡуябыҙ түгелме?! Ябай ғына миҫал. Ҡалала бала етәкләп ҡыҙыл светофор янып торғанда юл аша сығыуҙы, ауылда иһә газ тоҡандырғандан һуң һүнмәгән шырпыны ҡайҙа етте, шунда ырғытыуҙы, асыҡ тәҙрәнән һикереп төшөүҙе һис кенә лә аңым ҡабул итмәй. Баланы юҡҡа ғына лакмус ҡағыҙына тиңләмәйҙәр. Ул бары­һын да күңеленә һеңдерә һәм, иң ҡыҙ­ғанысы, ярамаған ҡылыҡтарҙы йыш ҡабатлаусан була. Шунан инде “ниңә генә шулай итте икән?” тип үкенәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518