Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күсмә осор кисерәбеҙ
Йәмәғәт, “аутсорсинг” тигән ҡолаҡҡа бик үк ятып бөтмәгән һүҙгә, ҡыйын булһа ла, өйрәнә тороғоҙ, сөнки бынан һуң мәктәпкәсә тиклемге йәки мәктәп йәшендәге балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләргә йәмғиәтебеҙҙә барлыҡҡа килгән яңы күренеш менән туранан-тура осрашырға, уның үҙенсәлектәренә төшөнөргә тура киләсәк. Унан тыш, балалар баҡсаһындағы түләүҙәрҙең артыуына ҡағылышлы паникаға бирелергә лә ашыҡмағыҙ – иҫәпләү һәм ташламалар биреү тәртибен раҫлаусы документтар ҡабул ителеү менән, барыһы ла яйға һалынасаҡ...
“Башҡортостан” дәүләт телерадио­компанияһы (”Рәсәй 1” телеканалы) Башҡортостандың Мәғариф министрлығы белгестәре менән тура эфирҙа махсус матбуғат конференцияһы ойошторҙо, журналистарҙың һорауҙарына мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, уның урынба­ҫарҙары Альмира Ғәниева, Гүзәл Әхмәт­шина, баш ҡаланың мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова яуап бирҙе, аңлатмалар индерҙе.
Тиҙҙән республикалағы балалар баҡса­лары аутсорсинг буйынса туҡланыу системаһына күсә. Ябай итеп әйткәндә, балаларҙы туҡландырыу эше быға тиклем һәр баҡсаның үҙ мәнфәғәтендә булһа, хәҙер бының менән үҙәкләштерелгән рәүештә профессиональ махсус компаниялар шөғөл­ләнәсәк. Тимәк, аҙыҡ-түлек һайлау, һатып алыу, баҡсаға тиклем килтереү, унан сабыйҙар өсөн нормаларға ярашлы аш-һыу әҙерләү һәм башҡа бурыстар учреждение мөдире мәнфәғәтенән сығып, профессионалдар ҡулына ҡаласаҡ. Үҙгәрештәрҙең маҡсаты – был хеҙмәтте тағы ла сифат­лыраҡ, файҙалыраҡ итеү; ә мәғариф өлкәһе белгестәре, ойоштороу бурыстарынан арынып, белем һәм тәрбиә биреү эшмәкәрлеген тағы ла киңерәк йәйелдерә аласаҡ.
Ошо хәбәр сығыу менән, социаль селтәрҙәрҙә, йәмәғәтселек араһында ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр яңғырай башланы, төрлө һорауҙар һәм күҙаллауҙар күпселек ата-әсәләрҙә тынғыһыҙлыҡ тойғоһо тыуҙырҙы. “Аҙыҡ туҡланыу комбинаттарында әҙерләнәсәк, баҡсаға килеп еткәнсе иҫкереп бөтәсәк”; “күп осраҡта полуфабрикаттар ҡулланыласаҡ”; “ашнаҡсылар эштән ебәреләсәк” һәм башҡа уйҙырмалар – уларҙың бер өлөшө генә. Мәғариф министры белдереүенсә, аутсорсинг системаһы республикала яйлап, муниципалитеттарҙың мөмкинлегенән сығып индереләсәк, балалар баҡсаһын хеҙмәтләндереүҙе ниндәйҙер туҡланыу операторына тапшырыр алдынан (был үҙ сиратында шәхси эшҡыуар булыуы ла ихтимал) улар һәр яҡлап, төплө тикшереләсәк һәм эшмәкәрлектәре ныҡлы контролдә тотоласаҡ. Әлегә баҡсалар штатындағы хеҙмәтсәндәрҙе эштән ебәреү хаҡында ла һүҙ юҡ.
Журналистар йәмәғәтселекте борсоған иң киҫкен проблемаларҙың береһен – балалар баҡсаһы өсөн түләү системаһындағы үҙгәрештәр мәсьәләһен дә күтәрҙе. Был хәл йәмәғәтселекте битараф ҡалдырманы, ошоға тиклем тотороҡло льготалар менән ҡулланып өйрәнгән ата-әсәләрҙе байтаҡҡа артҡан түләү суммаһы аптыратты ла, хафаға ла һалды.
– Ошо көндәр эсендә ташламалар биреү тәртибен көйләүсе норматив документтар ҡабул ителәсәк, – тип яуап бирҙе Гөлназ Радмил ҡыҙы. – Улар үҙ көсөнә инеү менән ғаиләнең финанс хәлен билдәләгән махсус белешмә бирелә башлаясаҡ, уны юллауҙың урыны һәм ваҡыты хаҡында һәр муниципалитет аңлатыу эштәре алып барасаҡ. Ата-әсәләргә белешмәне баҡсаға килтерергә һәм элеккесә ташлама менән файҙаланырға ғына ҡала. Белешмә тапшырыу срогы – 1 майға тиклем. Хафаланырға урын юҡ – ошо күсмә осорҙо үткәреп ебәрһәк, барыһы ла яйға һалынасаҡ. Ә әле квитанциялар буйынса тулы хаҡ түләгәндәргә, белешмәгә ярашлы, киренән иҫәп-хисап яһаласаҡ.
Был хаҡта гәзит битендә яҙғайныҡ инде: яңы ҡағиҙәләр буйынса, компенсацияға документтарҙы атай йәки әсәй тапшыра, шул уҡ ваҡытта ғаиләнең уртаҡ килеме уның һәр ағзаһы өсөн йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәленән артмаҫҡа тейеш. Ябай итеп әйткәндә, әлеге ваҡытта республикала йәшәү минимумы күләме 8323 һум тәшкил итә. Ошо һанды 1,5-кә ҡабатлаһаҡ, 12 485 һум килеп сыға. Компенсацияға өмөт иткәндәргә ғаиләнең уртаҡ килемен, ағзаларының һанына ҡарап, ошо күрһәткескә ҡабатларға ҡала. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла бик ябай: килемдәрегеҙҙе иҫәпләгәндән һуң, ғаиләлә йән башына уртаса килем йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлы дәүмәленән артмағаны асыҡлана икән, белешмә юлларға ғына ҡала.
Матбуғат конференцияһында Берҙәм дәүләт имтиханына ҡағылышлы һорауҙар ҙа яңғыраны. Мәғариф министры урынбаҫары Альмира Ғәниева әйтеүенсә, быйыл республикала 18 меңдән ашыу уҡыусы имтихан тапшырасаҡ, яңы ҡағиҙәләр буйынса, контроль-үлсәү материалдары электрон вариантта киләсәк һәм класта, уҡыусылар алдында баҫтырылып сығарыласаҡ. Имтихан тапшырғандан һуң улар урында уҡ сканерланасаҡ һәм тикшереүгә оҙатыласаҡ. Был яйға һалынған системала кеше факторын кәметеү, имтихан һөҙөмтәләренә тәьҫир итеү ихтималлығын булдырмау өсөн эшләнә. Шулай уҡ, быйылғы сығарылыш класс уҡыусылары былтыр ниндәйҙер сәбәптәр менән Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырмаған һәм быйыл бәхетен һынарға теләгәндәр менән осрашмаясаҡ – уларҙан имтихан айырым алынасаҡ. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы 102 пунктта ҡабул ителәсәк, уларҙың барыһында ла видеояҙма эшләйәсәк.
Матбуғат конференцияһында шулай уҡ сменалы уҡыу, балалар баҡсаһына сират, репетиторлыҡ менән шөғөлләнеү һәм башҡа көнүҙәк проблемалар күтәрелде, министрлыҡ белгестәре уларға төплө яуап бирҙе. Әйткәндәй, күп һорауҙарға яуапты ведомствоның рәсми сайтында табырға була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519