Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт балын ҡытайҙар ҙа етештерәме?
Башҡорт балын ҡытайҙар ҙа етештерәме?Хәҙер “башҡорт балы” тигән бөтә донъяға билдәле исемде файҙаланып төрлө шикле ризыҡ етештереүселәр күбәйә башланы. Күптән түгел, мәҫәлән, “Башкирский мёд” яуаплылығы сикләнгән ширҡәт булыуы асыҡланды. Уның юридик адресы тип Өфө ҡалаһының Индустриаль шоссе урамындағы 37-се йорт күрһәтелгән, ғәмәлдә был урында ошондай ойошма булмай сыҡты.
Был ширҡәт хужаларының береһе Өфөлә башҡа төрлө адрес буйынса йәшәй, ә икенсеһе хатта Мәскәү өлкәһендә теркәлгән икән. Ойошма аҙыҡ-түлекте күмәртәләп һатыуҙы маҡсат итеп ҡуйған, улар араһында нимә генә юҡ: балыҡ, ҡыҫала, ҡабырсаҡ ...
– Тимәк, был йәмғиәт башҡорт балын төрлө ялған күсермәләрҙән һаҡларға уйламаған да, фәҡәт етештереү урынын, йәғни Башҡорт­останды, эшҡыуарлыҡ мәнфәғәттәрендә файҙаланған ғына, – ти Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры, профессор, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов.
Был ойошма республикабыҙ биләмәһендә бал ҡорттары үрсетеү менән дә шөғөлләнмәй, башҡорт балы исеме аҫтында уны һата ғына. Эшмәкәрлеге тураһындағы тулайым мәғлүмәттә уның бухгалтерияһының отчет бирмәүе тураһында ла әйтелгән.
Үзбәкстанда, Тажикстанда, Ҡытайҙа һәм башҡа илдәрҙә йыйылған ошо татлы продуктты “Башҡорт балы” тигән бренд аҫтында ғәйәт ҙур күләмдә етештерәләр бөгөн. Был хәл ысын башҡорт балын Рәсәй һәм донъя баҙарында һатыуҙы ҡыйынлаштыра – ул түбән сортлы ялған бал менән конкуренцияға түҙмәй, сөнки тегеләре бик арзан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840