Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алдаҡсылар ғәйеплеме, алданыусылармы? Кем ул өлөшсөләр?
Алдаҡсылар ғәйеплеме, алданыусылармы? Кем ул өлөшсөләр? Алданыусылармы, әллә бер ҡатлылармы? Ғөмүмән “алданған өлөшсөләр” мәсьәләһе хаҡында күпме генә яҙып, күпме генә һөйләһәк тә проблема һаман асыҡ ҡала килә. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Әле бына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы тапҡыр “Төҙөүселәрҙең (заказсыларҙың) Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә күп фатирлы йорттар һалыу буйынса йөкләмәһен үтәмәүе арҡаһында зыян күргән граждандарҙы яҡлау буйынса саралар тураһында”ғы Закондың нисек тормошҡа ашырылыуын тикшерҙе...
Быға саҡлы йыш телгә алынған, хәҙер инде онотола яҙған “алданған өлөшсөләр” проблемаһы беҙҙәге баҙар иҡтисадының сәйер бер яғын фашланы: бөтә хоҡуҡи ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алып төҙөлгән ике яҡлы килешеүҙең үтәлеше мотлаҡ булмаҫҡа ла мөмкин икән. Ошо сетерекле мәсьәләнең хәл ителеше тураһында бөгөн нимә әйтергә була? Һәм иң мөһиме – артабан ундай хәл ҡабатланмаһын өсөн ниндәй саралар күрелә?
Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Төҙөүселәрҙең (заказсыларҙың) Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә күп фатирлы йорттар һалыу буйынса йөкләмәһен үтәмәүе арҡаһында зыян күргән граждандарҙы яҡлау буйынса саралар тураһында”ғы 2011 йылдың 3 мартында ҡабул ителгән Закондың нисек тормош­ҡа ашырылыуы тикшерелде. Был мәсьәләне көн тәртибенә ҡуйған Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет ағзалары алдында республика­ның Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Илдар Йәһүҙин сығыш яһаны.
– Ошо ҡанунды үтәү йөҙөнән проблемалы объекттарҙың исемлеге төҙөлдө, “Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙө­лөшө фонды” дәүләт унитар предприятиеһына был йорттарҙы һалып бөтөү мөмкинлеге биргән тейешле норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул ителде, –– тине Илдар Риф улы. – Хәҙерге ваҡытта был объекттар сафҡа индерелде, алданғандар исемлегенән 1800-ҙән ашыу ғаилә фатирлы булды. Уларҙы төҙөүгә Фонд өс миллиард һумдан ашыу аҡса тотондо.
Дөрөҫ, бөтә был саралар ҡай­һы бер алдаҡсы ойошма­ларҙан, үҙ аҡсаһын түләп тә, фатир ала алмай ҡалыусыларға йорт һа­лыуға ғына ҡайтып ҡала. Ә алдан­ған кешеләр ағымы туҡта­маһа? Һәр саҡ шулай ҡаҙна иҫәбенә генә төҙөрҙәрме? Халыҡтан аҡса йыйып та фатир төҙөүҙән баш тартҡан, йәғни ғәмәлдә алдаған “төҙөлөш” ойошмалары шулай ситтә ҡала килерме?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлде тикшереүҙә яуаплы органдар яғынан артыҡ әүҙемлек күрмәйбеҙ. Халыҡтан урланған аҡсаны табып кире ҡайтарыу – хоҡуҡ һаҡлау органдарының туранан-тура бурысы ғына түгел, ә намыҫ эше лә тип иҫәпләйем, – Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бынан бер нисә йыл элек үк шулай тип әйткәйне. Уның был һүҙҙәренән һуң эш йәнләнә төштө. Ғәйеплеләрҙе асыҡлау, уларҙың алдаҡ эшен фашлау һәм туҡтатыу, енәйәт эше асыу һәм суд хөкөмөнә тапшырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған хәрәкәт башланды.
Әммә был эштең һөҙөмтәле­леге, ваҡыт уҙа барһа ла, әллә ни күҙгә салынырлыҡ түгел ине. Был хәл Башҡортостанда ғына түгел, ә бөтә илгә ҡағыла. Уҙған йәй, мәҫәлән, Мәскәү өлкәһендәге ун мең (!) алданған өлөшсөнөң сәйәси партияларға һәм йәмәғәт ойошмаларына мөрәжәғәтендә граждандарҙың торлаҡ хоҡуҡ­тарын яҡлауҙың үтә көсһөҙ булыуы, ҡануниәткә индерелгән төҙәтмәләрҙең йоғонтоһо һиҙел­мәүе билдәләнде. Әгәр ҙә һатып алыусы аҡсаһын түләгән икән, һатыусы уға килешеүҙә күрһә­телгән тауарҙы бирергә йә аҡсаһын ҡайтарырға тейеш бит! Быларҙың береһе лә юҡ икән, тимәк, дәүләт ҡыҫылырға, ҡурса­ларға бурыслы, сөнки ул ошондай граждандарҙың да һалымына йәшәй. Бер ҡараһаң, хоҡуҡ һаҡ­лау органдары ниндәйҙер ғәмәл ҡыла ла кеүек. Ни өсөн шундай һүлпәнлеккә юл ҡуйылды?
– Был төрҙәге енәйәт эштәрен тикшереүҙең оҙаҡ барыуы ҡат­мар­лы суд экспертизалары (тө­ҙөлөш-техника һәм бухгалтерия буйынса) яһау кәрәклеге менән аңлатыла, – ти Башҡортостан Рес­публикаһы прокуроры урын­баҫары Гөлнара Бикбулатова. – Ҡағиҙә булараҡ, тикшеренеүҙәрҙе Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министр­лығының эксперт-криминалистика үҙәге үткәрмәй, шуға күрә улар махсуслашҡан коммерция ойошмаларына тапшырыла, ә был иһә байтаҡ матди сығым һәм ваҡыт талап итә. Унан тыш, зыян күреүселәргә түләтеү маҡсатында ғәйепле яҡтың мөлкәтенә арест һалыу ҙа проблемалар тыуҙыра: ҡағиҙә булараҡ, енәйәт эшен асҡан мәлдә шикле кешеләрҙең һәм уларҙың яҡын туған-тыума­саһының мөлкәте булмай сыға. Шулай уҡ енәйәт эштәрен тик­шергән саҡта тәфтишселәрҙең оператив-эҙләнеү органдары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлегенең тейешле кимәлдә булмауы ла эште тотҡарланы, алданған өлөш­сөләрҙең хоҡуҡтарын бо­ҙоуға алып килде. Был төрҙәге барлыҡ енәйәт эштәре буйынса оператив-эҙләнеү төркөмдәре ойошторолған, шунлыҡтан оператив хеҙмәткәрҙәр енәйәт эштәренә ҡағылышлы иҫбатлау мәғлүмәттәрен йыйырға, анализ­ларға, теркәп барырға бурыслы ине, ләкин улар үҙ ваҡытында барлыҡ сараларҙы ла күрмәне. Тәфтишселәрҙең күрһәтмәләре тулы күләмдә үтәлмәне һәм улар насар башҡарылды. Урланған аҡсаны кемгә һәм ҡайҙа тапшырыу каналдары, уның ҡайҙа тотонолоуы асыҡланманы.
Ахырҙа күп ҡатлы йорттар тө­ҙөүгә граждандарҙың аҡсаһын йәлеп итеүгә бәйле енәйәттәр тураһындағы ғаризалар һәм мөрәжәғәттәр буйынса тәүтикше­реүҙе һәм енәйәт эштәрен алып барыуҙы республика Прокурату­раһы махсус контролгә алды, ошо енәйәт эшен тикшереүҙе туҡтатып тороу тураһындағы нигеҙһеҙ ҡарарҙарҙы юҡҡа сығарҙы. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының тәфтиш идаралығына етешһеҙ­лек­тәрҙе бөтөрөү, тәфтиш эшен тиҙләтеү талабы ҡуйылды. Был хәлде тейешенсә тикшереү маҡсатында Башҡортостан прокуратураһы даими нигеҙҙә оператив хеҙмәткәрҙәрҙең эшен тыңлауҙы ойошторҙо.
Һөҙөмтәлә байтаҡ ҡына төҙө­лөш ойошмалары етәкселәре хөкөм ителде, уларҙың төҙөлөп бөтмәгән объекттары, етештереү ҡорамалдары һәм башҡа тех­никаһы тартып алынды. Әлбиттә, кемделер төрмәгә ултыртыуҙан ғына нигеҙе генә ултырған йәки стена панелдәре саҡ ҡуйылған йорт үҙенән-үҙе һалынып бөтмә­йәсәк. “Проблемалы йорт” тип аталған утыҙға яҡын торлаҡ бинаһын һалып бөтөргә һәм аҡса түләп тә фатирһыҙ тороп ҡалған ике меңдән ашыу кешенең хоҡуҡтарын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине.
Иң ауыр хәлдәге йорттарҙы – Өфөләге “Баҡалы” һәм “Йәшел яр” микрорайондарын – төҙөп бөтөү Торлаҡ төҙөлөшө фондына ҡушылды. Был йорттар – ошондай проблемалы объекттар араһында иң ҙурҙары, дөйөм майҙандары ғына ла 88 мең квадрат метр тәшкил итә, бынан тыш, әлеге алдаҡсы фирмалар этеп-төртөп эшләп киткән урындарҙы ҡабаттан йүнәтеү, инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәреү, йорттарҙың тирә-яғын төҙөкләндереү... Ике микрорайон буйынса алданған фатир һатып алыусылар һаны 1 760 кешегә етте. Уларҙы торлаҡлы итеү хатта ошо ҡеүәтле Фонд өсөн дә еңел эш түгел. Билдәле булыуынса, был дәүләт унитар предприятиеһы бер нисә йыл инде мәсьәләне эҙмә-эҙлек­ле хәл итеү менән шөғөлләнә: алданған өлөшсөләрҙе берәмләп саҡырып алып килешеү төҙөй. Документҡа ярашлы, Фонд күпмелер ваҡыттан һуң төҙөлөп бөтәсәк йорттарҙың береһендә ошо ғаиләгә фатир бирергә вәғәҙә итә, ә тегеһе “Стройпроектцентр”, “Полимер” кеүек алдаҡсы ойошмалар менән төҙөгән элекке килешеүендәге хоҡуҡтарын Фондҡа тапшыра. Әлбиттә, уларҙың иң мөһиме – буласаҡ фатир өсөн тип түләнгән аҡсаны юллап алыу. Был эш менән Фондтың юристары шөғөлләнә.
Мәсьәләне хәл итеүгә башҡа предприятиелар ҙа йәлеп ител­гән. Уларға төҙөлөш өсөн майҙан бүлеп биреүҙе еңелләштереү, кредит алыуҙа һәм эштең бүтән этаптарында ташламалар яһау кеүек ярҙам да күрһәтәләр. Бер юлы кешеләрҙең ышанысын аҡламаған әлеге алдаҡсы фирмаларҙы банкротлаштырыу буйынса ҡатмарлы юридик процедура ла алып барылды. Алданған өлөшсөләр пробле­маһы менән шөғөлләнгән ведомство-ара комиссияның эшендә фатирһыҙ ҡалған граждандар иҫәбенән төҙөлгән инициатив төркөм дә ныҡ ҡына ярҙам итте: йәмәғәтселектең һәм власть органдарының иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында митингтар ҙа үткәрелде, тәфтиш эшенең тағы һүлпәнәйә башлау ихтималлығы ла даими иҫкәртелеп торҙо, төрлө яҡлы һәм тулыраҡ мәғлүмәт менән тәьмин итеү маҡсатында республика Хөкүмәтенең ошо проблема өсөн яуаплы кешеләре менән осрашыуҙар ҙа булды. Рөстәм Зәки улы ла был инициатив төркөм ағзаларын бер нисә тапҡыр ҡабул итте.
Был күренеш ике яҡлы. Бе­ренсеһе мутлашыусыларға һәм төҙөлөш бизнесын алып бара белмәүселәргә ҡайтып ҡала. Улар, йорт һалыу – тиҙ башҡа­рыла торған эш, тип уйлаған, ахырыһы. Халыҡтан йыйған аҡсаға төҙөлөш материалдары һатып алһаң, был һөнәр буйынса тәжрибәһе булған инженерҙар һәм эшселәрҙе яллаһаң, йәнәһе, бөтә проблема йорт һалыу өсөн уңайлы майҙан табыуға ғына ҡайтып ҡала. Ә бындай майҙанды ҡала властарынан төрлө хәйлә­кәр юлдар менән алыу осраҡтары ла байтаҡ булған. Ләкин объект­тарға нигеҙ һала башлағас та, был фирма етәкселәренең тармаҡ үҙенсәлектәрен бик үк төшөнмәүе, фәҡәт үҙ кеҫәләренә күберәк табыш туплау теләгенең үтә көслө булыуы асыҡлана. Артабан башланып киткән иҡтисади көрсөк ошо булдыҡһыҙлыҡты тағы ла көсәйтә төшкән. Әлбиттә, хәҙер белеүебеҙсә, алдан уҡ алдашыу, кешеләрҙән йыйған аҡса­ны һис тә төҙөлөшкә түгел, ә шун­да уҡ башҡа маҡсатта тотонған, ҡануниәт бәйләнә алмаҫ­лыҡ итеп йәшергән йәки үҙләштергән “эшҡыуарҙар” ҙа булған.
Икенсе яҡта – фатир һатып алырға теләүселәр. Беҙҙең һәр нәмәлә тиерлек хосуси мәнфә­ғәттәр өҫтөнлөк иткән һәм дәүләт власына күп нәмәгә ҡыҫылырға хоҡуғы ла булмаған капиталистик йәмғиәттә йәшәй башлаға­ны­быҙға әллә ни күп ваҡыт та уҙ­маған әле. Беҙ һәр төрлө рек­ламаға ла тиҙ ышанабыҙ, теге йәки был фирманың төҙөргә рөхсәте булыу-булмауын да тикшертә белмәйбеҙ. Иң мөһиме – квадрат метры башҡа төҙөлөш ойошмалары менән сағыш­тыр­ғанда арзаныраҡ булһын, тип уйлайбыҙ. Ундай ҡараш әҙер йорттарҙағы фатир һатып алған­да ла 100 процент гарантия бир­мәй, ә бында һүҙ әле нигеҙе лә һалынмаған торлаҡ тураһында бара.
– Алданған өлөшсөләр проб­лемаһы беҙгә 2000 йылдар башынан уҡ килгән мираҫ булып күскәйне, ул, нигеҙҙә, хәл ителде лә инде, – тигәйне күптән түгел республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең сығыштарының береһендә. – Ошо төркөм граждандар иҫәбенән өс меңдән ашыу ғаилә фатир алды, 2017 йыл аҙағына саҡлы ҡалғандары ла йортло буласаҡ.
Башҡортостан күптән инде төҙөлөш эше киң ҡолас менән барған төбәктәрҙең береһе булып танылған. Әлеге мәлдә республикала күп ҡатлы 500 самаһы торлаҡ йорт төҙөлөү өҫтөндә, уларҙың дөйөм майҙаны өс миллион квадрат метрҙан ашыу. Объекттарҙы һалыуҙа, совет заманында уҡ сифатлы күркәм биналар төҙөп танылған ҙур һәм абруйлы ойошмалар менән бергә, ваҡ фирмалар ҙа ҡатнаша. Ә уларҙың төрлөһө бар. Шуға күрә торлаҡ баҙарында намыҫһыҙ кешеләр әленән-әле килеп сығып тора. Улар бер ҡатлыраҡ граждандарға шикле схемаларҙа ҡатнашырға тәҡдим итә һәм тиҙ ышаныусан клиенттарҙы таба. Ғәмәлдә бынан һаҡланыуҙың ябай ғына ҡағиҙәләре бар. Дөрөҫ мәғлүмәтте ниндәйҙер ваҡ-төйәк контораларҙа түгел, ә электән билдәле етди төҙөлөш ойошмаларында һәм хатта уларҙы интернеттағы сайттарында ла таба алабыҙ. Әгәр ҙә гәзит уҡыусыларҙа ниндәйҙер һорау тыуа икән, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508