Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Урал батыр”ға һәйкәл һүҙҙә ҡалмаһын
“Урал батыр”ға һәйкәл һүҙҙә ҡалмаһын Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған “Урал батыр” эпосы тәү башлап Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директоры, ғалим Зиннур Йәрмөхәмәтовтың идеяһы буйынса рәссам Константин Кузнецов тарафынан төрлө планда һүрәтләнә башлауы һәр кемгә мәғлүм. Беҙҙең төбәктәге берҙән-бер юғары уҡыу йортоноң ике корпусында ла һүрәтләнгән панноларҙа, композицияларҙа кешелек тоҡомон башлап ебәреүселәр йылдар уҙған һайын үҙҙәренең эпик ҡоластарын нығыраҡ һәм киңерәк йәйә барған һымаҡ…
Ваҡиғалар Урал тауы, Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмар йылғалары тирәһендә барып, өс быуын геройҙар яҙмышы алты өлөштә тасуир ителә Сибай институ­тының диуарҙарында. Мәҫәлән, Кузнецовтың “Урал батыр” эпосы буйынса ижад иткән бишенсе панно-барельефы студенттар өсөн бик тә яҡын һәм ҡәҙерле. Хатта ҡуйылған урыны ла һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итеп тора: ул ғилми советтың ултырыштар залына йәнәш.
Автор үҙе урыҫ милләтенән булһа ла, башҡорттоң ҡояшҡа, тау, йыл­ғаларға, йәнлектәргә табыныуын поэтиклаштырып, дәүерҙәрҙе дәүергә бәйләрлек мәңгелек өлгө рәүешендә, йәш быуынға изгелек менән яуыз­лыҡты һәм үлемһеҙлек өсөн көрәш идеяһының асылын төшөнөргә тәрән­дән ярҙам иткән. “Эпик ҡомартҡылар менән ҡыҙыҡһынған йәштәр ирекһеҙ­ҙән донъя күләмендәге “Гөлгәмеш”, “Жанғар”, “Манас”, “Алтай — Бучай” йә “Садко”лағы һыу аҫты батшалығын уйлай һәм сағыштыра торғандыр… Эйе, бик күп яҡшы уртаҡлыҡтар бар уларҙа. Эпик сюжеттарын барлағанда, тәү рухи донъябыҙҙан ризыҡланып яралған мәшһүр “Урал батыр” эпосында яҡшылыҡтар тәрәнерәк һәм киңерәк тип иҫәпләй ҡомартҡыны төптән өйрәнгән Сибай студенттары. Быны фән кандидаты Ғәҙилә Бүләкова эпосты комплекслы өйрәтеү маҡсатында уҡыусыларынан байтаҡ ғилми хеҙмәттәр яҙҙыртып иҫбатланы.
Шуныһы ҡыуаныслы, буласаҡ йәш белгестәр, эпостың тарихи нигеҙҙәрен өйрәнгәндән һуң, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Бөрйән ырыуы тарихына мөрәжәғәт итте. “Тәү башланғысым ҡайҙан?”, “Мин кем?” һәм башҡа эпосҡа ҡағылышлы һорауҙарҙы үҙ эсенә алған бөтә Рәсәй күләмендә Сибай юғары уҡыу йортонда уҙғарылған ғилми-ғәмәли конференциялар – үрҙә әйткәндәремә асыҡ миҫал.
Институт ғалимдары фаразлауынса, уникаль эпосыбыҙ аша студент­тарҙа милли рух тәрбиәләү төрлө алымдар ҡулланыуға ла бәйле. Мәҫәлән, Раушания Уйылданова менән Эльвира Йәрмөхәмәтоваларҙың диплом эштәрен күреү насип булды миңә. Үҙгәрештән үҙгәрешкә, яңылыҡ­тан яңылыҡҡа бер туҡтауһыҙ сапҡан бөгөнгө фән донъяһына яҡынайтып, архаик эпосты һәр береһе үҙ йүнәлешендә анализлай һәм баһалай алған. Ғөмүмән, Сибай институты коллективы боронғолоҡтоң кешелекле сифаттарын мәңгеләш­тереүҙән һис тә туҡтамай. Ҙур сараларҙа, бай­рамдарҙа, йыл һайын ойошторолған юғары уҡыу йортоноң һабантуй­ҙарында “Ете ырыу” бейеү ансамбле­нең сығыштары булһынмы, “Ете ырыу тарихы”на бағышланған күргәҙмәме, “Ете батыр” йәки “Башҡорт көрәше” майҙан тотһонмо – былар барыһы ла халҡыбыҙҙың боронғо ижад өлгөләренең логик дауамы рәүешендә Сибай халҡының күңел тирмәһенә рухи аҙыҡ, ғорурлыҡ өҫтәй.
1996 йылдан бирле милләтебеҙҙең тарихын, йолаларын, мәҡәл, йомаҡ­тарын, байтаҡ фольклорын белгән бер нисә быуын үҫте беҙҙең төбәктә. Бындай ысынбарлыҡҡа булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғаларҙың нигеҙҙәрен күрмәү мөмкин түгел. Дөйөмләштереп әйткәндә, аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр һүҙен тыңлау, йолалар үҙләштереү, башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеү һәр мәктәптә, һәр уҡыу йортонда дауам итә. Шуны ла айырым билдәләп үтергә кәрәк: аҡыл емештәрен бирерҙәй “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса конкурстар көтөп алынған байрам йолаһына әүерелеп китте. Уҙған йылда ике аҙна самаһы дауамында барған ярышта мәктәпкәсә йәштәге балалар­ҙан алып тәрбиәсе, уҡыусы, уҡытыусы, студенттар менән бергә 180-ләп кеше ҡатнашты. Аңлатып тораһы түгел: һәр йыл һайын яңы талаптар, бурыстар, идеялар күтәрелә бәйгене уҙғарыу барышында. Был инде йәш быуындың һан һәм сифат яғынан бай йөкмәткегә һәм һөҙөмтәле ижадҡа көйләнеше тигән һүҙ. Ә айырып әйткәндә, Сибай институты ғалимдары һәр йәһәттән башҡорт донъяһының тарихын өйрәнеү һәм уны урындағы халыҡҡа еткереү буйынса 20-25 йыл эсендә өр-яңы баҫҡысҡа күтәрелде.
Милләтебеҙҙең ҡабатланмаҫ, бөйөк һәм күркәм шәхестәре — билдәле дәүләт эшмәкәре Зәки Вәлиди, яратҡан шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, әҙиптәр Мөхәмәтша Буранғолов, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишеваның бюс­тарын мәңгеләштереү генә лә ни тора! Төп башҡорт тамырын өҙмәү урыны булып хеҙмәт итә бөгөн Сибай институтының күренекле шәхестәр аллеяһы. Был урынға милләт тарихын өйрәнеү маҡсатында сит-ят ерҙәрҙән, өлкәләрҙән килеп-китеп торған ҡунаҡтар һаны йылдан-йыл ишәйә. Ошо бер генә миҫал аша Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, скульптор Хәйҙәр Ғариповтың алда һанап үтелгән йә иһә бөтөнләй телгә алынмаған ижади эштәре халыҡты рухи яҡтан тәрбиәләү өлкәһендә ниндәй ҙур урын тотҡанлығын күҙ алдына килтереү һис тә ауыр түгел.
Хәйҙәр Ғарипов – Сибай ҡалаһын биҙәүгә ҙур тырышлыҡ менән үҙенсәлекле өлөш индергәндәрҙең береһе. Әле лә ул рухиәтебеҙ артылыштарында алдан юл ярып барыусы булараҡ билдәле. Үҙенең иң ҙур хөрмәте һәм мөхәббәте “Урал батыр” эпосына булғанлығын хәҙер уның менән аралашҡандар яҡшы белә. Йәйәү китеп барамы, машиналамы, телефон аша һөйләшәме, урамда таныш-тоношон осратамы – бер идея, бер фекере еткерелә — баш ҡалабыҙ Өфөлә мәшһүр эпосҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында. Сибай ҡалаһы башҡорт­тары ҡоролтайының башҡарма комитетына ла, ҡала ҡоролтайының ҙур йыйынына ла, Урал аръяғы төбәк-ара башҡорттар ҡоролтайына ла “Урал батыр” эпосы геройҙарына һәйкәл ҡуйыу тураһындағы асыҡ хат-мөрәжәғәтнамәһен еткерҙе. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары фекеренсә, скульпторҙың проектында күрһәтелгән һәйкәлдәр теҙмәһенең ҡуйылышы, һәр һүҙе төплө уйланылған, төрлө яҡлап үлсәнелгән. Рухиәтебеҙ нигеҙе, мәҙәниәтебеҙ мәркәзенең иң юғары ҡатламында торған хазинабыҙ башҡорттарҙың борон-борондан зиһенле, аҡыллы, алдынғы халыҡ булыуын иҫбатлаған, милләтебеҙҙең донъяуи кимәлен билдәләгән уникаль һәм универсаль йөкмәткеле бөйөк һәйкәл булып быуаттарҙы быуатҡа ялғаһын. Тик ул проект ҡына булып ҡалмаһын, ә ғәмәлгә ашһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518