Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәзиздәре өсөн йән атып
Ғәзиздәре өсөн йән атып “Ауыл” һүҙен ишетеү менән әтәстәр ҡысҡырыуы, мал-тыуарҙың көтөүҙән ҡайтыуы, хужаларҙың өй мәшәҡәте менән йүгереүе, әсәйҙең мейестән алынған күпереп бешкән икмәге, хуш еҫле үлән сәйҙәре һәм өҫтәлдә йырлап ултырған самауыр күҙ алдына баҫа. Күңел ҡанатлана ғына түгел, ул бейеклеккә күтәрелеп ошо күренештән ләззәтләнә.
Абҙанда хаҡлы ялдағы ихтирамлы уҡытыусы, мәғариф отличнигы Мәрйәм Ғафарова йортона инеү менән кисерештәр тағы ла күркәмерәк төҫ алды.
Сығышы менән Мәләүез районының Аҡназар ауылынан ул. Урта белем алғас, Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Артабан белгесте Стәрлебаш районы Аллағыуат ауылына эшкә тәғәйенләйҙәр. Әхирәте Рәшиҙә Ишбаева менән башкөллө хеҙмәткә күмелә. Үҙ һөнәрен еренә еткереп башҡарған йәштәрҙең булдыҡлылығын директор иғтибарһыҙ ҡалдырмай һәм уҡыуҙарын артабан камиллаштырыу маҡсатын ҡуя. 1972 йылда Мәрйәм Ҡылысбаева Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультеты студенты булып китә. Абҙан егете Хәләф Ғафаров та документтарын ошонда тапшыра. Сибәр ҡыҙҙы оҡшатып, егет йыш ҡына уның янында урала. Бишенсе курсты тамамлағас, өйләнешәләр, ауылға ҡайтып, ғаилә һәм эш йөгөн бергәләп тарта башлайҙар.
Мәрйәм Шәкир ҡыҙы мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Йәшлегенең матур, ҡабат­ланмаҫ мәлдәре бихисап саралар, бәйгеләр, олимпиадалар, байрамдар уҙғарылыуы менән хәтерендә һаман.
– Элек балалар күп ине, 750 уҡыусы барлығы иҫемдә. Кластар араһында ярыштар үткәрҙек. Үҙемдең уҡытыу осоро бай ваҡиғалары менән иҫтәлекле. Ул ваҡытта Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы Йосопова директор ине. Хеҙмәттәштәрем Фәрүәз Нуретдин ҡыҙы Рәхмәтуллина һәм Мәстүрә Зөлфәр ҡыҙы Яҡшығолова менән бер-беребеҙгә ярҙам­лаштыҡ, балаларға белем биреүҙә көсөбөҙҙө йәлләмәнек. Уларҙың эскерһеҙлеге, итәғәтлелеге һәм эшһөйәрлеге минең өсөн һәр саҡ үрнәк булды. Үҙем пенсияға сыҡҡас та тик ултырманым, яратҡан һөнәрем буйынса 2011 йылға ҡәҙәр мәктәптә ҡайнаным, – ти хеҙмәт ветераны.
Мәрйәм апай сигеү, һырыу эштәренә бик оҫта. Уның маһирлығын стеналағы картиналары раҫлай: береһендә аҡҡоштар йөҙә, икенсеһендә иман нуры сәсеп, мәсет балҡый, өсөнсөһөндә ер еләге бешеп өлгөргән... Тәбиғәттең һоҡланғыс күренештәренә хайран ҡалып, ғәзиздәренә шартына килтереп ойоҡбаш бәйләүенә, хужабикәнең етеҙлегенә һоҡландым.
– Иптәшем менән бер ҡыҙ, ике ул үҫтерҙек. Тик йән яртымдың ғүмере ҡыҫҡа булды шул. Ауыл Советында тир түкте, парторг вазифаһын да үтәне. Балалар һөйөндөрөп тора, ялдарында ҡайтып хәлемде белә. Раушан ҡыҙыбыҙ Башҡорт дәүләт педагогия университетын һәм БАГСУ-ны тамамлап, Мәҙәниәт министрлығында эшләй, Илһам башта Стәрлетамаҡ физкультура техникумында, унан Бөрө физкультура институтында уҡыны, хәҙер Абхазияла — контракт хеҙмәтендә. Баш ҡалалағы Вилдан да хәрби юлды һайланы, ул юридик белемле, икеһе лә – сержант. Оло улым быйыл өйгә газ үткәреште, бындай уңайлыҡ хужалыҡ мәшәҡәтен күпкә еңеләйтте, шөкөр. Буш саҡтарҙа тегенә лә инем, инде бәйләм тотам. Ә бына өҫтәлдәге бәйләнгән сағыу рауза гөлдәрен Йомағужала йәшәгән Дамир энемдең ҡатыны, уңған киленебеҙ Ғәлимә бүләк итте.
Хәрәкәтһеҙ, ҡул ҡаушырып ултырған юҡ, ҡош-ҡорт, башмаҡ бар хужалығымда. Байрамдарҙа иман йортона барам. Күңел төшкәндә китаптар уҡып, рухланып алам, айырыуса Рәми Ғарипов ижады оҡшай, – тип күңел һандығын бушатты әңгәмәсем.
Бишенсе класта ғына әсәйҙән тороп ҡалғанға күрә, балалары өсөн бигерәк йән ата ул, ҡәҙерлеләренең парланышып ҡайтыуҙарын, киләсәктә матур уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләп йәшәй бөгөн хөрмәтле мөғәллимә Мәрйәм Шәкир ҡыҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519