Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарҙар ирей, һыу таша...
Ҡарҙар ирей, һыу таша... Яҙғы ташҡынға әҙерһегеҙме?
Йырҙа шулай йырланһа ла, халыҡтың “ҡарҙар” тип күплектә һөйләгәнен бер ҙә ишеткән юҡ. Барыбыҙ ҙа “ҡар” тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Әммә быйыл ул самаһыҙ күп яуҙы. Һәм ҡыштың ҡапыл еңелеп, яҙҙың ашығыс килеүендә хәүеф тә юҡ түгел.

...1990 йылдың апрель-май айҙары. Ағиҙел йылғаһы ташыу һөҙөмтәһендә 130-ҙан ашыу биләмәне, шул иҫәптән Өфөнө, һыу баҫа, 90-ға яҡын күпер емерелә. Зыян 250 миллион һум күләмендә баһалана. Әйткәндәй, йылға кимәле туғыҙ метрға күтәрелә ул осорҙа. ...2013 йылдың апреле. Инйәр йылғаһында ҙур боҙ тығыны арҡаһында Белорет районының Ғәбдүк ауылына бәлә килә. Аҙ ғына ваҡыт эсендә 50-гә яҡын йорт боҙ өйөмө һәм һыу аҫтында ҡала. Көслө ағым мал-тыуарҙы, еңел машиналарҙы, бураларҙы ағыҙып алып китә, ҡоймалар, ҡаралтылар емерелә. Бындай күңелһеҙ миҫалдар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙ түгел. Шуға күрә алдан сара күреү хәйерле.
Күптән түгел Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Антистихия” үҙәгендә быйылғы яҙғы ташҡынды күҙаллап, уға баһа бирелде. Унда билдәләнеүенсә, Волга буйы федераль округында 11 төбәккә һыу баҫыу хәүефе янай. Исемлектә Башҡортостан да бар.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республикабыҙҙа ҡар күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 130-135, ҡайһы бер райондарҙа хатта 150 про­центҡа юғарыраҡ. Метеорологтар ташҡындың да ғәҙәттәгенән көслөрәк булырын күҙаллай. Әлбиттә, күп нәмә боҙҙоң ҡалынлығына һәм тупраҡтың туңыу кимәленә лә бәйле. Ә был күрһәткестәр иһә былтырғы менән сағыштырғанда түбәнерәк. Әлегә ниндәй ҙә булһа һығымта яһарға иртәрәк, ташҡындың ниндәй булыры ай аҙағына асыҡланасаҡ. Ләкин Дим һәм Шакша биҫтәләрендә бөгөн үк һыу кимәленең 70 процентҡа тиклем күтәрелере билдәле.
Республикабыҙҙа яҙғы ташҡынға әҙерлек әүҙем бара. Ташҡынға ҡаршы көрәш штабтары ойошторолдо, тейешле уҡыу үткәрелде, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙеңде тотоу йәһәтенән халыҡ менән эш алып барыла. Ҡотҡарыусылар 200 тоннанан ашыу шартлатҡыс тупланы. Уны боҙ тығылыу хәүефе булған 232 йылға участкаһында ҡулланыу күҙаллана. Ташҡын осоронда хәлде йыһандан күҙәтеү системаһын да файҙалан­маҡсылар. Гидротехник ҡоролмаларға етди иғтибар бирелә. Быйыл Белорет районындағы Тирлән һыу һаҡла­ғысын, Архангел районында – Аҫҡын, Краснокамала – Ҡалмыш, Илештә – Ҡара Ерек, Шишмә ҡасабаһында – Ҡарамалы, Ауырға­зыла Мәҫәле йылғаларындағы ҡоролмаларҙы төҙөкләндереү ҡарала.
Күптән түгел генә халыҡҡа оло һыуҙың килеүе тураһында сиркәү ҡыңғырауҙары ярҙамында хәбәр итергә булдылар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән Өфө епархияһы араһында тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды. Дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, ҡайһы бер райондарҙа ғәҙәти ашығыс хәбәр итеү алымдары (SMS-хәбәр, сиреналар) көткән һөҙөмтәне бирмәй, ә ҡыңғырау тауышын иһә барыһы ла ишетәсәк.
Баҡсасылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Тиҙҙән уларҙы Ҡариҙелдең ҡаршы яҡ ярына сығарыу өсөн “ВДНХ-Экспо” комплексы һәм “Трамплин” туҡталышы янындағы паром юлынан катерҙар йөрөй башлаясаҡ. Тимәк, һыу таша ҡалһа, алдан уҡ барып, баҡсаңдағы мөлкәтеңде хәүефһеҙ урынға күсереү мөмкинлеге бар.
Ҡарҙар ирей, һыу таша...Юл хужалығында ла эш ҡайнай. “Приуралье” идаралығы федераль трассаларҙа хәрәкәт итеү өҙөклөгөн булдырмау маҡсатында 50 машинанан торған оператив эш төркөмдәре ойошторҙо, дежурлыҡ графигы төҙөнө. Һыу баҫа торған участкаларға түшәү өсөн етерлек күләмдә ҡырсынташ, ҡом тупланды.
“Өфө һыу каналы” предприятиеһында яҙғы ташҡын осорона әҙерлек саралары планы раҫланды, яуаплылар билдәләнде, һыу баҫыу хәүефе янаған объекттар исемлеге билдәләнде.
Предприятиела әйтеүҙәренсә, һыу алыу ҡоролмаларында айырыуса етди эш алып барыла. Яр буйындағы скважиналарға ҡар һыуы эләкмәһен өсөн герметизация үткәрелә. Һыуҙы таҙартыу өсөн реагент резервы булдырылған. Көтөлмәгән хәл була ҡалһа, һыуҙы активлаштырылған күмер ярҙамында таҙартыу системаһы ҡулланыласаҡ. Ташҡын осоронда ҡалалағы һыу селтәрҙәренән һыу көнөнә 40-45 тапҡыр тикшереүгә алына.
Әлегә хәүефләнергә урын юҡ кеүек, шулай ҙа “Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар” тигәнде оноторға ярамай.

• Ғәҙәттән тыш хәл һәм бындай шарттарҙа эш итеү тәртибе тураһындағы мәғлүмәтте
• иғтибар менән тыңлағыҙ.
• Ҡиммәтле әйберҙәрҙе ҡыйыҡҡа йәки бүтән хәүефһеҙ ергә күсерегеҙ.
• Йорт йыһазын, көнкүреш техникаһын иҙәндән мөмкин тиклем бейеккәрәк күтәрегеҙ.
• Ишек, тәҙрәләрҙе ябығыҙ.
• Электрҙы һәм газды һүндерегеҙ.
• Йорт хайуандарын хәүефһеҙ урынға күсерегеҙ.
• Баҙҙан аҙыҡ-түлекте сығарығыҙ.
• Ихатанан һыу ағыҙып алып китерлек әйберҙәрҙе алығыҙ йәки бәйләп ҡуйығыҙ.
• Итектәрҙе, йөҙөү сараларын (кәмә, һал) әҙерләгеҙ.
• Ҡиммәтле әйберҙәрҙе, документтарҙы, тәүге кәрәк-яраҡты ҡул аҫтында тотоғоҙ.
• Өс көнлөк аҙыҡ, йылы әйберҙәр, гигиена сараларын әҙерләгеҙ.
• Аптечка, май шәм, шырпы, фонарик, уға запас батарейкалар алығыҙ.
• Ҡыйыҡҡа менеү йәки унан йөҙөү сараһына күсеп ултырыу өсөн баҫҡыс әҙерләп
• ҡуйығыҙ.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518