Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Газ менән бик һаҡ булығыҙ!
Газ менән бик һаҡ булығыҙ! 1 – 31 мартта “Газпром газ бүлеү Өфө” көнкүрештә газдан хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса республика айлығын үткәрә.
Быйыл 24 февралдә Владикавказда ҙур фажиғә булды. Кис Шмулевич урамындағы биш ҡатлы йорттағы фатирҙарҙың береһендә газ менән ағыуланған өс кешенең (41 йәшлек ирҙең, 28 йәшлек ҡатындың һәм өс йәшлек сабыйҙың) мәйете табыла. Тәфтиш органдары ошо ҡот осҡос ваҡиғаның сәбәптәрен тикшерә.
Билдәле булыуынса, газ менән эшләгән ҡорамалдар (плитәләр, һыу йылытҡыстар, яныу камераһы асыҡ булған йылылыҡ генераторҙары) файҙаланылған, шул уҡ ваҡытта һауа алмашыныуы тейешенсә тәьмин ителмәгән биналарҙа ағыуланыу осраҡтары йыш күҙәтелә.
– Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, газ ҡорамалын хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн милекселәр яуаплы, – ти “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йорт эсендәге газ ҡорамалын файҙаланыу бүлеге начальнигы Радик Ноғоманов. – Хәүефкә юл ҡуймау өсөн төтөн һәм елләтеү юлдарын ваҡытында тикшерергә, газ хужалығы белгестәрен саҡырырға, техник хеҙмәтләндереүҙе һәм газ ҡорамалын ремонтлауҙы үҙ ваҡытында тормошҡа ашырыу маҡсатында белгестәрҙең йортҡа йәки фатирға ҡаршылыҡһыҙ инеүен тәьмин итергә кәрәк. Йорт һәм (йәки) фатир эсендәге газ ҡорамалын махсус ойошмаларҙың ғына техник хеҙмәтләндерергә, йүнәтергә йәки алмаштырырға тейешлеген хәтерҙә тотоу шарт. “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте Башҡортостанда 50 йылдан ашыу инде газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашыра. Республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында компанияның филиалдары һәм участкалары бар.
Әйткәндәй, йәмғиәт йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалын договор нигеҙендә техник хеҙмәтләндерә. Бындай хеҙмәттәргә торлаҡ йорттарҙағы газ ҡорамалдарын, газды ябыу ҡулайламаларын (шул иҫәптән подъездағы, фасадтарҙағы) хәүефһеҙ файҙаланыу маҡсатында иҫкәртеү эштәре лә инә. Бынан тыш, компания тәүлек әйләнәһенә авария-диспетчер хеҙмәттәрен күрһәтә.
Күптән түгел Рәсәй Административ тәртип боҙоуҙар кодексының “Йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыуҙы һәм тәртиптә тотоуҙы тәьмин итеү ҡағиҙәләрен боҙоу” 9.23-сө статьяһы ғәмәлгә инде. Ул йорт, фатир эсендәге газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү тураһында килешеү төҙөмәгән; махсус ойошма вәкилен техник хеҙмәтләндереү буйынса эште башҡарыу өсөн бинаға индереүҙән баш тартҡан; иҫкергән газ ҡорамалын алмаштырмаған өсөн яуаплылыҡты күҙ уңында тота. Ошондай тәртипһеҙлектәр өсөн граждандарҙан – 1000-2000 һум; вазифалы кешеләрҙән – 5000-20000 һум; ойошмаларҙан (мәҫәлән, идарасы компанияларҙан) 40000-100000 һум күләмендә штраф түләтеү ҡарала. Административ тәртип боҙоу ҡабатланған осраҡта административ штраф күләменең арттырылыуы, шулай уҡ вазифалы кешенең өс йылға тиклем дисквалификацияланыуы йәки ойошма эшмәкәрлегенең 90 тәүлеккә тиклем туҡтатылыуы ихтимал.

Төтөн юлындағы тартыу көсөн тикшерегеҙ!

Газ ҡорамалын файҙаланғанда, айырыуса йылылыҡ миҙгеленең башында һәм аҙағында төтөн, елләтеү юлдарына етди иғтибар биреү шарт. Был юлдарҙың емерелеүе, тығылыуы йәки боҙланыуы тартыу көсөнөң боҙолоуына сәбәпсе булыуы ихтимал.
– Бындай осраҡтарҙа газ ҡорамалын файҙаланыу тыйыла, сөнки газ менән ағыуланыу хәүефе бар, – ти Радик Ноғоманов. – Шуға күрә газ менән йылытыу ҡорамалын ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн мотлаҡ тикшерергә кәрәк. Бының өсөн газ приборындағы кескәй тәҙрәгә ҡағыҙ киҫәген яҡын килтерегеҙ. Әгәр ҡағыҙ приборҙағы тәҙрә яғына тартылһа, тимәк, тартыу көсө бар.
Көнкүрештә шыйыҡ углеводородлы газ тултырылған баллондарҙан файҙаланған кешеләр махсус ойошма менән йорттағы газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү тураһында килешеүҙе мотлаҡ төҙөргә тейеш.
“Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте көнкүрештә газ ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен тағы ла бер тапҡыр хәтергә төшөрә. Тәү ҡарашҡа ҡағиҙәләр бик ябай, әммә уларҙы үтәмәү оло фажиғәгә килтереүе ихтимал.
=Газ ҡорамалын файҙаланғанда тәҙрә өлгөһөн асырға онотмағыҙ.
=Газ колонкаһын һәм ҡаҙанын ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн тикшерегеҙ.
=Газ менән эшләгән йылытыу мейесен ҡабыҙыр алдынан шиберҙы асығыҙ һәм тартыу көсөн тикшерегеҙ.
=Эшләп торған газ ҡорамалын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ (өҙлөкһөҙ эшләүгә иҫәпләнгән һәм тейешле хәүефһеҙлек автоматикаһы менән тәьмин ителгәндәрҙән тыш).
=Балаларға газ ҡорамалдары менән уйнар­ға, уларҙан файҙаланырға рөхсәт итмәгеҙ.
=Газды файҙаланғас, ҡорамалдағы крандар­ҙы ябығыҙ.
=Газ килеү ҡапыл туҡталһа, крандарҙы кисекмәҫтән ябығыҙ һәм 04 телефоны буйынса авария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ.
=Газ еҫен йәки газ сығыуын тойһағыҙ, ишекте һәм тәҙрәләрҙе асып, бинаны елләтегеҙ, газ ҡорамалын файҙаланыуҙы туҡтатығыҙ, тәмәке тартмағыҙ, электр приборҙарын ҡабыҙмағыҙ, телефон һәм электр ҡыңғырауын ҡулланмағыҙ.
=Газ ҡорамалын таҙа һәм төҙөк тотоғоҙ.

Авариялар, газ сығыу, газ ҡорамалының һәм газ ҡулланыуҙы иҫәпләү приборҙарының боҙолоуы һәм башҡа етешһеҙлектәр тура­һында, бинанан сығып, газ хеҙмәтенә (ҡала буйынса телефон – 04, кеҫә телефонынан – 104 йәки техник хеҙмәтләндереү килешеүендә күрһәтелгән башҡа телефон һандарын йыйып) кисекмәҫтән хәбәр итегеҙ.

“Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Реклама




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509