Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йорттарҙа – кеше яҙмышы
Йорттарҙа – кеше яҙмышы Урам буйлап сәйәхәт ҡылғанда йорттарҙың ниндәйе генә осрамай: ауылса төҙөлгән бер ҡатлыһы, коттедж тибындағы замансаһы. Хәҙерге яңы төҙөлөш материалдары менән биҙәлгән ҡурсаҡ кеүектәре лә бар. Һуңғы йылдарҙа түбә аҫтын йылытып, мансарда рәүешле йоҡо бүлмәләре яһап, торлаҡ майҙанын арттырғандар ишәйҙе. Уңайлы ла, сығым да аҙ тотонола. Ғөмүмән, беҙҙә ҙур, ҡатлы йорттар – һирәк күренеш. Төҙөлөш кәрәк-ярағына, коммуналь хеҙмәттәргә, газға һәм башҡаларға хаҡтар даими үҫеп торған осорҙа был бик әһәмиәтле.
Хәҙер күп кеше мал-тыуар аҫрамай, лапаҫ, йылы аҙбарҙар төҙөп мәшә­ҡәтләнәһе юҡ. Йорт янында гараж, мунса кеүек ҡаралты булһа, шул етә. Сауна-мунсаһын, гаражын бер түбә аҫтына индереп төҙөгәндәр ҙә бар. Интернетта әҙер проекттар күп, ниндәй материалдан, ни рәүешлеһе кәрәк – барыһын да табырға була. Үлсәмдәренә, бүленештәренә ҡәҙәр бирелгән.
Элек йорт төҙөгәндә етешмәүсәнлек итәктән тартҡандыр инде. Иң элек бер өлөшөн түбә аҫтына алаһың, әҙерәк хәлләнгәс, төкәтмә эшләп, ҡалғанын йүнәтәһең. Шунлыҡтан ҡайһы саҡ йорт түбәһенең ауышлығы төрлөсә: бер яғы текә, ә яңы ҡоролған яғы һөҙәгерәк булып тора. Ул осорҙа һалынған йорттарҙың күбеһе шундай тигеҙһеҙ түбәле.
Бер мәлдә кеше береһенән икенсеһе күреп, ҡапҡа-ҡоймаларын, өйҙәрен көпләп, һары төҫкә буяй башланы. Йорттар ҡояш төшкән кеүек яҡтырып, күңелде йылытҡандай йылмайып тора ине. Хәҙер күберәк йәшел, зәңгәр, ҡыҙыл (кирбес һымаҡ) төҫтәр өҫтөнлөк итә.
Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, стенаһын төрлө төҫтәге фигуралы кирбестәр менән биҙәп, күҙ яуын алырлыҡ күркәм йорттар төҙөй башланылар. Түбәләре – төрлө төҫтәге профнастил ҡалайҙан, тәҙрә рамдары – пластик материалдан, ә ҡапҡа-ҡоймаларҙы, тәҙрә йөҙлөктәрен кемдең фантазияһы нисек, шулай биҙәкләй, матурлай. Ғөмүмән, ҡарап туймаҫлыҡ!
Тик кәмселектәр, етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Хужаһыҙ, етем ҡалған йорттарҙың күбәйеүе күңелде борсой. Эшһеҙлек проблемаһы йәштәрҙе ситкә китергә мәжбүр итә. Юл буйында ғына ташландыҡ биш-алты йортҡа тап булаһың. Күбеһенең ҡапҡалары иҫкергән йәки бөтөнләй таралып, сереп бөткән, өй стеналары ауышҡан, тәҙрәләре ватылған, ҡаҙаҡ­ланған, баҡса-ишек алды, кеше ҡулы теймәгәнгә, ҡарамаҫлыҡ хәлгә килгән. Уларҙа күптән кеше йәшәмәгәнлеге күренеп тора, бындай өйҙәр урамдарҙы биҙәмәй, йәмен китәрә генә.
Бер урында тағы төҙөлөп бөтмәгән йорт хужаһыҙ тора. Тәҙрәләре томаланған, түбәһенән ҡар төшөпмө, ҡоймаһын емереп яраҡһыҙ хәлгә килтергән. Төҙәтеүсе кү­ренмәй. Күмәк көс менән төҙөлә башлаған йорт, ғаилә тарҡалғас, аяныс хәлгә килгән, тинеләр. Шундай ташландыҡ йорттарҙың яҙмышы ла төрлөсә – кешеләрҙекенә оҡшаш. Төҙөйҙәр, яңы йорт тыуа, күпмелер ваҡыт хужаһына хеҙмәт итә, яраҡһыҙға әйләнгәс, һүтелә, ер менән тигеҙләнә.
Йорт-ҡураны даими ҡарап, төҙәтеп торорға кәрәк шул. Хужаһыҙ ҡалғас, ул өс-дүрт йылдан танымаҫлыҡ хәлгә килә, тоноҡлана, ҡарая.
Тағы бер проблема – юлһыҙлыҡ, дөрөҫөрәге, юлдарҙың насар булыуы. Үҙәк урамдар әле ярайһы, ситтәгеләренә ҡул етмәй, яңыны һалырға аҡса яғы таҡыр, күрәһең. Тегенән-бынан ямаштырып ҡына йыраҡ китеп булмай шул.
Йәйәүлеләр өсөн күңелгә ятышлы юлдар (тротуар) булдырырға ваҡыт еткәндер инде. Әлегә халыҡ ҡоймалар буйындағы кәзә һуҡмағынан йә машиналар менән ярыша-ярыша бер үк юлдан йөрөргә мәжбүр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840