Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшенән йәм таба
Эшенән йәм таба Ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙға донъя көтөүе еңелдән түгел. Барыһына ла өлгөрөргә кәрәк уға: ғаилә тормошон да матур итеп алып барырға, эшендә лә алдынғылыҡты бирмәҫкә, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәргә. Ошо сифаттарға эйә гүзәл заттар арабыҙҙа һирәк осраһа ла, бар әле ундайҙар! Гүзәл Әлибаеваны тап шундайҙар рәтенә индерер инем.
Татыр-Үҙәк ауылында тыуып-үҫкән ҡыҙ, Сибай медицина училищеһын тамам­лағас, Әбүбәкер ауылы егете Фәнискә кейәүгә сығып, ауылда төпләнә. Башта Гүзәл Рахмир ҡыҙы фельдшер булып эшләй, артабан декрет ялынан табип үҙ урынына сыҡҡас, йәш ҡатын бер аҙға эшһеҙ ҡала. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй ул: мәктәп етәкселеге химия һәм биология уҡытыусыһы итеп эшкә саҡырғас, тәүәккәлләй Гүзәл. Ситтән тороп Сибай институтын тамамлай, Интернет селтәре аша коллегаларының эш тәжрибәләрен өйрәнә, төрлө уҡытыу алымдарын үҙләштерә. Һәр саҡ үҙ өҫтөндә даими эшләгән, яңылыҡҡа ынтылған, заман менән йәнәш атлаған Гүзәл Әлибаева – бөгөн уҡыусыларҙың хөрмәт иткән уҡытыусыларының береһе. Үҙенең тәрбиәләнеү­се­ләре менән һәр саҡ ярыштарҙа, конкурстарҙа даими ҡатнаша, төрлө эҙләнеү эштәре алып бара.
Быйыл Рәсәй һәм Баш­ҡортостан буйынса Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителгәс, уҡытыусы был йүнәлештә башҡарыласаҡ эш планын төҙөп тә ҡуйған. Бигерәк тә ауыл янындағы Ташлы йылғаһының йылдан-йыл кибеп барыуы борсой уны. Шуға күрә яҙ башланғас та, ауыл халҡы һәм уҡыусылар менән бергәләшеп уның ярын таҙартыу эштәрен башҡарыу бурысы тора, ти уҡытыусы. Халыҡтың сүп-сарҙы ғына түгел, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын теләһә ҡайҙа ташлап китеүҙәренә лә нөктә ҡуйырға ваҡыт. Был тәңгәлдә Гүзәл Рахмир ҡыҙының ауыл Советы депутаты булыуы ярҙам итәсәк. Ауылдың Салауат Юлаев урамында йәшәгән һайлаусылары уны юҡҡа ғына икенсе тапҡыр рәттән үҙ депутаты итеп күрһәтмәгән. Шуға күрә уларҙың проблемаларын да хәл итергә, кәрәк икән, ауыл биләмәһе башлығына еткереү ҙә уның иңендә. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ депутат булараҡ, Гүзәл Әлибаеваға ауылдағы эскелек һәм эшһеҙлек тынғылыҡ бирмәй, тап ошо сәбәптәр арҡаһында күпме ғаилә юҡҡа сыға, балалар етем ҡала. Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылып, ауылдың социаль йөҙөн яҡшыртыу маҡсатында эш алып бара. Спорт майҙансығын сафҡа индереү буйынса эш башланған, халыҡ әүҙемлек күрһәтһә, был проект, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр, тип ышана депутат.
Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә өлгөрә уңған ҡатын. Йәмәғәте менән өс бала тәрбиәләй, олоғайған ата-әсәһен үҙ яндарына күсереп алып, уларҙы ҡарай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506