Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил ҡыҙының яҙмышында ил тарихы сағыла
Тәүәкәс ауылында йәшәгән Әсмә Сәйфетдиноваға күптән түгел 95 йәш тулды. Ул Муллаҡай ауылында тыуып үҫкән. Олатаһы Абдулла менән өләсәһе Хәҙисә ҡарамағында тәрбиә алған. Ғаилә хәлле булғанға күрә, репрессия осоронда уларҙың бар мөлкәте тартып алынып халыҡҡа таратыла.
Ауыр хәлдә ҡалһалар ҙа, ололар Әсмәне уҡытып, һөнәрле итеүгә бар көсөн һала, һәм ҡыҙ Өфө ҡалаһында белем ала.

1941 йыл. Һуғыштың иң дәһшәтле мәле. Ошо йылда Әсмә Өфө педагогия училищеһын тамамлап, тыуған ере Архангелгә ҡайта. Эшкә урынлашыу өсөн етәкселеккә мөрәжәғәт иткәс, уҡыған, белемле кеше булыуын иҫәпкә алып, район үҙәгендә ҡалырға тәҡдим яһайҙар. Ҡыҙ әле йәш, тәжрибәһеҙ икәнен белдереп, берәй ауылға уҡытыусы итеп ебәреүҙәрен һорай. “Улай булғас, һине Айытмәмбәт ауылына тәғәйенләйбеҙ. Ундағы элекке уҡытыусы Нуриәхмәт Ҡотләхмәтовты һуғышҡа алдылар, урынына кеше кәрәк”, – тип уның теләгенә ҡаршы килмәй етәксе.
Уҡыу йылы башланырға һанаулы көндәр ҡалғас, Әсмә Баһауетдин ҡыҙы эшкә юллана. Һуғыш йылындағы тормош Айытмәмбәттә лә ауыр ғына бара. Шулай ҙа йәш белгесте бында яҡшы ҡаршы алалар. Яуға алынған уҡытыусының ғаиләһе йәшәгән йортҡа фатирға индерәләр. Йәш мөғәллимәгә урындағы халыҡ тәүге көндән йылы мөнәсәбәттә була, һәр береһе ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Башҡа ауылдарҙағы кеүек бында ла ир-егеттәр яуға оҙатылған, яҡшы аттарҙы фронтҡа алып киткәндәр. Колхоздың барлыҡ эше – ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, һуғышҡа яраҡһыҙ ҡарт-ҡоро иңендә.
Мәктәп – элекке бер байҙан тороп ҡалған ағас йорт. Класҡа әүерелгән бүлмә эсенә парталар теҙеп ултыртылған, стенала – таҡта. Әсмә бинаның тирә-яғын байҡап, уның йыһаздары менән танышып сыҡҡас, ошо күңелһеҙ күренешкә йән һәм йәм индереү үҙенең бурысы икәнен аңлай. Өҫтәүенә халыҡ та белемле ҡыҙға өмөт менән ҡарай, ниндәйҙер кимәлдә ярҙам көтә кеүек.
Йәш, әлегә тәжрибә туплап өлгөр­мәгән мөғәллимә уҡыусылары өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя. Эйе, үҙенә төбәлгән күҙҙәрҙең киләсәге, уларҙың бәхете өсөн яуаплы ул. Бер ҡаршылыҡ алдында ла баҙап ҡалмаҫҡа тырыша ҡыҙ. Ауырға тура килә, сөнки китаптар етешмәй, дәфтәрҙәр юҡ, уның урынына иҫке гәзит йә кәрәкмәгән китап биттәрен ҡулланалар. Ағасты ослап ручка яһайҙар, ә уны манып яҙыр өсөн ерек бөрөһөнән ҡара әҙерләйҙәр. Дәрестә Әсмә хәрефтәр өйрәтә, ә төштән һуң уҡыусыларын алып колхоз баҫыуына ашыға. Унда улар башаҡ йыя. “Беҙ йыйған башаҡтарҙан фронтта атай, ағайҙарыбыҙға икмәк бешереп ашатасаҡтар. Улар һау-сәләмәт, көслө булғанда дошманды тиҙ ҡыйратасаҡтар”, – ти ул балаларға.
Һуғыш һаман дауам итә. Дәрестәр элеккесә мәктәптә лә, колхоз эшендә лә үтә. Фронттан яугирҙәрҙең хаттары килә. Әсмә лә ошо хаттар ваҡиғаһында ҡайнай. Бергә шатлана, ҡайғыларҙы күтәрешә. Юғарынан уға тағы бурыс йөкмәтәләр: заем йыйырға. Фәҡирлектә ыҙа сиккән меҫкен халыҡ фронт өсөн тип, һуңғы тиндәрен сүпләй, ойоҡ-бейәләй бәйләй. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып, хәрби күнекмәләр үткәрергә бойороҡ килә. Ни хәл итәһең, ауылдағы апай-еңгәләр сафҡа баҫа.
Йәшлек үҙенекен итә: кис уйынға йыйылып, бейейҙәр, йырлайҙар. Ошондай кистәрҙең береһендә Әсмә Юлмөхәмәт менән таныша. Ул ауылда баш бухгалтер булып эшләй. Йәштәр ғаилә ҡора. Тик бәхеттәре оҙаҡҡа бармай, егетте фронтҡа алып китәләр. Әсмә донъяны яңғыҙ алға тарта. Тиҙҙән мөхәббәт емештәре – ҡыҙҙары тыуа. Әсәй кеше уға Роза тип исем ҡуша. Юлмөхәмәт шул китеүҙән кире әйләнеп ҡайта алмай, яуҙа һәләк була.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Әсмә Баһауетдин ҡыҙы Оҙондар, Муллаҡай, Тәүәкәс ауылдарында уҡыта. Уҡыусылары араһында педагогия һәм медицина буйынса ғилми докторҙар, маҡтаулы исемгә лайыҡ булған төрлө һөнәр эйәләре бар. Үҙе район, ауыл советы депутаты, суд заседателе, агитатор, пропагандист һәм башҡа йәмәғәт бурыстарын даими башҡара. 50-се йылдарҙа уны райондың “Осҡон” гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләйҙәр. Мөхәмәдиә Сәйфетдинов исемле кешегә тормошҡа сығып, ике ул һәм ике ҡыҙ үҫтерә. Балалар үҫеп етеп, үҙҙәре әсәй-атай, өләсәй-олатай була. Әсмә Сәйфетдинова – бик уңған, сабыр холоҡло ҡатын. Уның йорто ла, баҡсаһы ла балҡып, һәр саҡ гөл-сәскәгә күмелеп ултыра.
Әсәйемде бар яҡлап та бәхетле тип һанайым. Балалары, ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре өҙөлөп тора. Шылтыратһалар ҙа, килһәләр ҙә, иң башта уның хәлен һорашалар. Оҙаҡ йәшәүенең сере тормошҡа артыҡ талаптар ҡуймай, барыһына риза булып йәшәүендәлер. Ул бер ҡасан да күңелендә башҡаларға ҡарата насар уй йөрөтмәй, һәр кемгә күңеле лә, өй ишеге лә шар асыҡ. Әле лә илгә именлек, балаларына һаулыҡ теләп, яҡты уйҙа ултыра.
Тормоштан ҡәнәғәт булыу өсөн үҙ-үҙең менән гармонияла йәшәү кәрәк, тип кәңәш итә белгестәр. Халҡыбыҙ уны ябай ғына итеп күңел тыныслығы тип тә атай. Бөгөн күптәргә етмәгән тап ошо тойғо сағыла ла инде оло тор­мош мәктәбен лайыҡлы үткән Әсмә Баһауетдин ҡыҙының бар булмышында.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840