Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәйшә-Фатима юлынан
Ғәйшә-Фатима юлынан Беҙҙең яҡта шундай һынамыш йәшәй: берәй ерең ауырыһа, һыҙлап торһа, нәнәйҙәр йә ауылдағы әбейҙәр: “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим, был минең ҡулым түгел, Ғәйшә-Фатима ҡулы”, – тип әйтеп, һыпырып, өшкөрөп ҡуя торғайны. Кем икән һуң ул, тип уйлай инем бала саҡта. Ауылыбыҙҙа Ғәйшә әбей ҙә, Фатима апай ҙа бар. Бала аңым менән, берәй яҡты яҙмышлы кешеләрҙең исемдәрелер, тип уйлағанымды ла беләм, сөнки күрше ауыл эргәһендәге тауға барып ямғыр һорағандарын, унда изгеләр ятҡанын бәләкәй булғаныбыҙҙа йыш һөйләй торғайнылар. Әммә абыстай нәнәйемдең, был исемдәр пәйғәмбәрҙең яҡындарынан ҡалған, тип әйтеүе ул ваҡытта миңә бер нимә лә аңлатмай ине. Әллә ни ҡыҙыҡһыныуым да булмағандыр инде. Йылдар үткәс, Ғәйшә – ул Мөхәммәт (с.ғ.һ.) пәйғәмбәрҙең ҡатынының, ә Фатима уның нәҫелен дауам иткән ҡыҙының исеме булыуын белдем. Халҡыбыҙ балаларына киләсәген, яҡты ғүмер юрап, ана ниндәй матур, мәғәнәле исемдәр ҡушҡан.
...Бала саҡтағы һәр миҙгелде аныҡ ҡына хәтерләп бөтөп тә булмай, әммә Фатима апай олатаһының уның ике исемле булыуы, йүргәк исеме Ғәйшә икәнлеген һөйләгәнен яҡшы белә. Шулай булмай ни, әле генә уны күптәр Фатима ханым тип йөрөтә, ә бала сағында әле Ғәйшә, әле Фатима тип өндәшкәндәр аҙ инеме ни?
Атаһының әсәһе – Хөмәйрә ҡартәсәһе бик уҡымышлы кешеләрҙең нәҫеленән булған. Яңы йыл мәлендә тыуған ҡыҙ балаға ул Бибиғәйшә тип исем ҡушҡан. Биш малайҙың уртансыһы булған атаһы Бөйөк Ватан һуғышын үтеп ҡайтып, үҙенең еңгәһен кәләш итеп алған. Элек бит йола буйынса шулай тейеш тип ҡаралған: бер ҡатын-ҡыҙ ҙа, бала ла ситкә китергә тейеш булмаған. Һылыу еңгәһен үҙенә алып ҡайтҡан да киткән Әхмәтшәриф һәм уларҙың ҡыҙҙары – Фатимаһы – 1947 йыл тыуған мәлдә донъяға килгән. Әммә яҙмыш уларға бергә оҙаҡ йәшәргә насип итмәй, йорт һатып алып сыҡҡан ғаилә башлығы электр уты саҡ үткәрелә башлаған осорҙа мейес артында торған сымға яңылыш барып тотоноп, токтан һуғылып яҡты донъя менән хушлаша. Был ваҡытта йәш тә дүрт айлыҡ ҡына булһа ла, атаһының һынын, уны юғалтыу хәсрәтен ап-асыҡ хәтеренә һеңдереп ҡала ҡыҙ бала. Бигерәк тә апрель айындағы һыулы ергә күмеп, бәлки, ҡотҡарып алып ҡалырға булыр тигән кешеләрҙең йылдар уҙғас ҡына тәрән хаталаныуын аңлай. Ток һуҡҡанда, киреһенсә, ҡоро ергә күмергә кәрәк – тупраҡ энергияны үҙенә ала һәм кеше әжәленән ошо рәүешле ҡотола алыуы ихтимал. Әммә, күрәһең, ғәзиз атаһының яҙмышы шулай булғандыр. Ни генә тимә, уны бит бәләкәй саҡтан уҡ Аллаһ Тәғәлә һәр кемгә үҙ юлын насип иткән, ана шуны лайыҡлы үтергә кәрәк тип үҫтергәндәр.
Тамырҙары атаһы яҡлап – Әбйәлил районына, әсәһе яҡлап Баймаҡ төбәгенә барып тоташҡан Фатима Әхмәтшәриф ҡыҙының ике яҡлап та тоҡомдары – золом ҡорбандары, дингә ҡаршы сәйәсәт барған йылдар афәтен үҙ иңендә кисергән заттар. Ул үҙе Сибай ҡалаһында тыуып үҫһә лә, ғүмер юлы Учалы ҡалаһында үткән.
Әсәһенең әсәһе, өләсәһе яҡлап тоҡомдарының бик ҡеүәтле зат икәнен бала сағынан белеп үҫә ул. Әллә нисәмә быуын нәҫел вәкилдәре хаж ҡылып, халыҡ араһында иман таратыу менән шөғөлләнеүен һөйләйҙәр бәләкәй Фатимаға. Өләсәһенең дүрт ағаһы ла – хаж ғәмәлен үтәп ҡайтҡан кешеләр. Эйе, заманында улар үҙҙәренең иманға, халыҡ йолаларына, Аллаһҡа тоғролоғо өсөн бик күп ҡайғы ла кисергән: Себерҙең Черенково ерендә улар тоҡомо уҡымышлыларының һөйәктәре ята. Әммә ул заман кешеләренең Хоҙай Тәғәләгә ышанысы шул тиклем сикһеҙ булған, бер ниндәй бәләләргә, ыҙа сигеүҙәренә ҡарамайынса, эске инаныстарынан ваз кисмәгәндәр. Шундай заттан булған йәш Фатиманың күңелендә лә илаһи көскә, Аллаһ Тәғәләнең барлығына ышаныс артыуы һис ғәжәп түгел.
Ағайҙар араһындағы бер бөртөк ҡыҙ бала Фатиманы бик яратып, ҡурсып ҡына үҫтерәләр. Сибай ҡалаһында төпләнгән, тол ҡалған яңғыҙ ҡатын, ауыр тип тормай, башҡалар менән бергә юл төҙөү эштәрендә йөрөй. Әммә бер мәл донъя ауырлығы баҫа уның иңдәрен, ул ауырый башлай. Төбәктең данлыҡлы муллаһы Мөжәүир хәҙрәткә барырға кәңәш итәләр. Хәлһеҙ, саҡ-саҡ атлап китә дин әһеле эргәһенә. Юлда ат арбаһына тейәлешкән ҡаҙаҡтар осрай. Йәш ҡатын уларҙан ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, әммә тегеләр бик ашығып Мөжәүир хәҙрәткә китеп барыуҙарын әйтә. Йәйәүленең хәле үҙе менән, кискә ҡарай саҡ барып етә ҡатын хәҙрәткә. Ул: “Кил, кил, ҡыҙым, улар һине ултыртмай китһә лә, килеп еттең әле, Аллаға шөкөр”, – тип алдан үткәрә. Йәш ҡатын ҡараһа, Мөжәүир хәҙрәткә килгән кешенең иҫәбе-һаны юҡ, ә теге ҡаҙаҡтар сираттың иң аҙағында тора икән. Барыһын да алдан күреп, белеп торған дин әһеле ҡарсығына самауырҙы яңыртырға ҡушҡан, һыуһап килгән йәш ҡатынға сәй эсергән. Мәрхәмәтте, изгелекте иман нигеҙе тип алған хәҙрәттең бер өшкөрөүе килешеп, Фатима апайҙың әсәһе өйөнә һауығып ҡайтып китә. Йылдар үткәс, ул ҡыҙына Мөжәүир олатайҙың имани эшмәкәрлеге, рухи ҡеүәте хаҡында һөйләй. Их, уның кеүек кешеләргә доға менән ярҙам итһәң ине ул, тигән йәшерен теләге тап шул мәлдә ярала ла инде йөрәгендә Фатиманың.
Йот йылдарының ауырлығын үҙ иңендә татыған өләсәһе, ниндәй генә һынауҙар килһә лә, кешеләргә изгелек ҡылырға ашыҡ, тип үҫтерә уны.
Бибинур өләсәһе менән үҫкән ҡыҙ бала халыҡ йолаларының бар нескәлектәрен күреп, танып, белеп буй еткерә. Им-томсо булғас, уға хәлен һөйләп килгәндәр ҙә бик күп булған. Үҙе 49 йәшендә кесе улын тапҡан Бибинур өләсәһе күп ҡатындарға бала тыуҙырырға ярҙам иткән, мейе ҡаҡҡан, быуын ултыртҡан, кернә тартҡан, һөлөк һалған, эс һылаған, арҡалағы ҡатыуҙарҙан арындырған. Түлһеҙ ҡатындарға өмөт биреп, уларға ауырға ҡалырға, бала бағыу бәхетен татырға ярҙам иткән ул. Бөгөн ундайҙарҙың һаны ике йөҙҙән ашҡан. Әле яңыраҡ тыуған ике йөҙ ҙә беренсе сабыйҙың исеме – Лилиә.
Боронғо өләсәйҙәр хәтәр шәп булған бит инде. Әле уҙған быуатта йәшәгәндәре лә ана шул халыҡ ҡотон йөрөтә ине йөрәгендә. Фатима апайҙың ике өләсәһенең бейергә яратыу һыҙаты бәләкәй ҡыҙға ла күсә. Сәхнәләргә сығып, орсоҡтай бөтөрөлөп, ҡанатланып осһаң ине ул! Етмәһә, өләсәһе лә, ҡәрсәһе лә бейеү оҫталары тигән дан алған. “Мирфәйзә” көйөнә бейегән өләсәһенең нисек итеп баҫыуҙарын, тыпырлауҙарын үҙе күргәне булған бәләкәс Фатиманың. Икенсе өләсәһе “Заһиҙә”не оҫта башҡарған.
Өләсәйҙәр тәрбиәһендә үҫкән ҡыҙ III класта тәүге тапҡыр сәхнәгә күтәрелә. Әсәһе йыраусы, атаһы ҡурайсы булған ҡыҙға башҡалар әллә ни аптырамай ҙа. Нимә генә тимә, “ҡандан килгән һәләт” тигән төшөнсә бар. Атаһының оҙон ҡурайҙа уйнағанын кескәй Фатима ныҡлап хәтерләмәһә лә, уға был хаҡта һөйләгәндәр күп була. Шуныһы ғына үкенес: атаһының музыка ҡоралы бер күсенгәндә юғала...
VI класта уҡығанда ҡыҙыҡай матур бейеүе өсөн тәүге маҡтау ҡағыҙын ала. Уны Сибайға ғына түгел, баш ҡалаға Өфөгә сығыш яһарға саҡыралар. Ошонда күреп ҡала ла инде уны атаҡлы бейеүсе Фәйзи Ғәскәров. Фатиманың әсәһенә мөрәжәғәт итә: “Ҡыҙығыҙҙың бейеүгә һәләте ҙур, уға яҡшы белем бирерҙәр, бейеү сәнғәтен өйрәтерҙәр, ебәрегеҙ, апай, уны Өфөгә!” – ти. Бер нәмә лә өндәшмәй әсә кеше, әммә абруйлы, халыҡ табибы булған өләсәй: “Брач булаһың, брач!”– тип өҙөп кенә әйтә лә һүҙе тамамлана.
Бына-бына ҙур сәхнәгә сығам, бейеүсе булып китәм тигән ҡыҙ баланың тормош юлы ана шул рәүешле ҡырҡа үҙгәрә. Сибайҙағы медицина училищеһына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Медицина институтына уҡырға бара, иртә кейәүгә сыға, әммә ҡулына диплом алырға насип булмай. Иренең һүҙе лә, үҙенең һағыныуы ла, етмәһә, училищены тамамлағанда улы тыуып, уны бағыу хәстәрлеге лә иңенә ятҡас, юғары уҡыу йортон ташлап ҡайта ла китә. Әммә быларҙың береһенә үкенмәй Фатима апай, киреһенсә, тормош мәктәбе, медицина менән бергә халыҡ табиплығын ныҡлап өйрәнеү, өләсәй һабаҡтарын иҫкә төшөрөү уны сыныҡтыра, һәр көндөң, һәр ғәмәлдең, һәр кешенең асылына төшөнөр өсөн ынтылыш уята.
Ошо мәлдә Учалы ҡалаһында төйәкләнә Моратовтар. Комсомол ойошмаһында ла эшләй, фельдшерҙар йәмғиәте рәйесе, Учалы мәҙәниәт йортонда үҙешмәкәр коллективта ла шөғөлләнә йәш, тырыш ҡатын. Ҡыҙҙары тыуа.
Ул арала улы Иреккә әрме сафына барырға ваҡыт етә. Афған яуының ҡазаһын да татырға насип булған Фатима апайға. Улы әрмегә юллан­ғанда уҡ күңелен әллә ниндәй болоҡһоу тойғо биләй, әммә ир-егет бурысын үтәргә талпынып торған улыңа был хаҡта әйтеп буламы ни инде? Хәйер, әйтеп тә нимә эшләйһең... Әсә йөрәге барыһын алдан һиҙә...
1986 йылдың 11 октябрендә сәғәт 11-ҙә Фатима апайҙың ҡәҙерле өләсәһе вафат була. Уның өсөн етеһен уҡытыу мәшәҡәттәре менән булғанда, тап шул уҡ көндә, шул уҡ сәғәттә – 1986 йылдың 11 октябрендә сәғәт 11-ҙә – танк ғәскәрҙәрен Афған еренән сығарғанда күпер шартлап, ғәзиз улы Иректең шәһит булып Аллаһ Тәғәлә алдына баҫыуы берәүҙең дә башына килмәгәндер. Үҙ аяҡтары менән өйҙән сығып киткән егет цинк табутта ҡайта тыуған яғына.
Донъя ишелеп төшкәндәй була ҡатындың иңенә, ул быны Күктәрҙең уға кинәйәһе тип ҡабул итә. Ике яҡлап та намаҙ уҡыған, дин юлында йөрөгән заттың ҡыҙы булып, ниңә әле һаман да иманға килмәгән? Бәлки, шуға ла Хоҙай уны һынайҙыр?..
Был мәлдә Фатима апайҙың ҡыҙы Айгөлгә ун йәш кенә була. Уның хаҡына, уға бауыр баҫып, артабан көс табып йәшәй башлай ҡатын. Аллаға шөкөр, ҡыҙы һынатмай, яҡындарының ышанысын аҡлап, бер-бер артлы бер нисә уҡыу йортон тамамлай. Бөгөн С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында директор булып эшләй. Рөстәм кейәүе менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Һәр әсә һымаҡ, Фатима апай һәр иртәһен улына, өләсәләренә, туғандарына доға ҡылыуҙан башлай. Тап ошо рәүешле, Аллаһ Тәғәләгә һыйынып, ул яңынан иң беренсе теләгенә әйләнеп ҡайта – кешеләргә доғалар, иман менән шифа килтереү юлына. “Ләлә” мәсетендә дин дәрестәре алып, уҡыу йортон тамамлап, халыҡ медицинаһы менән дауалау өсөн рөхсәт ала.
Ошо йылдарҙа уны яҙмыш шағирә Рәсимә Ураҡсина менән таныштыра. Мәскәүгә күмәк балалар менән бергә юлланған педагог Фатима апайҙан да ярҙам һорап, студенттарын тәрбиәләргә, ҡырҙа күҙ-ҡолаҡ булырға саҡыра. Уның халыҡ табибы икәнен белгән уҡытыусылар ҙа мөрәжәғәт итә уға Мәскәүҙә. Күпме ғалимды, уҡыу йорто белгестәрен ҡорот, ҡаҙы, һурпа менән дауалап, аяҡҡа баҫтырған ул. Артистар араһынан өс ғаилә, ҡыҙыбыҙ Фатима апайҙай рухлы, иманлы булһын тип, уның исемен ҡушҡан.
Бер мәл Фатима ханым Сибайҙа Фәниә Арғынбаева исемле ҡатындың ғаиләһендә Мәүлит байрамына барып эләгә. Шундай матур дини йолалар үтәлешен, парлашып килгән мосолман ҡәрҙәштәренең үҙ-ара мөнәсәбәтен күреп, Фатима апайҙың күҙенән субырлап йәш аға. Хажға барған, ундағы кәрәмәттәр, Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәте тураһында һөйләшеүҙәрҙе тыңлап, ул да эстән генә: “Миңә лә шул яҡтарға юл асылһа ине!” – тип теләй. Был хәл ғинуар айында булһа, майҙа ул хаж ғәмәлдәрен үтәрлек аҡса йыя. Ниәтең көслө булһа, Аллаһ Тәғәлә юлын да аса, сәбәптәрен дә бар итә бит. Ә инде 2012 йылдың октябрендә уға хажиә булып, мәсеттә имандаштарын йыйып, зәм-зәм һыуын эсереп, мәжлес ойошторорға насип була.
Үҙенең ғүмер юлында сығышы менән Ғафури районы ҡыҙы Әлмира ханымдың осрауына ла рәхмәт уҡый Фатима апай. Рәсәй Ислам институтында белем алған ул ҡатын үҙенән өлкәнерәк булған ҡәрҙәшенә ихтирам күрһәтеп, һәр мәжлесенә саҡыра, дәрәжәһен баһалап, унан аяттар уҡыта, мөслимәләр араһында дини ғәмәлдәр башҡарыу йолаһын ышанып тапшыра.
Үҙенең йәшәгән яғында – Учалы районында ла – мөслимәләрҙең сараһын уҙғарыу теләге менән яна башлаған Фатима апайға Күктәр йәнә юлын асып ебәрә. Уны төбәктәге мөслимәләр ойошмаһына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр.
Йөҙөп йөрөп, үҙ даръяһын тапҡан балыҡтай эшләй башлай ете тиҫтәһен тултырған ҡатын. Сибайҙа мөнәжәтселәр бәйгеһе үтәсәген хәбәр иткәс, Учалыла билдәле Мансур хәҙрәт ярҙамы менән райондаштарының сығышын әҙерләйҙәр. Егерме өс кеше шул рәүешле Сибайҙа үткән бәйгегә юллана. “Йома” байрамының ни икәнлеген аңлатҡан сығыш был байрамда Гран-при яулай.
Ә инде балалар менән эштән ул үҙе өсөн ҙур кинәнес таба. Йәйгеһен лагерь ойоштороп, бергәләп дини байрамдар уҙғаралар. Мәсеткә уҡырға йөрөгән мәктәп уҡыусылары ғына түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа дин дәрестәре ваҡытында Фатима апайҙан тормош һабаҡтары ала. Ул – хәҙер күптәрҙең шәхси кәңәш­сеһе лә, ярҙамсыһы ла. Бөгөн төбәктә ун өс мөғәллимә дин нигеҙҙәре буйынса аттестация үткән.
Ә бит заманында ул да намаҙҙың ни икәнен дә белмәгән, “саждә”, “тәһәрәт” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөп тә бөтмәгән булған. Әммә ана шул тоҡомдарының ырыҫына таянып, өләсәйҙәр мәктәбенең алдынғы уҡыусыһы икәнен аңлап, бөгөн милләттәштәребеҙ араһында үҙен абруйлы мөслимә, халыҡ табибы итеп танытты. Кем белә, бәлки, Бибинур өләсәһенең: “Брач булаһың, брач!” – тигәнен тыңламайынса бейеүсе булып китһә, бөгөн сәнғәт күгендә бынамын тигән данлыҡлы артист йондоҙо ла балҡыр ине, әммә тап өлкәндәрҙең кәңәшен тотоу, уларҙың аҡыл-зиһененә таянып йәшәү беҙҙе хаҡ юлға баҫтырмаймы икән, тип уйланым мин Фатима апайҙың тормош юлы менән танышҡандан һуң. Эйе, уның бейеүсе булыу теләге лә өләсәһенең әйткәненән уҙып, ярып үтерлек булмағандыр, моғайын, сөнки, изге китаптарҙа ла яҙылғанса, һинең өсөн яҙылған юл үҙе һине эҙләп таба, ашайһы ризыҡ теште һындырып инә, күрәсәгең үҙе алдыңа баҫа. Әйткәндәй, бейеү һәләте бөгөн дә ташламаған Фатима апайҙы: бәлки, Рәсимә Ураҡсинаның һуңғы юбилейҙарынан халыҡ “Сибай ҡыҙы” бейеүен хәтерләр. Уны Фатима Моратова башҡарҙы.
Бөгөн халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгәндәр күбәйеп китте. Хатта кемгә ышанырға белмәгәндәр ҙә етәрлек. Ауырыу һорап килмәй, һынауҙар әйтеп ишек шаҡымай, әммә Фатима апай замандаштарына тик изге китапҡа – Ҡөрьәнгә таянып ярҙам итеп, бәндәләрҙең иң ҙур таянысы Аллаһ Тәғәлә үҙе икәнен әйтә. Халыҡ табибәһенең шифалы һүҙе “Юҡ, юҡ, балаҡайым, Аллаһ Тәғәлә язаламай, ул һынай. Ул кешеләрҙе яратып яралтҡан, мин һиңә бер нисек тә ярҙам итә алмайым, әгәр ул рөхсәт итмәһә. Барыһы ла Аллаһ ҡулында! Доға ҡылайыҡ! Бер ауырлығы юҡ бит. Аҡса түләргә кәрәкмәй. Хоҙайыбыҙ, Раббыбыҙ беҙҙе бер ҡасан да ташламай” тигән һөйләмдәрҙән башлана. Яҡты көстөң барлығына инанып, ғәмәлдәреңдең ҡабул ителерен тойоуҙан да ләззәтлерәк тойғо бармы икән донъяла?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840