Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡыҙҙар, хушығыҙ, Ватаным өсөн үләм!”
“Ҡыҙҙар, хушығыҙ, Ватаным өсөн үләм!”Ошо һүҙҙәрҙе әйтеп өлгөргән Зәйтүнә Әлбаева. Фашистарға ҡаршы һуғышта артҡа сигенмәгән ул. Яҡшылыҡ ерҙә ятмаған кеүек, батырлыҡ та ерҙә күмелеп ҡалмай.
Дала ҡалҡыулығында – атып үлтерелгән ҡыҙ кәүҙәһе. Ул – беҙҙең ғәзиз яҡташыбыҙ Зоя-Зәйтүнә Әлбаева. Һалдат кейемендә. Эргәһендә тынып ҡалған карабины, атылған гильзалары. Башҡорт ҡыҙының ҡайнар ҡаны илде дошмандан азат итеү хаҡына ҡалмыҡ еренә тамды.
Иртән генә шат йылмайып, шарҡылдап көлөп, сержант Каверинды уңайһыҙ хәлгә ҡалдырғайны. Ҡыйыулығын ҡулына туплай биреп, сержант былай тип күңел серен асты:
– Төпһөҙ диңгеҙ һинең күҙҙәрең!..
Бына шул күҙҙәр һаман донъяға баға һымаҡ. Яңы килеп еткән яуҙаштары һәләк булған Зояның һүнеп ҡалған күҙҙәрен йомдорорға өлгөрмәгән.
Яугир ҡыҙҙар үкереп илай, шул уҡ ваҡытта Зояны алып китеү сараһын күрә башланылар. Оҙаҡ йыйынырға мөмкинлек ҡалмаған.
– Балауыҙ һыҡмағыҙ! – тип екерҙе командир. Уның йөҙө ҡасҡан. – Йәһәт тейәгеҙ!
Был фажиғә Ҡалмыҡ Республикаһының район үҙәге Садовое ауылында 1942 йылдың авгусында була. Яҡын көндәрҙә ҡурҡыныс тыуыр тип хафаланыу юҡ ине. Хәйер, бер һалдаттың һәләкәтле үлеме ҙур ваҡиға түгел. Һуғышта кемдең ғүмере лә ҡыл өҫтөндәгеләй. Әле бар йә күҙ асып йомған арала юҡ була ла ҡуя. Ябай һалдат ҡынамы, шаҡтай дәү вазифалылар ҙа көтмәгәндә ауып ҡуя. Һуғыш бит ул.
Ләкин командирҙар күҙлегенән ҡарағанда, Садовоелағы хәл дошман көстәренең был тарафҡа ла яҡынлашып килеү хәүефен раҫлай. ВНОС батальоны командиры алыҫтағы постарҙы күсерергә рөхсәт ала. Шуға ярашлы, бығаса Зоя-Зәйтүнә хеҙмәт иткән пост – беренсе сиратта.
Йыһаз машинаға тейәлеп бөткәс, һалдаттар Зоя-Зәйтүнәне күтәреп алыуҙы хәстәрләй башланы, ләкин машина тартмаһында урын ҡалмағайны.
– Ҡайҙа урынлаштырабыҙ?
– Нимәгә һалабыҙ?
Асыуы ҡабарған командир:
– Ҡалдырабыҙ!
– Нисек ҡалдырабыҙ?
– Ул – беҙҙең яугир әхирәт!
– Хәрби тәртип буйынса беҙ уны тәрбиәләп ерләргә бурыслы.
Командирҙың һәр һүҙе ҡәтғи:
– Ҡалып торһон. Табип ҡарарға тейеш.
– Ул ҡасан килер?
– Ана, ауылдаштар хәстәрләр.
Ҡаршы һүҙ әйткәндәрҙең ауыҙы ябылғас, ҡуҙғалырға ҡушылды. Ваҡытты һуҙмау хәйерле, фрицтар аңғармаҫтан килеп сығыуы ихтимал. Ҡотолормон тимә.
Ҡалды Зоя-Зәйтүнә. Ҡыҙҙар уның күҙҙәрен йомдороп өлгөрҙө. Алсаҡлығы һәм дәртлелеге менән Зәйтүнә тормоштоң ал сәскәһе кеүек ине. Йәшлеге, шаянлығы әллә нисә ғүмергә етәсәк ине. Бына ҡапыл һүнде лә ҡуйҙы. Ай бирҙе, ҡояш алды.
Фронтҡа үҙ теләге менән атлығып килгән ҡыҙҙар өсөн беренсе юғалтыу йөрәктәргә уҡ ҡаҙағандай тойолдо. Аңлашылмаҫ ауыр уйҙар тыуҙырҙы.
Тормоштоң һәр осрағында айырылғыһыҙ юлдаш булып килгән ялғанлау фронтта йыш ҡулланыла ине. Майор Байлехис өсөн дә был яңылыҡ түгел. Аҙаҡ баш ҡатырмайынса, “Әлбаева хәбәрһеҙ юғалды” тип донесение яҙҙы. Бер нисә айҙан һуң ғына ҡыҙҙың әсәһенә төбәп белешмә ебәрҙе. Ошоноң менән был ауыр хәлдән ҡотолдом тип уйланы.
Зәйтүнәнең Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән әсәһе менән ике һеңлеһе ҡайғылы хәбәрҙе алғас ни эшләргә лә белмәне. Был хәлдең булыуы мөмкинме? Ул юғала торғандарҙан түгел! Фронтҡа киткәнендә: “Әсәкәйем, ҡайғырма, мин юғалмам. Еңермен дә ҡайтырмын. Бына күрерһең”, – тигәйне. Оҙаҡ та йөрөмәне, утҡа осҡан күбәләктәй юҡҡа сыҡты. Булмаҫ, тип шикләнде әсәһе, ләкин оҙаҡламай аңланы: билдәһеҙ юғалғандар шик аҫтына ҡуйыла икән. Ғаиләлә “үле хәбәре килмәне” тиһәләр ҙә, рәсми органдарҙа бөтөнләй башҡа фекер. Тереләй юғалғас, дошман ҡулында нимә эшләй, намыҫына, антына тоғролоҡҡа тап төшөрмәйме икән? Сталин үҙе әйткәйне: “Дошман ҡулына ҡалғансы, һуңғы пуляңды үҙеңә ат”. Ҡыҙ бала бит ул, ни аҡылы менән үҙ-үҙенә атһын? Юҡ, атмағандыр һәм һатмағандыр, тип уйланды Зәйтүнәнең әсәһе. Тик ҡыҙының фажиғәһендә үҙен ғәйепләне һәм өҙлөкһөҙ йәберләне: ниңә тыя алманы ул ҡыҙын, ни өсөн юлына арҡыры төшмәне?
Ҡыйыу һалдатты “билдәһеҙҙәр” исемлегенә индереп кенә юғалтыу мөмкин түгел, сөнки батырлыҡ ерҙә ятып ҡалмай. Башҡортостанда Зәйтүнәнең ҡаһарманлығы тураһында бер кем дә тип әйтерлек белмәй ине. Ғаиләне ҡара ҡайғыға һалған һалдат яҙмышы сер булып ҡала килде. Командиры майор Байлехистың ялғанлағаны бөтәһенән дә көслөрәк булып сыҡты.
90-сы йылдар, болғауыр заман, минең фронт хаттарын эҙләүем, уларҙы үҙем генә белгән тәртип буйынса китап итеп сығарыу хыялы менән янған ваҡытым. Стәрлетамаҡ ҡала музейында өс хат һалынған “дело” алдыма килеп ятты. Кемдеке? Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Әлбаеваның хаттары. Кем тапшырған? Билдәһеҙ. Исеме лә, йорт адресы ла юҡ. Уларҙы ҡабул итеп алған хеҙмәткәр күптән эшләмәй.
Хаттар урыҫ телендә.
Армияға алынып, Өфөлә булған көндәрендә Зәйтүнә әсәһенә, ике һеңлеһенә ҡарата үтә бай күңелле ҡайғыртыусанлыҡ күрһәтеп яҙа. Беҙҙең фронт юлдары еңеүле буласаҡ, минең өсөн ҡайғырмағыҙ, тип үтенә, һеңлеләрен Маша һәм Нюра тип исемләй, уларға тормошта үҙ юлдарын табыу буйынса кәңәш бирә, үҙенән ҡалған кейемдәрҙе ҡулайлап кейеүҙәрен үтенеп яҙа. Үҙен Зоя тип атап, ысын исеме күрһәтелмәгәс, эҙләү еңелдән булманы. Оҙаҡ йылдарҙан һуң Зәйтүнә Әритҡолова исемле яҡташыбыҙ миңә Германиянан хат яҙҙы. Әлбаеваның туғаны икән. Уның аша йомғаҡ һүтелә төштө.
Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Әлбаева 1922 йылда Миәкә районы үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. Ишле нәҫелдән. Атаһы һуғыштарҙа, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнашҡан. Ә 20 – 30-сы йылдарҙа етәксе эштәрҙә булған. Һуңғы дәүере – бөгөнгө Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында совхоз директоры.
Зоя ете кластан һуң Өфөлә театр техникумында уҡый. Беренсе курсты тамамлап ҡайтыуына һуғыш башлана. Шул көндән алып ул фронтҡа китеү хыялы менән яна. Санитаркалар курсын тамамлай. Ләкин һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. 1942 йыл башында партия Үҙәк комитеты ҡабул иткән ҡарарҙа ҡатын-ҡыҙҙы һауа һөжүменә ҡаршы ғәскәр сафына алыу мөмкинлеге күрһәтелә. Шуға ярашлы ПВО ғәскәрҙәре командующийы генерал М.С. Громадин 20 мартта үҙ проектын тамамлай һәм уны Хөкүмәт ҡарамағына тапшыра. Уныңса, зенит артиллерияһында – 11 вазифаның һигеҙен, зенит пулеметы расчетында биш бурыстың өсөһөн ҡыҙҙар башҡара алыр ине. Ошоға оҡшаш фекерҙәр ВНОС (Воздушное наблюдение, оповещение и связь) һ.б. ғәскәрҙәргә ҡарата ла әйтелә. (Военно-исторический журнал, 2007, № 5).
Һуғыш ҡыҙҙар эше түгел. Уларҙың йомшаҡ һәм наҙлы ҡулдарына тәбиғәттән башҡа бурыс йөкмәтелгән. Һуғышта көрәккә баҫып, окоп ҡаҙыу, зенит орудиеһынан, пулеметтан атыу – ирҙәр эше, ләкин ни ҡылаһың, 1942 йылда һалдатҡа алыныр ирҙәр яуға китеп бөткәйне. Сиратта – 1925 йылғылар, улар менән генә фронттарҙа барлыҡҡа килгән кадрҙар ҡытлығын ҡаплау мөмкин түгел. Тимәк…
Ҡыҙҙарҙы мобилизациялау мәсьәләһе уларҙың үҙ иркенә ҡуйыла. Башҡортостанда беренсе булып Мәрйәм Әхмәтова ғариза яҙа. Ул үҙәк почтала эшләй ине.
“Беҙ Дүртөйлө районынан 50 ҡыҙ инек, – тип хәтерләр була Мәсрүрә апай Шәрифйәнова. – Пароходта Өфөгә килдек тә 3-сө мәктәптә юлға әҙерлек үттек”.
1942 йылдың май айында баш ҡалабыҙ Өфөнән ҡыҙҙар ғына тейәлгән ике эшелон оҙатыла. Өс меңдән ашыу кеше. Кейәүгә сығып, ғаилә ҡорор ваҡыттары, бала үҫтереп, ил нығытыр бурыстары. Зоя-Зәйтүнә лә ошо эшелондың береһендә. Сталинградҡа килгәс, күптәр яңынан уҡый, Зәйтүнә иһә – элемтәселеккә.

“…Фронттағы тормошом һәйбәт үтә, – тип яҙа ул ошо осорҙағы хатында, – бер ниндәй мохтажлыҡ юҡ, бөтәһе лә етерлек. Яңылыҡтарҙың иң мөһиме – форма кейеме алдыҡ. Гимнастерка, итек һәм пилотка. Һоҡланып ҡараусылар күп, был һиңә килешә, тип баш бармаҡ күрһәтәләр. Күрһәгеҙ ине, мине танымаҫһығыҙ!
Шулай итеп, бында бөтәбеҙгә лә яҡшы. Тик бер нәмә борсой: һеҙҙән хат юҡ. Көтә-көтә көтөк булып бөттөм, әллә яҙмайһығыҙ, әллә яҙып та килмәй. Ҡәҙерле әсәкәйем, йышыраҡ яҙып һал!
Күптән түгел хәрби ант бирҙек. Мин хәҙер малайҙарға оҡшап ҡалдым. Ҡояшта янып. Тағы ла ҡараға мансыла төштөм.
Әлегә һау булып тороғоҙ. Тиҙерәк хат яҙығыҙ. Атайым ҡайҙа икән? Адресын һалығыҙ. Хатҡа ҡушып ҡағыҙ ебәрегеҙ. Таҙа ҡағыҙ.
Оҙаҡламай фотокарточкамды алырһығыҙ. Ошо көндәрҙә фотограф килә тип ышандыралар. Һеҙҙе яратып, Зәйтүнә”.
…Был үкенесле көн, төҙәтеп булмаҫтай хәл 1942 йылдың 9 авгусында шаңҡытты. Күк йөҙө шартлап, яҡты көндә ҡара болот ҡаплағандай тойолдо. Көтөлмәгән хәл, сөнки иртәнге сәғәттә аяҙ күктә ҡояш йылмая, алтын нурҙарын һибә ине. Насарлыҡ көтөү һис кемдең башына килмәгәндер. Зәңгәр күк йөҙөн йәмләп аҡ болоттар аға. Кисә нисек булһа, бөгөн дә шулай.
“Көн дә шулай булһасы” тип хыялланып алды Зәйтүнә. Һәр тараф тын, ҡәһәрле һуғыш булмаған кеүек. Иртәнге аштан һуң командир сафҡа теҙҙе.
– Составтан ир-ат командировкаға юл ала. Атап әйткәндә, колхоз баҫыуына. Емеш-еләк, йәшелсә йыйырға. Ҡыш килер ҙә етер, һиҙмәй ҡалыуың ихтимал.
Бөтәһе бер юлы гәпләшеп алды. Тынлыҡ урынлаштырғас, командир:
– Поста ике ҡыҙҙы ҡалдырам, – тип исемдәрен атаны.
Зәйтүнәнең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе булһа кәрәк. Командир уға ҡараш ташланы:
– Ҡурҡмағыҙ, бөтәһе лә тыныс буласаҡ. Нимәлер һиҙә ҡалһағыҙ, телефон ҡул аҫтында бит! Нисә көн күҙәтәбеҙ, шикләнер хәл булғаны юҡ. Постағы дежур булараҡ, самолеттарҙы, уларҙың маркаларын, осоу йүнәлешен яҙып барырға һәм команда буйынса хәбәр итергә бурыслыһығыҙ.
Дошман самолеттары Сталинградҡа табан оса башлаясаҡ тигән хәбәр һаман тынғылыҡ бирмәй. Уҡыған көндәрҙә Зәйтүнә самолеттарҙың, бигерәк тә дошман яғыныҡын тырышып өйрәнде. Имтиханды яҡшы бирҙе. Бөгөн килеп тулы яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу сәйер тойолдо. Дошман самолеты килә ҡалһа, үҙ ихтыярын туплап, теүәл хәбәр бирә алырмы?
– Булдырырһың! – тине командир, йылмайып. – Һин юғалып ҡалғандайҙан түгел.
…Зәйтүнәгә ҡыйын булып китте. Ауыл халҡының көндәлек мәшәҡәттәрен күҙәтеү ҙә ҡыҙыҡһындырманы. Уның йәнәшәһендәге Клава Мурилева – бөтөнләй өндәшмәҫ йән. Ауыҙынан телен һурып алһаң да һүҙе сыҡмаҫ. Күктәге үҙгәрештәрҙе көтә-көтә күңеле донъя гиҙгәнен һиҙмәй ҡалды. Әсәһе сирләмәйме икән, атаһының ҡайһы тарафтағы фронтта икәнен белә алмауы яфалай. Суҡынсыҡ һеңлеләре хәбәр бирмәй, әсәләренә ҡайғы-хәсрәт һалмайҙармы икән?..
Ваҡыт һиҙҙермәй үтә торҙо. Көн шулай уҙыр ҙа китер, тип борсолдо Зәйтүнә. Самолет килә ҡалһа, бер нисек тә теүәл мәғлүмәт бирә алмам тигән шикләнеү биләп алды зиһенен.
Кинәт мотор тауышы. Күктә түгел, ерҙә. Нимә булыр? “Мотоциклдар!” – тип ҡото осто Зәйтүнәнең. Шунда уҡ “Булмаҫ!” тип тынысланғандай итте. Ҡайҙа ул! Бына килеп тә сыҡтылар. Бер, ике, өс… Каскалы, автоматлы немецтар. Посҡа табан киләләр.
Ҡыҙ телефонға үрелде. Күрше поста уны ишетеп торалар. Ул арала фашистар килеп тә етте. Посҡа табан йәйәүләп үрләйҙәр. Зәйтүнәнең уйларлыҡ хәле ҡалманы. Немецтар, йылмайып, ҡулдарын һелтәп нимәлер һөйләй һымаҡ. Ҡоралға тотонорға уйламайҙар ҙа.
Был хәлде Садовое ауылы халҡы күреп тора. Һуңынан һөйләйәсәктәр әле.
Алдан килгән немец, мотоциклға күрһәтеп, ултыртып алып китәсәктәрен аңлатып маташа шикелле. Наҙлы хискә бай Зәйтүнә боҙло һынға әүерелде лә ҡуйҙы. Ауыҙынан ике һүҙе сыҡты: “Ни булһа ла, бирешмәм!”
Ике немец яҡынлаша. Атырға әҙерләнмәһәләр ҙә, йөҙҙәрендә дошманлыҡ ярылып ята. Әйткән һүҙҙәре лә йыртҡыс ырылдауы һымаҡ.
Немецтар килеп етте тигәндә, Мурилева ике ҡулы менән йөҙөн ҡаплап үкереп илай башланы. Зәйтүнә бар көсөн туплап, атырға әҙерләнде. Береһен, икенсеһен ҡолатты, ләкин ҡул һуҙымы араға килеп еткәне Мурилеваны ҡултығынан тотоп алып китте. Икенсеһе Зәйтүнәгә үреләм тигәндә, мылтыҡ тауышы яңғыраны. Ҡулбаш һөйәге яраланған немец һыңар ҡулы менән курокка баҫты һәм Зәйтүнә, ҡарашын зәңгәр күккә төбәп, болоттар аҡҡанын һуңғы тапҡыр күрҙе.
Колхозға киткән төркөм ҡайтҡас, ауыл халҡы бар булғанды хәбәр итмәксе ине, командир телефон аша һөйләшеп алды ла тыңлап торманы…
Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығына ВНОС элемтә­селәре, саҡырыу ҡағыҙында Әстрхан ҡалаһы күрһәтелһә лә, Садовое ауылына килделәр. Бар һөйләгәндәре – Зоя-Зәйтүнә Әлбаева. Ауыл кешеләре менән аралашып, бөтәһен дә асыҡланылар.
Ауыл халҡы пост торған урынды, Зәйтүнәнең ҡәберен күрһәтте. Урындағы хакимиәт Зәйтүнә Әлбаеваның иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләйәсәген белдерҙе.
1972 йылдағы осрашыуҙа яугир әхирәттәр Зәйтүнәнең тыуыуына 50 йыл тулыуҙы билдәләне. Туғандар ҡәберлегендә ошо Садовое ауылын азат итеүҙә башын һалған ватандаштарҙың, шул иҫәптән Зәйтүнә Әлбаеваның да исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған таш ҡуйылғайны. Мәктәп музейында бай материал тупланған.
Батальон командиры Байлехис был осрашыуҙарға килмәй ине. Әхирәттәре, уның Зәйтүнә фажиғәһенә ҡарата енәйәтсел-һүлпән мөнәсәбәттә булғанын күҙ уңында тотоп, уға нәфрәт белдереп хат яҙҙы, ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләне.
Бөтәһе лә белә ине: Зәйтүнә дошман разведчиктары килгәндә поста ныҡ торған, карабинын ике ҡуллап тотоп, уларға ҡаршы ут асҡан, үҙенә ҡул һуҙырға маташҡан немец офицерын ауыр яралап, сафтан сығарған. Фашистар яҡынлашҡанда телефон аша “Хушығыҙ, ҡыҙҙар, Ватаным өсөн үләм!” тип һөрән һалып өлгөрә. Ошо ваҡытта колхоз баҡсаһына юлланған ир-егеттәр ҙә ҡайтып етә, ләкин улар ағас араһында урынлашып, хәлде күҙәтеп ултырыуҙы хуп күрә. Пост командиры ла шунда була.
Зәйтүнәнең ҡаһарманлығы һоҡланыу, ғорурлыҡ хистәре тыуҙырған, кесе һәм өлкән командир­ҙарҙыҡы – нәфрәт һәм үкенес. Уның әсәһе егерме йылдан һуң ғына ҡыҙы яҙмышы тураһында хат ала. Зәйтүнәнең яуҙаштары исеменән Лидия Стахеева яҙа. Тарихты мөмкин булғанса бәйән итә. Ә Германиялағы башҡорт ҡыҙы Зәйтүнә Әритҡолова ошо юлдарҙы яҙыусыны эҙләп тапмаһа һәм ҡатмарлы ваҡиғаны туплаған сер йомғағын һүтмәһә, беҙ бөгөн дә бер нимә белмәй йәшәгән булыр инек.
Иң оло юғалтыу һәм үкенестәргә өҫтәп, шуны әйтмәй булмай: Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Әлбаева “Хәтер” китаптарының береһендә лә юҡ. Миәкә районында 1922 йылда тыуып, Петровское ауылында (Ишембай районы) һәм 6-сы совхозда (Стәрлетамаҡ районы) үҫкән. Бәлки, Стәрлетамаҡ хәрби комиссариаты тарафынан мобилизация­ланғандыр. Асыҡлап булманы.
“Ҡыҙҙар, хушығыҙ, Ватаным өсөн үләм!” тигән һүҙҙәрен иҫтә тотһаң, Зоя-Зәйтүнә халҡыбыҙҙың онотолмаҫ ҡаһармандарының береһе икәнлеге аңлашыла. Шулай булғас, уның иҫтәлеген мәңгеләштереү сараһын күреү фарыздыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509