Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әрнеүле моң булып йәшәй күңелдә
...Минән алдағы рәттә ултырған оло йәштәге апай әленән-әле күҙ йәшен һөртөп ҡуя. Уның йәнәшәһендәге тамашасы ла ҡулъяулығын йөҙөнә йыш тейҙереп алғылай. Ҡалғандар ҙа, һиҙеп торам, тыштан күрһәтмәләр ҙә, күңелдәре менән иламһырай... Был кисә шулай һәр кемдә хис-тойғоларҙы дөрләтергә мәжбүр итте. Һәм улар оҙаҡ һүнмәйәсәк әле.
Бөйөк шағирыбыҙ, үҙ хал­ҡының тоғро улы Рәми Ға­риповтың тыуыуына 85 һәм мәрхүм булыуына 40 йыл ту­лыуға арналған кисәне билдәле сәнғәт эшмәкәре Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова урыҫ телендә алып барҙы. Ниңә шулай икәнен ул сараның тәүге минуттарында уҡ аңлатҡайны инде: башҡорт халҡының һәм уның шиғриә­тенең данлыҡлы улын башҡа милләттәр ҙә белергә тейеш. Аҙаҡ белеүемсә, залда баш­ҡортса аңламағандар ҙа булған, тимәк, улар ҙа Рәми Ғарипов ижадына ғашиҡ кешеләр сафын тулыландырыр тип өмөт итәйек. Етмәһә, күп кенә шиғырҙар урыҫса тәржемәлә яңғыраны.
Шулай ҙа был әҙәби сара шиғыр кисәһе үткәреүҙе түгел, ә шағирҙың эске донъяһын аңлатырға тырышыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Хәйер, аңлап буламы ни икән уларҙың донъя­һын... Бер саҡ, хәтеремдә, Өфө­ләге 1-се мәктәп-интернаттың (ул саҡта шулай атала ине) башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы шулай тип һөй­ләгәйне: “Рәми Ғариповтың улы уҡый беҙҙә. Бик һәләтле бала. Күптән түгел әсәһе килеп китте: “Апай, улым әҙәбиәткә тартыла, зинһар өсөн, шағир була күрмә­һен инде... Мин уның яҙмышы, киләсәк ғаилә тормошо өсөн борсолам бит”, – ти”.
Һәләтле режиссер Сәйҙә Ғәли ҡыҙы өсөн был кисәне ойоштороу һәм алып барыу ауырға тура килмәгәндер. Ул, быға хәтлемге ялҡытҡыс сара­ларҙан айырмалы рәүештә, оҙон-оҙаҡ иҫтәлектәр һөйләүгә түгел, ә камера-хор концерты жанрындағы тамаша итеп ойош­торолғайны. Шағирҙың тормошон уның иң мөһим ваҡиға­ларына нигеҙләнеп һәм слайдтар күрһәтеп һөйләү сәнғәт әһелдәренең йыр-моңо менән бергә үрелеп барҙы. Халыҡҡа киң билдәле артистарыбыҙ Римма Амангилдина, Әлим Ҡәйү­мов, Индира Әсәҙуллина, Елена Мороз һәм башҡаларҙың сы­ғыштары кисәнең рухына тулыһынса тап килә ине, сөнки йырҙар, нигеҙҙә, Рәми Ғари­повтың һүҙҙәренә яҙылғайны бит. Шағирҙың магнитофон таҫмаһына күсерелгән тауышын да һис кем тулҡынланмай тыңлай алмағандыр. Ә дәүләт хор капеллаһының Алһыу Хисбуллина етәкселегендәге сығы­шы бөтә залды тетрәтте.
– Беҙҙең филармонияла музыкаль-әҙәби лекторий эшләп килә, уға күренекле мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт вәкилдәренең ижадын пропагандалау бурысы йөкмәтелгән, – ти Сәйҙә Ильясова. – “Әҙәби шишәмбе” мәк­тәбе лә бар, уға төрлө милләт вәкилдәре йөрөй. Бөгөн улар­ҙың да залда ултырыуы бик уңай тура килде.
Тамашасыларҙың иң ҙур тойғоларын Рәмиҙең ҡатыны Надеждаға яҙған хаттары то­ҡандырҙы тип уйлайым. Йә­шәргә торлаҡ булмау сәбәпле ете йыл самаһы айырым көн күргәндә, улар бер-береһенә йыш хат яҙған.
Шулай ҙа кисәнең иң юғары нөктәһе тип бөйөк шағирҙың ҡыҙы Гөлнара менән ейәнсәре Рәмиләнең берлектәге сығы­шын әйтергә булалыр. Уларҙың тәүгеһе Нариман Сабитов исе­мендәге музыка мәктәбендә пианино дәрестәре бирә, ә Рәмилә сәнғәт училищеһында уҡый. Кисә аҙағында Гөлнара Ғарипова атаһын шулай хөр­мәтләп иҫкә алғандары өсөн рәхмәт әйтте.
Кемгә нисектер, ә миңә был матур тамаша ғәҙәти хәтер кисәһе булараҡ ҡына түгел, ә йәшәү рәүеше үҙенсәлекле, ләкин һирәк осраған иҫ киткес оло талантҡа эйә булған ул һәм ҡыҙҙарын ҡурсалауҙа милләт­тең көсһөҙлөгө өсөн үкенеү кеүегерәк тә яңғыраны. Башҡорт дәүләт филармонияһының ошо тамаша барған бәләкәй залы яртылаш тулы булды – хәҙерге битарафлыҡ заманында был насар күрһәткес түгел. Йәштәр, мәҫәлән, бөтөнләй тиерлек юҡ ине. Яҙыусылар һәм шағир­ҙарҙың да бер-икәүһенән башҡалары күҙгә салынманы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519