Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫлыҡ ҡотон һаҡлай улар
Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы Советы Президиумы ултырышы була
Дуҫлыҡ ҡотон һаҡлай уларБөгөн Өфөлә “Рәсәй Федерацияһы фин-уғыр халыҡтарының ассоциацияһы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте Советы Президиумы ултырышы асыла. Үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыуға, бер-береңә ихтирам уятыуға ҡоролған мәртәбәле сараны үткәреү урыны итеп республикабыҙ осраҡлы һайланмаған. Күпселек беҙҙәге халыҡтар араһындағы татыулыҡты илебеҙҙең бүтән субъекттарына һәр саҡ миҫал итеп килтерә икән, был юҡҡа түгелдер. Хәйер, Рәсәй етәкселегенең бәрәкәтле Башҡортостанға эшлекле сәфәре йыш теркәлә. Әгәр ҙә иҡтисади үҫеш, етеш тормош, аграр секторҙа уңыштар, муллыҡ, халыҡтар араһындағы аңлашыусанлыҡ, ҡыҫҡаһы, төрлө тармаҡ буйынса алға китеш булмаһа, ҡайһы хакимдың был төбәккә сәфәр сыҡҡыһы килһен, ти! Күңел һәр ваҡыт матурлыҡҡа һәм күркәмлеккә тартыла шул. Мәҫәлән, сираттағы эшлекле сәфәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Башҡортостанда, бер тамсы һыуҙағы һымаҡ, бөтә Рәсәйҙең күп яҡлы мәҙәниәте, диндәре, телдәре һәм халыҡтар дуҫлығы сағылыш тапҡан”, тип маҡтап әйтеүе күпте һөйләй. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһендә:
“... Беҙҙе дөйөм тарихҡа һәм мәҙәниәткә ихтирам, күп бы­уатлыҡ дуҫлыҡты һаҡлап ҡалыуға ынтылыш берләштерә. Дини һәм милли байрамдарҙы беҙ бергәләп билдәләйбеҙ, ҡаҙаныштарыбыҙға һәм уңыштарыбыҙға ҡыуанабыҙ. Артабан да шулай буласағына иманым камил”, – тине.

Улар – 25 миллион!
Фин-уғыр халыҡтарына венгр, удмурт, ханты, манси, мордва, коми, карел, мари, фин, эстон һәм башҡалар ҡарай. Дөйөм алғанда, уларҙың һаны 25 миллион тирә­һе! Ҡайһылай ҙур көс! Айырым алғанда, бөгөн республикабыҙҙағы мари, мордва һәм удмурттар тулы ҡанлы тормош менән йәшәй.
Фин-уғыр халыҡтарының тығыҙ аралашыуы һөҙөмтәһендә Өфө ҡалаһында 2005 йылда “Башҡортостан Республикаһы фин-уғыр халыҡтарының ассамблеяһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килде. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, бындай шәп инициатива менән республика­быҙҙағы Мордва милли-мәҙәни үҙәге, Мари милли-мәҙәни автономияһы һәм Удмурт милли-мәҙәни үҙәге сығыш яһаны.
Дуҫлыҡ ҡотон һаҡлай уларТөбәк йәмәғәт ойошмаһы һәр саҡ хәрәкәттә, бөтә сараларҙың да уртаһында ҡайнай. “Рәсәй Федерацияһының фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте, Рәсәй халыҡ-ара фин-уғыр халыҡтарының Йәштәр ассо­циацияһы, фин-уғыр халыҡтарының ха­лыҡ-ара консультатив комитеты, “Фин-уғыр халыҡтарының Волга буйы мәҙәни үҙәге” ассоциацияһы менән бәйләнеш тотоуы ғына түгел, ә төрлө файҙалы проект­тарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуы – шуға асыҡ миҫал.
Йыл башынан уҡ шатлыҡлы хәбәр
Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, республикабыҙҙа мариҙар һаны – 103 мең 658 кеше. Башҡортостан мариҙары Рәсәйҙә үҙҙәренең этник мәҙә­ниәтен, телен һәм йолаларын тулыһынса һаҡлаған иң эре фин-уғыр халыҡтары исемлегенә инеүҙәре менән үҙҙәренә ҡарата ихтирам уята. Улар Мишкә, Ҡал­тасы, Бөрө, Шаран, Балтас һәм Нуриман райондарында күпләп ғүмер кисерә. Шул да мәғлүм ки, 240 мари ауылы төҙөклөгө һәм күркәмлеге менән бүтәндәрҙән ныҡ ҡына айырыла. Шунда уҡ күңелдә, был – егәрлеләр, сәмселдәр һәм эшһөйәрҙәр төйәге, тигән фекер нығына.
Иң мөһиме, мари мәҙәниәте, теле, йолалары һаҡланһын, халыҡ кәсептәре тергеҙелһен, ғөмүмән, һәр береһенә төрлө яҡлап үҫешеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ғәҙәттә, һәр нәмәнең арҡа һөйәген тәшкил иткән нәмә була. Был осраҡта “Мишкино” мари тарихи-мәҙәни үҙәген ситләтеп үтеү яҙыҡ булыр ине. 2006 йылда ойошторолған йәмғиәт Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылында урынлаш­ҡан. Шулай уҡ “Эрвел Марий” тигән төбәк мари милли-мәҙәни автономия (1989 йылда төҙөлгән) милләттәштәрен бер усҡа туп­лау йәһәтенән күп эштәр башҡара.
Ә мари халыҡ байрамдары тураһында нимә беләбеҙ? Башҡортостандың Халыҡ­тар дуҫлығы йорто тарафынан мари халҡының йәшәйешен йәнләндереү тәңгәлендә иҫ киткес күркәм саралар даими уҙғарыла. “Беҙ һәр саранан күңелгә ял алып, ниндәй ҙә яҡшы яңылыҡ ишетеп ҡайтабыҙ”, – тип һөйләй Халыҡтар дуҫ­лығы йорто директоры Азат Ибраһимов.
Мари Иленең халыҡ яҙыусыһы, сығышы менән Мишкә районынан булған Александр Юзыкайндың хөрмәтенә үткәрелгән “Шорыкйол” (“Святки”) байрамы – шуға асыҡ миҫал. Маҡсаты – йәш быуынды илһөйәрлеккә саҡырыу, белемлелеккә өндәү. “Уярна” (“Масленица”), Кугече” (“Пасха”), “Тукым вож” (нәҫел-нәсәпте барлау), “Кусо кумалтыш” (“Великое моле­ние”), “Марий кас” (ураҡ эше менән бәйле), “Мур пеледыш” (сәнғәтте данлау), “Ужара” (лингвистика лагеры) һәм башҡа кисәләр ҙә бик күңелле уҙа.
– Йыл беҙҙең өсөн ҙур һөйөнөс менән башланды, – тип һөйләй мари милли-мә­ҙә­ни үҙәге етәксеһе, философия фәндәре кандидаты, Башҡортостандағы Мари Иленең тулы хоҡуҡлы вәкиле Павел Бикмурзин. – “Башҡортостандың 100 йыллы­ғына – 100 объект” проекты нигеҙендә ҡалҡытыласаҡ 100 объект исемлегендә Мари мәҙәни үҙәгенә тәғәйенләнгән бинаның булыуы, һүҙ ҙә юҡ, ҡанатлан­дыра, республика етәкселегенә хөрмәт уята. Ул Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылында буласаҡ. Бынан ары уй-ниәттәрҙе тағы ла йылдамыраҡ тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ.
Дуҫлыҡ ҡотон һаҡлай уларУлай ғына түгел, Павел Исадыҡ улы белдереүенсә, нәҡ быйыл 1-се Бөтә Рәсәй мари съезының 100 йыллығы уңайынан Бөрө ҡалаһында ҙур байрам көтөлә, ғилми-ғәмәли конференцияға йыйыласаҡтар. Бынан тыш, Ҡалтасы районында мари бейеүҙәре фестиваленә әҙерләнәләр, мари тел ғилеменә нигеҙ һалыусы Валериан Васильевтың хәтер кисәһе лә эш планына ингән.
Нефтекама ҡалаһында мари телендә “Чолман” (“Кама”) тип аталған республика гәзите нәшер ителә, шул уҡ ваҡытта Ҡалтасы һәм Мишкә райондарындағы милли баҫмаларҙы ла мариҙар алдырып уҡып ҡыуана.
Йошкар-Ола ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар республикабыҙҙа ҡан-ҡәрҙәштәренең рәхәтләнеп туған телендә белем эстәүенә, йәшәү кимәленең юғарылығына хатта көнләшеп тә ҡарай.
Ҡатын-ҡыҙ етәксе – бик һәйбәт!
“Башҡортостандың Мордва милли-мәҙәни автономияһы”на етәксе итеп Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлия Герасимованың һайланыуы һәр йәһәттән дә отошло булды” тигән фекерҙә ҡарты ла, йәше лә, һәр хәлдә, яҡташтарының шатлығы сикһеҙ. Бер ҙә “ҡатын-ҡыҙҙан ни көтәһең инде?” тимәгән, һәммәһе лә Юлиәгә ҙур өмөттәр бағлаған.
Тарихҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, 1996 йылда учредитель конференцияһы ойошторолған, үҙ сиратында ул республика мордва (эрзя-моҡша) милли-мәҙәни үҙәген барлыҡҡа килтереүгә юл асҡан. 2003 йылда ойошма Башҡортостандың мордва милли-мәҙәни автономияһы итеп үҙгәртелгән. Ойошманың әүҙем үҫеше энтузиаст Николай Герасимовтың исеме менән тығыҙ бәйләнгән.
“Башҡортостандың Мордва милли-мәҙәни автономияһы” – “Село Федоровка” мордва тарихи-мәҙәни үҙәге өсөн терәк тә, таяныс та.
Республикабыҙҙағы 20 мең 300 мордва Йәрмәкәй, Стәрлетамаҡ, Шишмә, Федоровка, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы райондарына “һибелгән”. Үҫемлекселек, баҡса­сылыҡ, малсылыҡ, умартасылыҡҡа тәрән бирелгән тырыштар. Хәләл көсө менән байығандары бүтәндәрҙе ярҙамдан өҙмәй, бағыусылыҡты алға һөрә, үҙҙәренең артынан бүтәндәрҙе эйәртә.
Командировкала саҡта оҙатып йөрө­ү­себеҙ мордва фермеры Стефания менән таныштырҙы. Уның һөйләгәндәрен, бәлки, ҡайһы бер баҙнатһыҙҙар “мыйығына урар”.
– Барыһын да бер ниндәй капиталһыҙ башланым, – тине ул. – Башлы-күҙле булғас, иремә үҙебеҙҙең шәхси эште асыу хыялы менән бүлештем. Теләп ризалығын бирҙе. Тәүҙә көнбағыш һаттыҡ, унан кейем-һалым тигәндәй. Йыйылған аҡсаға ике башмаҡ, бер һыйыр һатып алдыҡ. Хәҙер ғаилә фермаһы тигән статусҡа эйәбеҙ. Һыйыр малдарын күпмегә еткерҙек тип һорайһығыҙмы? 100 баш тиһәгеҙ, дөрөҫ фаразлайһығыҙ. “Йомро башым минең”, тип ирем дәртләндереп торғас, киләһе көндәргә аныҡ пландар төҙөмәй нисек түҙәһең? Әлбиттә, ул бер ойошмала водитель, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ярҙамынан өҙмәй. Бер нисә ауылдашыма эш урыны булдырҙым. Шулай итеп, биш мордва егете һәм ҡыҙы миндә тир түгә икән, быға ыңғай ҡарарға кәрәк. “Ниңә улар, ә бүтәндәр түгел?” – тиҙәр. “Кем алдан өлгөргән, шуға өлөш тейгән”, – тип яуап бирәм.
Милли йолаларҙы һаҡлау һәм йәш быуынға еткереү ниәтендә “Мазый тейтерь” (“Мордовская красавица”) тип аталған һылыулыҡ бәйгеһен йыл да ойошторалар. “Гайгиця вагельть” (“Звонкие голоса”) йыр конкурсы ла үҙ тамашасыларын күптән тапты.
Бер нисә йыл элек Рәсәй дәүләтсе­легенең халыҡтары менән мордваларҙың берләшеүенең 1 мең йыллығы илебеҙ кимәлендә киң билдәләнде. Мордовия Республикаһы көндәре Башҡортостанда ла ойошторолдо. Өфө менән сикләнмә­йенсә саралар Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарында ла үтте, хөрмәтле ҡунаҡтарға сәйәхәт бик тә оҡшаны. Хәйер, Саранск ҡалаһындағы байрамға Баш­ҡортостанда ғүмер кисергән мордвалар ҙа саҡырылды. Мордовия менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр.
Киләсәктә “Мокшэрзянь куда” мордва халҡының йорт-музейын һәм ихатаһын төҙөү эш планына индерелгән.
Удмурттар башҡортса беләме?
Хәрби комиссариатҡа ҡырҡ атаның ҡырҡ балаһы йыйылғанбыҙ. Шуныһы, барыбыҙҙың да хоҡуҡтар тигеҙ һәм сикле, һәр кем үҙенең ҡыҙыҡһыныусанлығына ҡарап дуҫ-иш таба. Ашханала бер егет менән һүҙҙәр беректе – Трофим тип таныштырҙы үҙен. Оҙон буйлы булыуы, һүҙ йомғағын йыш ҡына алыҫтан һүтеүе һәм юмор менән фекерен тамамлауы хәтерҙә ҡалған. Баҡтиһәң, Ҡалтасы районынан икән, милләте – удмурт. Ғәжәп, башҡортса аралашабыҙ. Шуға ҡыуанам, ике йыл буйы һалдат һурпаһын бергә эскән хеҙмәттәшем менән бәйләнешем әле лә өҙөлмәгән.
Әйткәндәй, 21 мең ярым удмурттың республикабыҙҙа төпләнеүе билдәле. Улар, башлыса, Башҡортостандың төнья­ғында һәм төньяҡ-көнбайышында (Яңауыл, Тәтешле, Ҡалтасы, Борай, шулай уҡ Балтас, Кушнаренко, Илеш һәм Йәрмәкәй райондары, йәнә Өфө, Нефтекама, Ағиҙел, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары) тупланған.
Арттырыу түгел, беҙҙә удмурттар – полиглот. Күптәре башҡорт һәм татар телдәрендә иркен аралаша, рус телендә һөйләшеүҙәрен телгә алыу артыҡ. Ошоно ишетеп, удмурттарға хөрмәт артҡандан-арта.
Әле төбәктәге 43 мәктәптә һәм 17 балалар баҡсаһында уҡытыу һәм тәрбиә эштәре удмурт телендә алып барыла. Етмәһә, Нефтекама педагогия училище­һында удмурт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыларын әҙерләйҙәр.
Удмурт халҡының йолаларын, мәҙә­ниәтен, тарихын, телен, фольклорын һаҡлау маҡсатында 2003 йылда “Новые Татышлы” удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге төҙөлдө, шулай уҡ удмурт халҡының милли мәҙәниәтен үҫтереү өсөн 1996 йылда “Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторолдо.
Өлкәндәр “алмаш – киләсәк” тигән девиз менән янып йәшәй. Ысынында йәш быуынға күркәм тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бирелә. Өҫтөнлөклө йүнәлеш – ауыл ҡыҙҙары һәм егеттәре белемгә ынтылһын, ватаныбыҙға лайыҡлы шәхес булып үҫһен, кәрәкле һөнәр алһын. Шуны күҙ уңында тотоп, Нефтекама педагогия колледжы, Удмурт дәүләт университеты, Ижевск медицина академияһы ише абруйлы юғары уҡыу йорттары менән бер нисә йылға килешеү төҙөлгән. Милли мәктәп сығары­лыш уҡыусыларына вуздарға уҡырға инеү өсөн маҡсатлы йүнәлтмәләр биреү алдан хәстәрләнә.
Республикабыҙҙа ете удмурт үҙешмәкәр коллективына “халыҡ коллективы” тигән маҡтаулы исем бирелгән. Был йәһәттән айырыуса Яңауыл һәм Тәтешле районда­рының йыр-бейеү оҫталары әүҙем.
Удмурттар Үрге Тәтешле (Тәтешле районы) ауылында сыҡҡан “Ошмес” (“Родник”) республика гәзитен бик яратып уҡый. Файҙалы, фекерле, фәһемле баҫма.
– Милли-мәҙәни үҙәктәр урындарҙа – милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән район­дарҙа ла уңышлы эшләй, – ти Удмурт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе, “Ошмес” республика гәзитенең баш мөхәррире, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре Сәлимйән Ғарифуллин. – Төрлө фестивалдәрҙе йәнле итеп үткәреү – мөҡәддәс бурысыбыҙ. Удмурт телендә йырсыларҙың конкурсында ҡатнашыу­сылар йылдан-йыл арта. “Усточикар” (“Город мастеров”) төбәк-ара лагерға айырым баҫым яһар инем. Юғары квалификациялы белгестәр малай һәм ҡыҙҙарға һабаҡтар бирә, ғөмүмән, тормош мәктәбен ҡаршы­лыҡһыҙ үтергә өйрәтә. Театр сәнғәте, фольк­лор, эстрада, журналистика, керамика, һынлы сәнғәт, туҡыу һәм бүтән түңәрәктәргә балалар теләп йөрөй.
Сәлимйән Ғарифуллин улының һүҙҙә­ренә ҡарағанда, ғибәҙәт ҡылыуҙы терге­ҙеүгә өлгәшкәндәр, йоланы удмурттар йәшәгән һәр ауылда ла тоталар. Ғибәҙәт ҡылыу йорттары төҙөлгән Борай райо­нының Алтайыу һәм Яңауыл районының Иҫке Вәрәш ауылдарында “Элен Вось” (ғибәҙәт ҡылыу) байрамдары шаулап-гөрләп үткәрелә.
Ҡасандыр шуға шаһит булғаным бар: йыл һайын яҙғы ҡыр мәшәҡәттәре тамам­ланыуға, ауылдарҙың барыһында ла күмәкләп ғибәҙәт ҡылалар.
Удмурттар үҙ телендә белем алыуҙа­рына республика етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтле. Әйткәндәй, мәктәптәрҙә балалар удмурт телен туған теле булараҡ өйрәнә. Белем усаҡтары педагогтар менән тулыһынса тәьмин ителгән, сөнки Нефтекама педагогия колледжы кәрәкле уҡытыусылар әҙерләүгә күп көс түгә.

Әмир ИШЕМҒОЛОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Башҡортостанға XVI быуатта күсеп килгән фин-уғыр халыҡтары – мари, мордва, удмурттар – бөгөн аҫаба халыҡ менән дуҫ-татыу йәшәй. Беҙҙең республика – төрки, славян һәм фин-уғыр халыҡтарының быуаттар дауамында иңгә-иң терәп йәшәй белеүенең өлгөһө ул, һәм был тәжрибә күп милләтле Рәсәй өсөн дә матур үрнәк булып тора.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенең эшмәкәрлеген түбәндәге принциптар нигеҙендә алып барырға тырыша: милләттәр үҙенсәлеген һаҡлау – үҫештең төп шарты; республиканы төйәк иткән халыҡтар араһындағы татыулыҡты һаҡлау – Башҡортостан үҫешенең төп нигеҙе.
Шуны әйтер инем, бөгөн фин-уғыр халыҡтары менән башҡорт халҡының маҡсаты уртаҡ: туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, үҫтереү. Был юҫыҡта берләшеп эшләй алабыҙ. Рухи ихтыяжы ҡәнәғәт халыҡ ил өсөн дә күпкә һөҙөмтәлерәк эшләй. Һәр милләт – Рәсәй кеүек матур гөлләмәнең бер өлөшө.

Азат ИБРАҺИМОВ, Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры:
– Беренсенән, Башҡортостанды милләттәр дуҫлығы утрауына тиңләү, минеңсә, бик дөрөҫ. Беҙҙә һәр кемдең, шул уҡ фин-уғыр халыҡтарының киләсәккә ышанысы көслө булғас, мәҙәниәте, йолаһы, ғөрөф-ғәҙәте лә үҙҙәре тарафынан ҡәҙерләп һаҡлана. Быны һәр береһе тәрән аңлай һәм белеп башҡара.
Икенсенән, кешеләр бушты-бушҡа ауҙарып йөрөмәй, һәр береһе нимә менәндер мәшғүл, үҙенең яратҡан эшенә баш-көллө сумған, илебеҙҙең киләсәген яҡтыраҡ һәм яҡшыраҡ итеү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да бойомға ашыра. Тағы бер нәмә: хәлле һәм мул тормошта йәшәүгә ни етә!

Рәйсә САТАЕВА, Краснокама районы Арлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы, Мари милли-мәҙәни үҙәге рәйесе:
– Районда мариҙар дөйөм халыҡтың өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Арлан, Яңы Бура, Мүзәк, Ҡарый ауылдарында күпләп таралғанбыҙ. Шағир әйтмешләй, татыулыҡтар кәрәк тормошта. Вазифам буйынса ауылдарға йыш юлланам, төрлө ҡатлам кешеләре менән осрашам, аралашам. Ваҡыт алға тәгәрәгән һайын шуға инандым, барыбер ҙә беҙҙә ихласлыҡ, ярҙамсыллыҡ, итәғәтлек беренсе урында тора. Ошондай ыңғай күренештәр менән осрашҡандан һуң йөрәк тыныслана, изгелекте тағы услап сәсәһе килә. Ә бөтә яҡшылыҡтың башы республикабыҙҙа дөрөҫ алып барылған сәйәсәттең һөҙөмтәһе.

Павел, балта оҫтаһы:
– Йәрмәкәйҙә тыуып үҫтем, юғары белем алдым, Өфөгә килеп төпләнеүемә лә байтаҡ ваҡыт инде. Төрлө милләт вәкилдәре араһында фекерҙәштәрем бихисап, һәр береһе менән уртаҡ тел табыуға өлгәшкәнмен. Мордвалар тураһында миңә ҡарап фекер йөрөтәләр бит, ә мин һынатмайым. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә һәр саҡ барыһы ла ҡолас йәйеп ҡаршы ала, ҡапҡаға тиклем сығып оҙатып ҡала. Ҡан-ҡойош тураһында өшәнес һәм йән өшөткөс хәбәрҙе ишеткәндән һуң, әлдә беҙҙә тыныс әле тигән һығымта яһайһың.

Ирина СӘМИҒОЛОВА, Тәтешле районы удмурт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе:
– Дуҫлыҡ – берҙәмлектең әсәһе, тибеҙ. Беҙҙә башҡорт менән удмурт, татар менән рус һәм башҡа милләт вәкилдәре бер туғандай ғүмер итә. Ойошҡанлыҡ көслө булғас, һәр сара ла юғарылыҡта үтә. Былтыр Удмурт мәҙәниәте көндәре нәҡ Тәтешле районында ойошторолдо, ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙарырлыҡ булманы, ҡәнәғәт ҡайтып китте ҡунаҡтар. Тағы үҙәк ойошторолоуының 20 йыллығын да ҙурлап билдәләнек. Ни тиһәң дә, түңәрәк дата бит. Быйыл Яңауыл районында уҙасаҡ балалар ижады фестиваленә барырға йыйынабыҙ. Әҙерлек күптән башланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513