Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәббәткә тоғролоҡ
Мөхәббәткә тоғролоҡ Ғүмер үткән һайын, артҡа күберәк күҙ һалаһың, тиҙәр. Ысынлап та, был дөрөҫ. Әсәйемдең вафатына ун алты йыл үтһә лә, һаман да беҙҙең янда һымаҡ. Күрше генә йәшәгәс, беҙгә көнөнә әллә нисә тапҡыр инеп сығыр ине. Хатта ҡайһы ваҡыт үҙенә-үҙе аптырап: “Бая ғына килгәйнем, бер йомошһоҙ тағы нимәгә килдем икән?” – тиер ине.
Балаларына һәр саҡ күңеле тартылып торғандыр инде. Быны йылдар үткәс кенә аңлайһың. Ә ваҡытында ҡайҙа ул бушау: эшләйбеҙ, йүгерәбеҙ, һис кенә лә өлгөрмәйбеҙ. Бигерәк тә һиңә тынғыһыҙ көндәрҙә, ай-вайына ҡарамай, сәйгә алып ҡайтып китһә, тауҙай эшең ҡала. Бына хәҙер бушаным да, әсәйем генә юҡ... Фоторәсемдәре һәм иҫтә­лектәре генә ҡалды. Уның шундай матур бер ғәҙәте була тор­ғайны: фотоларҙың артына кем­дәр икәнен, ҡасан, ҡайҙа төшкән­дәрен тулы итеп яҙып ҡуя. Ошо һүрәттәр – үҙе бер тарих. Ана шуларҙың береһе был мәҡәләгә нигеҙ булды.
...Атайым менән әсәйем бик йәшләй өйләнешә. Оҙаҡ ваҡыт никахтарын да теркәй алмайҙар. Тәүге балалары ла өс йылдан һуң ғына тыуа. Апайыма бер йәш тулғанда атайҙы әрмегә алалар. Ул Курил утрауҙарына эләгә. “Хаты бер ай килә тор­ғай­ны”, – тип һөйләр ине әсә­йем. Шулай бер саҡ: “Бик һа­ғын­дырҙың, фотоға төшөп һал”, – тип хат яҙа. Ул заман­дарҙа фотографтар ауылға бик һирәк килгән. Әсәйем матур ке­йемдәрен әҙерләп көтөп торған.
Фотограф йәш кенә егет икән: “Былай ҡупшы кейенеп, кемгә бүләк итәһең?” – тип шаяртып күҙ ҡыҫҡан. Әсәйем: “Кейәүемә, кемгә булһын бүтән”, – тигән ҡаты ғына итеп. Йәне көйгән фотограф: “Улай булғас, ҡулың­ды күкрәгең тапҡырына ҡау­шырып ҡуй”, – ти икән. Әсәйем: “Мин һиңә әртисме әллә улай төшөргә”, – тип яуаплаған, асыу­ланып. Егет тә ныҡыш икән, у­лайһа төшөрмәйем, тип ҡурҡыт­ҡан. Әсәй ул ҡушҡанса төшөргә мәжбүр булған.
Тағы ла бер фотоһында өҫтөнә плащ, ә аяғына быйма кейеп төшкән. “Ниңә улай кейен­дең?” тип һорағас, “Ныҡ ауырый инем, температурам юғары, үҙем өшөп барам. Март ҡояшы йылы булғас, плащ кейҙем, өшөгәнгә быйма кейҙем”, – тип беҙҙе көлдөргәйне.
Үҙ ваҡытында уҡый алмаһа ла, әсәйем ғилемле ине. Тел­мәре бай, мәҡәлдәр ҡушып ҡына һөйләй торғайны. Хәтере яҡшы, тарихты һәйбәт белде. Өлә­сә­йем Тайба, уның әсәһе Хөс­ниямал да абыстай булған. Ҡөрьән уҡып, намаҙҙан айы­рылмағандар.
Әсәйем Вазифа Сабирйән ҡыҙы Солтанова (Ноғаманова) 1926 йылда Ғәлиәхмәр ауылында донъяға килгән. Уға тиклем өләсәй менән олатайҙың балалары үлеп торған. Әсәйем тыу­ғас та, кендек әбейе йәһәт кенә тышҡа алып сыҡҡан да асыҡ тәҙрәнән: “Бәпес һатам, кем ала?” – тип ҡысҡырған, һәм өләсәйемдәр “һатып” алған. Ана шул йоланан һуң ул йәшәп киткән.
Атаһын, хәрби кеше булараҡ, Белорет ҡалаһының комиссариатына эшкә тәғәйенләгәндәр. Әсәйем биш йәшкә тиклем урыҫ балалары менән балалар баҡса­һына йөрөп, тик урыҫ телендә генә һөйләшкән. Өләсәйем “Балам мәрйә булып үҫә, үлһәм, урыҫ зыяратына ерләр­ҙәр ин­де” тип илағас, кире Ғәли­әхмәргә күсенеп ҡайтҡан­дар. Ауыл балалары урыҫса һөй­ләшкән, ҡаласа матур кейем кейгән ҡыҙҙы, “мәрйә” тип, уйнат­маған. Уҡырға төшкәс, сумкаһын тартып алып, шылғаҡҡа сыҡһа, санаһын емереп ыҙалатҡандар. Ахырҙа, өләсәйем сепрәк муҡса тегеп, аяғына сарыҡ кейҙереп ҡуйған. Сарыҡтың табаны тайып, әсәйем гел аунап, илап ҡайтыр булған. Ә олатайым ағас сана яһап биргән, шунан һуң ғына уны тиҫтерҙәре ҡабул иткән.
Үҫеп, буй еткергәс, уларҙың ғаиләһе Зәйнәкәй ауылына күсеп килгән. Олатайым бер бөртөк ҡыҙын үҙе һау саҡта кейәүгә биреп, бай ғаиләгә урын­лаш­ты­рырға уйлаған. Боронғо йолаға ярашлы, әсәйемдән һорап тор­маған. Күршелә генә йәшәгән бик етеш кешенең улына өс һыйырға һатҡан. Иртәгә никах уҡыла торған төндә, һөйгән егете, йәғни атайым, тәҙрәнән ҡыҙ­ҙы алып ҡасҡан. Яҙмыш ҡушыуы буйынса бергә йәшәмәһәләр ҙә, әсәйем тәүге мөхәббәтенә тоғро ҡалып, яңғыҙ ғына донъя көттө, беҙҙе үҫтереп кеше итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509