Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер үҫмерҙең көндө уҙғарғаны...
Бер үҫмерҙең көндө уҙғарғаны... Үҫмер сағымда ниҙәр генә булманы. Компьютер, смартфон, интернет – береһе лә юҡ ине. Хәйер, атайым ағастан трактор, мылтыҡ йәки сәкән эшләп бирһә, артығы кәрәкмәне лә. Шулар менән дә ваҡыт күңелле уҙҙы. Ә бына бөгөнгө үҫмер – Интернет заманының балаһы, көндө нисек үткәрә икән?
Шәмбе еткәс, төшләтеп кенә апайымдарға барып индем. Был ваҡытта ла Азат мәктәптә ине. Ул – 13 йәштәрҙәге дүрт туған ҡустым. Шулай инде, Өфө ситендә йәшәп, ҡала үҙәгенә йөрөп уҡығас.
– Өс-дүрт тирәләрендә генә ҡайта. Ғәҙәти көндәрҙә сәғәт бишенсе лә булып китә, ә берәй түңәрәге булһа инде, хатта ҡараңғы төшөп өлгөрә... – тине апай, Азат тураһында һорашҡас. Еҙнәнең бөгөн эш көнө икән, үҙе иһә ике йәшлек балаһы менән ултыра.
Әлегә өйҙәре менән танышам. Стеналарындағы картиналарҙы барлап сыҡҡас, серванттарында урынлашҡан сувенирҙарға күҙ һалам. Уларҙан һуң китап кәштәһендә туҡталам. Теҙелеп киткән китаптарҙың барыһы ла тиерлек донъя классикаһына ингән. Араларында Мостай Кәримдең томдары ла урын алған. Ғаиләлә әҙәбиәтсе йә филолог булмаған кешеләрҙә лә ошондай китаптарҙы табырһың икән...
Сәғәт дүртенсе киткәс ишек асылғаны ишетелде. Магазинға сыҡҡан апайым ҡайттымы икән тип ҡараһам, бер ситкә сумкаһын ырғытҡан Азат, арҡаһы менән стенаға терәлеп, иҙәнгә сүгә төшкәйне.
– Арыныңмы?
– Эйе инде, тотош көн тиерлек шул мәктәптә үтә бит... – тауышы асыулы сыҡты.
Был һүҙҙәренән баланың йөҙө тағы ла нығыраҡ йонсоғандай күренде. Шуға ла артыҡ һорауҙарымдан тыйылам. Артабанғы һөйләшеү, апайым магазиндан ҡайтҡас, табында дауам итә. Унан алда малай аҡ күлдәген сисмәй өҫтәл янына ултырғаны өсөн әсәһенән әрләнеп ала.
– Шунан, мәктәптә бөгөн нимә ҡыуандырҙы?
– Артыҡ нимәһе булманы шикелле... – Бер аҙ тын торғас, күҙҙәре балҡып киткәндәй булды, – математика уҡытыусыһы таҡтаға сығарманы. Тағы ла физкультурала саңғыла шыуҙыҡ.
Оҡшамаған дәрестәрен һорашҡас, физика менән химияны атаны. Ә мәктәптә күңеллеме икәнен белешкәс, малай тәнәфесте генә айырып әйтә алды. Артабан иһә шыбырлауға күсәм:
– Ә һеҙ берәй этлек ҡылаһығыҙмы ул? – Шул уҡ ваҡытта парта өҫтөнән йүгерешеүҙәребеҙ, аҡ-ҡараны күрмәй коридор буйлап сабыуыбыҙ, уҡытыусының ултырғысын аҡбур менән буяуыбыҙ күҙ алдына баҫа. Тик Азат был һорауыма аптырап ҡуйҙы:
– Юҡсы... Дәрескә инеп ултырабыҙ ҙа сығабыҙ инде. Ғәйеп тип һаналһа, шул ғына – бер ҡыҙ менән хат яҙыштыҡ...
Бит алмалары алһыуланып киткән ҡустыма ҡарап, һүҙҙе икенсегә борам:
– Берәй түңәрәк-фәләнгә йөрөйһөңмө?
– Элегерәк скрипка дәресенә йөрөнөм. Унан һуң бейеү менән мауығып алдым, ләкин түңәрәкте икенсе бинаға күсергәстәр, башҡа төрлөһөн һайларға тура килде. Хәҙер рәсем төшөрәм.
– Дәрестән һуң булғас, кисләтеп кенә ҡайтаһыңдыр инде?
– Бөтөнләй ялҡыта. Ярты көн дәрестәрҙә ултыраһың, унан һуң – түңәрәккә, ә ҡайтҡас... Өйгә эшкә лә йүнләп ваҡыт ҡалмай, йоҡларға ятырға кәрәк. Таң менән тағы уҡырға.
Күп тә ултырмай, әсәһе:
– Ярар, ашап алдың, өйгә эшең менән булыш әйҙә! – тип Азатты дәрескә әҙерләнергә оҙатты.
Мин артабан кәштәләге китаптарҙы аҡтарам, ләкин бер аҙҙан Азат эргәгә килеп етте:
– Ә һин ошо сайттан ҡулланаһыңмы? – үҙе шунда уҡ һораулы ҡарашымды тотоп алды. – Бына, мин ошонда төрлө әйберҙәргә заказ бирәм. Күптән түгел телефоныма тышлыҡ һатып алдым. Миңә шундай нәмәләр оҡшай, – тип смартфонын һуҙҙы.
Әйләндереп ҡарағас ҡына, осло ҡолаҡтары телефондың ситенән тырпайып уҡ торған “Бэтмен”ға иғтибар итәм, ләкин ул артабан һөйләшергә тип ултырырға ла өлгөрмәне, әсәһе бүлмәгә инеп, кире үҙенең бүлмәһенә дәрес эшләргә оҙатты. Оҙаҡламай ул йәнә әйләнеп килеп етте. Китап менән дәфтәрен дә эләктереп алған.
– Ярҙам ит әле... – тип ҡулға “Башҡорт теле”н тотторҙо.
– “Һә” тигәнсә эшләп бирәм хәҙер, – тип ҡанатланып киттем. Тик күнекмәләрҙе ҡарағас ҡына, хәҙер үк килеп сыҡмаҫын аңланым. Ҡайһы бер һорауҙары буйынса юғары белемем дә көсһөҙөрәк булып сыҡты. VII класс китабы, өҫтәүенә уны урыҫ мәктәбендә уҡыйҙар... Башҡа милләт балаһы был күнекмәләрҙе нисек эшләргә тейеш икән?.. Әйтерһең дә, улар башҡорт теленә ҡарата нәфрәт тыуҙырыр өсөн генә төҙөлгән. Нисектер уҡыусылар йәл булып китте...
Тел менән булышҡан арала өйҙө йыйыштырып йөрөгән әсәһе килеп инде. Малайға башын эйеп бүлмәһенә йүнәлеүҙән башҡа сара ҡалманы. Эргәһенә сыҡҡанда, компьютер алдында ултыра ине. Уйнайҙыр тиһәм, рус әҙәбиәтенән өйгә эшен атҡарып ултыра. Уҡытыусыһы махсус рәүештә интернетта эҙләнергә ҡушҡан икән.
Ҡамасауламаҫ өсөн залға кире сығып, Майн Ридтың “Последний из могикан” китабын ҡулыма алам. Тик ҡустым тағы ла артымса килеп етә:
– Нимә эшләйһең?
Ҡыҙыҡлы әҫәр табып, шуны уҡырға ултырыуымды белдергәс, үҙенән һорап ҡуйырға булдым:
– Ә һин китап уҡыйһыңмы? Ноғман Мусин, Әнүәр Бикчәнтәев, Зәйнәб Биишеваларҙы беләһеңме?
– Юҡсы, ә кем улар?..
Яуабы артынса баштан уй ҙа уҙҙы: “Әллә интернет быуыны, китап уҡымайҙар, тип нәҡ ошо ҡустым кеүектәр тураһында әйтәләрме икән?” Тик ошо урында Азат бүлмәһенән йүгертеп кенә бер китабын тотоп килде. Тышында “Маленький принц” тип яҙылған.
– Мин, бына, Антуан де Сент-Экзюпериҙы уҡыйым. Тағы Джером Сэлинджер, Джек Лондондың китаптарын беләм. “Гарри Поттер”ҙы ла уҡыным.
VII класс балаһынан был исемдәрҙе ишеткәс, хатта һүҙһеҙ ҡалдым. Мин улар менән мәктәптән һуң ғына яҡындан танышҡанмындыр, моғайын. Уйлаһаң, беҙҙең өйҙәге китап кәштәһендә лә донъя классикаһы була торғайны. Шулай ҙа иң тәүҙә М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған” әҫәрҙәрендә үҙем кеүек балалар тураһында уҡый торғайным. Унан һуң Ә. Бикчәнтәевтең “Нисә йәш һиңә, комиссар”ындағы мылтыҡ буйлы малай ҡыҙыҡһыныу уятты. Артынса З. Биишеваның трилогияһын ҡосаҡлап ятып уҡып сыҡтым.
Шулай ҙа алдашмаймы икән был, тип Сэлинджерҙың берәй әҫәрен һөйләп биреүен үтенәм. Малай шунда уҡ “Над пропастью во ржи” романының ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләй ҙә башланы. Уның әҫәрләнеп китеүенә ҡарағанда, ундағы 16 йәшлек малай үҙе хатта күҙ алдына баҫҡандай булды. Имеш, хәҙер килеп ул ҡаршыма баҫҡан да, бөгөнгө замандың әхлағына һәм дөйөм ҡанундарына ҡаршы сыға... Тыңлап бөткәс, шәмбе икәнен иҫкә алып, икенсе һорауымды бирәм:
– Ә һин уйнарға сығаһыңмы ул? – күҙ алдына иһә үҙемдең үҫмер сағым баҫа. Мәктәптән ҡайтып та етмәйенсә тиҫтерҙәр менән урамда тороп ҡалаһың. Бигерәк тә ҡыш миҙгеле бының өсөн ҡулай булды. Ҡайтырға ла онотоп ҡар атышаһың, “Тау батшалығы”нда уйнайһың. Ҡайтып ингәндә инде бар кейемең лысма һыу була.
– Бөгөн килеп сыҡманы инде, ваҡыт ҡалманы бит. Гел шулай... Бына хәҙер тағы математиканан эшләргә кәрәк. Етмәһә, уныһын ҡайһы саҡта икешәр дәрес уҡыйбыҙ. Бирелгән өйгә эште икенсе көнөнә әҙерләп өлгөрөп тә булмай тиерлек. Имеш, IX класта БДИ тапшырасаҡбыҙ...
Әйтеп бөтөүенә икенсе бүлмәнән “Оҙаҡламай йоҡларға ваҡыт етә, дәрестәреңде эшләп бөттөңмө?” тигән тауыш яңғыраны. Азат йәнә бүлмәһенә йүнәлде. Был юлы ул ниңәлер үҙ йәшенән әллә күпмегә олораҡ күренде...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гөлфирә апай
    Гөлфирә апай от 06.03.2017, 09:58
    Һаумыһығыҙ! Мәҡәлә дөйөм алғанда фәһемле, уҡымлы. Ысынлап та, ҡырҡ төрлө уҡыу программаһы,һәр мәктәптең, уҡытыусының үҙ талаптары балаларҙың һушын ала. Уларҙың китап уҡырға ваҡыты ла, көсө лә ҡалмай. Башҡорт балалар яҙыусыларының китаптарын әйтеп тораһы ла түгел. Шул уҡ ваҡытта бер-ике иҫкәрмә лә әйтеп үткем килә. "Упражнение" башҡортса "күнекмә" түгел, ә "күнегеү" була. "Последний из могикан"ды иһә Майн Рид түгел, Фенимор Купер яҙған. Мәҡәлә яҙғанда, интернетҡа инеп,ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе тикшереү артыҡ булмаҫ ине тип уйлайым.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511