Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыулүҙәккәй үҙ исеменә ҡайтырмы?
Һыулүҙәккәй үҙ исеменә ҡайтырмы? Әбйәлилдең данлы улдарының береһе Рәмил Ҡол-Дәүләттең ижады менән яҡшы таныш булғандар уның “Һыулүҙәк” шиғырын иҫләйҙер. Авторҙың үҙе менән яҡындан аралашҡандарға Ҡол-Дәүләттең йырлағанын да ишетергә насип иткәндер. “Һыулүҙәккәй буйы көтөү-көтөү, Көтөүҙәргә хужа Никитин. План да ҡыуған түрәләргә Башҡорт еркәйҙәре ике тин...” – тип йырлана унда. Бөгөн иҫән булһа, шағирҙың йөрәге “Ер-һыу атамаларын боҙоп яҙыу ситтән килгәндәргә ике тин” тип әрнер ине, моғайын.
Хәлил һәм Әлмөхәмәт ауылдары ара­һындағы Һыулүҙәк йылғаһы аша һа­лынған күперҙе әбйәлилдәр генә түгел, хатта баймаҡтар ҙа “Шайтан күпере” тип йөрөтә. Имеш, был күперҙең үҙ эйәһе бар, шуға күрә тап ошо урында күп кенә авариялар була, хатта кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Электән был урында йырҙарҙа йырланған Һыулүҙәк йылғаһының исеме яҙылмаған. Кем белә, бәлки, йылға, үҙенең атамаһын яҙмағас, үҙ көсөн дә күрһәтеп маташалыр. Ярай, быныһы шаяртыу булһа, ысынында хәл аяныслыраҡ.
Күптән түгел нисәмә йыл ре­монт­лан­маған күпер бынамын итеп эш­ләнде, уға ярашлы, ер-һыу ата­маларының, ниһайәт, ике телдә исеме яҙылды. Тик уны уҡығас та, илап ебәрерлек, ниндәй матур Һыу­лүҙәккәй йылғаһы ике телдә лә “Сулузяк” тип алынған. Көн артынан көн, ай ар­тынан ай үтә, әммә хаталы яҙыуҙы кү­реүсе лә, алмаштырыусы ла юҡ. Те­лебеҙҙе кем боҙа, әлбиттә, үҙебеҙ! Бәлки, быйыл Һыулүҙәк үҙ исеменә ҡайтыр?!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518