Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Кирза тауыштары тынғас, тынлыҡ урынлашҡандай булды. Уныһы, өҫтәүенә, күңелгә шом һалып ҡуйҙы. Бары ямғырҙың һуңғы тамсылары ғына ара-тирә тереклек индерә ине. Ә бер аҙҙан сержант та, ҡулындағы ҡоралдарын ҡараштырған һалдаттарға күҙ төбәп, телгә килде:
– Беҙҙең маҡсат: һеперткеләрегеҙ менән ошо күләүектәрҙе һеперергә. Эшкә!

Әрмеләге учебка тигәнең нисектер ошолай башланып китте. Тик аптырайһы күренештәр бы­ның менән генә тамамлан­ма­ғайны. Һуңғараҡ ошо уҡ һеперт­келәр менән ағастарға япраҡ ҡойошорға ярҙамлаштыҡ. Был эштә иһә һикерә-һикерә ботаҡ­тарға һуҡҡыланыҡ. Йәнә көн һайын иртәнге зарядкалар, йүгереү, һикереүҙәр сиратлашты. Күпмелер ваҡыттан турник менән бөтөнләй дуҫ булмағандар ҙа әллә нисәнсе рәттән күтәрелде. Ни менән генә шөғөлләнһәк тә, беҙ йонсорға тейеш инек. Шуның арҡаһында хатта, сафта алдың­да торған иптәштең арҡаһына башты терәп, аяғөҫтө йоҡларға ла өйрәнелде.
Ара-тирә ултырып алыуҙар ҙа тәтене. Ул арала инде кемде нисек оҙатып ҡалғандары хаҡында һөйләштек. Берәүҙе, ана, верто­летҡа ултыртып ебәргәндәр хатта. Себерҙәге был төпкөл ауылдан башҡаса сығып та булмай икән, ләкин әрмегә саҡырыу повесткаһы унда ла барып тапҡан чукча егетен.
Иң серле ризыҡ иһә һалдат ашы булып сыҡты. Уға учебка бөткәс тә төшөнөүсе булма­ған­дыр, моғайын. Бына, теҙелешеп ашханаға бараһың да кеүек, ниҙер ашайһың да шикелле... Ә строевой менән кире казармаға еткәндә, ауыҙға бер ни ҡапма­ғандай эсең буп-буш тойола. Тағы үлтереп ашағы килә. Ярар йүнле аҙыҡ эләкһә әле. Кон­серваланған кәбеҫтә булһа, бөтөнләй бөттө баш. Ашханаға кереү менән үк еҫе күҙҙе ҡырҡа башлай.
Ә ашарға кәрәк ине. Шуға ла егеттәр яйлап төрлө мутлыҡ­тарын уйлай башланы. Күп ос­раҡта икмәк телеүсегә барып, бер нисә дана тәмәкене күмәскә алмаштырҙыҡ. Тик “Ашауҙы туҡ­татырға! Торҙоҡ! Сығабыҙ, те­ҙеләбеҙ!” тигән команданан һуң артыҡ хәрәкәт туҡтап ҡала. Артабан ишеккә табан ыңғай­лай­һың.
Бер көн шулай өҫтәлдәргә ҡарай-ҡарай сығыу яғына атлай инек. Тик бер “дед” алдараҡ барған иптәште ситкә һөйрәтеп үк сығарҙы:
– Кителеңде ысҡындыр!
Барыһы ла туҡтап быларҙы күҙәтергә кереште. Ә егет теләр-теләмәҫ кенә төймәләрен ыс­ҡындырыуға, бер буханка ҡара икмәк тә килеп сыҡты. Ике метр­ҙай буйлы һалдат бөкөрәйеп, тәпәшәйеп ҡалды. Күҙҙәре сылт-сылт йомолдо, “дед” тигәнең бороп сығарғас, “ҡотолдом” тип уйлағандыр... Ләкин казармаға ингәс тә взводты теҙҙеләр. Ҡулдарҙы алға һондороп, ярым сүгергә ҡушты­лар. Алға был егетте сығарып, йомшаҡ ултырғысҡа ултырттылар. Бер ҡулына – баяғы ҡара икмәге, икенсеһенә ике литрлыҡ газ һыуы тотторолдо.
– Һин ашап бөткәнсе, шулай “полтора” торасаҡтар. Әйҙә, башла!
Һалдат икмәкте ҡапты ла һыу­ҙы йотто. Тағы ҡапты, тағы йотто. Әле бер ҡулын ауыҙына кил­терҙе, әле икенсеһен. Ярты буханкаға еткәс, взвод тауыш ҡуптара башланы:
– Әй, нимә яйлайһың! Шәберәк аша! – асыуҙан хатта йөҙҙәре бүртеп сыҡты. – Туҡмаласаҡһың һуңынан!
Егет тырышты. Күҙен йомоп әле икмәкте ҡапты, әле һыуҙы йотоуын дауам итте. “Тиҙерәк, туҡмалаһың, яйлама” тигән тауыштар яңғырай торҙо, ләкин һәр хәрәкәте һайын икмәкте йотоу ауырлашты. Һуңғараҡ, бө­төнләй, ҡаба ла башын күтәреп туҡтап ала башланы. Ә бер аҙҙан шулай ҡатып ҡалды. Урынынан торҙо ла йыуыныу бүлмәһенә йүгерҙе...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518