Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙ Ватан ҡушҡанды үтәнек”
“Беҙ Ватан ҡушҡанды үтәнек” Марс Рафиҡов 1968 йылда Бәләкәй Үтәш ауылында тыуған. Үзбәк урта мәктәбен тамамлағас, биш ай Өфөлә автомәктәптә уҡый. Киләһе йылына көҙгә 18 йәшлек егет Совет Армияһы сафына алына. Алты ай Төркмәнстанда учебкала булғандан һуң, разведрота составында Афғанстан еренә аяҡ баҫа.
– Афғанға “учебка”ны бергә үткән 20-ләп Башҡортостан егете оҙатылғайныҡ, әммә бында килгәс, иптәштәр менән юлдарыбыҙ айырылды – бер-беребеҙ менән күрешеү насип булманы, – ти яугир.
Бында көнө-төнө һуғыш бара. Ҡайҙа ҡара­ма – ҡан ҡойош, мәхшәр. Ҡот осҡос хәлдәр 18-19 йәшлек кенә егеттәрҙең йөрәгенә мәңгелеккә уңалмаҫлыҡ яра һала. Был һуғыштан алған йән, ҡайһыларының тән яралары әленән-әле һулҡылдай, һыҙлай.
Уларҙың батальоны Пакистанға яҡын урынлашып, бурыстары унан ҡорал сығар­ған бандиттар каруандарына ҡаршылыҡ күрһәтеү була. Мөжәһиттәр уяу – һәр ерҙә һалдаттарҙы дошман ҡуйып киткән миналар һағалай, көтмәгәндә уйламаған урындан ут асыуҙары ла ихтимал. Әммә Афғанстан еренә тыныслыҡ урынлаштырыу маҡсатында индерелгән совет һалдаттары уларға ҡаршы батырҙарса көрәшә, Тыуған ил алдындағы изге бурысын лайыҡлы үтәй. Улар араһында Марс Булат улы ла бар.
Марс шулай уҡ яуҙаштары – ҡыҙыу нөктәләрҙә булып ҡайтҡан ауылдашы, күрше ауылдарҙан яугир-афғансыларҙы ҙур ғорурлыҡ менән телгә алды. Нәүфил Сәйғафаров Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән, Радик Шәрипов, Зиннур Иҙри­сов, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яу яланында ба­тырҙарса һәләк була, Оло Үтәштән Рәзит Кәримов, Марат Шәрипов, Рәүеф Кинйәбаев, Үзбәктән Тимерйән Шәрипов, Мөхәмәт Үзбәков, Заһир Ғәзизов та сит ерҙә бурысын намыҫ менән үтәгән.
Һуғыш уты эсенән иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан егет тыныс тормошта ла һынатмай. Ауылда төпләнергә ҡарар итә Марс, Рима исемле һылыуға өйләнә. Өс тиҫтә йылға яҡын иңгә-иң терәшеп йәшәйҙәр. Ғаилә башлығы “Ағиҙел” колхозы тимер­легендә, урмансылыҡта, мәктәп ҡаҙанлы­ғында эшләй. Ҡатыны – ашнаҡсы, баҫыу эштәре барышында колхозсыларҙы тәмле аштары менән һыйлай. Өс бала тәрбиәләп үҫтерә Рафиҡовтар. Өлкән ҡыҙҙары Айгөл ғаиләһе менән Красноусолда йәшәй. Марс Булат улы менән Рима Биктимер ҡыҙы – ике ейәндең яратҡан олатай-өләсәһе лә. Алһыуҙары Өфөлә эшләп йөрөй, улдары Мансур Өфө авиация техникумында уҡый. Үҙ көстәре менән иркен, матур йорт һалып ингәндәр. Тыштан да, эске яҡтан да заманса итеп биҙәлгән күркәм йорттары ауыл йәме булып ултыра, хужаның да, хужабикәнең дә егәрлелеген, бөтмөрлөгөн күрһәтә.
Марс Рафиҡов туҙанлы эҫе һуҡмаҡтарҙан юҡҡа үтмәүен, тау-таш онталған һуғыш ғәрәсәтенән иҫән ҡайтыуын яҙмыш бүләге булараҡ ҡабул итеп йәшәһә лә, унда башын һалған яуҙаштары, үҙәккә үтерлек афған ҡояшы аҫтында тамсылап эскән һыу, интернациональ бурыс хаҡында уйланыуҙар һәр саҡ уның йөрәгендә. Ул Афғанстанда булғаны өсөн бер ҙә үкенмәй:
– Тормош мәктәбе үттем, ғүмерҙең ҡәҙе­рен белергә өйрәндем. Ниндәй генә хәлгә тарыһаҡ та, совет һалдаты намыҫына тап төшөрмәнек. Армияла хеҙмәт итеү – һәр бер ир-егеттең изге бурысы, элек унда барыу ҙур ғорурлыҡ ине, хәҙер ҙә шулай булып ҡалһын ине, – ти яугир-интернационалист.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518