Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң-иңдәр китәләр...
80 йәшендә күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Данир Камалетдин улы Үзбәков вафат булды.
Д.К. Үзбәков 1936 йылдың 2 нояб­рендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районындағы Оло Әбеш ауылында тыуған. Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң хеҙмәт эшмә­кәрлеген Матрай райо­нының Ҡәҙерша ете йыллыҡ мәк­тәбендә уҡытыусы булып башлай. Армияла булып ҡайтҡас, Хәйбулла районының Йән­теш ете йыллыҡ мәктәбендә уҡы­тыусы, унан һуң Хәйбулла район гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләй. Ленинград Юғары партия мәктәбен тамам­лағандан һуң Д.К. Үзбәков КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты йүнәлтмәһе буйынса Балаҡатай район гәзитенә мөхәррир итеп ебәрелә, артабан КПСС-тың Балаҡатай райкомында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1969–1982 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Сове­тының мәҙәниәт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау бүлегендә өлкән референт булып эшләй.
1982 – 1998 йылдарҙа Д.К. Үзбәков Башҡортостандың архив ведомство­һына етәкселек итә. 1982 йылдан 1991 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы архив идаралығы начальнигы, 1991 йылдан 1995 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Архив эштәре комитеты рәйесе, 1995 йылдан 1998 йылға тиклем Башҡорт­остан Республикаһының Архив эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе була.
Коллективтың эшен оҫта ойоштороу һөҙөмтәһендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә архивтарҙың матди-техник базаһы һиҙелерлек яҡшыра, норматив-хоҡуҡи база барлыҡҡа килә, ғилми-нәшриәт эшмәкәрлеге әүҙем­ләшә. Башҡорт­остан тарихындағы мөһим осорҙар тураһында документтар йыйын­тыҡтары әҙерләнә һәм нәшер ителә. Уларҙың күбеһе архив ғилеме, документтар туплау һәм археография өлкәһендәге ғилми эштәр конкурстарында пре­мияларға һәм дипломдарға лайыҡ була.
Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн Данир Камалетдин улы Рәсәй федераль архив хеҙмәтенең, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Уға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Рес­публика­һының атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелә.
Профессионал, оҫта етәксе, баҫал­ҡы һәм һоҡланғыс шәхес Данир Камалетдин улы Үзбәков хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ,
В.А. НАГОРНЫЙ, И.А. ТАЖЕТДИНОВ, С.Т. СӘҒИТОВ, И.И. ЯЛАЛОВ,
И.В. ҒӘЛЛӘМОВ, Ә.Ә. ХИСМӘТУЛЛИН, Р.Х. ИБРАҺИМОВ,
М.Р. МИҢЛЕҒӘЛИН, В.М. ШӘРИПОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840