Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Хушбуй ҡыйбатланһа, көмөшкә ҡыуасаҡтар”
“Хушбуй ҡыйбатланһа, көмөшкә ҡыуасаҡтар”Рәсәйҙә спирт ҡушып яһалған парфюмерия һәм косметика әйберҙәренең хаҡы күтәрелеүе бар. Илдең Финанс министрлығы, алкоголле эсемлектәргә тиңләп, улар өсөн дә акциз булдырырға әҙерлеген белдерҙе.
Ведомство тарафынан әҙерләнә башлаған закон проектының маҡса­ты – предприятие­ларҙа спирт­тың ҡулланы­лыуына кон­тролде көсәйтеү. Күҙалла­ны­уынса, был халыҡтың “Боярышник” һымаҡ эсеүгә яраҡһыҙ суррогаттар ме­нән ағыуланыу осраҡта­рын кәметергә тейеш.

Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, ватан етештереү­селәренә спиртты фәҡәт парфюмерия һәм косметика тауарҙары яһауҙа ғына ҡулланыуын даими рәүештә раҫлап торорға тура киләсәк. Төнгө сменаларҙа артыҡ партиялар эшләп сығарып, “күләгәләге” баҙарға тәҡдим итеү уйы тыумаһын өсөн.
Финанс министрлығына һылтанып, “Российская газета” белдереүенсә, спирт ҡушылған барлыҡ продукцияға акциз­дарҙы бер ставка буйынса литры өсөн 523 һум күләмендә билдәләргә тәҡдим ителә (әлегә, белеүегеҙсә, парфюмерия, косметика һәм көнкүреш химияһы әйберҙәренә ҡарата акциз ҡулланылмай). “Ставка кимәленә бәйле ҡәтғи ҡарарға килмәгәнбеҙ, мәсьәлә өйрәнелә”, – тиҙәр министрлыҡта. Закон проекты ошо йылдың июлендә үк ҡабул ителер тип көтөлә.
Парфюмерия, косметика, көнкүреш химияһы һәм гигиена тауарҙары етеш­тереүселәр ассоциацияһының башҡарма директоры Петр Бобровский әйтеүенсә, акциз һалынған әйберҙәр исемлеге бик оҙон булмаҡсы. Мәҫәлән, барлыҡ аэрозолдәр – сәс ҡатырыу өсөн лак та, ҡырынғандан һуң һөртә торған лосьон да, аяҡ кейеме таҙартыуҙа ҡулланылған һиптергестәр ҙә. “Тик спирт ҡушып яһалған әйберҙәрҙең барыһы ла ҡиммәт­ләнеүен юрарға иртәрәк, – ти Петр Бобровский. – Етештереүселәргә алдан уҡ акциз арҡаһында сығымдар артыуын компенсациялау маҡсатында ташламалар тәҡдим ителгән. Мәҫәлән, дүрт ай дауамында спиртты фәҡәт төп эшмә­кәрлек йүнәлешенә ярашлы файҙала­ныуын раҫлаған хәлдә ойошмаға һалым ставкаһын кәметтерергә йәки йыл һайын ҡаҙнаға түләгән аҡсаһының бер өлөшөн кире ҡайтарып алып торорға мөмкинлек бирелә”. Был саралар тураһында элегерәк Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов әйткәйне, тик әлегәсә аныҡ ҡарар юҡ.
Контроль мәсьәләһенә килгәндә, бөгөн алкоголь ҡушылған әйберҙәрҙе етеш­тереү тулыһынса Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт систе­маһына тоташтырылған һәм спирттың ҡайҙан күпме килгәне, ҡайҙа ни саҡлыһы киткәне асыҡтан-асыҡ күренеп тора. Шулай ҙа төнгө сменалар ярҙамында хәрәмләшеүселәр бар икән.
Алкоголдең федераль һәм төбәк баҙарҙарын тикшереү үҙәге етәксеһе Вадим Дробиздың фекеренсә, бындай закондар менән генә халыҡты ялған араҡынан баш тарттырып булмай. “Эскеһе килгән кеше маркаға ла, сифатҡа ла түгел, ә хаҡҡа ҡарай. Уға, әгәр тама­ғына эләкһә, “Боярышник” ни, ҡиммәтле шарап ни. Минеңсә, әгәр хушбуйҙар ҡиммәтләнһә, көмөшкә ҡыуыусылар кинәт артасаҡ. Әле илебеҙҙә бындай ялған продукция йылына 250 миллион литр етештерелһә, тағы бер аҙҙан, яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә ингәс, күләмдең 850 миллионға етеүе бар”, – ти ул.
Шул уҡ ваҡытта ил Хөкүмәтендә спирт һәм алкоголле продукция етештереп һатыу өлкәһенә контролде көсәйтеү тураһындағы закон проектын хупланылар. Депутаттар тәҡдим иткән был документ бер аҙ эшкәртеүгә мохтаж, әлбиттә. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек булмаған спиртлы тауарҙарҙы һәм алкоголле эсемлектәрҙе берәмтекләп һатыуға кон­троль вәкәләттәре властың ниндәй кимәленә бирелергә тейеш икәнен асыҡламағандар.
Рәсәй Хөкүмәте алкоголле тауарҙарҙы етештереү һәм баҙарға сығарыу мәсьә­ләләренә иғтибарын арттыра, халыҡтың күпләп ағыуланыуына юл ҡуймау өсөн төрлө саралар күрә. Әле башҡарма власҡа спиртлы эсемлектәрҙе Интернет аша һатып алыу мөмкинлеге тәҡдим иткән сайттарҙы суд ҡарарын көтмәйенсә яптырыу хоҡуғы биреү тураһында һүҙ бара.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр Рә­сәйҙә алкоголь менән ағыуланыу сәбәпле 10 меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. Иң ҙур һәләкәт 2016 йылдың декабрендә Иркутск өлкәһендә булды: “Боярышник” төнәтмәһен эсеп, 120 кеше дауаханаға эләкте, шуларҙың 76-һы яҡты донъя менән хушлашты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509