Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ырыу тамырҙарын ҡоротоусы “йәшел йылан” үҙе түгелме?
Тауҙар ҡуйынына һыйынып ятҡан Хажыға килеп еткәндә, ауыл өҫтөн биҙәп күбәләк-ҡарҙар оса башлағайны. Ҡар яуыуы — ауыл кешеһе өсөн оло шатлыҡ. Йәй ҡоро булырмы икән, тип хафаланған халыҡтың йөҙө яҡтырып киткән кеүек тойолдо хатта. Хәйер, йылдың ҡоро килеүе генә борсоймо ни хажыларҙы. Көмөшкә, теләһә ниндәй спиртлы эсемлектәр һатыуҙы кәсеп итеп алған бәндәләр ишәйеп бара ауылдарында, шул да тынғылыҡ бирмәй күптәргә. Күптән түгел редакцияға килгән хатта ла һүҙ ана шул “йәшел йылан” ағыуын бөркөп, халыҡты ҡырыусы әшәке әҙәмдәр хаҡында.
“Ишембай районының Хажы ауылында халыҡ эскенән ҡырылып бөтөп бара, — тип яҙа ошо ауылда тыуып үҫеп, әле Салауат ҡалаһында йәшәүсе Фәнүзә Таштимерова. — Был проблеманың тамырын ҡоротоу өсөн күп тапҡыр ауыл хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, ләкин һөҙөмтәһе юҡ. Типһә тимер өҙөрҙәй ике егеткә, Ҡөрьән мәжлестәрендә аят уҡып йөрөүсе бер оло йәштәге апай ҙа ҡушылып, көмөшкә һата. Әллә ниндәй шыйыҡсалар ҡушылған ошо ағыуҙы эсеүҙән күптәр донъянан китте инде хәҙер”.
Хажыла ауыл старостаһы бар икән. Юнир Ғәлиәскәровты был яуаплы вазифаға ауылдаштары ике йыл элек һайлап ҡуйған.
— Ауыл бөтөп бара ине, — тип башланы һүҙен Юнир Нәғим улы. — Һуңғы йылдарҙа Мәләүездә, Салауатта, Ишембайҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙ, тыуған нигеҙҙәренә ҡайтып, йорт һала башланы. Хәҙер өйҙәр һаны ҡырҡ алтыға етте инде.
Үҙебеҙҙә мәктәп булмағанлыҡтан, балалар башланғыс белемде Аҙнай ауылына йөрөп ала. Бишенсе синыфҡа Этҡолға баралар. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын Ишембай, Салауат ҡалаларындағы мәктәп-интернаттарға бирергә мәжбүр.
Ауылда балалар баҡсаһы ла, клуб та юҡ. Шуға борсола Юнир Нәғим улы. Әгәр ошондай социаль-көнкүреш үҙәге булһа, халыҡ эскегә бик ылығып та бармаҫ ине, тигән фекерҙә ул.
Хажылар үҙҙәре бик дәртле халыҡ икән. Бер ҙә теге юҡ, был юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, үҙ көстәре менән төрлө мәҙәни саралар ойошторалар, конкурстарҙа, һабантуйҙарҙа ла әүҙем ҡатнашалар.
Яңы йыл байрамы етһә, яу яландарында ятып ҡалған ауылдаштары хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл алдында шыршы биҙәйҙәр. Ҡар бабайҙар, һырғалаҡтар өйәләр. Ошонда уҡ үҙҙәренең көсө менән әҙерләгән концерт программалары менән сығыш яһайҙар. Балаларға Ҡыш бабай бүләктәре тапшыралар. Сатлама һыуыҡтар ҙа, бурандар ҙа була, ләкин хажылар инде матур йолаға әйләнгән байрамдарын үткәрмәй ҡалмай. Ватанды һаҡлаусылар, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ, Еңеү көнөмө — барлыҡ саралар ҙа ошо һәйкәл алдында үтә. Егерме беренсе быуат календарҙа, йәмәғәт, ә Хажы ауылы халҡы урамда байрам итә?!
— Былтыр Һайран, Аҙнай ауылдары менән берлектә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрҙек, — ти Юнир Ғәлиәскәров. — Этҡолдан тирмәләр алып ҡайтып ҡорҙоҡ. Һәр ғаилә бик матур итеп әҙерләнде, концерт программаһы ла күрһәттек. Шунда беҙҙең ауыл беренсе урын алды. Тик бүләген күрмәнек, әллә берәйһе үҙенә йомдорҙо ла ҡуйҙы инде.
Дәртләнеп йөрөгән халыҡтың күңелен һүрелдерә лә ҡуя шул ҡайһы саҡта түрәләр. Күптән түгел үҙем тыуған Көйөргәҙе районында булғайным. Унда ла тап Хажылағы кеүек хәл булған. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ кешеләргә бүләк тапшырғандар. Сараны ойоштороуҙа күп көс һалған, район һабантуйҙарында көрәшеп тә, ат сабыштырып та ауылының данын күтәреп йөрөгән бер өлгөлө ғаилә башлығын иһә урап уҙғандар. Эсеп, боларып йөрөгән кеше лә түгел үҙе. Яңы йорт һалып кергән, донъяһы етеш, балалары яҡшы уҡый. Ауылдағы бер генә сара ла уларһыҙ уҙмай. “Мин хәҙер бер ниндәй ярыштарҙа ла ҡатнашмайым”, — ти ул күңелһеҙ генә.
Бүләк бирмәгәндәре өсөн күңеле ҡайтмаған егеттең, хужаларҙың иғтибарһыҙлығынан кәйефе төшкән. Асыуы ла килмәҫ ине, байрамдан һуң балалары, ҡатыны алдында оят булған уға, шуға кәре ҡайтҡан. Ә бер тапҡыр кешене һүндерҙеңме, тиҙ генә дәртләндереп ебәрермен, тимә. Әҙәм балаһында ғәмһеҙлек уяна. Ә вайымһыҙлыҡ йыш ҡына “йәшел йылан”ға этәрә.
Икенсе мөһим факторҙарҙың береһе — эшһеҙлек. Хажы ауылында ла колхозлашыу осоронда хәлле кешеләрҙең мал-тыуарын берләштереп, кәртә-ҡураһын тартып алып, күмәк хужалыҡ ойоштороп ҡарағандар. Ләкин был эш килеп сыҡмағас, өҫкә ишелеп килгән урман-тауҙарҙың барлығын иҫәпкә алып, “Алға” промартеле төҙөгәндәр. Бында эшләүселәр башлыса арба, сана яһаған, дуға бөккән, тәгәрмәс һуҡҡан. Хажылар етештергән үтемле тауарҙы Башҡортостандың төрлө райондарынан килеп алғандар.
Телгә бөткән Михаил менән үҙе лә ярты ғүмерен шешә менән үткәргән Борис батшалар илде тарҡатҡан ваҡытта, Хажы халҡы ла ярыҡ ялғаш янында тороп ҡалған. Дөрөҫ, Юнир уҙаман, урындағы егеттәрҙе туплап, кооператив ойоштороп ҡараған. Эштәре лә тәүге йылдарҙа уң ғына киткән. Ләкин быларҙың уңышлы ғына эшләп йөрөүен күргән ҡайһы бер ағай-эненең күңеленә шом төшкән: “Бәй, Ғәлиәскәров сереп байый ҙа баһа былай барһа. Тиҙ арала тәгәрмәс араһына таяҡ тығырға кәрәк”. Яман уйлы көнсөл кешеләрҙең ҡотҡоһона бирелеп, кооперативта һин дә мин эшләп, матур ғына хеҙмәт хаҡы алып йөрөгән ир-ат, яңы аяҡҡа баҫып килгән предприятиеның барлы-юҡлы ғына мөлкәтен үҙ-ара бүлешеп, таралышҡан да киткән. Хәҙер терһәктәрен тешләрҙәй булалар ҙа бит, ләкин һуң инде.
Колхоз-фәлән булмаһа ла, ауыл кешеһе тамаҡ аҫрау өсөн күпләп мал тота. Тик, ҡайҙа күҙ ташлама, шунда проблема. Бесәнлектәре бик бәләкәй. Ҡасандыр ойошторолған күмәк хужалыҡ бөтөрөлгәс, Хажының ерҙәрен бүлгеләп, күршеләрендәге ике колхозға таратҡандар. Ул хужалыҡтар ҙа тарҡалып бөткәс, хажылар ерҙәрен кире алайыҡ тиһә, ҡапсығыңды тот, бирмәгәндәр ҙә ҡуйғандар. Тирә-яғын урман да тау уратып алған ауыл өсөн сабынлыҡ ҙур проблема булып тора.
Ошо проблемаларҙы ыңғай хәл итеү маҡсатында хажылар әллә нисәмә тапҡыр район етәкселәренә мөрәжәғәт иткән. Әммә һөҙөмтәһе әле булһа юҡ. Бер нисә йыл элек бик матур һүҙҙәр һөйләгән, татлы вәғәҙәләр биргән Греков фамилиялы Мәскәүҙең бер эшем эйәһен Ишембай районы советына депутат итеп тә һайлап ҡарағандар. Был йышылған әҙәмде республика халҡы ла хәтерләй торғандыр әле. 2009 йылда Ишембай ҡалаһындағы универмагты яндырып киткән бәндәнең үҙе инде ул. Ана шул Греков әфәнде Хажы, Аҙнай, Этҡол ауылдарында йәшәүселәргә һимеҙ ҡалъя вәғәҙә итеп, Берғамыт, Шиҙе йылғаларының баштарына хужа булып алғайны, хәҙер килеп күҙен дә күрһәтмәй. Әлбиттә, урындағы хужаларҙың, ул ваҡыттағы район етәкселәренең кеҫәләренә мул ғына тамыҙғандыр Греков, шунһыҙ иҫ киткес матур урындарҙы ҡырҡ туғыҙ йылға ҡуртымға ала алыр инеме ни Мәскәү кешеһе? Тик бынан тирә-яҡтағы ауылдарҙа йәшәүселәргә еңел түгел.
— Хат авторының һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар, — ти Хажы ауылының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Зилә Фәйезова. — беҙҙе тоҡ төбөнә нисек кенә йәшерһәң дә, барыбер тишеп сыға инде. Әлбиттә, ауылды ла, ауылдаштарыбыҙҙы ла биҙәмәй эскелек. Ана бит күршеләребеҙ Аҙнай ҙа, Этҡол да “Айыҡ ауыл” тип иғлан ителде. Ә бер нисә саҡрым ғына ситтәрәк урынлашҡан Хажыла көмөшкә һаталар, теләһә ниндәй шыйыҡса эсеп үләләр.
Беҙ, ауыл активы, етешһеҙлектәргә күҙ йомоп ятмайбыҙ. Көмөшкә һатыусылар менән дә әңгәмә үткәрҙек, административ хоҡуҡ боҙғаны өсөн араларында штраф түләгән кеше лә бар. Ләкин һүҙ бирәләр, тәүбәгә киләләр ҙә, саҡ ҡына теҙгенде йомшарттыңмы, яңынан элекке кәсептәренә тотоналар. Исем-шәрифтәрен матбуғат битенә сығарып, мир алдында рисуай итмәй торайыҡ инде. Улар менән тағы һөйләшербеҙ, аңларҙар. Әгәр шул тайғаҡ юлдан сыҡмаһалар, үҙебеҙ яҙырбыҙ гәзиткә.
Хажыла көмөшкә менән сауҙа итмәйенсә лә етеш донъя көтөүселәр бар. Шуларҙың береһе беҙҙең әңгәмәгә ҡушылып китте.
— Бына минең ирем инвалид, түшәктә ята, — ти Әлфирә Албаева. — Бер һыйыр, өс кәзә, дүрт һарыҡ аҫрайым, аҙмы-күпме ҡош-ҡортом да бар. Һөт, май, ҡорот һатам, йәй етһә, ҡымыҙ яһайым. Ситтән ял итергә килеүселәр ихлас һатып ала. Ана шулай өс баламды аяҡҡа баҫтырҙым.
Әлфирә ханым иртә яҙҙан ялланып теплицала эшләргә лә мөмкинлек таба. Быйыл да шунда урынлашҡан. Йәй етһә, Ишембайҙың мәшғүллек үҙәге менән килешеү төҙөп, ауылдың тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартыу менән шөғөлләнә.
— Әлбиттә, килемде көмөшкә һатыусыларҙыҡы менән сағыштырып булмай, шулай ҙа донъябыҙ етеш, өҫтөбөҙ бөтөн, тамағыбыҙ туҡ, Аллаға шөкөр, — ти ул.
Хажыға ҡараған Әптек ауыл хакимиәте етәксеһе Наил Йәләев менән осрашып, проблеманы уртаға һалып һөйләшеп булманы. Шулай ҙа хакимиәттең әйҙәүсе белгесе Зәлиә Йомағужина ла, участка инспекторы Радик Йомағужин да Хажы ауылының көмөшкә һатыусыларын айырым күҙәтеүгә аласаҡтарын әйтте.
Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Шаһиева менән һөйләшергә лә форсат табылды. Хаттың йөкмәткеһе менән танышып сыҡҡас, ул тәрән көрһөндө.
— Был бер Хажы ауылының ғына бәләһе түгел инде ул, — тине Гүзәл Ғайса ҡыҙы, бер аҙ тын ултырғас. — Әле күптән түгел Әрметтә эскелеккә ҡаршы күсмә ултырыш үткәрҙек. Шунда бер йәш ҡатындың эсеп йөрөгәнлеге асыҡланды. Ире Себерҙә эшләй, үҙе өс бала әсәһе. Күрше райондың бер ауылынан килен булып төшкән. “Әгәр тағы ауыҙыңа хужа була алмай, эсеүеңде ташламаһаң, әсәлек хоҡуғыңдан мәхрүм итәсәкбеҙ, үҙеңде ауылдаштарың, атай-әсәйең алдына баҫтырасаҡбыҙ”, — тинек. Эсмәҫкә һүҙ бирҙе бисара. Әле яңы Әрмет ауылының хакимиәт башлығы килеп аптырап һөйләне. Эсмәй ти теге ҡатын. Бының менән нимә әйтмәксе булам? Тимәк, әгәр эскән, көмөшкә һатҡан әҙәмдәр менән айырым һөйләшкәндә, күпме кешенең алҡымынан алған, ҡатын-ҡыҙҙы тол ҡалдырған, ир-атты гүргә һалған, йәштәрҙең күңелен ғәрипләндергән, балаларҙы етем иткән, тормошобоҙҙо йәмһеҙләгән “йәшел йылан”дың боғаҙын сәйнәп өҙөргә мөмкин. Шуның кеүек күсмә ултырыштарҙы райондың һәр ауылында үткәрергә планлаштырғанбыҙ.
Ысынлап та, бары бергәләп тотонғанда ғына, был афәттән ҡотолоу юлдарын табырға мөмкиндер.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506