Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмерҙе ҡотҡарыусыларға юл бир
Ғүмерҙе ҡотҡарыусыларға юл бир Күп фатирлы йорт тирәләрендә, юлдарҙа “Ашығыс ярҙам” машиналары менән булған күңелһеҙ осраҡтар йышайҙы. Кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарырға ашыҡҡан (ҡысҡыртып китеп барған) был автомобилдәрҙең юлдарын сәбәпһеҙҙән әленән-әле быуып торалар.
Миҫал эҙләп йыраҡ йөрөйһөмө: ундай осраҡтар һуңғы ваҡытта Өфөлә лә табылып тора. Күптән түгел генә бер текә ханым был йәһәттән “интернет йондоҙо” булды. Ошо мәл конфликт янынан осраҡлы үтеп бар­ған бер ир уның ҡаршы­һында торған “Ашығыс ярҙам” автомобиленең әһә­миәтен аңлатып бирмәһә, “Ford Focus”ты йүгәнләгән гүзәл зат бер аҙым да артҡа сигенмәҫ ине. Күрәһең, автоледиҙың был хаҡта уйларға үҙенең башы етмәй!
Әйткәндәй, үткән аҙнала Өфөлә “Ашығыс ярҙам” һәм автоледи менән булған тағы бер үҙенсәлекле осраҡ теркәлде. Был юлы водитель юл быумаған, автомобиле менән махсус машинаны яңылыш төкөгән. Дөрөҫөрәге, уны төкөткән­дәр. Һулға боролорға торған ханым, ҡаршы килгән маши­наларҙы үткәреп бөткәс, ниәтен башҡарырға тип газға баҫа, әммә шул саҡ артынан “Ашығыс ярҙам” килтереп төкөй. Баҡтиһәң, тығында торған медиктар юлды артабан ҡаршы йүнәлеш һыҙатынан дауам итергә булған.
– Ҡаршы һыҙаттан хәрә­кәт итеүселәр булыр тип башыма ла килмәне. Махсус тауыш сигналын ишетһәм, бәлки, туҡтап өлгөрөр инем дә… Һәр хәлдә, ошондай ваҡиға килеп сыҡҡан өсөн ғәфү үтенәм, – тип яҙған автоледи социаль селтәр­ҙәрҙә. Тауыш сигналын иҫәпкә алғанда, боролор алдынан көҙгөгә ҡарарға кәрәклеген иҫкә төшөрһәк, мәсьәләне бер яҡлы ғына баһалау килешмәҫтер. Шуныһы шатлыҡлы: авария үлем менән түгел, тыуым менән тамамлана. Баҡ­ти­һәң, “Ашығыс ярҙам” йөклө ҡатынды бала табыу йортона алып китеп барған.
Үкенескә ҡаршы, рулдәге икенсе бер ҡатын-ҡыҙҙың тиҫкәрелеге сәбәпле, икенсе бер ваҡиға үлем менән тамамланды. Был хәл Петропавловск-Камчатскиҙа теркәлде.
“Ашығыс ярҙам” маши­наһы тын ҡыҫылыу өйәнә­генән яфаланған 21 йәшлек егет янына ашыға. Әммә йөҙ метр ара ҡалды тигәндә, уның юлында еңел автомобиль пәйҙә була. Ҡыҫыҡ арала, законға ярашлы, еңел автомобиль “Ашығыс ярҙам”ға юл бирергә тейеш. Тик Ульяна Лобанова исемле ханым үҙен, күрәһең, “ер кендегенә” тиңләп, киреһен­сә, ҡысҡырына башлай. Һе, кем ул ниндәйҙер бер “Ашы­ғыс ярҙам” хеҙмәте урын­дағы һайлау комиссияһы участкаһы ағзаһы, бай эшҡыуар ҡатыны янында!
Һүҙ артынан һүҙ, ҡатынға пассажир сүрәтендәге ире ярҙамға килә. Ғауға был осраҡта ла тик ваҡиға ша­һиттары араға ингәс кенә баҫыла. Ун минуттан “Ашы­ғыс ярҙам” машинаһы юлын дауам итә, тик… һуң була инде – 21 йәшлек егет яҡты донъя менән хушлаша.
Закон буйынса, юл бир­мәгән өсөн автоледи 500 һум штраф түләп кенә ҡо­тола ала, әгәр ҙә “Ашығыс ярҙам”дың нәҡ уның ҡылығы арҡаһында һуңламауы иҫбат ителһә, әлбиттә. Һәр хәлдә, медиктар, саҡырыу булғас, өс минуттан килеп етә алған, конфликт арҡа­һында иһә уларҙың юл ваҡыты 13 минутҡа һуҙыла. Ә тын ҡыҫылыу өйәнәге мәлендә йөрәк туҡтаһа ла, табиптар белдереүенсә, баш мейеһе эшләүе ихтимал. Тимәк, егеттең йәшәүгә өмөтөн тартып алғандар. Нисек кенә булмаһын, енәйәт эше ҡуҙғатылған, ҡалғаны – тәфтишселәр иңендә һәм намыҫында.
Әйткәндәй, мәрхүмдең ағаһы социаль селтәр аша автоледиға һәм уның тормош иптәшенә мөрәжәғәт хаты яҙған. Ләғнәт тә уҡы­маған ул, үсләшеүен дә белдермәгән, “Юл быуыусы­ларға” бары тик “Ашығыс ярҙам” саҡырырға тура килмәһен”, – тип кенә әйткән...
Эйе, үкенескә ҡаршы, “Ашығыс ярҙам” машиналары менән һанлашыу күп­тәргә сит шөғөл хәҙер. Ав­толедиҙар юл бирмәһә, рулдәге ир-егет ярҙамға ашыҡҡан машина шоферы менән сығып һуғышырға ла һорап тормай. Тик бындай хәлдәр башҡа төр мөһим хеҙмәттәр менән дә булғы­лай. Янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар, ихаталар­ҙан үтә алмай, алтынға бәрәбәр минуттарын тығын­дарҙа уҙғарырға мәжбүр. Хәйер, автоһәүәҫкәрҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте маҡ­танырлыҡмы ни был тәңгәл­дә?! “Ҡар таҙартырға ҡама­саулайһың, машинаңды алып тор”, – тигән өсөн суҡмар менән башҡа һу­ғыуҙы иҫкә төшөрһәк тә, башҡа күҫәк менән тон­дорған һымаҡ булып ҡала.
Ҡар таҙартыу тигәндән, ихаталарҙа, күп фатирлы йорттар янында ҡуйылған автомобилдәр ҡеүәтле тех­никаға үтергә ҡамасаулауы тураһында ла ишетеп тора­быҙ. Йә иһә таҙартылған урын өсөн күпме ғауға ҡуба автоһәүәҫкәрҙәр араһында? Осона сығырлыҡ та түгел, ахыры...
Әйткәндәй, йәмғиәттә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә, янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға (саҡырыу­ға китеп барғанда) ҡаршы­лыҡ күрһәткән машина­ларҙы төкөтөргә рөхсәт иткән закон сығарыу буйынса ҡыҙыу бәхәстәр бара. Медиктарға һөжүм итеү көсәйеү фонында “Ашығыс ярҙам” машиналарына “хә­үеф төймәһе”лә урынлаш­тырырға кәрәк, тигән фекер бар. Был төймә, билдәле, тиҙ рәүештә полиция һәм башҡа һаҡ хеҙмәте саҡыр­тыу өсөн. Икенсе тәҡдим менән барыһы ла аңла­шыла. Тик бына төкөтөүҙәр башланһа, нисек булыр? Юл бирмәгәне өсөн һуғы­шырға, атышырға торған автоһәүәҫкәрҙәр ул саҡта ни ҡыла башлар? Ғөмүмән, бизмәнгә һалып үлсәйһе сәбәптәр бихисап. Нисек кенә булмаһын, ҡануниәт ниндәй кимәлдә генә камил­лашмаһын, машиналарҙы түгел, махсус сигналы эшлә­гән автомобилде күргәс тә, намыҫтарҙы “был, бәлки, минең яҡын кешемдең ғүмерен ҡотҡарырға китеп баралыр, туҡтап үткәрәйем” тигән уй төкөтмәйенсә, хәл үҙгәрерме икән?!


Автор: Р. МАНСУРОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518