Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәскәү шоферҙары
Мәскәү шоферҙары …Марат ағай ғүмер буйы машинала эшләне. Хеҙмәт дәүере совет осорона тура килде. Уның һөйләгәндәре фәһем алырлыҡ, ҡайһы бер ваҡиғалар хатта бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала. Тайғаҡ текә тауҙан “ЗиЛ”ы менән артҡа төшөп китеүе, тәүлектәр буйына рулдә йөрөүе үҙе бер мажара.
Бензинға хаҡтарҙың арта барыуын күҙ уңында тотоп, Марат ағайҙың колхозға яғыулыҡ ташыған йылдарындағы бер үкенесе бар. Дөрөҫөрәге, ул ваҡыттағы хәл өсөн әле һаман үкенес кисерә.
– Көнө-төнө яғыулыҡ артынан ҡыуалайҙар. Йә бензин, йә солярка, май ҙа кәрәк. Хужалыҡтың ҡеүәтле сағы, тракторҙар баҫыуҙа тырылдай, фермала тиҙәк ташый… – тип хәтер ебен һүтә хаҡлы ялдағы шофер. – Әммә ташыған яғыулыҡты барыбер ҡулланып өлгөрмәйҙәр. Баҡса аръяғында мискәләр менән ултырған бензин-солярка тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Бер көн шулай ҡаланан сираттағы рейстан ҡайта. Хужалыҡҡа барһа, колхоз мискәләре мөлдөрәмә тулы, тракторҙарҙың бактары ла шул уҡ хәлдә, ә бер нисә сәғәттән йәнә яғыулыҡ артынан йүнәлергә тейеш. Бармаҫ ине, ғауға ҡубасаҡ – йәнәһе, колхоз йүнләп эшләмәй, тракторҙар бурысын үтәмәй, сөнки яғыулыҡ яндырылмаған. Идаралыҡта кемгә мөрәжәғәт итһә лә, иңбаштарын ғына һикертеп ҡуялар. Үҙенә шелтә биреүҙән ҡурҡмай йәш шофер, хужалығының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйем тип… тоннанан ашыу бензинды ергә түгеп китә.
– Эх, һаҡһыҙ замандар булды бит, – тип үкенә Марат ағай. – Тупраҡҡа зыян, нефтте файҙаһыҙға исраф итеү…
Хәйер, бындай хәлдәр бер әлеге шофер менән генә булмағандыр. Центнер урынына майҙан ҡайғыртып, ит килограмынан бигерәк мал һанын уйлап эш алып барған хужалыҡтар етерлек ине. Бындай мөнәсәбәттең аҙағы ла билдәле.
Марат ағай кешеләрҙең яуапһыҙлығын үҙ иңендә колхозда ғына түгел, юлда ла күп татыған. Уның яратҡан әйтеме бар: “Мәскәү шоферҙары”. Был әйтемде ул бигерәк тә асыуланған мәлдәрендә ҡулланырға ярата. Артабан ошо һүҙбәйләнештең асылына төшөнөү фарыз.
– Хужалыҡ төҙөлөшө өсөн материал юллап ҡайҙа ғына барырға тура килмәне. Әле генә ул, материал түгел, эшенә тиклем ялланған предприятиелар башҡара. Элек хәл башҡасараҡ ине. Ғөмүмән, кирбес-шифер, торбаларҙы республиканан да, сит төбәктәрҙән дә ташырға тура килде, – тип ғорурлана танышым һәм шул рейстарға сыҡҡан мәлдәрендә кисергән ваҡиғаларға ла туҡтала. – Юлда йыш ҡына Мәскәүҙән йөрөгән шоферҙар осрай ине. Башлыса ватылып ултырған мәлдәренә тура киләм. Хәйер, машина боҙолоу – ғәҙәти эш, бындай осраҡҡа үҙем тарығаным булманы түгел. Әммә эш бына ниҙә: шул шоферҙарҙың яндарында машиналарын йүнәтеү өсөн йүнләп запас частары ла, асҡыстары, хатта йүнләп ризыҡ-кейемдәре лә булмай сыға ине. Кеҫәләре тулы аҡса, тик ул аҡса менән һин ҡара төндә трасса уртаһында бер кем дә түгел бит. Бигерәк тә ҡыш көнө. Туҡтайһың улар янына, автомобилдәрен ҡарашаһың, ваҡыты менән йүнәтеп тә бирәһең, ашатаһың, бишмәтте ҡалдырып киткән саҡтар ҙа булғыланы.
Хәҙер аңланым ниңә Марат ағайҙың кешеләрҙе әрләгән сағында ошо “Мәскәү шоферҙары”н ҡулланыуын. Бына шундай ҙа хәлдәр була тормошта. Йәмғиәт хаҡында уйланыу түгел, үҙенә ҡарата яуапһыҙҙар ҙа табылып тора. Белмәҫһең, әллә бөтә ерҙә лә Мәскәүҙәге һымаҡ тормош рәхәт, тип йәшәгәндәр, әллә “башҡалар тейеш” принцибы менән юлға сыҡҡан баш ҡала водителдәре. Хәйер, бер мәскәүҙәр генәме лә, бер совет заманы ғынамы? Әле лә “Мәскәү шоферҙары”н осратырға була. Мәҫәлән, текә генә бер сит ил машинаһында йөрөгән күршенән асҡыс алып торорға булғайным.
– Ҡустым, мин машинала тоҡандыра торған асҡыстан башҡаһын белмәйем, – тип фырт ҡына яуап бирҙе ул. Тик текә күршем бер мәл ҡаланан ситтә ватылып ултырмаһынмы.
– Күршекәйем, килеп кенә кит инде. Аккумулятор ултырҙы, ни тоташтырғыс сымдар юҡ, ни таҡтырып алып ҡайтырға бау тигәндәй, – тип сөсөләнеп-сөсөләнә.
Бармай ни ҡылаһың, үҙең дә шундай хәлдә ҡалыуың ихтимал.
…Юл аҙабы – гүр ғазабы. Был хәҡиҡәтте әллә ҡасан уйлап сығарғандар. Әммә тигеҙ асфальттан елдергән машинаның йылы салонынан тирә-яҡтағы матурлыҡты күҙәтеп барыу кинәнес, әлбиттә. Тик, нисек кенә ҡеүәтле булмаһын, техникаға ышаныс – үҙеңде хөрмәт итмәү менән бәрәбәр, минеңсә. Юл мәсьәләһенә лә, бер-беребеҙ менән мөнә­сәбәттәргә килгәндә лә, “Мәскәү шоферҙары” булмаһаҡ ине.


Автор: Р. МАНСУРОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840